Сабыйҙың тәүге исеме (йүргәк исеме) уны һаҡлау көсөнә эйә. Был исемгә тәбиғәт, күк есемдәре күренештәре һалынған: Йомабикә (йома + бикә, йома көндө тыуған), Буранбай (буран + бай, буранда тыуған).
Әгәр башҡорт ғаиләләрендә балалар тыуғас та төрлө сирҙәр һәм күҙ тейеүҙәр арҡаһында үлеп торһа, уларға һаҡлаусы исемдәр ҡушҡандар. Мәҫәлән, Тимербай (тимер + бай), Ҡылысбай (ҡылыс + бай).
Икенсе, йәғни рәсми исемде балаға 40 көнө тулғас ҡушҡандар. Бик боронғо замандарҙа был тантанаға махсус белгестәрҙе, аҡһаҡалдарҙы, һынсыларҙы саҡырғандар.
Эксперт Розалиә Солтангәрәева билдәләүенсә, башҡорттарҙа исем ҡушыу йолаһы нәҫел-ырыуҙы, күсә килгән сирҙәрҙе, тоҡом уңыштарын, йондоҙҙарҙың йоғонтоһон төплө өйрәнгәс кенә атҡарылған. Тыуған көнө, айы, йылы символы, милли һәм тоҡом тәғәйенләнеше – барыһы ла иҫәпкә алынған.
Башҡорттарҙың ырым-ышаныуҙары буйынса, әгәр исем ҡушҡанда ошо нескәлектәр иҫәпкә алынмаһа, ата-бабаларҙың рухы үпкәләп, тоҡомға төрлө сир, бәлә-ҡаза, хәйерселек һәм боҙом формаһында ҡайтыуы ихтимал булған.
Исем ҡушҡан саҡта көслө шәхестәрҙең, батырҙарҙың, ырыу башлыҡтарының һәм оҙон ғүмерле кешеләрҙең ыңғай сифаттары иҫәпкә алынған. Шуға күрә, әгәр ҙә нәҫелдә абруйлы, дәрәжәле оло кеше үлһә, уның исемен артабан да йәшәтеү өсөн яңы тыуған сабыйҙарға ҡушҡандар. Рухы рәнйеп, исеме ергә күмелмәһен өсөн шулай иткәндәр.