Айҙай матур, яҡты инәйҙәр
Улар сәхнәгә тәүге тапҡыр 8 март байрамында сыға. Йыр-моң яратҡан бер нисә ҡатын-ҡыҙ йыйылып, төртмә таҡмаҡтар, шаян йырҙар сығара, бер-береһенән күрмәксе, матур милли кейемдәр тегеп кейә. Ҡумыҙ уйнап, таҡмаҡ әйтеп, бейеп сығыш яһаған ансамблде тамашасы яратып, көслө алҡыштар менән ҡабул итә. Шул ваҡыттан алып яңы сәхнәгә аяҡ баҫҡан ҡатындар ҡанатланып төрлө сараларҙа ҡатнаша башлай. Бер-береһенә «әхирәт» тип өндәшкәс, ансамблгә «Әхирәттәр» тигән матур исем бирәләр. Инәйҙәр республикала үткән бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, райондарын данлай.
Йыр, таҡмаҡ, бейеү менән генә сикләнмәй «Әхирәттәр». Милләтебеҙҙең онотола барған йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, үҫеп килгән йәш быуында телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү буйынса эш алып баралар. Шулай итеп, улар ауыл сәхнәләрендә ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү, килен һөйөү, «Йыуаса», «Һыу башлау» һәм башҡа халыҡ йолаларын күрһәтәләр. Буҙа, талҡан, ҡорот, ҡаҡ, сейәле май, ҡыҙыл эремсек кеүек милли аш-һыуҙарҙы әҙерләп, халыҡҡа ауыҙ иттереп, уларҙа үҙҙәре лә яһап ҡарау теләген уята инәйҙәр.
«Әхирәттәр» башҡа төбәктәрҙәге милли-мәҙәни үҙәктәр менән дә даими бәйләнеш тота. Тормош уларҙы ҡайһы яҡтарға ғына ташламай: Орск, Һамар, Ҡазан, Томск, Куйбышев, Ташкент ҡалалары сәхнәләрен дер һелкетеп, тамашасы һөйөүөн яулап, билдәлелек алып, тыуған яҡҡа дан менән ҡайталар. 1987 йылда Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале, 1985 йылда республика «Тальян байрамы» лауреаты булалар.
Күп төбәктәргә улар заявкалар буйынса башҡортса йырҙар һәм таҡмаҡтар йыйынтыҡтарын, ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли музыка ҡоралдарын, милли кейем эскиздарын, биҙәүес әйберҙәр һәм милли аш-һыу рецепттарын оҙата. Хатта бер ваҡыт Румыниянан башҡорт халыҡ костюмын тегеп биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәләр.
Район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында ла көтөп алынған хөрмәтле ҡунаҡтар. Һис инәлтмәй, асыҡ дәрестәрҙә һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, әрмелә хеҙмәт итеүселәргә, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә ярҙам йөҙөнән хәйриә акциялары ойошторалар. Балаға исем ҡушыу, егеттәрҙе әрмегә оҙатыу кеүек сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар.
Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй «Әхирәттәр». Әлфиә Ғайсина илленән ашыу һаҡал эшләгән. Был ваҡ эш күпме ваҡыт, оҫталыҡ, сабырлыҡ талап итә! Һәнеүәт Сәйәхова – ҡул эштәре, аш-һыу оҫтаһы, Сәрүәр Тутаева – йырға маһир, Мөршиҙә Минһажева – таҡмаҡ ҡойоусы, бейеүсе. Мәфтуха Нурғәлина ла йыр-таҡмаҡҡа, бейеүгә әүәҫ. Зөһрә Ямалова – йырсы-бейеүсе, бөхтәлек ярата. Ә Хөбьямал Сәғәҙәтова – ҡул эштәре оҫтаһы, Ҡаҙмашта йәшәһә лә, Асҡар–Ҡаҙмаш юлына саң ҡундырмай. Коллектив ойошторолған мәлдә тәүге ҡуҙҙарҙы ҡабыҙған инәйҙәрҙе лә оноторға ярамай: Нажиә Әҙелғужина, Коммунара Исҡужина, Шәмсиә Мофаззалова, Нурикамал Хәмзина улар.
«Әхирәттәр»ҙең барыһы ла күп балалы әсәй, хәстәрлекле өләсәй, аҡыллы ҡәйнә. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа өгөт-нәсихәт биреп, йәштәрҙе тәрбиәләп, башҡорт рухын үҫтереп йөрөйҙәр. Өйҙәрендә лә эштәре күп, әммә барыһына ла өлгөрәләр, сөнки уларҙы аңлаған, яратҡан тормош иптәштәре һәм балалары бар.
Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның яҡташ инәйҙәргә бағышлап яҙған шиғырына һәм Рафиҡ Сәлмәнов ижад иткән көйгә һалынған йыр ҙа бар.
Әбйәлил йондоҙҙары
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Аҡыҡ кеүек таңғы йондоҙҙар.
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Йондоҙ кеүек сибәр йәш ҡыҙҙар.
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Ҡояш балҡый алмас алтындай.
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Ҡояш кеүек һылыу ҡатындар.
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Саф ынйыға айҙы тиңләйҙәр.
Әбйәлилдә – беҙҙең гүзәл илдә –
Айҙай матур, яҡты инәйҙәр.
Ҡушымта:
Әлфиәһе, Мөршиҙәһе,
Хөбьямал, Һәнеүәте,
Мәфтухаһы, Зөһрәһе, Сәрүәре
Етегән йондоҙ булып балҡый.
Һәм тормошта,
Һәм сәхнәлә,
Уларға йәйғорҙар нур һуҙа,
Һандуғастар ҡушылып йыр һуҙа
Сәхрәлә.
Ете йондоҙҙоң береһе
Күптән түгел эш сәфәре менән Әбйәлил районының Асҡар ауылында булырға тура килде. Был төйәккә аяҡ баҫҡас, «Әхирәттәр» төркөмө инәйҙәренә битараф ҡала алманым. Район мәҙәниәт йортона инеп, уларҙың яҙмыштары менән ҡыҙыҡһындым. «Әхирәттәр» фольклор клубының тәүге артистарының береһе, 97 йәшлек Һәнеүәт Сәйәхова һау-сәләмәт йәшәп ятыуын белгәс, шунда юл тоттом...
Инәй аяҡтарында ныҡ баҫып бейеп тә китә, йырлап та ебәрә. «Шулай итеп үҙ тормошомдо үҙем йәмләйем», – ти.
Һәнеүәт инәй кисә-бөгөн булған хәл-ваҡиғаларҙы аныҡ ҡына иҫләй алмаһа ла, бергәләшеп бер ҡаҙанда ҡайнаған әхирәттәрен яҡшы хәтерләй.
– Әхирәттәрем – яҡты йондоҙҙарым, балҡып янып, күккә атылып бөттөләр, тик мин генә тороп ҡалдым, – ти ул күҙҙәре йәшләнеп. – Эшләп бөтмәгән берәй эшем ҡалды микән, тим дә, хәйер, минең йәштә ниндәй эш эшләп булһын ти, тип ҡуям... – тип көлә.
– Һеҙҙең ошолай матур итеп ултырыуығыҙ әхирәттәрегеҙҙең дә ғүмерен оҙайта. Һеҙ булмаһағыҙ, бөгөн әхирәттәрегеҙ хаҡында кем миңә һөйләр ине?..– тим.
– Эйе!..
– Әгәр кеше халыҡ хәтерендә йәшәй икән, ул иҫән, тере тигәнде аңлата.
Һәнеүәт инәйгә сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, сабырлыҡ теләйек. Тормошто йәмләп, йәшә лә йәшә әле, инәй!
Оҙаҡ ҡына аралашып, һөйләшеп, сәй эсеп алғандан һуң Һәнеүәт инәй арып, башын терәп торған ине, йоҡлап китте. Бер быуатты йомғаҡларға торған ете йондоҙҙоң береһе, инде балҡып янмаһа ла, уның янында йылы, тыныс һәм рәхәт.
Әхирәттәр ижады
Таҡмаҡтар
Ҡрыҡты тауҙан услап-услап,
Йондоҙ тирергә була.
Тыуған яҡ хозурлығынан
Күңелдәр моңға тула.
Ҡрыҡты тауҙа кейек уйнай,
Аҡҡоштар йөҙә күлдә.
Хеҙмәт дәрте ташып тора
Беҙҙең ярһыу күңелдә.
Ҡурай, ҡумыҙ моңдарына
Һандуғастар көнләшә.
Тыуған яғым – Әбйәлилем,
Балҡы шулай, мең йәшә!
Бейеү таҡмаҡтары
Бейейек әле, бейейек,
Бейейек беҙ был айҙа.
Ҡара ер аҫтына инһәк,
Ни әйтербеҙ Хоҙайға?
Хоҙайға беҙҙән зыян юҡ,
Инербеҙ әле ожмахҡа.
Йырлай-йырлай, бейей-бейей
Инербеҙ әле ожмахҡа...
Бына шулай бейей торғас,
Итегем туҙып бара.
Итегемә ҡайғырмайым,
Ғүмерем уҙып бара.
Айҙың яратҡан йондоҙо
Болотҡа инеп бара.
Бейе тиһәң дә бейемәм,
Подшибник иреп бара.
Һеҙҙә мәрйен һаҡаллы,
Беҙҙә мәрйен һаҡаллы.
Беҙҙе күргән, ишеткәндәр,
Вәт, молодцы, тип ҡалды.
Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Алын алайыҡ әле,
Гөлөн алайыҡ әле,
Пошибник эремәҫ борон
Бейеп ҡалайыҡ әле.
Килтерегеҙ, килтерегеҙ
Мөршиҙәнең ҡатаһын!
Таҡмаҡ әйтеп тик тормаһын,
Әҙерәк иҙән тапаһын.
Салауатҡа арналған
Салауат өс йәшендә
Атҡа яйҙаҡ ташланған.
Бөркөт алып, айыу һуғып,
Ун дүрт йәштә маҡталған.
Урал һауаһын һулаған,
Йөрүҙән һыуын эскән.
Һандуғастың моңон тыңлап,
Ул йырсы булып үҫкән.
Шаҡман бейҙең ян керешен
Тартып ата алған ул.
Ирек даулап, илен һаҡлап,
Халҡын әйҙәп барған ул.
Башҡорт халҡы ирекһеҙҙән
Ҡорал алған ҡулына.
Азатлыҡ һәм ерен-һыуын
Һаҡлап алып ҡалырға.
Һөрһәләр ҙә Салауатты
Алыҫ сит-ят илдәргә.
Башҡорттарҙың даны булып,
Ҡайттың тыуған ерҙәргә.
Беҙ башҡорттар – буйһонмаҫ рухтар,
Салауат тоҡомобоҙ!
Милли батыр Салауатты
Һис ҡасан онотмабыҙ.
Әминәгә арналған
Түңәрәк күлдәй ҡамышлы,
Башы бишкә таралған.
Ҡашың ҡара, буйың зифа,
Салауат өсөн яралған.
Әминәкәй йәп-йәш көйө,
Яуға оҙаттың иреңде.
Салауатың һис бирешмәҫ,
Һаҡлар тыуған илеңде.
Һалдатҡа
Дошмандың уғынан
Күкрәгеңде һаҡлаһын тип.
Көмөш тәңкә бирәм.
Аманат итеп
Һаҡлап алып йөрөтөп ҡайтығыҙ!
Ошо көмөш тәңкә кеүек
Саҡматаштай көмөш ай.
Имен-аман, иҫән-һау
Аллаһ бойорһа, Амин!
***
Катюшалар залп асты,
Гитлер өңөнә ҡасты.
Совет иле еңде тиеп,
Тарих яңы бит асты.
Һикереп мендем аттарға,
Саптым йылға буйлатып.
Берлинға етеп ҡайтығыҙ,
Еңеү маршын уйнатып.
Ерән булды атығыҙ,
Килеп торҙо хатығыҙ.
Фатихабыҙ ҡабул булды,
Иҫән-һауҙар ҡайтығыҙ.
Дауылдарға осоп китте,
Ҡыр ҡаҙының ҡанаты.
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ
Рәхмәт, совет һалдаты.