Все новости
ФОЛЬКЛОР
16 Сентября 2020, 21:00

Боронғо башҡорт эпосының ярсығы – «Әйнә менән Ғәйнә» легендаһы

«Ватандаш» журналының август һанында филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббитдинованың «Боронғо башҡорт эпосының ярсығы – «Әйнә менән Ғәйнә» легендаһы» мәҡәләһе донъя күрҙе. Үтә лә иғтибарға лайыҡ «Әйнә менән Ғәйнә», «Толбуйҙар» һәм «Ғәйнә ырыуы» тигән этногенетик легендаларҙы 1963 йылда Пермь өлкәһе (хәҙер край.– Авт.) Барҙа районы Удик, Солтанай, Ҡайын ауылдарында фольклор экспедицияһы ваҡытында Кирәй Мәргән яҙып алған.

Билдәле булыуынса, эпос (башҡортта уны ҡобайыр, иртәк, хикәйәт тип тә йөрөтәләр) – оҙайлы ваҡыт, дәүерҙәр буйына бер нисә быуын ижад иткән ҡомартҡы. Шуның өсөн уның тәғәйен генә авторы юҡ, ижадсыһы – халыҡ. Был хәҡиҡәт халыҡ ижадының бөтә жанрҙарына ла хас: ҡасандыр авторы, сығарыусыһы (мәҫәлән, йырҙы) булһа ла, ваҡыт үтә килә, халыҡта телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп йөрөй торғас, уның авторлығы юғала, әҫәр иһә, шымартылып, камиллаштырылып, йәшәүен дауам итә.

Әммә ҙур күләмле эпик ҡомартҡылар ҙа шул килеш тота килеп барлыҡҡа килмәгән, ти ғалимдар. Эпик йыр, фольклор һәм әҙәбиәттең поэтик тарихын өйрәнгән А.Н.Веселовский фекеренсә, эпосты сығарыуҙа халыҡ яҙмышында, тормошонда хәл иткес эҙ ҡалдырған хәлваҡиғаларға йәки үткән тарихҡа үҙ баһаһын биргән лиро-эпик йырҙар ҙур роль уйнаған.

Ваҡыт үткән һайын, ҡасандыр үтә лә киҫкен булған хәл-ваҡиғалар хаҡындағы иҫтәлектәр һүрәнәйә төшөп, уға ҡағылышлы хистәр, кисерештәр ҙә һүнә барғас, үткән заман хаҡында эпик йыр тыуа. Тема һәм геройҙар оҡшашлығы, үҫтерелгән хәл-ваҡиғаларҙың логик бәйләнешле булыуы циклдарҙы барлыҡҡа килтерә. Улар
иһә героик, ысынбарлыҡ башланғысы менән боронғо ышаныуинаныуҙар сағылған эпосҡа нигеҙ һала (мәҫәлән, «Калевала» карел эпосы йәки «Оло Эдда» менән «Кесе Эдда» скандинав халыҡтары эпостары нигеҙендә ана шул боронғо эпик йырҙар, төрлө мифологик сюжеттар ята ла инде)[1].

Эпосты эпос итеүҙә ҡобайырҙарҙың роле

Боронғо башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» ҙа тәбиғи үҫеш, камиллашыу осорон кисергән. Уның беҙҙең көнгәсә айырым ҡобайырҙар булып һаҡланған «Яйыҡ менән Иҙел», «Шүлгән батша менән Минәй батыр», «Ҡуңыр буға» кеүек әҫәрҙәребеҙҙән, тәүге эпоста (пратекст) һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар үҫешен тәшкил итеп килеп етеүе ихтимал. Бының шулай булыуын арҙаҡлы ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов тә билдәләп үтте [8]. Был ҡобайырҙарҙа, «Урал батыр» эпосында һүҙ барған хәл-ваҡиғаларҙың логик бәйләнешле үҫешенән башҡа, тема, образдар дөйөмлөгө лә күҙәтелә. Ундай ҡобайырҙарҙы айырым әҫәр тип ҡарау сәбәпле, иң боронғо тәүге текст – пратекст булған «Урал батыр» эпосында улар үҫешмәй ҡалған тематик мотивтарҙы барлыҡҡа килтерҙе. Телгә алынған ҡомартҡылар ҡасандыр «Урал батыр» эпосын тәшкил итеп тә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында (күләмле эпосты тотош иҫтә тотоу мөмкин булмағанғамы йәки уны, сакраль текст булғанлыҡтан, бөтөнләй юғалыуҙан ҡурсалапмы) айырым әҫәрҙәргә тарҡалып, ваҡланып, ярсыҡланып китеүе ихтимал. Йәғни эпос иң әүәл вағыраҡ ҡобайырҙарҙан һуғылып, бер бөтөндө тәшкил иткән кеүек, киреһенсә, шулай уҡ ярсыҡтарға тарҡалыуы ла мөмкин.

Башҡорт халҡында риүәйәт туҡымаһына һалынған «Ҡарас менән Аҡша» тигән ҡобайыр булыуы билдәле. Үҙенең эпик масштаблығы, героик пафосы, идея-тематик йүнәлеше менән ул, һис шикһеҙ, ниндәйҙер бер оло эпостың өлөшө кеүек ҡабул ителә. Шуның өсөн дә ғалим Н.Т.Зарипов уны «Башҡорт халыҡ ижады» күптомлыҡ баҫмаһының «Тарихи ҡобайырҙар, иртәктәр» томына индергән [3; 217–220].

Оло, масштаблы эпостың тулайым сюжет һәм композиция төҙөлөшө айырым ҡобайыр йәки иртәк сюжеттарынан торған кеүек, был функцияны мифик легенда үтәй алыу мөмкинлеге лә бар. Бындай легенда нигеҙендә ниндәйҙер боронғо изге ышаныуҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр, соляр мотивтар (йәғни ергә утты табып килтереү, ҡояшты, айҙы ҡотҡарыу), әле әҙәм аяғы баҫмаған, ҡырағай, яңы тормош көтөрлөк уңдырышлы, иркен ер-һыу табыу кеүек сакраль, мифологик мотивтар, сюжеттар ятыусан. Мәҫәлән, Эр-Соғотох хаҡындағы боронғо яҡут халыҡ эпосында герой үҙ нәҫелен булдырып, уны үрсетеп, яңы тормош ҡорор өсөн уңдырышлы, бай һәм мул ер асыуға өлгәшә. Ул яҡут халҡының тәүбабаһы, геройы – демиургы булараҡ һынландырыла [4].

Адыгей халҡының ундай геройы булып йыш ҡына халыҡҡа ут килтергән Сосрук тигән нарт батыры сығыш яһай. Карел-фин халҡының мифологик легендаһында шундай уҡ герой космогоник бурыс атҡара – яуыз сихырсы йәшергән ҡояш менән айҙы ҡотҡарып, элекке урындарына сығарып ҡуя, шуның менән ергә көндөҙ ҡояш яҡтыһын, төнөн ай нурын бүләк итә [5]. Ошо мифологик легенда һуңынан, күрәһең, үрҙә телгә алынған «Калевала» фин эпосына нигеҙ һалған.

Ғәйнәләр легендаһының боронғо эпос булғанын раҫлаған мотивтар һәм образдар

Башҡорт ерлегендә лә боронғо мифологик легендалар аҙ түгел. Шулар араһында башҡаларынан үҙенсәлеге менән айырылып торған «Әйнә менән Ғәйнә», «Толбуйҙар» һәм «Ғәйнә ырыуы» тигән этногенетик легендалар үтә лә иғтибарға лайыҡ. Уларҙы 1963 йылда Пермь өлкәһе (хәҙер край.– Авт.) Барҙа районы Удик, Солтанай, Ҡайын ауылдарында фольклор экспедицияһы ваҡытында Кирәй Мәргән яҙып алған. Легендаларҙың нигеҙендә бер идея-эстетик, идея-тематик үҙенсәлектәр ятҡанлыҡтан, уларҙы ғәйнә ырыуы хаҡындағы этногенетик легенданың варианттары тип ҡарау дөрөҫөрәк. Бында боронғо мифологик легендаларға (ә улар күбеһенсә этногенетик, йәғни кешелектең йә теге йәки был ырыу, заттың барлыҡҡа килеү тарихын бәйәнләгән) хас булған күренештәр: Ғәйнә ағаһы менән бергә батырлыҡ ҡылып, яңы ерҙә йәшәп алып китә, шунан ырыу барлыҡҡа килә («Әйнә менән Ғәйнә», «Ғәйнә ырыуы»); йәки мифик заттан булған арға өйләнеп, шул никахтан ғәйнәләр яралып китә («Толбуйҙар»); йәки яуыз мифик зат аждаһа йәшереп ҡуйған ҡояшты иреккә сығара («Ғәйнә ырыуы»); ағалы-ҡустылы Әйнә менән Ғәйнә аҡ боланға атланып, бер әҙәм дә аяҡ баҫмаған, ҡуйы урманы, йәшел үләне мул булған, һыуы сылтырап ағып ятҡан яңы иркен ергә килеп, шунда донъя көтөп алып китә («Әйнә менән Ғәйнә», «Толбуйҙар», «Ғәйнә ырыуы») һ.б. [6].

