Все новости
ФОЛЬКЛОР
28 Января 2019, 19:43

Башҡорттарҙың изге ҡоштары ӨЙРӘК

Башҡорт мифологияһында, йолаларында өйрәк тотем ҡош, тотемик тәүтыуҙырыусы, һаҡлаусы, айырым урындарҙың юғары эйәhе, ерҙе барлыҡҡа килтереүсе илаhи зат булараҡ ҡабул ителә. Уның соляр культ менән бәйләнеше лә асыҡ һиҙелә.

«Урал батыр» менән «Аҡбуҙат» эпостарында өйрәктәр ҡояш менән айҙы кәүҙәләндерә. Беренсе ҡобайырҙа бәйән ителеүенсә, Урал батыр тере һыу эҙләп донъя гиҙеп йөрөгән сағында ҡояш ҡыҙы Һомай иленә барып сыға. Һомай батырға ярҙам итергә ризалаша, тик бының өсөн «бөтә донъя ҡош төҫөн үҙ төҫөнә биҙәгән» ҡошто табып килтереүен һорай. Егет уны ярҙары һәм төбө көмөш менән ҡапланған, тирә-яғы бейек тауҙар менән уратып алынған күлдә таба. Ҡош, егеттең дейеүҙәр тоҡомонан булмауына ышанғас, күҙҙең яуын алырлыҡ hылыу ҡыҙға әүерелә һәм Айһылыу исемле ай ҡыҙы икәнлеген белдерә.

Эпоста «бөтә донъя ҡош төҫөн үҙ төҫөнә биҙәгән» ҡоштоң өйрәк булыуы тураһында әйтелмәй. Евразия халыҡтарының фольклор сюжеттарын һәм йолаларын өйрәнеп, В.Котов «Урал батыр» эпосында һыуҙа йөҙгән ҡош һүрәтендәге апалы-һеңлеле ҡыҙҙар хаҡындағы (өйрәк образындағы Айһылыу — ай, аҡҡош hынлы Һомай — ҡояш) боронғо соляр мифтың эҙҙәрен таба. Улар демиургтар — ерҙе булдырыусы ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Уралдың ҡатындары булып китә.

Был фекер «Аҡбуҙат»тың сюжет линияһы менән дә нығытыла. Эпостың төп геройы Һәүбән күлдә йөҙөп йөрөгән алтын өйрәкте күреп ҡала. Оҙаҡ уйлап тормай, уғын тоҫҡай hалып ҡошто атып йыға ла, эргәһенә йөҙөп барып, уны ярға табан ҡыуа башлай. Шул мәлдә өйрәк телгә килә һәм, һыу аҫты батшаһы Шүлгәндең ҡыҙы булыуын әйтеп, батырҙан уны ебәреүен үтенә. Әгәр ҙә һыуҙан ергә сыҡһа, үләсәген дә белдерә, сөнки ул — һыу ҡыҙы, «бар ере нурҙан, уттан яралған». Ҡыҙ ирек өсөн байлыҡ, мал һәм легендар ат — Аҡбуҙатты тәҡдим итә, Һәүбән риза була.

Икенсе тапҡыр егет алтын өйрәк менән шул уҡ күлдә осраша, тик был юлы ҡош алтын сәсле ҡыҙ ҡиәфәтендә алтын тәхеттә ултыра. Һәүбән һиҙҙермәй генә килеп, уның сәсенән эләктереп ала һәм бергә булырға тәҡдим яһай. Һылыу ябай кеше түгеллеген, ә «нурҙан тыуған ҡыҙ бала» икәнен әйтә. Аҙаҡтан Һәүбән уның менән һыу аҫтына төшә, исеме Нәркәс икәнен белә, ҡыҙ егеткә Аҡбуҙатты бүләк итә. Эпостың аҙағында Нәркәс Һәүбәнде яратыуын һәм шуның өсөн генә уға буйһоноуын белдерә.

Шулай итеп, «Аҡбуҙат» эпосында аныҡ әйтелә: өйрәк-Нәркәс нурҙан һәм уттан яралған, ул үҙе лә яҡтылыҡ сығанағы булып тора, алтын сәстәре — ҡояш символы. Фольклорсыларҙың «Аҡбуҙат»ты «Урал батыр» эпосының тематик һәм логик дауамы итеп ҡарауын иҫәпкә алһаҡ, Нәркәс матур ҡаурыйлы ҡош — Айһылыуға тиң. Икеһе лә күк есемдәрен кәүҙәләндерә, беренсеһе — айҙы, икенсеһе — ҡояшты.

Өйрәкте ҡояш менән айға оҡшатыу күренештәре күп кенә Евразия халыҡтары традицияларында сағыла. Мәҫәлән, фин-уғыр, славян, герман hәм балт ҡәүемдәрендә ҡояштың төндә ер аҫты океанында өйрәк hөйрәп йөрөгән кәмәлә йөҙөүе хаҡында легендалар теркәлhә, карел-фин hәм коми риүәйәттәрендә был күк есемдәре өйрәк йомортҡаларының hарыhынан (ҡояш) hәм ағынан (ай) яратылғандар, имеш, тип әйтелә. Өйрәк ҡиәфәтендәге ҡыҙ образы рус әкиәтендә («Царевна — сера утица») билдәле. Ундай мотивтар Көньяҡ Америка индеецтарының ауыҙ-тел ижадында ла сағылыш тапҡан: Перу, Колумбия hәм Эквадорҙа йәшәгән макуна халҡының бер хикәйәтендә өйрәк ҡиәфәтле ҡояштың кәмәлә йөҙөп йөрөүе hүрәтләнә.

Башҡорт халыҡ ижадында өйрәк донъяның ҡайһы бер элементтарын барлыҡҡа килтереүсе булараҡ сығыш яһай. Ҡырмыҫҡалы районы дыуан-табындарынан яҙып алынған «Утрау барлыҡҡа килтергән ике өйрәк» легендаһында һөйләнелеүенсә, донъя барлыҡҡа ғына килгән мәлдә йыhан киңлеге һыу менән ҡапланған булған. Бына бер мәлде сикһеҙ диңгеҙҙә ике өйрәк пәйҙә булған. Улар диңгеҙ төбөнә сумып, һыу өҫтөнә ләм сығара башлағандар. Инә ҡош ләм өҫтөнә үҙенең ҡауырһындарын hәм йөндәрен ҡағып төшөрөп оя ҡорған, һуңынан йомортҡа һалып, бәпкәләр баҫып сығарған. Бәпкәләр үҫеп еткәс, үҙҙәре оя ҡороп, балалар сығарған. Шул рәүешле өйрәк оялары ныҡ күбәйеп киткән һәм, бергә уҡмашып, утрау хасил иткән. Ошолай итеп һыу өҫтөндә ҡоро ер барлыҡҡа килгән.

Оҡшаш йөкмәткеле легенда З.Әминев тарафынан Баймаҡ районы бөрйән башҡорттарынан яҙып алынған. Башта бөтөн йыhанда тик һыу ғына булған. Ошо һыуға ҡайҙандыр өйрәк килеп төшә һәм, һыу аҫтына сумып, ләм сығара башлай. Унан оя үргәс, ике йомортҡа һалып, бәпкәләр баҫып сығара. Үҫеп еткәс, ҡошсоҡтар ҡоро ер өсөн үҙ-ара талашып китә. Ер ул мәлдә бәләкәй генә була, хатта ике өйрәк бәпкәһен дә һыйҙыра алмай. Берәүһе икенсеһен һыуға төртөп төшөрә һәм тегеһе аждаһаға әйләнә. Ваҡыты-ваҡыты менән ул үҙен был донъянан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙарын иҫенә төшөрөп, бөтөн йән эйәләренә зыян килтерә, имеш.

Был космогоник мифтар, башҡа халыҡтарҙа табылған фольклор һәм этнографик артефакттар менән нығытылып, боронғо башҡорттарҙа өйрәк культының киң таралыуы хаҡында hығымта яhарға мөмкинлек бирә. Ҡайhы бер ғалимдар бындай ҡараштарҙың сығанағын фин-уғыр инаныуҙарында йә, киңерәк алғанда, урал халыҡтары традицияларында күрә.

Ысынлап та, өйрәктең диңгеҙ төбөнән мәте-таш сығарып ҡоро ер яhауы тураһында сюжет фин-уғыр халыҡтарында, бигерәк тә хант, мари, муҡшы, вепс, удмурт, финдарҙа киң таралған. Мордва, коми, карел, саам мифтарына ерҙең, йыhандың өйрәк йомортҡаhынан (йә уның ярсыҡтарынан) яралыу мотивы хас.

Урал тел ғаиләһенең тағы бер тармағы — самодийҙарҙа был сюжет Красноярск крайының төньяғында йәшәгән нганасандарҙа осрай. «Донъяны барлыҡҡа килтереү тураһында»ғы әкиәттә Тәңре тәүҙә ерҙе барлыҡҡа килтерә. Тик тиҙҙән уны һыу баҫа. Һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән өйрәк сума ла ете көндән һуң океан төбөнән үлән, мүк алып сыға. Уларҙы һыуға ташлағас, ҡоро ер барлыҡҡа килә.

ерҙе барлыҡҡа килтереүсе илаhи йән образы булараҡ был ҡош төрки-монгол халыҡтарына ла ят түгел. Ҡазан татарҙары риүәйәтенә ярашлы, ер йөҙөн туфан hыуы баҫҡас, өйрәк Тәңре ҡушыуы буйынса диңгеҙ төбөнән мәте сығара һәм, уны hыу өҫтөнә таратып, ҡоро ер эшләй. Себер татарҙарының легендаhында диңгеҙ төбөнә ике өйрәк сума: береhе, суҡышына ҡабып сығарған ылымыҡты hыу өҫтөнә йәйеп, ҡоро ер булдырhа, икенсеһе суҡышына эләккән таш бөртөгөнән тау яhай. Алтай һәм шор халыҡтары ижадында ике изге өйрәк — иң юғары Алла Улген менән уның ҡустыһы, үлеләр донъяһы башлығы Эрлик йыhанды барлыҡҡа килтереүселәр булараҡ һүрәтләнә. Эрлик океан төбөнән балсыҡ һәм ләм ташый, Улген уларҙан ерҙе күтәреп тороусы өс балыҡты яралта. Хакастарҙа ла ҡоро ерҙе ике өйрәк барлыҡҡа килтерә, улар йылға төбөнән ҡом алып, тирә-яҡҡа һибеп сыға. Тик берәүһе суҡышында бер аҙ ҡом ҡалдыра, аҙаҡ кире сығара, ошо рәүешле тауҙар барлыҡҡа килә. Оҡшаш сюжеттар яҡуттарҙың hәм бүрәттәрҙең ауыҙ-тел ижадында ла осрай.

Әгәр ҙә айырым тикшеренеүселәр шундай мотивтарҙың hинд-европа халыҡтары (атап әйткәндә, славяндарҙың hәм балттарҙың) традицияларында сағылыуын шул уҡ фин-уғырҙарҙың тәьҫир итеү hөҙөмтәһе тип ҡабул итhә, быға тартым хикәйәттәр менән ҡытай, тунгус-манжур (эвен, эвенк, нанай, удэге, негидал халыҡтары), палеоазиат (юкагир, нивх төркөмдәре) ҡәүемдәре hәм Америка индеецтары (атапаск, чипевайян, сиу, ансарока, сенека, делавар, мохау, арикара, кроу, хидатса, мандан, арапах, шейен, пают, мивок, йокуц, моно, салинан, каинганг ҡәбиләләре) таныш булыуын фин-уғыр йә урал халыҡтары йоғонтоhо эҙҙәре тип аңлатып булмай. Күрәhең, әлеге сюжеттарҙың урал-алтай ҡәүемдәрендә лә, шул уҡ ваҡытта Америка индеецтары ҡәбиләләрендә лә күҙәтелеүен палеолит осорондағы Себер hунарсылары традициялары менән бәйләгән ғалимдарҙың фекере нигеҙлерәктер.

Бындай тоҫмаллауҙарға урал-алтай ҡәүемдәрен Төньяҡ Американың көнбайыш ярында йәшәгән на-дене индеецтары менән бәйләүсе төп быуын булып торған палеоазиат халыҡтары (атап әйткәндә, нивхтарҙың) фольклорында табылған бер күренеш этәргес бирә: йыhан бушлығы тик икhеҙ-сикhеҙ hыу диңгеҙенән торған осорҙа ҡайҙандыр килеп сыҡҡан өйрәк күкрәгенән hәм ҡанаттарынан йөн-ҡауырhындар йолҡҡолап оя яhай һәм, шунда йомортҡа hалып, бәпкәләр баҫып сығара. Ҡошсоҡтар, үҙ сиратында, үҫеп еткәс, мәтенән hәм йөндәренән яңы оялар әүмәләй. Улар, бергә ҡушылып, утрауға әүерелә. Нәҡ шундай эпизодтар алтай, шор, себер татарҙары hәм атапасктар мифтарына хас. Уларҙа ла өйрәктәр, осо-ҡырыйы күренмәҫ hыу киңлегендә диңгеҙ төбөнән ләм сығарып, ҡоро ер әүеш-тәүеш итәләр. Башҡорт риүәйәттәрендәге шундай уҡ деталдәр, фин-уғыр йә урал халыҡтарының космогоник легендаларына ҡарағанда, алтай, шор, себер татарҙары, нивх hәм атапаск хикәйәттәренә яҡыныраҡ тора.

Башҡорт фольклорында был изгеләштерелгән ҡош тау-урмандар эйәһе булараҡ та ҡабул ителә.

Яңауыл районы урман-гәрәйҙәренән яҙып алынған «Йөгәмәш тауы» легендаһында әйтелеүенсә, бейек тауҙың башында күл булған. Был тау башына һис кем менеп етә алмаған. Ошо күлдә ата һәм инә өйрәктәр йәшәгән, улар тауҙың эйәһе булған, имеш. Көндәрҙән бер көн ниндәйҙер һунарсы, тау башына менеп, инә ҡошто атып алған. Ата өйрәк, һауаға күтәрелеп, тау тирәләй оҙаҡ осоп йөрөгән, һуңынан ҡаяға ташланып һәләк булған. Тап шул мәлдә дауыл ҡупҡан, көслө ел ағастарҙы тамырынан ҡуптарып ауҙарған, тау тетрәгән һәм күл юҡҡа сыҡҡан. Уның урынында тәрән бер соҡор ғына ҡалған. Һунарсы атып алған ҡошто өйөнә алып ҡайтҡан. Өйрәк ите өс көн (бер вариантта — ете көн) ҡаҙанда ҡайнаған, әммә барыбер бешмәгән, ташҡа әйләнгән. Хужалар уны ташларға мәжбүр булған. Тау ҙа яйлап ер аҫтына киткән.

Легенданың тағы бер вариантында әйтелеүенсә, был өйрәк тау башындағы күлдең эйәһе булған. Һунарсы уны атып алғас, күл кипкән, ти. «Аҡбуҙат» эпосында ла өйрәк һыу эйәһе булараҡ ҡабул ителә.

Борай районы таҙларынан яҙып алынған мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, өй эйәһе төрлө ҡош-хайуанға, шул иҫәптән өйрәккә лә әүерелә ала, имеш.

Башҡорттар пантеонындағы өйрәк hынлы илаhи заттар кеүек персонаждар төрки-монгол, урал, тунгус-манжур, палеоазиат, ҡытай-тибет, hинд-европа hәм афразий (семит-хәмит) телдәр төркөмөнә ингән халыҡтарҙың боронғо дини ҡараштарында hәм ауыҙ-тел ижадында ла hаҡланған.

Әйтәйек, хакастарҙа ҡыҙыл өйрәк (огарь) күк аллаhы булып hаналhа, ҡалмыҡтарҙа ул изге ҡош тип атала. Бүрәттәр үлектәр донъяhы хакимы Эрлик ханды өйрәк төҫлө илаhи йән итеп күҙ алдына килтергән. Мансиҙарҙың йола фольклорында юғары тәңре Нуми-Торумдың ете улы ошо ҡошҡа оҡшаш бот (илаh) итеп hүрәтләнә. Мариҙарҙың Керемет, муҡшыларҙың Шкай, комиларҙың Ен менән Омоль, карелдарҙың Укко исемле аллалары ла өйрәк рәүешле hынланған.

Селькуптарҙың ышаныуҙарында күктән төшкән өйрәктәр бала табыусы ҡатындарҙы ҡурсалаусы мөҡәддәс ҡош итеп баhалана. Нанай ауыҙ-тел ижадында өйрәк ҡиәфәтле сихри әбей (Сэнгэ мама) ҡырағай йәнлектәрҙең, йәшәү hәм үлем ағасының хужаhы итеп ҡабул ителә. Эвенктарҙа hәм эскимостарҙа ағастан эшләнгән өйрәк hындары шамандарҙың hәм ырыу-араларҙың изге рухтары булып иҫәпләнгән.

Тибет мифологияhында аҡ ата өйрәк күк тәңреhе ролендә сығыш яhаhа, ҡытайҙарҙың инаныуҙарында ғаиләне яҡлаусы, бәхетле никах символы булып танылыу тапҡан.

Был ҡошҡа hыу эйәhе, ямғыр, йәшен менән идара итеүсе, йорт эйәhе итеп ҡарау боронғо көнсығыш славяндарға, шул иҫәптән рустарға, украиндарға hәм белорустарға хас.

Боронғо египетлыларҙың ер аллаhы Гебтың да исеме өйрәк иероглифы менән яҙылыуы бик ҡыҙыҡ. Элекке заманда уның ҡыҙы — йылғалар тәңреhе Исида ла «өйрәк йомортҡаhы» исемен йөрөткән. Геродот яҙып ҡалдырыуынса, египетлылар аласыбар өйрәккә табынған.

Ул, илаhи субстанция булараҡ, башҡорттарҙың хөрәфәти хикәйәттәрендә, йолаларында hәм инаныуҙарында кеше яҙмышына ыңғай йоғонто яhарға hәләтле изге йән эйәhе иҫәбенә инә. Балтас районы ҡыр-таныптарында теркәлгән «Кейеҙбай менән батша ҡыҙҙары» тигән әкиәттә рәхмәтле өйрәк, геройға ярҙам итеү теләге менән, батша баҡсаһынан алма урлаған яуыз ҡоштарҙы суҡып үлтерә. «Ҡараса батыр» хикәйәтендә ҡош батырға батша ҡыҙын эҙләп табырға ярҙам итhә, тәлтем-юрматыларҙа (Ишембай районы) осраған «Әхмәт батыр менән Ҡасим батыр» ҡиссаhында үлтерелгән геройҙы терелтеү өсөн тере һәм үле һыу алып килә. «Еҙтырнаҡ» уйҙырмаhында егеткә бөтә теләктәрҙе лә үтәй торған ҡауырhын бирә, Бөрйән районы бөрйәндәрендә киң таралған «Йылҡысыҡҡанкүл» риүәйәтендә йәш көтөүсегә һыу аҫты батшалығында йәшәгән аттарҙы бүләк итә. «Аҡбуҙат» эпосында алтын өйрәк — Нәркәс Һәүбәнгә күл төбөнән hанап бөткөhөҙ мал сығара.

Әлшәй районы яйыҡ-суби-меңдәрендә hаҡланған «Ике бер туған» новеллаhында мөғжизәле өйрәк алтын йомортҡалар һала, мохтажлыҡта йәшәгән туғандарҙың береhе уларҙы баҙарға алып барып hата һәм фәҡирлектән ҡотола.

Өфө районы меңдәренең «Нух бабай хазинаһы» легендаhында был ҡош йәшереп ҡуйылған аҫыл таш, алтын-көмөш хужабикәһе була. Ҡарт, һәр төн хужалығындағы өйрәктәрҙе һуйып, уларҙы байлыҡ эйәhенән алтынға алмаштырған. Пермь крайының Барҙым районы Солтанай ауылында ғәйнәләр бер тарих һөйләй: бер ваҡыт Ғата исемле хәҙрәт күлдә йөҙөп йөрөгән алтын өйрәкте күреп ҡалған. Ҡошто уҡ менән атып алған hәм мал-мөлкәтле кеше булып киткән, имеш.

Башҡорттарҙа шундай ышаныу ҙа бар: өйрәк йәки ҡаҙ йолҡҡан кешенең бөтөн гонаһтары юйыла, ҡаурыйҙарҙағы магик көс кешене киләсәктә ауырыу-сирҙәрҙән һаҡлап торасаҡ. Хәйбулла районы үҫәргәндәрендә өйрәк ҡойроғондағы өлтөк йөндө баланың башлығына тегеп ҡуйыу кескәйҙе күҙ тейеүҙән һаҡлаусы иң көслө сара булып hанала. Краснокама районы урман-гәрәйҙәрендә тәҙрә яңаҡтарына әлеге ҡош һүрәтен төшөрөү ҙә ошо маҡсаттан сығып эшләнгән булырға тейеш. Ҡатай башҡорттары ир-егеттәренең билбауы — ҡәмәрҙәрҙә өйрәк башы формаһындағы көмөш биҙәүҙәр осрай, улар тылсымлы көскә эйә бетеү булып иҫәпләнгән.

Башҡа халыҡтар традицияларында бындай мотивтарға hәм сюжеттарға параллелдәр ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эпосында сағыла: унда баҡыр ҡанатлы өйрәк Ҡуңырбай исемле батырҙың иң hиҙгер ҡарауылсыhы ролендә сығыш яhай.

Өйрәкте көслө яҡлаусы итеп баhалау осраҡтары мари, фин, венгр, эвенк, онондага индеецтары (Төньяҡ Америка), рус, «Махабхарата» осоро hиндтары, грек, немец фольклорында сағылыш тапҡан.

Хакас, ҡытай, рус, поляк әкиәттәрендә ҡош байлыҡ символы булып тора. Уларҙың ышаныуынса, тылсымлы өйрәк (йә өйрәк hынлы рух) кешеләргә муллыҡ, мал-мөлкәт алып килә.

Волга буйы болғарҙары, Ҡазан татарҙары, хакастар, эвенктар, нанайҙар, эскимостар, негидал, ульчи, нивх халыҡтары, рустар кейем-hалымға тегелгән өйрәк йөнөн, торлаҡ стеналарына, ҡулланыу әйберҙәренә (кейем-һалым, hауыт-һаба, шәмдәл, кәмә) төшөрөлгән ҡош hүрәтен, ондан йә шәкәр ҡомонан әҙерләнгән hындарҙы төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурғаусы фетиш итеп ҡабул иткән.

Свердловск өлкәhе Горбунов hәм Шигир ауылдары янындағы торф ятҡылыҡтарында табылған, ағастан юнып эшләнгән өйрәк фигуралары (б.э.т. 4—2 мең йылдар элек) hәм Волга-Ока йылғалары араhында Волосово археологик ҡомартҡыларында ҡаҙыныуҙар алып барғанда күтәрелгән hөйәктән ҡырылған статуэтка ла (б.э.т. 3—2 мең йылдар) ошондай уҡ мәғәнәгә эйә булғандыр, тип фаразлайҙар.

Башҡорт ир-егеттәренең ҡәмәрҙәренә беркетелгән, өйрәккә оҡшатып эшләнгән көмөш биҙәүестәр б.э.т. IV—II быуаттарҙағы ҡара-абыҙ археологик культураhына ҡараған әйберҙәр араhында (Бөрө районы Биктимер ауылы янындағы боронғо ҡәберлектә) табыла.

Билдәле булыуынса, элек тәңреләргә ҡорбан килтергәндәр. Нәҡ шундай хәл өйрәк культына ла ҡағыла. Был турала Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында И.Д.Илембәтовтан яҙып алынған дүрт юллыҡ шиғыр hөйләй:

«Өйрәк әйтә: баҡ, баҡ!

Ашарыма тап, тап!

Ашарыма тапмаhаң,

Өйөңдө булhа ла hат, hат!»

Илаhи ҡошҡа мәрхәмәт күрhәтеүҙең бер күренеше юғарыла телгә алынған «Нух ҡарт хазинаhы» новеллаhында — өйрәк ҡиәфәтле хазина эйәhенә өй өйрәген ҡорбан итеү эпизодында асыҡ сағыла.

Әүәлге замандарҙа башҡорттарҙың өйрәк-тотемға хәйер-саҙаҡа килтереүҙәре тураhында hөйләгән тағы бер ситләтелгән дәлил бар. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында (бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡтар) тотҡаhы өйрәк башы рәүешендә яhалған, юғары сәнғәт өлгөһөнә тиң булған ағас ижауҙар осрай. Улар ҡәҙерле ҡунаҡтарға ҡымыҙ ҡойоу өсөн тәғәйенләнгән.

Ҡайhы бер ғалимдар өйрәккә оҡшатып яhалған ағас hауыттар Урта Уралдан Көнсығыш Балтика hәм Финляндияға тиклем арауыҡта таралған булған, тип иҫәпләй. Әммә бындай ижауҙар Көнбайыш Себер уғырҙарында, Тубыл буйы татарҙарында hәм хакастарҙа ла осрай. Улар негидал, ульчи, нивх hәм башҡа Алыҫ Көнсығыш ҡәүемдәренең көнкүрешендә лә киң ҡулланылған. Бындай hауыт-hабаларҙың тарихи тамыры Көньяҡ Төркмәнстанда табылған, өйрәк hүрәттәре менән биҙәлгән балсыҡ hауыттарға (б.э.т. V—III мең йыллыҡ), Свердловск өлкәhе Горбунов торф hаҙлығында ҡаҙып алынған өйрәк hынлы ағас сүместәргә (б.э.т. III—II мең йыллыҡ), Кемерово өлкәhендә табылған, hөйәктән ҡырып эшләнгән өйрәк статуэткаларына (неолит осоро) барып тоташа.

Тикшеренеүселәр ошондай hауыт-hабаның киң таралыу күренешен боронғо Евразия халыҡтары араhында өйрәккә тотемик ҡараштың киң таралыуы, тотем-өйрәкте магик алымдар ярҙамында үрсетеүгә йүнәлтелгән йолалар менән аңлаталар. Алыҫ Көнсығыш халыҡтарының диңгеҙ ҡоштарына ҡорбан итеп килтерелгән емде hалыу өсөн өйрәккә оҡшатып эшләнгән ағас hауыттарҙы файҙаланыуы ла ошо фекерҙе дәлилләй.

Бәлки, башҡорттарҙа hаҡланған ижауҙар ҙа элек тотем-өйрәккә хәйер-саҙаҡа килтереү өсөн файҙаланылғандыр, изге ҡошто үрсетеү, аҙыҡ-түлекте ишәйтеү, уны бәрәкәтле итеү йолаларында ҡулланып, магик көскә эйә әйбер, тип hаналғандыр.

Башҡа халыҡтарҙың фольклорында, ышаныуҙарында hәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә мөғжизәле өйрәккә ҡорбан ҡылыу йолаhы Алыҫ Көнсығыш халыҡтарында ғына теркәлгән.

Шуның менән бергә күп ҡәүемдәрҙә ҡоштоң үҙен төрлө аллаларға hәм рухтарға бағышлап салыу йолаhы киң таралған. Әйтәйек, сыуаштар йыл hайын сәсеүҙән hәм ураҡтан hуң үткәрелә торған Учук йола байрамында өйрәкте фиҙа ҡылғандар. Ҡазан татарҙары сәсәк менән ауырыған кешенең хәлен еңеләйтеү өсөн фәҡирҙәргә хәйергә өйрәк биргәндәр.

Коми-пермяктар өй төҙөгәндә уның алғы мөйөшөнә ҡанат hалғандар. Яңы өйгә нигеҙ ҡорғанда өйрәкте ҡорбанға килтереү йолаhы славян халыҡтарында ла таралған булған.

Ханттарҙа hәм мансиҙарҙа мәрхүмдәрҙе ерләгәндән hуң иҫкә алыу мәжлесендә ошо ҡош итен ашау мотлаҡ hаналған. Боронғо Мысырҙа ҡәбер янындағы бағанаға ҡорбан өйрәген элеп ҡуйыу ғәҙәте күҙәтелгән. мари, нанай, эскимос, ҡытай халыҡтарының, төньяҡ рустарҙың, чехтарҙың дини hәм йола байрамдарында ул изге көстәргә тәғәйенләнгән ҡорбан ҡошо һаналған.

Күреүебеҙсә, төрлө халыҡтарҙа өйрәк айырым тәңреләргә, шул иҫәптән әруахтар рухына hәм тәүбабаларға ҡәҙерле иғәнә тип баhаланған. Был күренештәрҙең бик тәрән тарихи тамыры булыуын күҙ уңында тоторға кәрәк.

Этнография фәне билдәләүенсә, донъяға тотемистик ҡараш өҫтөнлөк иткән осорҙа хайуан hынлы тотемик тәүбабалар hәм улар нигеҙендә формалашҡан боронғо аллалар үҙҙәре төҫлө йән эйәләрен ҡорбан ҡылыуҙы хуп күргәндәр. Мәҫәлән, Боронғо Мысырҙа, Месопотамияла, Иранда, Һиндостанда, Урта Азияла, славян ҡәбиләләрендә үгеҙ йә hыйыр килбәтле юғары заттарға hыйыр йәки үгеҙҙе ҡорбанға килтергәндәр. Ошоға тартым йолалар ҡайhы бер урал, тунгус-манжур hәм палеоазиат халыҡтарында ла күҙәтелә. Улар болан ҡиәфәтле тәңреләренә бағышлап болан салалар.

Бәлки, өйрәкте теге йәки был тәңрегә, рухҡа фиҙа ҡылыу осраҡтарының сығанағы ла ошондай ырымдарға барып тоташалыр: кешеләр, изге ҡошто ҡорбанға килтереп, өйрәк рәүешле тотемик тәүбабаларҙың да рухын ризаландырырға, ихтирам күрhәтергә тырышҡандарҙыр.

Был hығымтаны байтаҡ халыҡтарҙың (шул иҫәптән башҡорттарҙың да) инаныуҙарында өйрәктең әруахтар рухы, кеше йәне менән ауаздаш булыуы өҫтәмә рәүештә дәлилләй. Әйтәйек, «Кейеҙбай менән батша ҡыҙы», «Әхмәт батыр менән Ҡасим батыр» әкиәттәрендә мәкерле персонаждарҙың йәне өйрәк эсендәге йомортҡала, тип тасуирлана. Күренекле совет ғалимы С.И.Руденко яҙып ҡалдырыуынса, табын башҡорттары hыуға батып үлгән кешенең рухы өйрәк сүрәтенә кереүенә ышанған. Изге кеше мәрхүм булһа, уның йәне өйрәккә әүерелә, тигән хөрәфәт Пермь крайы Барҙы районы ғәйнә башҡорттарында ла теркәлгән.

«Ун беренсе Әхмәт» исемле татар әкиәтендә ен батшаhының йәне өйрәк йомортҡаhы эсенә йәшерелгән, тип hүрәтләнә. Трансильвания сакстарының, скандинавтарҙың, ирландтарҙың, болгарҙарҙың hәм рустарҙың фольклор әҫәрҙәрендә лә демоник көстәрҙең (мәҫәлән, Үлемһеҙ Кощейҙың) йәндәре өйрәк йомортҡаhы эсендә ята, тигән мотив танылыу тапҡан.

Мәрхүм булған ҡамдарҙың (шамандарҙың) рухы ошо ҡошҡа әйләнеүе хаҡында күҙаллау хакастарҙа hаҡланған. Манси, хант, эвенктар ышаныуынса, кеше йәне үлер әҙәмдең тәненән өйрәк булып сығып, теге донъяға осоп китә, имеш. Белорустар, АҠШ-та, Канадала йәшәүсе тлинкиттар hәм Парагвай, Төньяҡ Аргентина абипондары йөҙөп йөрөгән өйрәктәрҙе hыуға батҡан бәндәләрҙең рухы булараҡ ҡабул иткәндәр.

Башҡорт халыҡ ижадында ул кеше теленә эйә булған, бәндә ҡиәфәтенә инә алған, әҙәмсә йәшәүгә hәләтле ҡош ҡиәфәтендә кәүҙәләнә. «Йылҡысыҡҡан күл» легендаhының бер вариантында (бөрйән башҡорттарынан Г.Р.Хөсәйенова яҙып алған) hунарсы егет күлдә йөҙөп йөрөгән матур ғына өйрәкте атып алмаҡ булған. Ҡош телгә килеп: «Егет, берүк мине атма. Һиңә әжеренә күлдән бер өйөр йылҡы сығарам!» — тип өндәшкән, ти. Егет риза булған, өйрәк күлдән ала-сыбар аттар сығарған, йәнәhе.

«Һанай батыр» әкиәтендә герой күлдә йөҙөп йөрөгән өйрәкте атмаҡ була. Ләкин теге: «Атма, егет, мин — hинең киләсәк бәхетең!» — ти ҙә күҙҙән юғала. Бер нисә көндән Һанай батыр шул уҡ күлдә таш өҫтөндә сәсен тарап ултырған ҡыҙҙы осрата. Был hылыу ҡыҙға әүерелгән теге ҡош булып сыға. Өйрәк-ҡыҙ егеткә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә. Шундай уҡ сюжеттар «Урал батыр» hәм «Аҡбуҙат» эпостарында ла осрай. «Умыс», «Ҡыҙ-йылан менән Вәнүшкә» hәм Ишембай районы гәрәй-ҡыпсаҡтарында табылған «Исмай» хикәйәтендә ир-егеттәр төрлө сихри алымдар менән ата өйрәккә әйләнеү, аҙаҡ кире кеше hүрәтенә ҡайтыу сифатына эйәләр.

Ҡошто hәм әҙәмде бер-береhенә тиңләү hәм уларҙың бер-береhенә әүерелә алыу эпизодтары хакас hәм тыва легендаларында осрай: егеттәр йыш ҡына ҡыҙ ҡиәфәтенә ингән өйрәктәргә өйләнә. Ҡаҙаҡтарҙың «Вәзир малай» әкиәтендә егет күлдә өйрәк булып йөҙөп йөрөгән пәрей ҡыҙын ҡатынлыҡҡа ала.

Геройҙарҙың кәләшкә ҡыҙ-өйрәкте алыу сюжеттары фин, карел, вепс, мордва, мари, эвенк, орочи, удэгей, чукча, инупиат (Беринг боғаҙы), шета (Бразилия), мокови (Аргентина), тибет, манобо (Филиппин), рус, болгар, белорус, латыш мәҙәктәрендә киң билдәле.

Хант, көнсығыш славян, америка индеецтары, шул иҫәптән томпсон, меномини, санти ҡәбиләләре (АҠШ, Канада) риүәйәттәрендә hәм йырҙарында, киреһенсә, егеткә үҙгәргән ата өйрәк ер ҡыҙы менән никахҡа инә.

Кешенең ҡошҡа әүерелеү мотивтары ярайhы уҡ киң таралған. Татар хикәйәтендә егет ата өйрәккә әйләнеү hәм кеше төҫөнә кире ҡайтыу hәләтенә эйә. Алтайҙар легендаhында ҡатынын ташлап сығып киткән ир ата өйрәк hүрәтенә инә. Ҡатыны уны ҡоштар тубында таба. Ир яңынан элекке ҡиәфәтенә ҡайта.

Ир-егеттәрҙең ата өйрәккә әйләнеү күренеше манси мифтарына, эскимос йола фольклорына hәм вашо (АҠШ) лаҡаптарына хас. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың инә өйрәккә әүерелеү осраҡтары ульчи (Алыҫ Көнсығыш), меномини (АҠШ), рус, латыш, немец ауыҙ-тел ижадында күҙәтелә.

Кешенең инә йә ата өйрәккә үҙгәрә алыуына ышаныу ҡайhы бер тотемик күсәгилеш йолаларының нигеҙендә ята. Әйтәйек, «Ике бер туған» башҡорт әкиәтендә ике бер туған бала, алтын йомортҡа hалыусы тылсымлы өйрәктең итен ашағандан hуң, үҙҙәре лә ошо hәләткә эйә була. Был эпизод тәүтормош кешеләренең, тотем итен ашап, уның ысын hәм хыяли сифаттарын үҙҙәренә күсерергә тырышыуы менән бәйле.

Ир-ат билбауы — ҡәмәрҙе өйрәк башына оҡшатып биҙәү ҙә ошо ышаныуҙарға бәйле булһа кәрәк. Беренсенән, ҡәмәрҙе балалар йәки ҡарттар йөрөтмәгән, уны көсө ташып торған йәш егеттәр һәм урта йәштәге ирҙәр таҡҡан. С.Шитова материалдары буйынса, ҡәмәр — башлыса кейәү егете кейеменең атрибуты.

Был тезис этнографик һәм фольклор материалдары менән дә раҫлана. «Ҡара юрға» легендаһында (М.Буранғолов тарафынан Ырымбур өлкәhе Красногвардейск районы йомран-табындарында 1907 йылда яҙып алынған версия) Мәсем байҙың ҡыҙы Маҡтымһылыу, үҙенең Әбләй батырға битараф булмауын күрһәтеү маҡсатынан, егеттең биленә көмөш менән ҡайылған ҡәмәр бәйләргә теләүен белдерә. «Зөһрә менән Алдар» эпосында Алдар үҙенең туйы мәлендә дуҫы Этбайға ошондай билбау бүләк итә. «Урал батыр» эпосында Яйыҡ та ҡеүәтле егет ҡорона ингәс, биленә ҡәмәр быуып, атаһы Урал батырға ярҙамға китә. «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙа (М.Сәғитов версияһы) үҙ ғүмерендәге тәүге уңышлы һунары өсөн Заятүләккә атаһы Сәмәр хан көмөш һәм ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән билбау бүләк итә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында (Ғ.Сәләм версияһы) Ҡуҙыйкүрпәскә ун ете йәш тулғас, уға атаһының көмөш менән биҙәлгән ҡәмәрен тапшыралар. Быларҙың барыһы ла шуға ишаралай: боронғо башҡорттарҙа ҡәмәр йәш кешенең өлгөрөп етеү символы, уның тулы хоҡуҡлы ирҙәр төркөмөнә күсеүен күрһәтеп тороусы атрибут булған.

Икенсенән, тотем тиреһенән яһалған билбау (беләҙек, йөҙөк, маңлай бауы һ.б.) ошо йәнлек йә ҡоштоң тиреһен ябыныуға тиң ҡаралған. Был кеше тотем йәнлек йә ҡошҡа әүерелеп, уның бөтөн яҡшы сифаттарын ала, тип ышанғандар.

Өсөнсөнән, йәнлек-ҡоштарҙың тәүтормош кешеләре мәҙәниә­тендәге сағылышын тикшереп, ғалимдар уларҙы төрлө тылсымлы сифаттарға эйә булған тотем ишараты итеп ҡабул итергә кәрәк, тип фекерләй. Бәлки, боронғо башҡорттар ир-егет ҡорона ингән йәш-елкенсәктең билен өйрәк биҙәкле билбау менән быуып, уны изге ҡош-тәүбаба ҡурсалауында «яңынан тыуҙырып», тотем-өйрәктең төп үҙенсәлектәренә эйә кешегә әйләндереү йолаhын (инициация) атҡарғандарҙыр.

Был йола ярсығы «Ҡараса батыр» хикәйәтендә лә hаҡланған. Унда өйрәк рәхмәт йөҙөнән батырға бойҙай бөртөгөнә әүерелгән батша ҡыҙын табып бирә. Ҡош ергә сәселгән бойҙайҙарҙы сүпләй башлауы була, ҡыҙ шунда уҡ үҙ ҡиәфәтенә ҡайта.

Йәштәрҙе ололар төркөмөнә күсереү йолаһы «Әхмәт батыр менән Ҡасим батыр» ҡиссаhында ла сағыла: Ҡасим батыр тарафынан үлтерелгән Әхмәт батырҙы терелтеү өсөн өйрәк ер сигенән тере hәм үле hыу алып килә.

Быға оҡшаш мотивтар — тылсымлы ҡоштоң йөрәген ашап, ауыҙынан алтын йомортҡалар сығарыусы малай образы, өйрәк йомортҡаhын ауыҙ итеп, ирен үлтереү урынына уға ҡарата көслө hөйөү тойғоhо кисергән ҡатын тураhында әкиәттәр рус фольклорында теркәлгән («Сказка про утку с золотыми яйцами», «Царица-лягушка»).

Көньяҡ Ҡытайҙа бер ҡыҙыҡ йола таралған: йылдың аҙаҡҡы көнөндә малайҙар ҡулдарына өйрәк йомортҡаһы тотоп урамға сыға һәм: «Ялҡауҙы һатам!» — тип ҡысҡыра. Киләһе йылда үҙҙәренең насар ғәҙәттәренән ҡотоласаҡтарына ышанып, һуңынан йомортҡаны ашайҙар. Бының ғилләһе шунда: борон тотемдың йомортҡаһын йә йөрәген ашаһаң, уның бөтөн яҡшы сифаттарын алаһың, тип уйлағандар.

Хакастарҙа ошондай йола күҙәтелгән: hигеҙ йәшлек ҡыҙҙың сәсен беренсе тапҡыр үргәндә толом осон өйрәк ҡойроғонан алынған мамыҡ менән биҙәгәндәр. Бында ла ҡыҙ баланы тәүбаба — өйрәк ҡурсалауы аҫтында өлкәндәр төркөмөнә күсереү, уны тотем-өйрәктең гүзәл сифаттары менән тулыландырып, «яңынан тыуҙырыу» йолаhы ята.

Себерҙә йәшәгән алтай, хакас, тыва, бүрәт hәм монгол халыҡтары, Алыҫ Көнсығыш эвенктары hәм нанайҙары, Төньяҡ-Көнбайыш Америка эскимостары hәм алеуттары шамандары өҫ hәм баш кейемдәрен өйрәк hындары менән биҙәгән, был да уларҙың изге ҡошҡа әйләнеп, башҡа донъяларға осоп йөрөү теләге менән бәйле.

Тәүтормош кешеләре инаныуынса, әҙәмдәр менән айырым хайуан төрҙәре ҡан-ҡәрҙәш, улар әҙәм-хайуан hыҙатлы уртаҡ тәүбабанан таралған. Бындай ҡараш өйрәккә лә ҡағыла. Үҫәргәндәрҙең «сөрәгәй», ҡыпсаҡ, бөрйән һәм үҫәргәндәрҙең «өйрәк», юрматыларҙың «бәбкә» аралары ошоно дәлилләй.

Ҡыпсаҡ һәм тамъян ырыуы шәжәрәһендә Ҡушай менән Үрәкәй антропонимдары осрай. Ҡушай — «ҡушы» (өйрәктең бер төрө, сумыусы өйрәк) һүҙенән, ә Үрәкәй атамаһы «өйрәк» тигәндән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал. Әкиәт батыры Ҡараса менән бөгөнгө көндә лә осраған Ҡарасов фамилияһы боронғо башҡорттарҙың тотемик ҡараштары менән бәйле: «ҡараса» һүҙе «ҡара өйрәк» тигәнде белдерә.

«Урал батыр» эпосындағы Айһылыуҙы хәтергә төшөрһәк, боронғо башҡорттарҙың тәү инәһе булып аҡҡош hынлы Һомай ғына түгел, уның атаһы буйынса һеңлеһе, өйрәк ҡиәфәтле Айһылыу ҙа иҫәпләнеүе бик мөмкин. Айһылыу менән Шүлгәндең никахынан Һаҡмар тыуа, ул — тәү ата, ерҙе барлыҡҡа килтереүсе демиург Уралдың көрәштәше.

Башҡа халыҡтарҙа үрҙә күрhәтелгән башҡорт материалдарына тап килгән мәғлүмәттәр хакас фольклорында күҙәтелә: уларҙың бер генеалогик легендаhында өйрәк-демиург кешеләрҙе hәм хайуандарҙы яралтҡан илаhи ҡош итеп hүрәтләнә. Шорҙарҙа «őртек» — «өйрәк» тигән атаманан барлыҡҡа килгән Уртеков, Уртегешов фамилиялары осрай. Ҡырғыҙҙарҙа бер ҡатындың hыу ингәндә хикмәтле рәүештә ауырға ҡалып, ҡыҙыл өйрәк бәпкәhе тыуҙырыуы тураhында хикәйәт яҙып алынған.

Саам, коми халыҡтарына hәм рустарға әҙәм затының өйрәк йомортҡаhынан моронлап сығыуы тураhындағы риүәйәттәр таныш булhа, нанайҙар, орочиҙар hәм шеттар (Көньяҡ-Көнсығыш Бразилия индеецтары) тәүге кешеләр өйрәктән (тәү әсә) таралған, тип уйлай. Көнсығыш славяндарҙағы Утин, Уткин, Селезнев, Чирков фамилиялары кешеләрҙең өйрәктән килеп сығыуына ишара.

Кешеләрҙе hәм хайуандарҙы тиң итеп hанау, уларҙы ҡан-ҡәрҙәш тип ҡарау тотемик хайуандарҙы үлтереүҙе hәм уларҙың итен ашауҙы тыйған йолаларҙа асыҡ күренә. Быға оҡшаш ырымдар өйрәк культына ла хас булған. Боронғо башҡорттарҙа изге тип hаналған ҡоштоң итен ашауҙы хупламау үрҙә телгә алынған «Йөгәмәш тау» легендаhында сағыла: hунарсы өйрәкте атып алғас, ер hелкенә, ҡот осҡос дауыл ҡуба. Итен бешерергә hалғас, ул өс (ете) көн буйына ҡайнай, әммә аш урынына ташҡа әүерелә.

Был ҡошто тотемик табуациялау ҡалдығы ҡырғыҙҙарҙа ҡыҙыл өйрәктең итен ашауҙы тыйыуҙа hәм эвенктарҙың яҙ көнө беренсе булып осоп килгән өйрәкте атмауҙарында сағыла.

Башҡорттарҙа тағы бер этнографик раритет иғтибарҙы йәлеп итә. 1978 йылда сәнғәт белгесе Р.Сөләймәнов Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында билдәле бөрйән ҡурайсыhы Кәрим Диәровтан «Ҡара өйрәк» тигән боронғо бейеү көйөн яҙып алған. Был көйгә ир-егеттәр яңғыҙ бейеү башҡарған.

«Дәүләкән ынйылары» (2008 й.) тигән фольклор йыйынтығында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. 1900 йылдарҙа ошо райондың ҡырҡ-өйлө меңдәре йәшәгән Ҡаҙанғол ауылында һуғым ашында ҡатын-ҡыҙҙар «Үрҙәк бейеүе»н бейегән. Ул түбәндәге таҡмаҡҡа башҡарылған:

«Баҡ-баҡ, баҡылдығы — мин баҫамын ваҡ-ваҡ,

Бына шулай йөҙөп киләм һөйгәнемдең янына...

Баҡ-баҡ, һөйгәнем, һин ҡарайһың яҡ-яҡ,

Кинйәкәйем, ашарға тап, һин бит йорттоң хужаһы...

Баҡ-баҡ, баҡылдап, бергә йәшәү күңелле,

Йорт хужаһы иҫән булып, ата үрҙәк булғанда...

Баҡ-баҡ, баҡылдап, ҡанаттарымды ҡағам,

Бер аҙ күрмәй, әҙерәк торһам, һөйгәнемде һағынам».

Күренеүенсә, бейеү ҙә, таҡмаҡ та инә өйрәк исеменән ата өйрәккә бағышлана, йәғни ҡатын менән ир инә һәм ата ҡошто кәүҙәләндерә. Бейеү элементтарында ярамһаҡланыу ҙа, ҡыйпанланыу ҙа һиҙелә. Ундай ҡыланыу тотемик байрамдарҙа башҡарылған барлыҡ йола бейеүҙәренә хас булған.

Ошондай йола бейеүҙәре эҙҙәре бөгөн дә рустарҙың «Инә өйрәк» («Утушка») hәм «Ата өйрәк» («Селезень») тигән әйлән-бәйлән уйындарында hәм йырҙарында, ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Инә өйрәк» («Утица») исемле боронғо яңғыҙ бейеүендә күҙәтелә. Өйрәк хәрәкәттәренә оҡшатып бейеү мари халҡында ла бар. «Өйрәк бәпкәләре» («Утята») тип аталған бейеү нанайҙарҙа ла теркәлгән. Уларҙың тотем-өйрәкте ишәйтеү ниәте менән башҡарылыуы шик тыуҙырмай.

Шулай итеп, башҡорт халыҡ ижадында өйрәктең тотем ҡош булып иҫәпләнеүен дәлилләүсе сюжеттар күп. Ул тәү инә, кешене һаҡлаусы, яҡлаусы, шул уҡ ваҡытта бәрәкәт килтерә торған илаhи ҡош тип баhалана.

Өйрәк культы Евразия континентында, Боронғо Мысырҙа, Төньяҡ Америкала киң таралған, ә бына Кавказ, Яҡын hәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Африкала, Австралияла, Океанияла hирәк осрай. Был күренеш иң боронғо таш быуат осоронда (35—12 мең йылдар элек) Үҙәк Азия hәм Ҡытайҙағы тәүтормош hунарсыларының өйрәккә тотемик күҙаллауҙары менән бәйле булыуы ихтимал.

Читайте нас: