Все новости
ФОЛЬКЛОР
29 Декабря 2021, 10:00

Бәпес сәйе (башҡорт йолалары)

Бала тапҡан ҡатын аҙмы-күпме нығынғас, йыш осраҡта өсөнсө, етенсе көнөнә, сабыйҙы туған-тыумасаға күрһәтеү өсөн бәләкәй генә байрам ойошторғандар.

Бәпес сәйе (башҡорт йолалары)
Бәпес сәйе (башҡорт йолалары)


Был байрам төрлөсә аталған: бәпәй сәйе, еп сәйе, ҡыҙ сәйе. Байрамға шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына саҡырғандар. Күбеһенсә ул 10–12 кешенән торған оло йәштәге инәйҙәрҙе тәшкил иткән.

Бәпәй сәйе табынына ҡунаҡтар төрлө тәмлекәстәр, ҡайнар аш, һурпа, ҡорот, май, ҡаймаҡ, татлы бәлештәр килтергән.

Байрам ашы тамамланғас, ҡунаҡтарға бәпәй ебе таратҡандар. Йомғаҡҡа уралған был епте сабыйҙың әсәһе алдан әҙерләп ҡуйған.

Ҡайһы саҡта йомғаҡ менән бергә селтәр-түшелдеректәр, янсыҡтар, йөҙөк һәм сепрәк таҫмалар бүләк ителгән. Ҡайтыр мәлдә һәр кем изге теләктәрен әйтеп, сабыйға һәм балаға именлек теләп таралған.

Автор:
Читайте нас: