Һуғышта Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн” миҙалдары менән наградлана. 1945 йылдың 25 мартында Будапешт ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн И.Сталиндың Рәхмәт хатына лайыҡ була. Һуғышта яҡташтары Фәрит Ғәлин (Мәләүез ҡалаһынан), Рафиҡ Исмәғилев (Өфөнән), Ғилман Яҡупов (Өфө) менән бергә була. Еңеү көнөн – 9 Майҙы Брно ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыштан һуң ул Балтик буйында хеҙмәт итеп, тыуған яғына 1949 йылдың декабрендә генә ҡайта.
Әсәйемә – Дағия Хафиз ҡыҙы Кәлимуллинаға өйләнеп, биш ҡыҙ һәм өс малай үҫтереп, матур тәрбиә биреп, юғары уҡыу йорттарында уҡытып, һәр береһенең үҙ һуҡмағын табышырға ярҙам иттеләр. Атайым тыуған ауылы Аҫҡарҙа 50 йылға яҡын ветеринар булып эшләне, уның изгелеген күрмәгән, ҡул көсөн татымаған ауылдашы ҡалмағандыр, моғайын.
Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арнап 1986 йылдың 23 октябрендә “Совет Башҡортостаны” гәзите яу ҡаһармандары хөрмәтенә осрашыу ойоштора. Байрамда атайым яуҙаштары, шулай уҡ бөйөк яҙыусылар һәм фронтовиктар Мостай Кәрим, Назар Нәжми һәм данлыҡлы осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән фотоға төшәләр.
Фәйрүзә Фәтҡуллина,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
балалар яҙыусыһы.