Все новости
ФОЛЬКЛОР
24 Декабря 2021, 12:15

Баланың донъяға тыуыуына бәйле башҡорт йолалары

Бала тыуыу башҡорт ғаиләһе өсөн һәр ваҡыт ҡыуаныслы, мөһим ваҡиға булған. Әсә кешегә ҙур хөрмәт һәм абруй менән ҡарағандар.

Баланың донъяға тыуыуына бәйле башҡорт йолалары
Баланың донъяға тыуыуына бәйле башҡорт йолалары

Бала тыуыу башҡорт ғаиләһе өсөн һәр ваҡыт ҡыуаныслы, мөһим ваҡиға булған. Әсә кешегә ҙур хөрмәт һәм абруй менән ҡарағандар.

Ә балаһыҙ ҡатындың, йылдар үтеү менән, туғандары һәм күршеләре алдында баһаһы бер ни тиклем төшкән. Өҫтәүенә, түлһеҙ ҡатындың ире икенсегә өйләнә алған.

Шуға күрә түлһеҙлек башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн оло бәхетһеҙлек һаналған, һәм был бәләнән ҡотолоу өсөн улар төрлө юлдар эҙләгән. Ғөмүмән, ҡыҙ баланың намыҫын, һаулығын һаҡлау башҡорттар өсөн иң юғары талаптарҙың береһе һаналған.

Гөманлы (ауырлы) булыуҙы хәбәр итеү ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителгән. Ғәҙәт буйынса, килендең гөманлы булыуы хаҡында ололарға кейәү егеттең һеңлеләре еткергән.

Башҡорт ҡатындары, ҡорһаҡтары беленгәнгә тиклем, гөманлы булыуҙарын йәшерергә тырышҡан, беренсенән, тәрбиә әҙәбе, икенсенән, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Буласаҡ әсәнең ҡорһағына ни тиклем әҙерәк ҡарайҙар, баланың сәләмәтлеге шул тиклем һаҡлаулы була, тип иҫәпләгәндәр. Шул сәбәпле, күп кенә ҡатындар бесән мәлендә – яланда, бүтән эш өҫтөндә, йәғни тейешле шарттар булмаған ерҙә бала тапҡан.

Гөманлы ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәгән, башҡалар менән бер рәттән эшләгән, берҙәй тигеҙ донъя көткән. Хужалыҡта ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҙур роль уйнаған, бөтә өй мәшәҡәте улар иңендә ятҡан.

ХIХ быуатта уҡ этнограф һәм тарихсы Павел Небольсин яҙып ҡалдырған:
«Тирмәнән сығыу менән башҡорт ҡатындары бейә һәм һыйыр һауырға тотона, ҡымыҙ бешә, алдағы һаҡлыҡҡа май һәм ҡорот әҙерләй, яҙ көндәре етештереп ҡуйған киндерҙән кейем тегә, бөтә ғаиләгә етерлек ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй, итектәр тегә, ғөмүмән, хужалыҡтағы бик күп эштәрҙе башҡара. Бесән ваҡытында ялан-ҡырҙарҙа эшләй, ә унан һуң йәнә өй мәшәҡәттәренә сума».
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бала көткән ҡатындарға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр һәм тыйыуҙар ҙа ҡаралған.

Мәҫәлән, ауырлы ҡатын нимә ашарға теләй, шуны тәҡдим итергә тырышҡандар. Әгәр ул теләгән ризығын ашай алмаһа, бала зәғиф тыуыуы ихтимал, тип иҫәпләгәндәр.

Гөманлы ҡатынға ауыр физик эш йөкмәтмәгәндәр, борсолоуҙан, хафаланыуҙан һаҡлағандар. Кеше ерләгәндә, һуғым һуйғанда, ағас ҡырҡҡанда ҡатнашыуҙан тыйғандар, сәскә өҙөргә рөхсәт итмәгәндәр. Шулай уҡ, гөманлы ҡатындарға һалҡын йәки эҫе ташҡа ултырырға ярамаған, бала табыу ауыр була, тигәндәр. Ирҙе рәнйетеү йәки уға үпкәләү – сибек, мөсһөҙ бала табыуға сәбәп була, тип ышанғандар.
Бынан тыш, башҡорттарҙа ауырлы ҡатын ғәрип йәки килбәтһеҙ кешеләргә оҙаҡ ҡарарға тейеш түгел, балаһы шуға оҡшаясаҡ, тигән ырым йәшәгән. Йәнлектәрҙе, хайуандарҙы рәнйетеү, эткә йәки бесәйгә тибеү баланың «ҡуян морон» булып тыуыуына йәиһә һуң тәпәй баҫыуына килтерә, тиелгән.

Һәр төбәктең үҙенә хас ырым-ышаныуҙары булған. Миҫал өсөн, Башҡортостандың Баймаҡ районында гөманлы ҡатынға тирмән тартыу (әйләндереү) тыйылған – баланың эсәге муйынына урала, тигәндәр. Ишембай районында тәпәнгә ултырыу рөхсәт ителмәгән – бала тыуыр юл ҡаплана, тип һаналған. Ейәнсура районында буласаҡ әсәләр түлһеҙ ҡатындарға күренмәҫкә тырышҡан.
«Өлкәндәр был ырымдарҙың нигеҙен дини тәғлимәттәр менән аңлатһа ла, асылда ул буласаҡ әсәләрҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙән, физик һәм психологик ауырлыҡтарҙан, борсолоу-хафаланыуҙарҙан һаҡлау маҡсатында алып барылған. Сөнки баланың алдан тыуыуы йә үле булыуы ошо сәбәптәргә бәйле һаналған»,  тип яҙыла Н. Бикбулатова менән Ф. Фатихованың «ХIХ – ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың тормош-көнкүреше» китабында.
Автор:
Читайте нас: