999-сы пулеметсылар батальонында хеҙмәт итә. Еңеү яҙы менән дә юлдары тыуған яҡтарына илтмәй уны. Япондар менән һуғышта ҡатнашып, 1946 йылдың яҙында, дөйөм алғанда 8 йыл ситтә йөрөгәндән һуң ғына Мөхәмәҙей Ғәлимйән улына тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫыу насип була.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул «Японияны еңгән өсөн», «II Дәрәжә Ватан һуғышы миҙалы», Жуков исемендәге һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Мәғәтифә Сафиулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 12 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда хеҙмәт юлын үтә. 1954-1955 йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе күтәреүҙә ҡатнаша, тирә-йүнгә балта оҫтаһы булараҡ танылыу ала.
Гөлдәр Мырҙабулатова