1963 йылда И.Абизов тарафынан Ейәнсура районы Ибрай ауылында Баймырҙа Ҡыҙрасовтан яҙып алынған «Көпәш» исемле тарихи риүәйәттән күренеүенсә, Һаҡмар менән Яйыҡтың тамағында һалынған Ырымбур ҡалаһының башҡорттарға тыныслыҡ бирмәҫен халҡыбыҙҙың һынсыл аҡһаҡалдары алдан уҡ күҙаллай. Көпәш ҡарт: «Ҡала ике һыуҙың сатлығында урынлашҡан, һыуығыҙҙы ат итәр, үҙегеҙҙе һалсы итәр, һыу башында ағас ҡалмаҫ», – тигән [3; 200].
Риүәйәттә XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы хәл-ваҡиғалар хикәйә ителә. Ысынлап та, Көпәш ҡарт әйткәнсә, ике быуат буйына башҡорт халҡы өсөн ҡыуғынсылыҡ төп кәсептәрҙең береһенә әйләнә. Һалсыларҙың халыҡ хәтеренән һаман да юйылмауы ошоноң менән бәйле.
З.Иғдәүләтов тарафынан яҙып алынған «Ҡарасәс» риүәйәтендә [3; 320–323] Ағиҙел буйында ҡыуғынсылыҡта йөрөгән Байғужаның һәм уның юлдаштарының быуындан-быуынға, ҡыуғынсынан-ҡыуғынсыға күсеп килгән йырҙар менән бер-береһен дәртләндереп, бүрәнәләрҙе баһрау менән һыуға һөйрәп төшөрөүҙәре һүрәтләнә. Кандауай ҡарағайҙар, сайырлы ҡарағастар менән көнө буйы айҡашҡан ир-аттар йә «тәритләү»гә, йә «диңгелдәү»гә һамаҡлап, бейергә төшөүҙәре, һамаҡтарында ҡыуғынсының хәүефле хеҙмәтенең тейешенсә баһаланмауын төҫмөрләтер мотивтар ҙа сағылып китә.
Ағып килгән бүрәнәләр йылға уртаһындағы ташҡа бәрелеп, тығын барлыҡҡа килтергәс, күмәкләшеп, һаман да мәрәкә, йыр-моң аҫтында эшләгән ҡыуғынсыларҙы фажиғә лә һағалай – Байғужа бүрәнә аҫтында ҡалып һәләк була. Әйткәндәй, риүәйәттең сюжет һыҙығында Байғужаның үлеме мөһим урынды биләһә лә, хикәйәсенең төп маҡсаты ҡыуғынсыларҙың яҙмышын һүрәтләү түгел, ә ҡыуғын кәсебенең Ҡарасәс яҙмышына йоғонтоһон асыҡлау. Тәүге ире Байғужаның күңелен зирәклеге менән яулаған Ҡарасәстең, бер нисә йыл тол ултырғас, үҙе кеүек һүҙ әрәсәһен яҡшы белгән, сәсән телле тол иргә кейәүгә сығып, бәхетле булыуы бәйән ителә.
Риүәйәттең 1968 йылда Ишембай районы Аҙнай ауылында 80 йәшлек Ғүмәр Ғәлиәскәровтан Әнүр Вахитов яҙып алған вариантында Ҡарасәстең күргән төшө – оҙон ҡарағас ағасының төбө-тамыры менән йығылып ҡара бураға әйләнеүе, бура эсендә әлеге ағастың күмере янып ятыуы – алда фажиғә көтөүен асыҡ иҫкәртә [3; 417].
Инйәр буйы башҡорттары хәтерендә хәүефле һәм ҡорбанлы ҡыуғынсылыҡ кәсебе менән бәйле «Ғәббәс йыры», «Шаһыбал» йырҙары һаҡланып ҡалған [1; 195]. Ғүмеренең әсенеүле осланырын һиҙенгәндәй, «Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ, // Әллә кемгә тороп ҡалырһың», тип моңланыусы Ғәббәс тә (йыр Белорет районы Манышты ауылында элекке ҡыуғынсы Оморҙаҡов Рәхимйән Оморҙаҡ улынан 1967 йылдың февралендә яҙып алынған. – Г.Ҡ.), «Оло Инйәрҙең сплавында миңә тиң ишкәксе юҡ», тип йырларға яратыусы Шаһыбал да (йыр Белорет районы Манышты ауылында 1902 йылғы Байрамғәлиев Самат Ғәлиулла улынан 1967 йылдың мартында яҙып алынған. – Г.Ҡ.) «Ҡарасәс» легендаһындағы Байғужаныҡы кеүек яҙмышҡа дусар була.
2017 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Биктимер ауылында БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары һәм уҡытыусылары менән фольклор экспедицияһында йөрөгәндә һалсылар тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләр ҙә яҙып алырға тура килде. «Яҙ көнө – май, июнь айларында – Һаҡмар буйлап Башҡортостандан һал ағыҙалар ине (Текстарҙа башҡорт теленең көньяҡ диалекты Эйек-Һаҡмар һөйләшенә хас үҙенсәлектәр һаҡланды. – Г.Ҡ.). Башҡорт егетләре һалды оҙатып киләләр. Бөрйәннәр ти инек уларҙы. Ҡурайлар уйнап, гармуннар уйнап ағып киләләр. Ауыл һайын туҡтап, халыҡ менән һөйләшеп, ваҡыт табып, клубларҙа уйыннар яһап китәләр ине. Һуғыш ваҡытында, һуғыштан һуң булған хәлләр был. Һуғыш осоронда ас-яланғас булһаҡ та, бик күңелле үтте беҙҙең бала саҡ» (Мәғлүмәтсе – Мәхмүт Ҡотлосурин. 1936 йылғы).
«Һаҡмарҙан һал менән ағалар ине. Ҡурай тартып, клубта уйнайлар ине. 1963 йылдарҙа һал ағыҙыу туҡтаны. Бөрйәннәр аға ине, костер яғып, ашарға бешереп. Һал ағыҙғаннар Оло Эйектән, Һүрәмдән килгәндәр. Беҙҙекеләр өй һалғаннар тығылып ҡалған ағастан» (Мәғлүмәтсе – Рәфҡәт Ишҡыуатов, 1941 йылғы) [18; 22], [9; 182], [10; 48].
«Ни өсөн һал ағыҙыусы башҡорттарҙы бөрйәндәр тип атайҙар ине?» – тигән һорауыбыҙға мәғлүмәтселәребеҙ аныҡ ҡына яуап бирә алманы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның иҫтәлектәрендә, «Яҡтыға» трилогияһында был темаға байтаҡ ҡына урын бирелгән булып сыҡты. «Һал ағыҙыусы бөрйәндәр»ҙе ул бала саҡтан күреп үҫкән.
Яҙыусы ижадындағы был мотив әҫәрҙән-әҫәргә, китаптан-китапҡа күсеп килә. 1912 йылда буласаҡ яҙыусының атаһы Абдулла Биишевты хөкөмгә тарттырып, ғаиләләрен өс көн эсендә үҙҙәре йәшәгән ауылдан – Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫонан ҡыуып ебәргәс, улар Икенсе Ҡара-Ҡыпсаҡ олоҫо Исем ауылында йәшәй башлайҙар. «...ошо Исем ауылында мин халыҡтың бай моңо, әкиәттәре, тылсымлы легендалары менән тәүләп таныштым. Бында нисә төн һөйләһә лә әкиәт һәм легендалары бөтмәй торған, һәр ваҡыт яҡты йөҙлө, ғәжәп киң күңелле Зөбөрә еңгә, һүҙгә бай, сәйгә әүәҫ Сафура инәй кеүек кешеләр, яҙын Эйек буйлап ҡыуғын ҡыуып уҙа торған йырсы, ҡурайсы «бөрйәндәр» минең йөрәккә иң тәүге һәм юйылмаҫлыҡ шиғриәт һалыусы булдылар», – тип иҫкә ала Зәйнәб Биишева [5; 262].
Трилогияның «Кәмһетелгәндәр» романында иһә автор ҡырыҫ бала сағының иң сағыу, күңелле хәтирәһенә – ҡыуғын ваҡиғаһына ҙур ғына урын бирә: «Эре-эре ҡайын, ҡарағай, ҡарағас бүрәнәләр йылғаға һыйышмай артылып, ҡатланып аҡтылар ҙа аҡтылар. Аҡсарлаҡтар, ҡанаттарын ҡыйғас һелтәп, үҙҙәренә балыҡ тоторға ҡамасаулаған был бүрәнәләргә асыуланған һымаҡ, сар-сар ҡысҡырып, йылғаның буйынан-буйына осоп йөрөнөләр. Бына әлеге-баяғы шаян буҙ турғайҙар, бер йыуан ҡарағас бүрәнә өҫтөнә ҡушлап ҡунғандар ҙа, эре генә ҡуҡырайышып ағып баралар» [4; 343].
Автор һалсыларға әйтеп ҡалына торған мәрәкә һүҙҙәрҙе, бала-сағаларҙың үсекләгестәрен, ғөмүмән, һал ағыҙыуға бәйле ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен әҫәрендә уңышлы ҡуллана. «Бына үрге бөгөлдән тағы һал күренде. Уны ҡарт ҡына ике кеше алып бара ине. Яр ситендә туҙ тотоп торған балалар уларға, ғәҙәт буйынса, шаяртып:
– Һалсы, кәпәсеңде һыуға манып алсы! – тип ҡысҡырҙылар. Ләкин һалсылар, бер ҙә йәнлелек, күңеллелек әҫәре күрһәтмәй, ишкәктәренә таянып, тауыш-тынһыҙ аға бирҙеләр.
Селәүсен кеүек нәҙек оҙон һал балалар тәңгәленән борғоланып-һырғыланып алға шыуҙы. Балалар, ғәҙәткә һыймаған был ҡырыҫ һалсыларға асыуланып:
– Бөрйән бөрөш, бите шөрөш! – тип әрләп ҡалдылар» [4; 345].
Беҙ Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Биктимер ауылында яуап таба алмаған һорауға Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр» романында яуап бирә: «Бында башҡорттар бөтә ҡыуғынсыларҙы ла «бөрйәндәр» тип атайҙар. Үҙ араларынан ҡыуғынға китеүселәрҙе лә «бөрйән булып китте» тип һөйләйҙәр ине. Уларса ҡыуғынсы менән бөрйән икеһе бер ине» [4; 345]. Бына ҡайҙа икән Мәхмүт Ҡотлосурин менән Рәфҡәт Ишҡыуатов уҙамандар һөйләгән «һал ағыҙып төшөүсе бөрйәннәр»ҙең әтнәкәһе!
«Кәмһетелгәндәр»ҙә лә һалсыларҙың ярға сығып, икмәк бешереп, сәй эсеп, ҡурай уйнап китеүҙәре тураһында әйтелә. Үҙҙәре ҡурай уйнауҙы күптән онотоп барған Оло Эйек буйы башҡорттарының ҡыуғынсыларҙы ошо ҡурайҙары, оҙон көйлө ғәжәп моңло йырҙары өсөн һағынып, көтөп, ҡыуанып ҡаршы алғандарын һыҙыҡ өҫтөнә ала яҙыусы.
«Ҡырыҫ һалсылар артынан бер төркөм йәш үҫмер тейәлгән ҡуш кәмә килеп сыҡты. Яр буйындағы балалар уларға тағы:
– Һалсы, кәпәсеңде һыуға манып алсы! – тип ҡысҡырҙылар. Аранан бер өлкәнерәге, ҡояшҡа янып, бронза төҫөнә ингәне, эре аҡ тештәрен ялтыратып, ҡысҡырып көлдө лә, башындағы ҡолаҡсын бүркен һыуға манып алып, багорҙың башына элеп юғары күтәрҙе. Бүректең ҡолаҡтарынан шабырлап кәмәгә һыу ҡойолдо» [4; 345].
Романда һүрәтләнеүенсә, кәмәләрҙең береһендә ҡурайсы менән йырсы ла табыла: «Ҡуш кәмәнең башында ултырып килгән киң күкрәкле, баһадир кәүҙәле, шоморт ҡара һаҡаллы, урта йәштәрҙәге бер кеше билендәге билбауына бәйләп ҡуйған еҙ ҡурайын ҡынынан алды ла һыҙҙырып уйнап ебәрҙе. Яр башындағылар, хатта балаларға хәтле, тып-тын булдылар. Оло Эйек өҫтөн шул халыҡтың моңға, йырға, уйын-көлкөгә бай, ауырлыҡҡа сыҙам батыр йөрәгенең, икһеҙ-сикһеҙ киң, иркен, балаларса саф күңеленең бөтә гүзәллеген үҙенә йыйнаған моң күмеп китте. Кәмәнең икенсе башында ултырған ҡаҡса ғына битле, бөркөт күҙле, көмрө танаулы бер ҡарт ишкәген янына һалып, кәзә һаҡалын, нәҙек кенә мыйығын һыпырып алды ла, тамаҡты ҡыра биреп, ҡурайға ҡушылды. Уның тауышы күтәренке, сағыу, тыны икһеҙ-сикһеҙ иркен ине.
Һандуғасҡай үҙе лә ҙур түгел.
Күкрәккәйе лә унын киң түгел.
Ҡайҙа ғына һайрай һандуғас?
Йәмле Оло Эйек буйында туғайҙа.
Кешеләрҙән кеше лә, һай, ким түгел,
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.
Ҡасан да ғына һайрай һандуғас?
Апрель үтеп, йәмле лә май тыуғас».
«Урал» йырының ошо төбәктә таралған вариантын да тәҡдим итә яҙыусы:
Ерәнсәккәй атым елгән саҡта,
Ышлыяҡайҙары киң кәрәк.
Башҡорт халыҡ йырын йырлар өсөн,
Ал ебәктәй йомшаҡ тын кәрәк...
Романдан күренеүенсә, ҡыуғынсыларҙы күрергә төшөүҙең маҡсаты йыр-моң тыңлау менән генә сикләнмәгән. Тәпәшәк яр ситендә, йыр, ҡурай тыңлау, һалсылар менән мәрәкәләшеү менән бергә ҡыҙҙар, малайҙар ҡулдарына аҡ ҡыуалдың башына талдан селтәрләп бәйләнгән һөҙгөс менән туҙ ҙа тотҡандар, оҙон ҡороҡ менән йыуан-йыуан ҡайындарҙы эләктереп, яр ситенә тартып килтереп, туҙҙарын һыҙырып алып ҡалғандар.
Ғөмүмән, ҡыуғын кәсебе романда ла, яҙыусының хәтирәләрендә лә йыш ҡына телгә алына. «Донъяла, Байгилде, һин эшләмәгән ниндәй генә эш ҡалды икән һуң?! Көтөү ҙә көттөң. Итек тә тектең. Мейес тә сығарҙың. Ҡыуғын ҡыуып, Эйек, Һаҡмар, Яйыҡ буйлап күпме ер үттең? Ҡарамыш байҙан башлап Ташлының Тимаш баярына хәтле икәүләп бергә байҙың күпме урағын урҙыҡ» [4; 7]. Сәғүрә еңгәнең уйҙарында ла, көмрө танаулы ҡарттың йырында ла социаль тигеҙһеҙлек мотивтары яңғырап ҡала.
Яҙыусы бала сағының матур иҫтәлеген – һал ағыҙып төшкән бөрйәндәрҙең йыр-моңдарын тыңлап үҫкән мәлдәрен ғүмер буйы һағынып йәшәй. Экологияның киҫкен мәлендә борсоулы уйҙарына ла тәбиғи рәүештә үрелеп китә был хәтирәләр: «Ҡасандыр балыҡҡа, йәйен ятҡылыҡтарына бай булған Оло Эйек үҙе лә инде яртылаш кәмегән. Унда инде суртан түгел, сабаҡ та күрә алмайһың. Ҡасандыр бүрәнә-һал аҡҡанын, ҡуш кәмәләрҙә килгән ҡурайсыларҙың, йырсыларҙың йыр-моңон тыңлар өсөн яр буйына йыйылған мут һүҙле, шат йөҙлө халыҡты ла күреп булмай. Ат кешәнләгән, һандуғас һайраған, кәкүк саҡырған тауыштар ҙа юҡ унда хәҙер. Бал ҡорттарына хәтле ҡырылған... Был ниндәй афәт?!» [5; 258].
Асылда хәүефле лә, ҡорбанлы ла кәсеп булған ҡыуғынсылыҡтың Һаҡмар, Оло Эйек, Һүрәм йылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырыуы был йылғаларҙың сағыштырмаса тыныс ағыуы менән бәйле, беҙҙеңсә. Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның трилогияһында һалсыларға бәйле мотивтарҙың да ҙур урын биләүе иһә яҙыусы ижадының халыҡсанлығын, байлығын тағы ла бер ҡат иҫбатлай.
«Ҡыуғын хикәйәләре» циклы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ижад ителгән. 1944 йылда һалсыларҙың «Лес – Родине» гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнгән яҙыусы һалсыларҙың, ҡыуғынсыларҙың рухи ныҡлыҡтарын һүрәтләгән биш хикәйәһен туплаған был серияны «Юлсура бабай хикәйәләре» исеме аҫтында ла тәҡдим итә.
Циклдың тәүге хикәйәһе – «Рус әбейе». Ваҡиғаларҙың ҡыҙыу эҙенән – 1943 йылда яҙылған был хикәйәлә реалистик элементтар күҙгә бәрелеп тора. Ҡыуғынсыларҙың социалистик ярыш килешеүҙәре баҫылған гәзитте һуңлатмай алып барып еткерергә ашыҡҡан мөхәррир менән күсер Әхсәндең ҡар ҡатыш яуған ямғырҙа күшеккәс, Ағиҙелдең текә яры аҫтында ултырған сит ауылда төнгөлөккә туҡтауҙары, уларҙы беренсе күргән рус әбейенең киң күңелле, һиҙгер йөрәкле, ҡунаҡсыл булып сығыуы һымаҡ ябай ғына сюжетҡа ҡоролған был хикәйә. «Бынау һалҡында билдән һыу эсендә йөрөп, бүрәнә ҡыуған кешеләргә рәхмәт инде» тигән әбей ҙә, «Бынан дүрт-биш көн элек кенә күсте. Хәҙер ул (ҡыуғын. – Г.Ҡ.) Нөгөш тамағына етеп баралыр инде» тип әйтеүсе ун ике йәшлек ейәне лә уҡыусы күңелендә йылы тойғолар ғына ҡалдыра.
«Инсебикә-таш» хикәйәһе – Ғариф Ғүмәрҙең Башҡортостан уҡыусыларына иң яҡшы таныш әҫәре, сөнки хикәйә башҡорт мәктәптәренең уҡыу программаһына ингән.
Яҙыусының фанера таҡтаһынан яһалған бер нисә оҙонса шалаштан, ябай таҡтанан төҙөлгән магазиндан, кухнянан, ашхананан, мунсанан, пекарнянан, амбулаториянан һ.б. ғибәрәт булған егермеләп өйҙән торған «һал өҫтөндәге ҡала»ның урынлашыу, һалдарҙың алғы һәм артҡы бабайкалары менән идара итеү тәртибен, караванканы тура һәм аварияһыҙ йөрөтөүсе лоцмандың вазифаһын ентекләп һүрәтләүе уҡыусыға, бигерәк тә XXI быуат уҡыусыһына, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Ағас йыйылып китеп, лапа барлыҡҡа килгән ваҡыттарҙа, һыу күп саҡта ярға сығып, һыу кәмегәс, шунда кибеп ҡалған бүрәнәләрҙе ағымдың шәп еренә төшөрөп йөрөүҙең ҡыуғын (молевой сплав) тип аталғанын да аңлатып үтеүҙе кәрәк тип таба.
Инсебикә-таш легендаһы хикәйәгә осраҡлы ғына килеп инмәй. Таштарға тура килеп һал туҡталмаһын ине, тип хәүефләнгән геройға Ғилман ағай ҙур таштар янынан үткәндә һалды йөрөтөүҙең ҡыйынлығын, таштарҙың Кәбән-таш, Һандыҡ-таш, Инсебикә-таш һ.б. тип аталыуын хәбәр итә һәм ҡыйыу ҡыҙҙың әсе яҙмышы тураһында һөйләй. Әңгәмәсеһе Инсебикә кеүек батыр ҡыҙҙарҙың әле лә күп булыуы тураһында фекер йөрөтә, Раскова, Осипенко, Гризодубова, Зоя Космодемьянская һәм агентурка караванкаһын йөрөтөүсе «Инсебикә тоҡомо» Хәҙисәне «хәҙерге замандың батыр ҡыҙҙары» тип атай.
«Митрошкин-камень» әҫәрендә (1943) Юлсура бабай руда тейәлгән һалда барыусы әсир Митрошканың дала тойғоһо уянып, бабайка менән идара итеүҙе ташлауы, һалдың селпәрәмә килеп, суйын рудаһының һыу төбөнә китеүенә килтереүе тураһында хикәйә итә. Әйткәндәй, XVIII быуат аҙағында – XIX быуат башында булған был ваҡиға лоцмандар өсөн ҡулъяҙма белешмәгә лә индерелгән булған [1; 198].
«Һандыҡ-таш» хикәйәһендә (1944) ҡапҡасы ябылып, йоҙаҡ менән бикләнгән төҫлө торған Һандыҡ-таштың икенсе исеме Айҙар оҫта һандығы тип аталыуын белә уҡыусы. Иҫ китмәле мажаралы сюжетлы, мауыҡтырғыс тел менән яҙылған, тәрән подтекстарға бай был хикәйә ҡыуғынсыларҙың ҡурҡыу белмәҫ сая йөрәкле генә түгел, ә бай күңелле, оҫта телле, тәрән мәғлүмәтле булыуҙарын да иҫбатлай.
«Ҡыуғын хикәйәләре» циклының һуңғы хикәйәһе – «Терелгән телдәр». Әҫәр туранан-тура ҡыуғын ваҡиғалары тураһында түгел. Мөхәббәте – «зәңгәр сәскәһе» өсөн немецтарҙан үс алып, госпиталгә эләккән, аҙаҡ Башҡортостан һалсылары араһына килеп юлыҡҡан десятник Семендың һөйгәне Марианнаның иҫән булыуы тураһында хәбәр алғас гармунының көмөш телдәре терелеүе романтик-реалистик буяуҙарҙа һынландырыла.
Ғариф Ғүмәр «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» повесына (1950) «Ҡыуғын хикәйәләре» циклынан «Юлсура бабай» һәм «Терелгән телдәр» хикәйәләрен уңышлы индереп ебәрә. Повестың «Зәңгәр сәскә» һәм «Оҙатыу» бүлектәре – «Терелгән телдәр»ҙең бер ни тиклем үҙгәртеп алынған варианты. Автор Юлсура бабай, ҡарт лоцман Алтынбай Дауылбаев образдарын әҫәр туҡымаһына юҡҡа ғына индереп ебәрмәгән – ҡыуғынсылыҡтың башҡорт халҡына борондан хас кәсеп икәнен ошо рәүешле һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Һалсылар республикала барған хәл-ваҡиғаларға ла битараф түгел: Ғәлиев Ҡариҙелдә һал ағыҙыу тураһында ла һүҙ алып бара.
Тулҡын өҫтөндәге ҡалала тормош ҡайнай. Ағиҙел буйлап Ишембайға тиклем һал ағыҙыусылар араһында колхозсылар ҙа, леспромхоз эшселәре лә бар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылдағы байтаҡ хеҙмәтсәндәр ошо ауыр эшкә йәлеп ителгән. «Башнефтестрой» өсөн тәғәйенләнгән бүрәнәләрҙән торған һалды Ишембайға килтереп еткергәс, улар Әүжәнгә, Мәләүезгә, Стәрлетамаҡҡа һәм башҡа ерҙәргә, ағас эшкәртеү һәм ағас сығарыу эштәрен дауам итеү, киләһе яҙға тағы ла ҡыуғында осрашыр өсөн таралыша.
Повеста (1946–1947) «Ҡариҙел – Өфө» маршруты буйлап кәмәлә юлға сыҡҡан Юлай, Миҙхәт, Сабит, Шакир һәм Иршат исемле малайҙар Йәлдәк пристанен уҙып, бер ни тиклем барғас, төнөн «ниндәйҙер күкшел оҙон нәмәнең» ярға яҡыныраҡ килеп, борғоланып йылға өҫтөндә һуҙылғанын күрәләр. Ул һал булып сыға. Һалсыларҙың туҡтап ҡалыу сәбәбе бер һалдың ташҡа һуғылып таралыуында икән. Уҡыусылар ошо рәүешле Павловкала төҙөләсәк ҙур электр станцияһына юл тотоусы һалсыларҙың ауыр ҙа, хәүефле лә хеҙмәте менән таныша.
«Һимеҙ үгеҙ шикелле, борола алмай торған» һал, ҡара айғыр менән тиңләнгән Ҡариҙел – йәш үҫмерҙәрҙең тиҙерәк Өфөгә барып етергә ашҡынған күңелдәрен тасуирлаусы уңышлы һүрәтләү саралары.
Яҙыусы һалсылар хеҙмәтенә балалар күҙлеге аша баһа бирә: «Бик ҡатмарлы инде был донъя! Урманда ағас үҫеп ултыра. Кешеләр килеп уны ҡырҡалар, йылға буйына ташыйҙар. Икенселәре килеп һал яһайҙар ҙа ағыҙып алып китәләр. Шунан, ниндәйҙер Павловка тигән ергә еткәс, өсөнсөләре шул ағастарҙан йорттар һалалар...»
Малайҙар бер нисә көн бергәләп йөҙгәндән һуң «һарауһыҙ һал» тип һанға һуҡмай башлаған һалдың башы нимәгәлер төртөлөп, алғы буйы бүҫелеп өҙөлөп киткәс, команданың, бигерәк тә Миҙхәттең, һалды нығытышыуҙағы ярҙамдары ышандырырлыҡ итеп тасуирлана. Красный Ключ, Чандар, Ҡыҙыл Яр пристандарен үткәс, сапсан Ҡариҙел малайҙарын Өфөнөң «Ырымбур пристане»нә килтереп еткерә.
1972 йылда Кирәй Мәргән «Ҡариҙел» повесының яңынан эшләнгән, киңәйтелгән вариантын «Ҡариҙел серҙәре» исеме аҫтында тәҡдим итте. Повестың беренсе вариантында малайҙар үҙҙәре генә сәйәхәт итһә, был юлы етенсе класта уҡыусы 12 бала етәкселәре Фатима менән сыға алыҫ юлға. Сәйәхәттең маҡсаты ла башҡасараҡ. Тәүге повеста сәфәр мәлендә йыйып, министр кабинетында ҡалдырған таштарҙың береһе («елбәҙәк таш») баҡыр колчеданы булып сыға. Йәғни әҫәрҙең тәүге вариантында малайҙар Ҡариҙел буйындағы баҡыр байлығын асырға ярҙам итһә, һуңғы китапта, тарихсы Рөстәм ағайҙың өйрәтеүенсә, Граждандар һуғышы осоронда булған мөһим ваҡиғаларҙы яҙып алып, «Партизандар китабы»н төҙөйҙәр.
Ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларына үтә лә иғтибарлы ғалим-яҙыусы повесын бәйетсе Миңзифа әбей, Аҡбирҙе сәсән, Иҫәнғол аҡһаҡал кеүек мәғлүмәтле персонаждар, «Шәрәфетдин һалдат бәйете», «Күҙәй шәжәрәһе» ише әһәмиәтле ҡомартҡылар менән генә түгел, әҫәргә мажаралылыҡ һәм серлелек өҫтәүсе Зиннәт Сәйфуллин, Самбосәйет ҡушаматлы Зәки Борһан Сәйетов, Закирйән – Сахай Тахаев образдары менән дә байытҡан.
Борон-борондан ҡыуғынсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнгән кешеләр йәшәгән Байҡы тамағы, Бирҙәш ауылы, Магинск, Йәнсәйет эшселәр поселогы, Таулыяр, Маскилде ауылдары һымаҡ топонимик атамаларҙың иркен ҡулланылыуы әҫәр ерлеген конкретлаштыра төшкән.
Имай Насыри «Күҙәй» романының (1934) «Тәүге танышыу» бүлегендә ҡарт коммунист Тайнов был төбәккә яңы ғына килеп төшкән Ғимай Басировҡа Ҡариҙел йылғаһы буйлап Күҙәй урмандарында үҫкән ҡарағай, имән, ҡарама кеүек ағастарҙы Каспий диңгеҙенә тиклем ағыҙыуҙары, революцияға тиклем Әстерханда балыҡ заводтары тотҡан байҙарҙың үҙҙәренә кәрәк мискәлек һәм ҡоршаулыҡтарҙы ошонан заказ яһап алдырыуҙары тураһында мәғлүмәт бирә. Иҫке Күл ауылында йәшәүсе ярлы ғына крәҫтиән ағайҙың Исламғәле байға ялланып, һалҡын һыуҙа йөрөп бүрәнә сығарыуы, хеҙмәте өсөн тейешле хаҡты ла ала алмауы, ҡартайған көндө аяҡһыҙ ҡалыуы тураһында ла әсенеп телгә ала. Ғөмүмән, Күҙәй төбәгенең ҡыуғынсылыҡ менән шөғөлләнгән халҡының йәшәү рәүешенә, көнкүрешенә ҡыҫҡа һәм тапҡыр ҡылыҡһырлама бирә.
Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» романының (1946) беренсе өлөшөндә үк Үҙәште йылғаһынан яҙғы ташҡында ҡыуғын ҡыуыу, һал һаллауҙары, йәғни тау башҡорттарының кәсебе тураһында мәғлүмәт бирелә. «Ташбатҡан ауылында ҡыуғынды «арыу кәсеп, аҡсалы кәсеп», тиҙәр. Ләкин ҡыуғынға типһә тимер өҙөрлөк көслө, йөрәкле егеттәр генә йөрөй, ни өсөн тиһәң, ҡыуғын бик хәтәр эш: тамырға эләгеп торған йә ағас төбөнә эркелеп килеп тығылған бүрәнәләрҙе багор менән төрткөләп ағыҙғанда, ҡыуғынсы ҡайһы саҡта, яҙатайым һыуға төшөп, ағып та китә һәм һыуға батып үлә. Дөрөҫ, ундай хәлдәр һирәк була булыуын. Күп ваҡытта һыуға төшкән ҡыуғынсы, байтаҡ ер ағып барғас, яр ситендәге ағастарҙың ботағына, сыбыҡ-сабыҡҡа йәбешеп, нисек кәрәк килеп сыға, сөнки Үҙәште – тау йылғаһы һәм ялан йылғалары шикелле уның кешене тарта торған өйрөлмәктәре юҡ. Шуға күрә Үҙәште һыуға төшкән кешене һәр ваҡыт өҫкә ташлай, батырмай» [8; 5–6].
Туйралы ауылында кейәүҙә торған Фатиманың ҡатмарлы яҙмышын бәйән иткәндә Аҙау, Тирәкле һәм башҡа ауыл кешеләренең Инйәр йылғаһы буйлап һал ағыҙыу ваҡиғалары ла сағылып китә романда: «Һыуҙан берәм-берәм бүрәнәләр һәм әйләнеп-тулғанып, сатай-ботай ағас тамырҙары аҡты. Бер аҙҙан ике һалсы һал менән үтеп китте» [8; 275].
Туйралылар «һыуға батҡан» тип уйлаған Фатима Тирәкле ауылында һалдан төшөп ҡала. «Йәш ҡатындың һал менән килеүе улар өсөн аптырарлыҡ хәл булманы. Сөнки яҙ көнө тау яғынан һалсыларға ултырып сығыусылар йыш ҡына була торғайны», – ти Ж.Кейекбаев [8; 282].
Фатиманың тормошондағы был эпизодты хикәйәләгәндә ҡыуғын хеҙмәтен тасуирлау маҡсаты тормай, әммә авторҙың был хәүефле кәсептең серҙәрен ярайһы уҡ яҡшы белеүе түбәндәге һөйләмдәрҙә асыҡ сағыла: «Иң ҡурҡынысы артта ҡалды хәҙер. Инйәрҙең тауға килеп бәрелгән ерендә, бөгөлдә, һал саҡ-саҡ түңкәрелеп китмәне. Ләкин ҡарттар бик оҫта һалсы булып сыҡтылар» [8; 282].
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы») романы – трилогияның икенсе китабы. 1978–1981 йылдарҙа ижад ителгән был роман бүрәнә әҙерләүгә күскән элекке «Алға» промартеле эшселәренең һуғыштан һуңғы ауыр шарттарҙағы ғазап-хәсрәт, мөхәббәт, моң, киләсәккә ышаныс менән тулы уй-тойғоло тормоштарының йылъяҙмаһы.
Романдағы ваҡиғалар ҡыуғын шөғөлөнөң һуңғы этабы – бүрәнәләрҙе һыу буйлап ағыҙыу менән туранан-тура бәйле түгел, ә ағас ҡырҡып, уны йылға буйына ташыу кеүек ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә күберәк иғтибар бүлә.
Эпилог өлөшөндә заторсылар бригадаһының: «Багорыңды ҡаҙап тарт та... һоп! // Беләгеңде йәлләп торма... һоп!» кеүек һамаҡлауҙары ҡыуғынсылыҡ хеҙмәтендәге ирҙәрҙең ауыр эште лә еңел һәм дәртле итеп башҡарыу оҫталыҡтары тураһында һөйләй.
Ирғәленең йырындағы «Ерекленең яҙғы ағышы – // Яралы ла кешенең тауышы...» тигән юлдар Кәбир, Ирғәле, Әхәт кеүек геройҙарҙың яралы яҙмышына ишара төҫөн ала. Кешеләрҙең тәндәренә лә, йәндәренә лә уңалмаҫ яра һалған һуғышҡа ләғнәт уҡыусы оран, яуҙарҙа тыуған оло мөхәббәткә арналған матур ҙа, һағышлы ла бер йыр булып яңғырай Ноғман Мусиндың «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы») романы.
Ибраһим Абдуллиндың «Ҡош юлынан барам» (1970–1982) романының «Ҡариҙел ҡаты аға» тип аталған алтынсы новеллаһы Бөрө педагогия техникумы студенты Нур Фәтиховтың (прототибы – разведчик Ғәбделбәр Фәтхинуров) һабаҡташтары Арыҫлан, Хәжи һәм Тажи менән Ҡариҙел буйлап һал ағыҙыуҙары сюжетына ҡоролған.
Тәжрибәһеҙ йәш егеттәр Ҡариҙел өҫтөндәге ҡуйы томандар, көтөлмәгән боролоштар, ғөмүмән, һалсы хеҙмәте менән тәүге тапҡыр осраша. Нурҙың үҙ командаһына Арыҫланды саҡырыуы тиктәҫкә генә түгел: Арыҫландың атаһының ағаһы – бабайы ғүмер буйы Ҡариҙелдән һал ҡыуған. Илбирҙе ағай уларға һал бәйләргә, уны нисек ҡыуырға өйрәтәсәк, Ҡариҙелдең «серҙәрен» һөйләйәсәк, тип өмөтләнә егет.
Ямғырҙарҙа күшегеп, барлы-юҡлы аҙыҡ-түлекте исрафлап бөтөргәс, Арыҫландың, аҙаҡ Тажи менән Хәжиҙең һалды ташлап китеүе, Нурҙың ҡомға ултырған һалды ағынға бер үҙе төшөрә алмай интегеүе реаль картиналарҙа күҙ алдына баҫтырыла. Әбделмән менән уның атаһы Сирай ағайҙы ярҙамға алып килгән егетте тағы ла бер һынау көткән: төнө буйы яуған ямғыр Иҙел һыуын күтәреп, һалды ағыҙып алып китергә лә өлгөргән. Алдына ҡуйылған маҡсатынан баш тартмай, йылғаның ҡаршы ярындағы боролмала туҡталып ҡалған «ҡасҡын»ды барып тотҡан Нурҙың рухи ихтыярын нығытыусы, характерын сыныҡтырыусы үҙәк ваҡиға булып һынлана Ҡариҙел буйлап һал ағыҙыу. «Кем белә, ихтимал, бына ошо көндө, ошо сәғәттә ул кешегә батырлыҡ, тәүәккәллек, тырышлыҡ менән бергә түҙемлек, сыҙамлыҡ та кәрәклеген бөтә тәрәнлеге менән аңлағандыр», – тигән һығымтаға килә автор [1; 359].
Зиннур Ураҡсиндың «Ҡарат» романының «Үрмәксе ауында» тип аталған тәүге бүлегендә Ташлы биләмәһендә ҡыуғынға ағас әҙерләү, Көплө буйындағы Өрпәк урманын башҡорттарҙың Тимашев баярға бирмәйенсә айҡашыу ваҡиғалары сағылып китә. «Дау» бүлегендә иһә бүрәнә тейәлгән ылауҙарҙың Һалпар һырты аша Эйек буйына оҙатылыуы телгә алына.
«Ҡарат» романының дауамы булған «Каруанһарай» романында иһә Алтынбай Ырымбурҙа төҙөләсәк Каруанһарай өсөн ағас әҙерләү эшенә барып ҡушыла. Әүжән приискыһында алтын йыуыу эшендә байтаҡ ауырлыҡтар күргән егеттең буласаҡ йәмәғәте Ғәтифә ярҙамында үҙе өсөн яңы һөнәр – һал ағыҙыу серҙәренә төшөнөүе, өй һалырлыҡ бүрәнәләрҙән кәшмәк (бер-береһенә ҡушып бәйләнгән бер нисә бүрәнә, һалдың бер өлөшө. – Ред.) бәйләп, Нарбут ауылына тиклем ағыҙыуҙары, юлдағы ауырлыҡтар мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә «Тулҡын өҫтөндәге мөхәббәт» бүлегендә.
«Һалсылар» хикәйәһе атаһы Халиҡ ағайға Еҙемдең үрге өлөшөнән ҡоро бүрәнәләрҙе һаллап төшөрөргә ярҙам итеүсе үҫмер Маликтың ирҙәрсә тәүәккәллек күрһәтеүен хикәйәләй. Быуыны ла ҡатмаған үҫмер «Емерелгән барка» ҡаяһының әҙ генә сығып торған таш моронона ҡыҫталып, яңҡырыҡ (диал., үрәсә – ике яҡлап буйға һалынған өҫкө ағас. – Ред.) иң ситке бүрәнә таш аръяғына менеп ятып, кәшмәктең ҡыйралыу ҡурҡынысын тыуҙырғас, иң ситке бүрәнәне нығытҡан бауҙарҙы сабып ташлап, үҙҙәрен ҡурҡыныстан ҡотҡара. Беренсе тапҡыр ҡыуғынға сыҡҡан балала ҡан хәтере уяна.
Яҙыусы «Емерелгән барка»ның тарихын юҡҡа ғына иҫкә төшөрмәй, уның әле лә хәүеф менән янауына ишара яһай: «Ҡаяның мейесте хәтерләтеп өңөлөбөрәк торған өлөшөнән яралы йыртҡыс иңрәүенә оҡшаш геүләү тауышы килә». Ярһыу аттай тулап ағыусы тау йылғаһы Еҙем, дуғаланып йүгереүсе тулҡындар, ҡыраз ярлы бөгөл, һырғый ҡарағайҙар, Һаллыбаш туғайы – барыһы ла авторҙың ата-бабалары шөғөлөн яҡшы белеүе, һүҙ байлығы, тасуирлау маһирлығы тураһында һөйләй. Артыҡ һүҙҙәр, сөсөләнеү юҡ был әҫәрҙә: улы иҫ киткес тәүәккәллек күрһәткән мәлдә һаран ғына йылмайып, Маликка ҡарап башын һелкеп ҡуйыу менән сикләнә Халиҡ ағай ҙа. Һал һаллауҙың ысын ир-егеттәр шөғөлө икәненә инандыра был хикәйә.
Яҙыусының «Йәйге ташҡын» хикәйәһендәге «Һалды беҙҙең яҡтағы сос ирҙәр ярға ошолай яға» тигән иҫбатлау ҙа ғорур һәм урынлы яңғырай.
«Имән бағана» повесында Хәкимдең Ҡыҫыҡтан һал һаллап төшкән саҡтарын һағыныуы, ҡыуғында күкрәк-билдән һыу кисеп йөрөгәндә спирт эсергә күнегеп китеүенә үкенеүе, ҡартаталары Үмәр ҡарттың һал төшөрәм тип ҡыялғанда гүргә инеүе тураһында юлайҡан ғына әйтеп үтелһә лә, был яҡ башҡорттарының ҡанына һеңгән кәсептең халыҡ күңеленән тиҙ генә юйылмаҫы тойолоп ҡала.
«Һал ағыҙыу ирмен тигән ирҙәрҙе батырлыҡҡа, таҫыллыҡҡа өйрәтә», – ти автор, Сәлим менән Фәйездең Ҡайынөй йылғаһы буйлап һал ағыҙырға өйрәнеүҙәрен һүрәтләп.
Повесть Инйәр буйы башҡорт ауылдарында йәшәгән халыҡ тормошоноң онотолоп барған яғын – тау йылғаһы буйлап һал ағыҙыу ваҡиғаларын яҡтырта. Сая, ҡыйыу, йор һүҙле ауылдаштары, яҡташтары тормошоноң был яғы ла тарихта ҡалырға тейеш, тип иҫәпләүсе автор йәнле эпик картина тыуҙырыуға ирешкән.
Боҙ китеп, берәр аҙна үтеү менән леспромхоздың Телмәй, Тоҙ, Береш йылғаларында ҡыуғынды башларға ашығыуы хәбәр ителә, сөнки был йылғаларҙың һыуы тиҙ ҡайтыусан.
«Яр буйындағы кәңәшмә» бүлегендә «Сплавконтора»ла эшләгән Әхмәтхандың белдекле төҫ менән «гәүен» хаҡында, ә бажаһы Нурғәлим тарафынан саҡырып килтерелгән Йыһангирҙың «абановка» – бүрәнәләрҙе тейешле йүнәлештә ағыҙыу өсөн бондар ҡуйыу тураһында аңлатыуы, ҡыуғындың бөтә ил буйынса булыуын, йыл һайын СССР-ҙа 105–120 миллион кубометр ағас ағыҙылыуын хәбәр итеүе, «молевой сплав», «сплоточный сплав» төшөнсәләренә аңлатма биреүе, туҡһанды уҙған Нәжметдин ҡарттың революцияға тиклем француз заводына ағас ташығандары, башҡорт ерҙәренең Колотов тарафынан таланғанын хәтерләүе, «Ерҙәребеҙгә хужа булмаһаҡ, уны кем һаҡлаһын инде?!» тип борсолоуы Сәйәх лавкаһы янында ир-егеттәр ҡороп ебәргән тәбиғи әңгәмә рәүешендә бирелә. Ҡыуғындың нимә икәнен белмәгән йәш быуын уҡыусыһына каснуй (пар ишкәкле ҙур кәмә) һәм зачистка, волок, трелевка, подвозка, подсанка, отводка һәм башҡа рус теленән килеп ингән төшөнсәләрҙең нимә икәнен ентекле аңлата ата-бабалары 1923 йылдар тирәһенән «Южураллес», аҙаҡ Архангель, Инйәр леспромхоздарында, үҙе «Пищетара» (халыҡ телендә «Биштар»), «Союзплодтара» ойошмаларында гәнтин, бүрәнә һалдар һаллаған, Ҡамайылғанан өс кәшмәле һал һаллап аҡҡан Йыһангир. Ғаиләһендәге ҙур юғалтыуҙар ҙа улар быуынының өлөшөнә тейгән кәсеп менән туранан-тура бәйле: Әнүәр менән Әүхәҙи ҡустылары һуғыш осоронда ҡыуғында һалҡын тейҙереп үлә.
«Ыспылафф» бүлегенең исеме лә тас Инйәр башҡорттарынса яңғырай. Рус теленән ингән һүҙҙең (варваризмдың тип тә әйтергә мөмкин) аҙағындағы өндөң ҡабатланып әйтелеүе был хеҙмәттең үтә ауырлығын иҫбатлап тора һымаҡ. Сафа ҡарттың һуғыш осорондағы ҡыуғын хәтирәһе лә әҫәр туҡымаһына тәбиғи үрелеп киткән.
«Һал һаллайҙар» бүлегендә «Ҡыуғын артынан һалсыларҙың кәсебе башлана. Һал да ҡыуғындың бер төрө ул», – тип, ҡыуғын менән һал төшөнсәләренең айырмаһын күрһәтеүҙе кәрәк таба автор. Һал һаллауҙың серҙәрен үҙе тасуирлай башлай ҙа, был вазифаны Йыһангирға «йөкмәтә» –«лоцман» Миҙхәт менән ҡорған әңгәмәлә гәнтин һаллауҙың нескәлектәре менән ихлас бүлешә әҫәр геройы.
«Хаин сусҡа була», «Бабай – Бабайка...» бүлектәрендә Ғәни ағайҙың бабайка юныуы, көҫмәндәргә ултыртыу кеүек күренештәр Германия немецтарының етеш көнкүрешен хәтерләү, күрше малайы Әхмәттең һорауына яуап рәүешендә бабайканың дөрөҫ ултыртылышын асыҡлау тәбиғи рәүештә үрелеп бара.
«Ҡыҙыл Әхмәҙи», «Һуҡ, ҡыҙым, һуҡ...» бүлектәре иһә – ата-бабаларының үткәндәрен байҡаусы тарих ҡатыш ил өҫтөндә күптән лаҡапҡа әүерелгән мәрәкә, тәләкә. Был гонаһһыҙ шаяртыуҙарҙы биргәндә лә Р.Шәйбәков сама тойғоһон онотмай. «Бер нәҫелдең «Ҡыяс» тармағынан булған ағайға Ҡыҙылташтан күҙе зәғиферәк ағай шаяртып ҡысҡырып, шул яуапты алған... Әммә ундай кешенең һаулығына бәйле кәмселектәргә ҡарата шаяртыуҙар бик һирәк...» – тип һүҙен йомғаҡлау яғын хуп күрә.
Тәжрибәһеҙ «лоцман» Миҙхәт арҡаһында хәүеф-хәтәргә тарый яҙыуҙары, Этһеймәҫтә бабайканы имгәтеүҙәре һал ағыҙыуҙың иғтибарлыҡ талап иткән хәүефле һөнәр икәнен иҫкәртә уҡыусыға. Ошондай яуаплы мәлдә йылдамлыҡ киҫкен хәлдән сығыуҙың иң дөрөҫ юлы икәнен күрһәтә автор.
Ҡыуғындың ил өсөн файҙаһынан зыяны күберәк булыуы, йылдан-йыл балыҡтың аҙайыуы, күпме ағастың һыу төбөндә батып ятыуы, халыҡ араһында эсеү йышайыуы кеүек проблемалар ҙа борсой әҫәр геройҙарын.
Был урында XIX быуаттың икенсе яртыһы башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың «Шикәйәт» тигән әҫәренең киләһе юлдарын иҫкә алыу урынлы булыр ине:
Аяҡлы мал тамам бөтә яҙҙы,
Ағастар аҡты, Әстрханға уҙҙы.
Уның артса осто ҡорт һәм әре,
Юҡ имде тағ кеүек ағас тауары.
Мәғрифәтсе шағир үҙ әҫәрендә тәүгеләрҙән булып экология проблемаһын күтәрә, тип ышаныслы рәүештә әйтергә ерлек бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, күпме дәүерҙәр уҙған, тик шул уҡ проблемалар тороп ҡалған...
Ҡатай башҡорттарының үҙенсәлекле, «ҡаты» һөйләше (туҙый, тубыр, һин тә, мин тә, һыу үрентә, ағый, атый, әсей, сөңкө, балина һ.б.), «матбуғат» хәбәрҙәре, ҡумырыҡтарҙың әңгәмәләре – барыһы ла мауыҡтырғыс итеп бирелгән. Нуретдин ҡарт та «Һыу һыйған ярында, ир – тыуған яғында» мәҡәлен юҡҡа ғына әйтмәгән: Молдавияла тороп ҡалған Марияһы һәм үҙе ҡайтып киткәс тыуған улы янына ашҡынған Йыһангирҙың күңелен урынына ҡуйыу өсөн ул.
Повестың идеяһы, беҙҙеңсә, ошо юлдарҙа асыла: «Тыуған ер, туғанлыҡ тойғоһонан да көслө нәмә бармы икән был донъяла. Инйәре, Аҫауы, Туғанашы, туғандары, яҡындары... Йәшлек дыуамаллығы менән теге ваҡыт сығып китһә, быларҙың барыһынан да мәхрүм булыр ине икәнен әллә саҡ төшөнгәндәй булды Йыһангир».
Үрҙәге анализға нигеҙләнеп, ҡайһы бер һығымталар яһарға мөмкин.
Башҡорт фольклорында һалсылар хеҙмәтенең яҡтыртылыуы күберәк трагик, һирәк осраҡта романтик һынланыш ала.
Ауыр кәсептең музыкаль сағылышы булған йырҙар һәм һалсылар тураһындағы яҡты хәтирәләр халыҡ күңелендә әле лә йәшәүен дауам итә.
Ҡыуғынсыларҙың традицион һамаҡлауҙары Ноғман Мусиндың «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы») романының, «Митрошкин-камень», «Инсебикә-таш», «Һандыҡ-таш» кеүек легендалар Ғариф Ғүмәрҙең «Ҡыуғын хикәйәләре» циклының һәм «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» повесының туҡымаһында уңышлы ҡулланылыш тапҡан.
Кирәй Мәргәндең «Ҡариҙел серҙәре» (тәүге исеме «Ҡариҙел») повесы аша был тема башҡорт балалар әҙәбиәтендә лә урын алды.
Һалсылар хеҙмәте эпизодик рәүештә яҡтыртылған әҫәрҙәр ҙә (Имай Насыриҙың «Күҙәй», Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар», Ноғман Мусиндың «Яҙғы ташҡындар алдынан», Ибраһим Абдуллиндың «Ҡош юлынан барам», Зиннур Ураҡсиндың «Каруанһарай» романдары, Сабир Шәриповтың «Имән бағана» повесы) халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған өлкәне яҡтыртыуға һиҙелерлек тос өлөштәрен индерҙе.
Ғариф Ғүмәрҙең «Ҡыуғын хикәйәләре» циклы, «Тулҡын өҫтөндәге ҡала» повесы, Сабир Шәриповтың «Һалсылар» хикәйәһе, Ринат Шәйбәковтың «Тау йылғаһы ярһыу аға» повесы – ҡыуғынсылар хеҙмәтенә бағышлап махсус ижад ителгән әҫәрҙәр.
Һал ағыҙыу – батырлыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә ирҙәрҙең кәсебе. Башҡорт халҡының хәүефле, әммә табышлы төп шөғөлдәренең береһенә әйләнгән был кәсептең халыҡ ижадында, торараҡ башҡорт әҙәбиәтендә лә сағылыш табыуы атай-олатайҙарыбыҙҙың кисергән-күргәндәре тураһында мәғлүмәт биреүе, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы менән ҡиммәтле.
1. Абдуллин И.Ә. Әҫәрҙәр. I том. Романдар. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. – 640 б.
2. Ахметшин Б.Г. Предания рек суровых (Традиционные устные рассказы сплавщиков Башкортостана и Урала) // Ватандаш. – 2016. – №11. – С.192–206.
3. Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. – Өфө: Китап, 1997. – 440 б.
4. Биишева З. Кәмһетелгәндәр. Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 432 б.
5. Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. V том: Драма, хикәйәләр, әкиәттәр, иҫтәлектәр. – Өфө: Китап, 2007. – 416 б.
6. Гумер Г. Городок на волнах. Повести. Авторизованный перевод с башкирского. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1971. – 420 с.
7. Ғүмәр Ғ. Һайланма хикәйәләр. – Өфө: Башгосиздат, 1952. – 262 б.
8. Кейекбаев Ж.Ғ. Туғандар һәм таныштар: Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 352 б.
9. Ҡасҡынова Г.Н. Һаҡмарҙың түбәнге ағымында // Ватандаш. – 2018. – №1. – 176–186-сы бб.
10. Ҡасҡынова Г.Н. Ырымбур башҡорттары фольклоры // Язык и литература в поликультурном пространстве. Материалы Международной научно-практической конференции «Язык и литература в поликультурном пространстве». Выпуск 12. Бирск: Бирский филиал БашГУ, 2017. – С.46–51.
11. Мусин Н.С. Яҙғы ташҡындар алдынан (Яралы кеше тауышы). Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 320 б.
12. Мәргән К. Ҡариҙел серҙәре. Повесть. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. – 224 б.
13. Мәргән К. Һайланма әҫәрҙәр. Ике томда. 2 том. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1963. – 418 б.
14. Насыри И. Күҙәй. Роман. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 264 б.
15. Ураҡсин З.Ғ. Каруанһарай: романдар һәм повестар. – Өфө: Китап, 2019. – 376 б.
16. Шәйбәков Р. Тау йылғаһы ярһыу аға // Ағиҙел. – 2020. – №3. – 26–63-сө бб.
17. Шәрипов С. Тауҙарҙағы эҙ. Хикәйәләр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. – 192 б.
18. Ырымбур башҡорттары фольклоры (Фольклор экспедицияһы материалдары нигеҙендә) / Төҙөүселәре Г.Н.Ҡасҡынова, Ғ.Ғ.Ғәниева, А.А.Фәтҡуллин. – Бөрө: Диапазон, 2018.