Все новости

Ғәлин Тимерғәли Сәлих улы

"Еңеүселәр галереяһын" Ғәлин Тимерғәли Сәлих улы тураһында мәҡәлә менән башлайбыҙ. Һалдат юлын, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын тасуирлап "Ватандашҡа" ветерандың ҡыҙы яҙып ебәргән.

ҒӘЛИН ТИМЕРҒӘЛИ СӘЛИХ УЛЫ Ғафури районы Ташбүкән ауылында 1918 йылдың 14 авгусында донъяға килгән. 1942 йылда армия сафына саҡырылып, Әлкә ҡасабаһынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән һуғышҡа китә. Һуғыш юлын кавалерист, танкист, разведчик булып үткән. Курск дуғаһын өҙөүҙә, Сталинград ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Яраланып, госпиталгә эләгә. Госпиталдән сыҡҡас, Тимерғәли Сәлих улы 7-се танк корпусы сафында Көнсығыш Пруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 10 февралендә Преславель ҡалаһын алғанда Одер йылғаһын кисә һәм шул ваҡытта снаряд тейеп, танкыһы янып китә, ә үҙе ауыр яраланып тағы ла госпиталгә оҙатыла.
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул «Ҡыҙыл Йондоҙ», I-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», Жуков исемендәге һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Тимерғәле Сәлих улы Ишембай районының Ҡолғона ауыл Советы рәйесе, Маҡар ауылы сельпоһы рәйесе, Маҡар ағас эшкәртеү комбинатында ревизия рәйесе булып эшләй.

Һалдаттар разведканан һуң ялда. Тимерғәли Ғәлин — һулдан беренсе.

Сания Ғәлина-Нафиҡова, ҡыҙы

Читайте нас: