Все новости
ФОЛЬКЛОР
24 Июня 2025, 10:30

Башҡорт фольклорында халыҡ ветеринарияһы ысулдары

(Экспедиция материалдары нигеҙендә) Халҡыбыҙ борон-борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Шуға ла уның тормош-көнкүрешендә мал бағыуға бәйле им-том, йәғни халыҡ ветеринарияһы айырым урынды биләп тора. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре экспедициялар мәлендә халыҡ ветеринарияһына бәйле мәғлүмәттәр ҙә яҙып ала. Башҡорт фольклорында мал культы хаҡында М.М.Сәғитов [4], А.Ф.Илембәтова [2], Г.Р.Хөсәйенова [7] яҙҙы, малдарға бәйле этносемантика тураһында Р.Н.Һаҙыеваның [5, 208–210-сы б.] һәм малдарҙы дауалау ысулдары хаҡында беҙҙең күҙәтеүҙәр бар [1, 249–252-се б.].

Ветеринария – малдарҙың һаулығын һәм ауырыуҙарын өйрәнеүсе фән, латин теленән Veterinarius һүҙенән барлыҡҡа килгән, «мал бағыусы, һауыҡты­рыусы» тип тәржемә ителә [3]. Мал дауалау ысулдарын көтөүсе, мал ҡараусылар ғына түгел, үҙ хужалығында мал аҫыраусылар ҙа ярайһы уҡ яҡшы белә. Хәҙерге заманда малдарҙы мал табиптары, зоотехник, ветеринарҙар дауалай, әммә ябай халыҡ күп ваҡыт үҙенсә, электән быуындан-быуынға тапшырыла килгән бе­лемгә таянып, малдарын үҙаллы дауаларға тырышҡан. Уның ысулдары күп төрлө. Шул уҡ ваҡытта малдарҙы өшкөрөргә кешеләрҙең бағыусыларҙы саҡырыу осраҡтары ла билдәле. Борондан килгән ғилем бөгөнгө көндә лә халыҡ хәтерендә һаҡлана, ҡулланыла.
Халыҡ ветеринарияһы ла, традицион халыҡ медицинаһындағы кеүек, рациональ һәм иррациональ төркөмдәргә бүленә. Беренсеһендә үләндәр эсереү, йылытып миндек баҫыу һәм минералдар ҡулланыу (тоҙ ялатыу, көкөрт, көл, май һөртөү һ.б.) кеүек тәбиғәттән алынған дауалау саралары булһа, иррациональ төркөм иһә магик медицина менән бәйле (арбау, өшкөрөү, төтәҫләү һ.б.) [6, 298-се б.]. Бында ауырыуҙың этиологияһы, тәбиғәте, дауалау һәм диагностикаһы мифик донъя менән бәйләнә.
Ауылдарҙа бигерәк тә һыйырҙың елене шешеү, елененән ҡан килеү, тәне ҡортлау, тиреһенә тимерәү сығыу кеүек ауырыуҙар осрай. Һа­нап үтелгән ауырыуҙарҙы үҙ аллы дауалау ысулдары төрлө. Халыҡ араһында, мәҫәлән, һыйыр елене шешеүен төрлөсә имләйҙәр: «Һыйырҙың елене шешһә, бүре тырнағы менән тырнайһың, ши­шәмбе һәм шәмбе көндө имләргә. Башҡа көндө ярамай, тип әйтә торғайнылар», «Һыйырҙың елене шешһә, доға уҡып, ҡушылып үҫкән ағас менән ыҫларға. Таптың ярығы аша (түңәрәк тишек күҙ уңында тотола, ботаҡ урыны. – Ф.Ғ.), көмөш йөҙөк аша һауырға» (1). Миҫалдарҙан күренеүенсә, кешеләр уңышлы һәм уңышһыҙ, ҡоро көндәр булыуына һәм ҡушылып үҫкән ағастың, түңәрәк формаһының магик көскә эйә булыуына ышанған. Фәҡәт ҡоро көндәрҙә дауаларға мөмкин, тигәндең нигеҙендә ауы­рыуҙың ҡороуға китәсәгенә ышаныс ята. Шулай уҡ бында борондан килгән Бүре тырнағы менән имләү ысулы ырым-инанысы менән шишәмбе һәм шәмбе көндө имләргә тигән һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ырымдың ҡушылыуын күрәбеҙ. Бүре тырнағы менән имләү ысулының нигеҙендә тотемистик ҡараш ятһа, шишәмбе һәм шәмбе көндәренең ҡоро тип иҫәпләнеүе ислам диненә барып тоташа. Бүре тырнағы менән имләү ысулы телдә һаҡланһа ла, хәҙерге заманда кемдеңдер уны ғәмәлдә ҡулланғаны билдәһеҙ. Ул бары тик Белорет районында ғына ҡағыҙға теркәлде, ә ботаҡ тишеге аша һөт һауыуҙы Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла тиерлек яҙып алырға тура килде.
Һыйыр елене шешкәндә шулай уҡ киң таралған ысулдарҙың береһе – «…һауыт-һаба йыуа торған йыуғыс менән төртөп: «Ерҙән килһәң – ергә кит!», тиергә» (2). Бында, беҙҙеңсә, сир кешеләштереп ҡарала, уға мөрәжәғәт итеү, уны ҡыуырға, икенсе ергә күсерергә тырышыу бар, йәғни антропоморфизм күренеше күҙәтелә.
«Һыйырҙың елене шешһә, миндек бешереп сабалар, баҫалар» (3), «Һыйырҙың еленен йылан сағып шешһә, йөн бейәләй кейеп, ҡатыҡ менән ышҡып ыуырға» (4), «Һыйырҙың елене шешһә, элек йүкә йыуғысты ваҡлап, имсәген йыуып, май һөртәләр ине» (5). Был ысулдар дауалауҙың рациональ төркөмөнә ҡарай. Ҡайын япрағы, йылы баҫыу, ҡатыҡ, май, йөн менән кешеләр үҙҙәре лә дауалана, хайуандарҙы ла дауалай.
Ишембай районында йәнә һы­йырҙың елене шешһә, күҙ тейгән тип, күҙ мәшкәге менән төтәҫләтәләр, ҡайраҡ менән имләйҙәр (6). Мал­дарҙы, кешеләрҙе ҡайраҡ менән имләү тимерҙең магик көсөнә ышаныуҙан килеүе мөмкин. Миәкә районында иһә елен шешкәндә өшкөрөү алымын ҡулланалар, өс мәртәбә салауат әйтеп, майлап һауалар. Унға саҡлы уңға-һулға һанап, «Аятел-көрси» уҡыйҙар (7). Һөтөн һауғанда һыйырҙың елененән ҡан килһә, ҡан һауҙырһа, аяғының сатайына һауалар (6), тишекле имән ботағы аша һауып, һөттө ҡапҡа төбөнә түккәндәр (8).
Һыйырға күҙ тейеп ауырығанда Яңауыл районында иһә, «дүрт эмейле итеп әпәй бешереп, «Әғүҙү бисмиллаһ»ты, «Аятел-көрси»ҙе уҡып, өшкөрөп, арт менән баҫып ашаталар» (9). «Малға күҙ тейһә, быҙаулай алмай ятһа, артыш яндырып, «Әғүҙе-бисмилла»ны әйтеп, һыйырҙы уратып төтәҫләйҙәр» (10), «имән бәшмәген өшкөрөп төтәҫләйҙәр, елененә тейҙереп-тейҙереп алалар ҙа, ҡойроғона ҡыҙыл еп бәйләп ебәрәләр, елененә күҙ теймәһен тип» (11). Бында төҫ символына инаныу урын алған, ғөмүмән, ҡыҙыл төҫ күҙ тейеүҙән һаҡлай, тигән ырым-ышаныу халыҡ араһында киң билдәле.
Свердловск өлкәһендә күҙле үлән үҫә. Һыйырға күҙ тейгәндә, шуны ҡайнатып, еленен йыуалар. Һоҙғаҡҡа шул үләнде һалып, яндырып, төтөнө менән төтәҫләйҙәр (12). Был миҫалдарҙа төтәҫләү, ыҫлау кеүек борондан килгән ысулдың киң таралғанын күрәбеҙ. Ҡөрьән аяттарын уҡып өшкөрөү иһә халыҡ тарафынан һуңыраҡ ҡулланыла башлағаны аңлашыла. Йылайыр районында күҙ тейгеҙгән кешенең олторағын булһа ла урлап алып, шуны төтәтеп, һыйырға еҫкәтәләр, бөйөр аҫтарын төтәҫләтәләр (13). Малдарҙы төтәҫләү Һамар яҡта­рында ла бар: «Малға күҙ тейһә, көкөрт онтап, утҡа һалып, төтөндө күтәреп сығып, ауырыу ҡасһын тип, мал торған ерҙе төтәҫләйҙәр» (14).
Ҡайһы төбәктәрҙә өшкөртөлгән тоҙ ялаталар (16), йәки бер юлы бер нисә төрлө алым ҡулланып да­уалайҙар. Әйтәйек, Ишембай районында «Ихлас», «Нас», «Фәләҡ»те уҡып, тоҙҙо өшкөрөп, һыуға һалып эсерәләр» (15); Әбйәлил районында мәйет йыуған бейәләй менән уҡып һыпыралар йәки өшкөртөлгән тоҙ һөртәләр (17). Яңауылда ла доға уҡып, мөгөҙөнән ҡойроғона саҡлы, арҡаһы буйына тоҙ һибәләр (18). Ғөмүмән, өшкөрөү, өшкөртөлгән тоҙ ялатыу, эсереү бөгөн дә киң таралған дауалау ысулдары булып тора.
Һирәгерәк һөт, йомортҡа менән дауалау алымдары осрай. Мәҫәлән: һөтөн һауып, өҫтөнә һөртәләр (19), һөт, йомортҡа эсерәләр (20).
Кешеләрҙе генә түгел, малдарҙы дауалағанда таң һыуының магик һәм шифа көсөнә ышаныу булған: «Һыйыр ауырыһа, таң һыуы алаһың, шул һыу менән өшкөрөп, һыйырҙың еленен өс мәртәбә йыуаһың. Ҡыш көнө кеше кәртәһе аша ҡулыңды тығып, үрелеп ҡар алып, шулай йыуаһың. Кешегә күҙ тейһә лә шулай итәһең» (21).
Малға сыҡҡан тимерәү ауы­рыуын да төрлө ерҙә төрлөсә да­уалайҙар. Белорет районында: «таш майҙы иҙеп, шуны һөртәләр; симешкә майы менән балауыҙ һалып ҡайнаталар ҙа, шуға күкәй һарыһын һалып, шуны бөтә яраға ла һөртәләр» (1). Ишембай райо­нында: «тракторҙың аҡ, вазелин һымаҡ майына тоҙ һалып һөртәләр» (15). Стәрлебашта: «һары май эретһәң, тоҙо ҡала, шуны һөртәләр, көл һибәләр» (22). Был һуңғы имләүҙәрҙә рациональ ысул сағыл­ған, сөнки май, балауыҙҙы иретеп эшләнгән ҡушымта тимерәү бетсәләрен ысынлап та бөтөрөүе билдәле. Көлдә лә көкөрт һәм башҡа химик элементтар күп, шуға ла дауалау көсө бар.
Һыйырҙың да, һәр йән эйәһене­ке кеүек, төрлө хәлдәре була. Әй­тәйек, ул сүген һала алмаһа, кәр­тәнең үрмәкестәрен, мәтрүш, шәкәр алып, һыуға һалып, доғалар уҡып, эсерәләр (23), күҙенә сүп төшһә, тоҙ өрөп керетәләр (24).
Һүҙ магияһына бәйле алым, арбауҙы ҡулланыу осрағы ла тер­кәлде. Уны һыйырҙың берәй ере ҡортлаһа ҡулланғандар, йәки ҡортто арбап сығарғандар (25). Кешенең теш ҡортон, йыланды ғына түгел, малдың ҡортон да арбап сығарыу ысулы булған, тик хәҙер ул онотолған.
Тормош-көнкүрештә мал ҡа­рауға бәйле бүтән төрлө күре­нештәр ҙә булған. Мәҫәлән, борон һыйыр быҙаулағанда быҙауы үлһә, быҙауҙың тиреһен һыҙырып алғандар ҙа, эсенә бесән тултырып «быҙау» эшләп, өҫтөнә тоҙ һибеп, һыйыр эргәһенә ҡуйғандар, сөнки быҙауы булмаһа, һыйыр һөт эймәй, һауҙырмай ыҙалатҡан. Ә былай һыйыр шуны ялап, быҙауым бар икән тип уйлап, һөт эйгән (26). Был ысул һыйыр оҙаҡ һауылмай тороп, елене боҙолмаһын (мастит ауы­рыуы барлыҡҡа килмәһен) өсөн эшләнелгән.
Шулай итеп, XXI быуат экспедициялары мәлендә яҙып алынған материалдарҙан күренеүенсә, мал дауалауҙың боронғо ысулдары­ның бөгөнгө көнгә килеп етеүен, һаҡланыуын күрәбеҙ. Рациональ, иррациональ төркөмдәр халыҡ­тың көнкүрешендә әлегәсә берҙәй ҡулланыла.
Яҙып алынған мәғлүмәттәр, фольклор текстары булараҡ, ырым-ышаныуҙар кеүек ҡыҫҡа форма­ла, күпселек осраҡта бер-ике һөй­ләмдән генә тора. Уларҙа төрлө символдар (бүре тырнағы, таң һыуы), төҫ (ҡыҙыл), урын (ҡапҡа төбө, ҡибла яҡ), ваҡыт (ҡоро көндәр, шишәмбе, шәмбе), һан (өс, ете) категориялары күҙаллана. Шулай уҡ текстарҙа халҡыбыҙҙың бо­ронғо ҡараштары һәм ислам дине йоғонтоһо ла асыҡ сағылған.


Мәғлүмәтселәр исемлеге

1. Зиязетдинова Ә.И. (1960), Белорет р-ны.
2. Сөләймәнова Ф.М. (1956), Белорет р-ны.
3. Рәхимйәнова Р.Т. (1938), Илеш р-ны.
4. Ғәләүетдинова И.Ш. (1937), Асҡын р-ны.
5. Сәйфетдинова Х.З. (1929), Стәрлебаш р-ны.
6. Ильясова М.Н. (1931), Ишембай р-ны.
7. Хамматова Ғ.С. (1928), Миәкә р-ны.
8. Зәнгирова Х.Г. (1937), Асҡын р-ны.
9. Ғарифуллина З.Н. (1931), Яңауыл р-ны.
10. Кирәйева М.Ә. (1937), Ейәнсура р-ны.
11. Рәшитова Ф.З. (1950), Ишембай р-ны.
12. Камаева М.М. (1926), Свердловск өлкәһе.
13. Байморатова М.Х. (1928), Йылайыр р-ны.
14. Рәсүлев Ғ.Й. (1930), Һамар өлкәһе.
15. Дәүләтова А.Н. (1925), Ишембай р-ны.
16. Сәйфетдинова Х.З. (1929), Стәрлебаш р-ны.
17. Янғазина М.Ә. (1928), Әбйәлил р-ны.
18. Ғәлиуллина Н.А. (1939), Яңауыл р-ны.
19. Шәйнурова Д.Х. (1925), Тәтешле р-ны.
20. Мостафина Ф.М. (1937), Тәтешле р-ны.
21. Мөзипова К.М. (1938), Сверд­ловск өлкәһе.
22. Хәйбуллина Г.Ф. (1965), Стәр­лебаш р-ны.
23. «Әхирәттәр» фольклор төркөмө, Ишембай р-ны.
24. Ҡалмырҙина Р.А. (1934), Ишембай р-ны.
25. Һабанғолова И.С. (1930), Һамар өлкәһе.
26. Бүләков И.Ы. (1927), Йылайыр р-ны.


Әҙәбиәт

1. Гайсина Ф.Ф. Способы лечения животных в башкирском фольклоре (на основе экспедиционных материалов) // Материалы I Международной научно-практической конференции «Гуманитарные науки в современном мире: Ураксинские чтения». – Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2023. – С.249–252.
2. Илимбетова А.Ф., Илимбе­тов Ф.Ф. Культ животных в мифо­ритуальной традиции башкир. 2-е изд., испр. и доп. – Уфа: АН РБ, Гилем, 2012. – 704 с.
3. История и современность ветери­нарии Башкортостана, 1887–2012 [Текст] / Под общ. ред. Буранбаева В.С., Галимова Б.А. – Уфа: Здравоохранение Башкортостана, 2012. – 300 с.
4. Сагитов М.М. Культ животных в башкирском фольклоре // Ис­следования по исторической этно­графии Башкирии: Сборник науч­ных трудов / Отв. ред. Р.Г.Кузеев, Л.И.Нагаева. – Уфа: БФАН СССР, 1984. – С.74–81.
5. Хадыева Р.Н. Этносемантика жи­вотных в башкирском языке // История и культура народов Евразии: прошлое, настоящее, будущее. Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 125-летию со дня рождения видного ученого-тюрколога и общественного деятеля А.З.Валиди-Тогана. Ч.2. – Уфа, АН РБ, Гилем, 2010. – С.208–210.
6. Хисамитдинова Ф.Ғ. Башҡорт этномедицинаһы тураһында // Этно­генез. История. Культура: II Юсу­повские чтения. Материалы Между­народной научной конференции, посвященной памяти Р.М.Юсупова, г.Уфа, 13 ноября 2014 г. – Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2014. – С.298–301.
7. Хусаинова Г.Р. Представления о домашних животных в фольклоре и современной жизни башкир // Этногенез. История. Культура: IV Юсуповские чтения. Материалы IV Международной научной кон­ференции, посвященной памяти Р.М.Юсупова / Отв.ред. А.В.Псянчин. – Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2021. – С.396–403.

Башҡорт фольклорында халыҡ ветеринарияһы ысулдары
Башҡорт фольклорында халыҡ ветеринарияһы ысулдары
Автор: Фәнирә ҒАЙСИНА, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре
Читайте нас