Парлылыҡ мотивы

Легенданың боронғолоғон геройҙарҙың парлы, йәғни ағалы-ҡустылы, бер туған булыуы ла күрһәтеп тора. Был, үҙ сиратында, игеҙәклек мифтарына (близнечные мифы) һылтаныу тыуҙыра. Ә ундай мифтарҙан билдәле булыуынса, ғәҙәттә, игеҙәктәрҙең береһе – тик изгелек, икенсеһе иһә тик яуызлыҡ ҡылыусан. Был ерҙә, миҫал артынан алыҫ китмәйенсә, «Урал батыр» эпосын да иҫкә төшөрөү етә. Унда, билдәле булыуынса, Шүлгән ҡарамаҡҡа еңел булған, әммә, һуңынан асыҡланыуынса, яуызлыҡҡа килтергән яҡты үҙ итә, ҡустыһы Урал иһә ауыр булған, әммә изгелекле юлды һайлап, бөтә ҡаршылыҡтарҙы намыҫ менән еңеп сыға. Бында геройҙар игеҙәк булмаһа ла, эпос, нигеҙҙә, донъя мифологияһынан билдәле булған игеҙәклек мифтары традицияһына таянған.

Ҡаралған этногенетик легендала иһә Әйнә менән Ғәйнә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылмай, улар берҙәм булып, бик татыу һәм ыңғай эш итә. Әммә уларҙың кемеһе өлкәнерәк, кемеһе кесерәк булыуы ла иҫкәртелмәй. Бәлки, ысынлап та, игеҙәк булғандарҙыр. Шул уҡ ваҡытта, ғәрәп алфавитында әйн (айн) 18-се хәреф булһа, ғәйн (гайн) – 19-сы. Ошонан сығып ҡарағанда, уларҙың ҡайһыһы өлкәнерәк, ҡайһыһы кесерәк булғаны асыҡлана кеүек. Тағы шуны ла әйтергә кәрәк: ағалы-ҡустылы эш иткәндә, Ғәйнә гел мөһимерәк роль үтәгән кеүек, бурыстар күберәк уның иңенә ятҡандай тойола. Шул уҡ ваҡытта Әйнә лә ҡустыһы менән бергә эш итә, әммә холҡо, тәбиғи асылы яуызмы, изгеме икәне асыҡланмай. «Толбуйҙар» легендаһында иһә ул оҙаҡламай хәрәкәт сәхнәһенән төшөп ҡала – яуыз ар Тулауа ҡулынан һәләк була. Ә ҡомартҡының «Ғәйнә» тигән вариантында иһә ул бөтөнләй телгә алынмай. «Әйнә менән Ғәйнә»лә ағалы-ҡустылы бергә татыу эш итеп, мораттарына ла тик бергә өлгәшәләр. Ар затынан булған яуыз ҡарсыҡ ҡапыл һылыу ҡыҙға әүерелгәс, уға тик Ғәйнә өйләнә, уларҙан таралған нәҫел дә уның исемен йөрөтә башлай.

Ҡырағай ерҙе үҙләштереү мотивын тыуҙырған изге боландар образы

Әйтергә кәрәк, әҙәм аяғы баҫмаған, ҡуйы урманы, балыҡҡа бай йылғаһы булған, йәшел үләне түшәлеп ятҡан ергә килеп, шунда ырыуҙың үрсеп китеүе этногенетик легендаларға бик хас күренеш. Ул, художестволылыҡ күҙлегенән ҡарағанда, үҙенә күрә мотив булып сығыш яһай. Ә.М.Сөләймәнов уны «яңы ер, аулаҡ – кеше аяғы баҫмаған урын» мотивы тип атап, донъя фольклорында киң билдәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып киткәйне [7].

Бындай ҡырағай ҙа, хозур ҙа ерҙәргә геройҙарҙың аҡ боланға атланып килгәне лә мөһим мәғәнәгә эйә. Күрәһең, малҡайҙархужаларынүләнгә мул ергә үҙҙәре килтергән, сөнки был мотив байтаҡ этногенетик легендаларҙа сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, «Башҡорттар ҡайҙан килгән?», «Бүреле йылғаһы», «Әйлеләр, мырҙалар, тырнаҡлылар» һ.б. легендаларҙа йә бүре, йә йылҡы өйөрҙәре кешеләрҙе шулай уҡ әҙәм аяғы баҫмаған аулаҡ ергә алып килә, шунда ырыу, халыҡ көн итә башлай [8]. Боландар алып килгән Тол буйҙары ла шулай уҡ йәшел үләнгә бай, хозур ер булып сыға.

Әммә әҫәрҙә хәл-ваҡиға тота килеп шулай ыңғай ғына үҫешмәй, ниндәйҙер конфликттың тыуыуы зарур. Уның сағыу рәүештә яралғаны һәм сиселгәне бигерәк тә легенданың «Толбуйҙар» вариантында сағылыш тапҡан. Был күренештә төп функцияны боландар үтәй, дөрөҫөрәге, уларҙы төнө буйына хәлһеҙләндергәнсе ыҙалатҡан күренеш ваҡиғалар үҫешенә сәбәпсе була. Быны иһә, художестволы-эстетик күҙлектән ҡарағанда, «зыян ителгәнде табыу» («поиски утраченного») тигән мотив тип тә атап була. Легендала был мотив, ысынлап та, конфликтҡа нигеҙ һалып, сюжет линияһын тыуҙыра һәм уны хәл итеү функцияһын да атҡара. Әйтелгәнсә, ағалы-ҡустылы ике егет әле кеше аяғы баҫмаған, ҡырағай, тәбиғәте бай ергә тап була: «Элек был яҡҡа, болан егеп, ике ағай-эне килеп сыҡҡан... Килһәләр, был ерҙә бер зат та юҡ. Ҡуйы урман, үлән күп», – тиелә «Толбуйҙар» вариантында. Улар боландарын үлән утларға ебәреп, йоҡларға ята. Йоҡлап тороуға ҡараһалар, боландары «тирләпбешеп, янып, ҡарайып бөткәндәр», тиелә. Икенсе көнөнә боландарын ҡырға ебәрәләр ҙә ҡарауыллай башлайҙар. Бына ошо ерҙә әлеге «зыян ителгәнде табыу» мотивы хасил була.

Әкиәт эстетикаһы буйынса, зыян ителгәнде, юғалтҡанды табыу, эҙләү конфликтты тыуҙыра, шуның менән микросюжетты үҫтереүҙә этәргес ролен үтәй. «Алтын алма» йәки «Таҙ менән Һалмауыр» тигән башҡорт халыҡ әкиәттәрендә батша баҡсаһынан алтын алма йәки борсаҡ юғала башлай. Бурҙы тотор өсөн йә өс батша улы, йә бер ҡарттың өс улы сиратлап төнөн һаҡта торалар [9]. Йәғни ағалы-ҡустылы төнгө һаҡта сиратлап торалар: тәүҙә – өлкәндәре, шунан – кеселәре. Бындай ҡанун ғәйнә легендаһында ла күҙәтелә: тәүге төндө, асыҡланыуынса, боландарҙы өлкән һаналған Әйнә көтә, икенсеһендә – Ғәйнә. Һәм әлеге әкиәт традицияһына хас булғанса, ҡустыһы ярымтыҡ йәки шүрәле затынан булған ар тигән йәмһеҙ бер затты ҡороҡлап тотоп ала. Аҙаҡ инде, Ғәйнәнән еңелгәс, ул йәш ҡыҙға әүерелә, һөҙөмтәлә, улар килеп юлыҡҡан мул һәм иркен ерҙә үҙ нәҫелен үрсетеп ебәрә.

«Ҡояшты ҡотҡарыу» мотивының ғәйнәләр легендаһында сағылғаны

Легенда буйынса, геройҙар килгән ер – Тол буйҙары – аулаҡ ҡына түгел, әҙәм күнекмәҫ һалҡын һәм ҡараңғы, ҡырағай ер булып сыға. Сөнки күктә йылылыҡ һәм яҡтылыҡ таратып торған ҡояш юҡ икән: «Элек ҡояш Тол аръяғында булған. Уны бер убырлы ҡарсыҡ урлаған булған. Урлап, шунда, тау артында, ҡуйы урман араһында, бер мәмерйәгә йәшергән дә донъяға сығармай тик тота икән», тиелә легенданың «Әйнә менән Ғәйнә» вариантында. Быны күреп, ағалы-ҡустылы «ҡояшты ҙур болан тиреһенән эшләнгән ҡуржинға һалалар ҙа, Тол буйына алып китәләр... ҡуржинды болан мөгөҙөнә эләләр ҙә, йөҙөп, Тол аръяғына сығалар».


«Ҡояшты ҡотҡарыу» мотивы боронғоларҙың береһе һанала. Ул тамырҙары менән Һинд-Европа, Кавказ, Урал-Алтай мифологияларына барып тоташа [10]. Ә.М.Сөләймәнов иһә был мотивты туранан-тура боронғо грек мифологияһынан билдәле булған Прометей тиклем Прометей менән сағыштырып, ҡыҙыҡлы күҙәтеү яһағайны. Ғалим хатта ғәйнә легендаһының, бәлки, күпкә боронғораҡ булыу ихтималлығын да әйткәйне. Боронғо мифтан билдәле булыуынса, Прометей, Күк аллаһы Зевстан ут урлап, кешелеккә илтә. «Әммә ут – ут инде. Уның ялы, ҡойроғо юҡ, – тип дауам итә фекерен Әхмәт Сөләймәнов. – ...Ә Ғәйнә? ... Ғәйнә батырҙың ҡылғаны Прометейҙыҡынан да әһәмиәтлерәк булып сыҡҡан. Ни генә тимә, Ҡояш – Ҡояш инде, факел түгел» [11]. Тимәк, Әйнә менән Ғәйнә, ғөмүмән, ҡояшты кире урынына ҡайтарып ҡуйып, Прометей кеүек батырлыҡ башҡарғандар, хатта боронғо грек мифы титанынан арттырып ебәрәләр, ҡояш тиклем ҡояшты ҡотҡарып, донъяны яҡтыртып, ҡасандыр һалҡын ҡараңғылыҡта булған ерҙе йәмләндереп, уны теремекләндерәләр.

Шулай итеп, легенданың «Әйнә менән Ғәйнә» вариантында болан мөгөҙөнә эленгән ҡуржин эсендәге ҡояшты ағалы-ҡустылы геройҙар Тол аша сығара һала. Арттарынан ҡыуа төшкән яуыз зат йылға аша сыға алмай икән. Халыҡтың мәжүси ышаныуҙары буйынса, шүрәле йәки ен-шайтан кеүек мифик йәндәр бер ҡатлы ябай зат булған, имеш, уларҙан ҡотолоуы ла ҡыйын түгел, тик зирәк һәм отҡор ғына булырға кәрәк. Башҡорт йола фольклорынан билдәле булыуынса, мәҫәлән, баҡтиһәң, шүрәлеләр һыуҙан ҡурҡа икән. Ошондай затты хәтерләтә лә инде «Әйнә менән Ғәйнә» легендаһында һүрәтләнгән убырлы ҡарсыҡ. «Толбуйҙар» вариантынан билдәле булған ар Тулауа ла аяҡ-башы, төҫө-торошо, ҡыланышы менән халыҡ ырымдарынан яҡшы таныш булған баяғы шайтан йәки ен-пәрейҙең һыңарын хәтерләтә.

Геройҙар йәһәт кенә Тол аша аръяҡҡа сығып, унан шулай еңел генә ҡотолоп, ҡуржиндың ауыҙын сисеп ебәргәс, «ҡояш донъяға сығып киткән», ти легенда. Ағалы-ҡустылы шул ерҙәрҙә тороп ҡалып, ғаиләле булып, мал үрсетеп, донъя көтә башлайҙар, ә уларҙың балаларынан ғәйнә ырыуы барлыҡҡа килә лә инде.

Башҡорт һәм ҡырғыҙ ырыуҙарының мифик тәүинәһе һынландырылғаны

Болан образы менән был легенда йолалары, донъяға ҡарашы, теле, мәҙәниәте йәһәтенән беҙгә яҡын булған ҡырғыҙ халҡының мифтарына ла һылтаныу тыуҙыра. Боға, марал образына бәйле булған ҡырғыҙ халыҡ этногенетик легендаһында ла ағалы-ҡустылы икәү һунарҙа йөрөгән мәлдә боланға тап була. Уға атайым ғына тигәндә, алдарында башында мөгөҙө һерәйеп торған бер һылыу ҡыҙ пәйҙә була. Ул йәнлекте атмауҙарын үтенеп һорай, баҡтиһәң, болан уның ҡустыһы икән. Һунарсылар уның үтенесен, әлбиттә, үтәй, һәм ҡыҙ егеттәрҙең береһенә кейәүгә сыға. Мөгөҙҙәре булғанлыҡтан, уны Мөгөҙлө байбисә тип йөрөтәләр. Ул шулай уҡ ҡырғыҙҙарҙың изге һыуы булған Ысыҡ күлдең эйәһе лә икән. Ошо никахтан яралған ырыу боғолар, йәғни боландар ырыуы, тип атала башлай [12].

Һүҙ барған башҡорт ғәйнәләренең «Толбуйҙар» легендаһында ла һылыу ҡыҙ һүрәтләнә. Дөрөҫ, иң әүәл ул егеттәр алдына әлеге мифик ар, йәғни шүрәле образында килеп баҫа. Ә мифик заттарҙың «…күптәре антропоморф зат тип иҫәпләнгән. Бәрейҙәр (биреләр), мәҫәлән, әҙәм кеүек үк, туй үткәреп, ирле-ҡатынлы, бала-сағалы була, йәйләүгә күсә. … (шулай ҙа) уларҙың берәүҙәре (албаҫты, убыр, шүрәле) ҡатын-ҡыҙ затлы ғына» һ.б. [13]. Әлеге легендала боландарҙың һәр төн хәлһеҙләнгәне сәбәбен белеү ниәте менән тәүҙә Әйнә һағаларға сығып китә. «Китә-китә был, бер аҙ барғас күрә: урмандан оҙон сәсле бер йөнтәҫ әбей килеп сыға ла, боланды тотоп атлана. Был – шул ерҙең хужаһы икән. Исеме уның Тулауа булған, үҙе ар затынан, ти. Бик йәмһеҙ нәмә, ти, был, үҙе яланғас, ти, тәне йөнтәҫ, ти, ике имсәге ике яҡҡа һалынып төшкән, ти. Бер имсәге елкәһенә ташланған, ти. Икенсеһен биленә ураған, ти, был. Боланға атланған да, саба, ти» кеүегерәк һүрәтләнә ул [14].

Был мифик образ Әхмәт Сөләймәнов иғтибарынан да ситтә ҡалмаған, әлбиттә. Ул да был ар затын шүрәле менән сағыштырып ҡараған. Шүрәлегә төҫ-башы менән оҡшаш булыуынан бигерәк, уларҙың зыян ҡылыуының да оҡшаш булыуы хаҡында әйткәйне: «...шүрәле лә төнгөлөккә ебәрелгән атҡа тынлыҡ бирмәй: уға атланып сабыусан («Шүрәле араһы», «Шүрәле нәҫеле» легендалары)». Әммә ғәйнәләр легендаһында һүрәтләнгән ар убыр һәләтенә лә эйә (үрҙә «Әйнә менән Ғәйнә» вариантындағы убырлы ҡарсыҡ): Әйнәне тотоп алып, «сөйөп ташлаған, шунан табанын тишеп, ҡанын һурған». Былай үтә лә ҡырағай холоҡло булғанын ғалим: «...күккә сөйөрлөк ҡеүәтле зат рәүешендә һүрәтләнгән Тулауа үҙләштерелмәгән урындың ҡырағайлығын, уны үҙ итергә теләүселәргә ҡаршылығын кәүҙәләндерә. Тол буйына башлап килгән Әйнә менән Ғәйнәгә тәүге көндәрҙән үк хаслыҡ ҡыла башлауы ла, легендала уның «ошо ерҙең хужаһы» тип аталыуы ла бушҡа түгел», тип билдәләп үткәйне [15].

Кеше барыһынан көслө, тигән тезис үткәрелгәндәй, легендалағы әлеге ар ҡарсыҡ барыбер еңелә: кире әйләнеп ҡайтмаған ағаһын эҙләп килгән Ғәйнә уны ҡороҡлап эләктерә лә, ялбыр сәсенән урап, матҡып тотоп алып, ҡамсы менән яра башлай. Шул саҡ ҡарсыҡ һылыу ҡыҙға әүерелә лә: «Ағаҡайым, ярма мине, мин һинең ҡатының булырмын», тип ялбара. Йәғни ҡырғыҙ халыҡ этногенетик легендаһындағы кеүек, йәш ҡыҙ образы хасил була. Күреүебеҙсә, телгә алынған ҡырғыҙ
халҡының боғо ырыуы этногенетик легендаһындағы Мөгөҙлө байбисә кеүек, башҡорт ғәйнәләренекендә лә Тулауа шул ерҙәрҙең хужаһы итеп һүрәтләнә. Ҡатын-ҡыҙ затынан булған ер хужаһы мифик заттан булып, кешегә буйһоноп, кеше ырыуының хасил булыуында мөһим роль үтәй. Герой кеүек үк, хатта демиург кимәленә күтәрелә.

Мифик затлы ҡатын-ҡыҙҙың
эпос батырының хәләф ефете булғаны

Ғөмүмән, батырҙың ҡатын-ҡыҙ енесенән булған сит-ят, мифик затты эйәләштереүе хаҡындағы мотивты башҡа эпостарыбыҙҙа ла күҙәтә алабыҙ. Мәҫәлән, мәшһүр «Аҡбуҙат» менән «Заятүләк менән Һыуһылыу» тигән эпостарҙа Һәүбән дә, Заятүләк тә башҡа мөхит – һыу батшаһы ҡыҙҙарын шулай уҡ оҙон толомдарынан урап тотоп, шуның менән ниәттәренең ныҡлығын, көс-ҡеүәттәренең ташып тороуын күрһәтәләр. Һәм ҡыҙҙар, әлбиттә, уларға буйһоноп, никахлашырға ризалыҡ бирә. Тимәк, «толом егет ҡулына эләккәс тә, толом эйәһе үҙенең еңелеүен таный» мотивы – эпос өсөн традицион художестволы күренеш. Ғәйнәләр легендаһында ла уның тотороҡло урын алыуы боронғо эпос ижад итеү традицияларына хас булыуы тураһында һөйләй.

Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: теге йәки был ырыуҙың, араның тәүбабаһын ниндәйҙер тарихи шәхескә йәки мифик затҡа бәйләп күрһәтеү ныҡ таралған күренеш булған. Мәҫәлән, үҙҙәрен Мөйтән бей, Сыңғыҙ хан йәки Лоҡман Хәким кеүек изге әүлиә, йә булмаһа, шайтан, ярымтыҡ нәҫеленән тип иҫәпләүсе ырыуҙар булған («Шүрәле нәҫеле»,«Шайтан ырыуы», «Ярымтыҡ араһы» һ.б. легендалар). Теге йәки был ырыу үҙ нәҫел башын тарихта эҙ ҡалдырған шәхес йәки берәй изге әүлиә заты исеме менән бәйләгәнде заттың бөйөклөгөн, изгелеген күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғаны менән аңлатып булалыр (мәҫәлән, ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһенең башы изге Лоҡман Хәкимгә барып тоташып, нәҫел сылбырында «Бабсаҡ менән Күсәк» эпосынан билдәле булған Бабсаҡ бей ҙә телгә алына). Ә инде боронғо ышаныу-табыныу ғәҙәтенән сығып изгеләштерелгән берәй мифик затты шулай ара, заттың ҡанбабаһы итеп күрһәтеү иһә уның кешеләр өсөн тотем йән эйәһе булыуын раҫлағандай итә. Ҡаралған «Әйнә менән Ғәйнә»нең варианты булған «Толбуйҙар» легендаһы буйынса, ар заты менән ошо ҡырағай ерҙәргә беренсе булып аҡ боланда килгән геройҙың никахы һөҙөмтәһендә ғәйнәләр ырыуы барлыҡҡа килгән.

Йомғаҡлау

Шулай итеп, башҡорттоң ғәйнә ырыуы легендаһының өс варианты ла, нигеҙҙә ятҡан сюжет дөйөм булһа ла, конфликттың төйөнләнеүе, сиселеше, образдар системаһы тулылығы менән бер ни тиклем айырыла. Быны, күрәһең, ҡасандыр йәшәйештең мөһим мәғәнәһенә эйә булған сакраль ышаныуҙарҙың, донъяға ҡараштың, боронғо ритуаллектең халыҡ хәтеренән яйлап юйыла барғаны, онотолғаны менән аңлатып булалыр. Был, үҙ сиратында, сәсәндәрҙең боронғолоҡ хаҡындағы белеме яйлап онотолғанлыҡтан (десакрализация), ҡасандыр ғәйнәләр хаҡында йәшәп килгән ниндәйҙер архаик эпос йөкмәткеһенең ҡыҫҡартылыуына, ярсыҡланыуына, үҙендә тәрән мифологик ҡараш, сакраль ышаныуҙарҙы сала-сарпы булһа ла яҡтыртҡан этногенетик легенда рәүешендә булһа ла һаҡланыуына килтергәне ихтималдыр.

Ысынлап та, донъяға, йәшәйешкә ҡарата сакраль ҡарашта булған, үҙендә соляр (ҡояшты ҡотҡарыу) сюжетын һаҡлаған, герой – тәү баба – демиург образын һүрәтләгән, яңы нәҫелдең яралыуына башҡа мифик заттың да булышлыҡ иткәне, боронғо игеҙәклек мотивының телгә алынғаны, ҡырағай ерҙәрҙе үҙләштереп, яңы тормош, яңы ырыу барлыҡҡа килеп, ул ерҙәрҙә йәшәп киткәне кеүек һ.б. боронғо күренештәрҙе, мотив һәм образдарҙы үҙ эсенә тик бик боронғо, оло эпик ҡомартҡы һыйҙыра ала. Ә уның бөгөнгә ни хәлдә килеп еткәне иһә – икенсе мәсьәлә. Килеп еткәне, тигәндәй, был яҡтан мәшһүр «Урал батыр» (бәлки, тулы булмаһа ла, нисек бар, шулай) йәки «Аҡбуҙат» эпостары отошло хәлдә. Сөнки уларҙың тәүгеһен сәсән-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда теркәп алһа, икенсеһе иһә 1917 йылда яҙып алына. Әлеге ғәйнә легендалары, әйткәнебеҙсә, тик 1963 йылда ғына К.Мәргән тарафынан теркәлгән. Был осорға халыҡта күптән инде мифик фекерләү ҙә, ниндәйҙер сакраль күренештәргә ышаныу ҙа юҡҡа сыҡҡан, тиергә була (бигерәк тә боронғо ышаныу-инаныуҙарҙы ғына түгел, хатта ислам динен юҡҡа сығарған советтар идеологияһы киң йәйелгән осорҙо иҫкә алғанда). Йәғни Е.М.Мелетинский әйткәнсә, десакрализация күренеше башланып, мифик хәл-ваҡиғалар хаҡлығына ышаныу һүнә башлаған ваҡыт еткән була [16]. Бындай күренеш эпостың әкиәт, легенда, хикәйәт жанрҙары кимәленә тиклем тарайып киткәненә килтергән. Беҙҙең осраҡта иһә нигеҙендә мифик ҡараштар ятҡан боронғо ғәйнә эпосы этногенетик легенда хәлендә һаҡланған да инде, күрәһең. Һәм уны, һис шикһеҙ, ана шул «Әйнә менән Ғәйнә» тигән боронғо эпик ҡомартҡының ярсығы тип тә атап булыр ине. Әгәр М.Буранғолов тулайым эпик ҡомартҡыларҙы теркәү бәхетенә ирешһә, илле йылдан һуң Кирәй Мәргән ҡасандыр эпос булып та, уның ярсығы рәүешендә һаҡланған легенданы яҙып алһа, бөгөн иһә фольклор экспедициялары осоронда эпостарҙың тик ҡыҫҡаса йөкмәткеһен, фабулаһын ғына ишетергә тура килә. Булғанына шөкөр, тип кенә әйтергә ҡала.

Эпос жанрының шулай этногенетик легенда хәлендә йәшәгәне сәбәбенә килгәндә, Барҙа башҡорттарының билдәле тарихи осорҙа төп тыуған ере – Башҡортостандан ситтә тороп ҡалып, күрше халыҡ теле һәм мәҙәниәтенең киң таралғанын да оноторға ярамай. Әлбиттә, байтаҡ йылдар һуҙымында алып барылған бындай сәйәсәт ерле халыҡ хәтеренән архаик этник ғәҙәт-йолаларҙың, мәҙәни хәтерҙең юйылғанына килтергән. Шулай ҙа Кирәй Мәргәндең юлында Удик ауылында – Хәйҙәрхан Ибраһимов, Солтанайҙа – Байрамша Бикҡужин, Ҡайын ауылында Ҡәүи Юлаев осрағаны сәбәпле ғәйнәләрҙең легендаһы һаҡланып ҡалған икән, был халыҡтың генетик хәтере көслө булғаны хаҡында һөйләй. Бөгөн һуңлап булһа ла алып барылған милли-мәҙәни һәм сәйәси хәрәкәттең әүҙемләнеп китеүе лә ошо хәҡиҡәтте раҫлағандай итә. Легенданы яҙып алған ауылдарҙа йәшәгән башҡорттарҙың вариҫтарыәле лә тамырҙарын, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын һаҡлай.

Әҙәбиәт

1. Веселовский А.Н. Историческая поэтика. – М.: Наука, 1940. – 56–57-се бб.
2. Сөләймәнов Ә.М. Оло Урал батыр // Ватандаш. – 2013. – №№1–6. Шулай уҡ уныҡы. Урал батыр вариҫтары: уҡыу-уҡытыу ҡулланмаһы. – Өфө: БДПУ, 2017.
3. Башҡорт халыҡ ижады. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр) / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. Н.Т.Зарипов.– Өфө: Китап, 2000. –217–220-се бб.
4. Мелетинский Е.М. Поэтика мифа. –М.: Наука, 1976. –272-се б.
5. Шунда уҡ. 273-сө б.
6. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. Ф.Нәҙершина. – Өфө: Китап, 1997. –114–115-се бб.
7. Сөләймәнов Ә.М. Аҫаба булып торғандар (ғәйнәләр ауыҙынан)//Ватандаш. – 2003. – №2. – 143-сө б.
8. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. Ф.Нәҙершина. – Өфө: Китап, 1997. –104–105, 106, 120-се бб.
9. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 2-се кит. / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. М.Минһажитдинов, Ә.Харисов.– Өфө: Башҡ. кит. нәшр-е, 1976. – 52–54, 303–307-се бб.
10. Илимбетова А.Ф. Олень в устном творчестве, народном искусстве и верованиях // Башкиры-гайнинцы. История и современность. –Уфа: Китап, 2012. – 165-се б.
11. Сөләймәнов Ә.М. Аҫаба булып торғандар (ғәйнәләр ауыҙынан) //Ватандаш. – 2003. – №2. – 145-се б.
12. Бийгильдина Ч.А. Киргизские мифы как парадигмы этнической культуры // В мире науки и искусства: вопросы филологии, искусствоведения и культурологии. – 2016. – №1 (56). – 183-сө б.
13. Сөләймәнов Ә.М., Солтангәрәева Р.Ә. Башҡорт халҡының йола фольклоры // Башҡорт халыҡ ижады: йола фольклоры / Төҙ., баш һүҙ авт. Сөләймәнов Ә.М., Солтангәрәева Р.Ә. – Өфө: Китап, 1995. Т.1. 12-се б.
14. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар / Төҙ., баш һүҙ авт., аңлат. бир. Ф.Нәҙершина. – Өфө: Китап, 1997. –114-се б.
15. Сөләймәнов Ә.М. Аҫаба булып торғандар (ғәйнәләр ауыҙынан)//Ватандаш. – 2003. – №2. – 146-сы б.
16. Мелетинский Е.М. Поэтика мифа. –М.: Наука, 1976. – 264-се б.

Читайте нас: