Все новости

“Ватандаш” журналы сайтында “Еңеүселәр галереяһы” булдырыла

Хөрмәтле дуҫтар! “Ватандаш” журналы сайтында һуғыш һәм тыл ветерандарының фотоларынан “Еңеүселәр галереяһы” булдырыла: https://vatandash.rbsmi.ru/articles/fotogalereya-/

Беҙҙең илдә Бөйөк Ватан һуғышы бер генә йортто ла урап үтмәгән. Ғаиләлә һәр бала олатаһының, ҡарт ҡартатаһының ҡайҙа, нисек һуғышҡанын, өләсәйҙәренең тылда ниндәй батырлыҡ күрһәткәнен белергә тейеш. Фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә уларҙың һәр береһенең өлөшө бар. Бөйөк Еңеүгә бәйле тарихты яҙып ҡалдырыу, йәш быуынға тапшырыу беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Сөнки Бөйөк Еңеү бөгөн үҙе яҡлауға мохтаж – Көнбайыш илдәрендә Бөйөк Ватан һуғышы тарихын үҙгәртеп яҙырға, шуның менән йәш быуындың аңын бутарға, зиһенен томаларға маташыу көсәйгәндән-көсәйә. Ә был инде беҙҙең дәүләтселегебеҙгә, милли хәүефһеҙлегебеҙгә янай.


Атай-олатайҙарыбыҙ илде һаҡлап алып ҡалған, беҙ уларҙың намыҫын, данлы исемен яҡларға тейешбеҙ. Ғаилә альбомығыҙҙа һуғыш һәм тыл ветерандарының фотоһүрәттәре булһа, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, электрон вариантта [email protected] адресына ебәрегеҙ (редакцияға алып килеп күсермәһен эшләтергә лә була).

Ғәзиз кешегеҙҙе “Еңеүселәр галереяһы”на индерегеҙ!
Читайте нас: