Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы итле ризыҡтар, ярма аштары, ҡоймаҡ менән һыйлағандар. Татлы бәлештәр менән баллап сәй, ҡымыҙ эсергәндәр.
Шуныһы мөһим: исем туйына килгән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы сиратлап һыйлағандар, тәүҙә ир-атты, һуңынан – ҡатын-ҡыҙҙы. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында барыһы ла бергәләп байрам иткән, әммә ирҙәр һәм ҡатындар шаршауҙың ике яғында ултырған.
Исем ҡушҡан көндө бәпескә атап Ҡорбан салғандар, уның ҡанын сабыйҙың маңлайына һәм ҡолаҡ ситтәренә һөрткәндәр. Башҡорттар ҡандың һаҡлау көсөнә ышанған, ҡан һаулыҡ һәм көс бирә, иҫәндәр менән әруахтар рухын бәйләй, тип инанғандар.
Баланың ҡул суҡтарына төрлө төҫлө ептәр бәйләгәндәр. Уға яҡты яҙмыш, мул тормош юрағандар.
Үҙ сиратында сабыйҙың әсәһе лә килгән ҡунаҡтарға бүләктәр таратҡан. Кендек инәһенә, әсәһенә һәм ҡәйнәһенә күлдәк йә күлдәклек тауар, яулыҡ йә аҡса бүләк иткән, ҡунаҡтарға – таҫтамалдар һәм яулыҡтар. Муллаға көмөш тәңкә бирелгән. Ул аҡсаны: «Минең улым (ҡыҙым) көмөш кеүек ныҡ, сәләмәт булһын!» – тип теләк әйтеп алған.
Ҡунаҡтар ҙа буш ҡалмаған, яңы тыуған сабыйға кейем-һалым, кәрәк-яраҡ бүләк иткән, борон хатта мал әйткәндәр.