Все новости
ФОЛЬКЛОР
28 Декабря 2021, 10:00

Бишек туйы (башҡорт йолалары)

Бик борон замандарҙа башҡорттар сабыйҙы бишеккә һалыу уңайынан бишек туйы уҙғарған. Баланы, ғәҙәттә, тыуғас та бишеккә һалғандар, әммә байрамын һуңғараҡ ойошторғандар. Был сара бәпес тыуғандың өсөнсө, етенсе көнөнә, йә булмаһа 40 көнө үткәс уҙғарылған.

Бишек туйы (башҡорт йолалары)
Бишек туйы (башҡорт йолалары)
Элек бишек туйы, икенсе төрлө әйткәндә, бәпәй туйы бары тик ҡатын-ҡыҙҙар байрамы һаналған. Шуға күрә бишек туйына тик ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар ғына саҡырылған. Улар яңы тыуған бәпескә төрлө күстәнәстәр, бүләктәр килтергән.

Кендек инәһе сабыйҙы бишеккә һалған, унан һуң бишек тирәһендәге иҙәнгә кәнфит һипкән. Бишек туйында ҡатнашҡан бала-саға кәнфиттәрҙе йыйып, рәхмәт әйтеп таралышҡан. Артабан барыһы ла табын артына ултырып, байрам ашы менән һыйланған.

Бишек туйында башҡорттар тағы ла бер күркәм йола атҡарған: оло йәштәге бер инәй бала имеҙгән әсәнең башы аша тәмлекәстәр һипкән. Был иһә балаға бай һәм бәхетле тормош теләү ниәтенән башҡарылған.
«Бишек туйы йолаһы тәү сиратта сабыйҙы сәңгелдәккә һалыу маҡсатынан башланһа ла, ваҡыт үтеү менән беренсел йөкмәткеһен юғалтҡан һәм бәпәй сәйе, исем туйы йолалары менән бергә ҡушылған. Аҙаҡ иһә шул көндө үк исем ататҡандар. Ә бишеккә һалыу башҡаса телгә алынмаған», – тип яҙыла
Н. Бикбулатова менән Ф. Фатихованың «ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың тормош-көнкүреше» китабында.
Автор:
Читайте нас: