“Урал батыр” ҡобайырында төп персонаждарҙың береhе Һомай — бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була. Иртәктә:
“Ҡош туптары барыhы
Ҡош тундарын hалған да
Һылыу ҡыҙға әйләнгән”, — тиелә.
Бындай эпизодтар башҡа ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә күҙәтелә. Әйтәйек, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында Иҙеүкәй Һатҡы күлендә Һыуһылыуға әйләнеү сифатына эйә аҡҡошто осрата. Ошо уҡ хикәйәттә һүрәтләнеүенсә, инә аҡҡош үҙенең балаһының ҡош кейемен һыпырып алhа, ул сабыйға әүерелә лә ҡуя. “Юрматы ҡәбиләhе” тигән хикәйәлә Юрмый хандың берҙән-бер улы hунарҙа аҡҡош атып алам тип уғын тоҫҡауы була, теге аҡҡош бик hылыу ҡыҙға әйләнә. “Майсәрүәр” әкиәтендә 12 аҡҡош, ҡанаттарын һалып, ҡыҙҙар ҡиәфәтенә инә. Һомғол буйлы ҡыҙҙарҙы аҡҡош менән сағыштырыу халыҡта әле лә бар.
Фольклорҙа кеше лә аҡҡошҡа әүерелә ала. Баймаҡ районы бөрйәндәренең “Ала ҡарға” мифында һөт күле батшаһы алты ҡыҙы менән бергә кеше затынан булған бер ҡыҙҙы ла тәрбиәләй. Улар, мамыҡ тун кейһә, аҡҡош hүрәтенә ингән, сисһә — киренән үҙ ҡиәфәттәренә ҡайта алған. Бөрйән районы тамъяндарынан яҙып алынған “Күк һыйыр” риүәйәтендә әйтелеүенсә, үгәй әсә ире, балаһы менән ҡунаҡҡа килгән үгәй ҡыҙын аҡҡошҡа әйләндерә. Илаған сабыйын имеҙер өсөн килеп йөрөгән аҡҡоштоң ҡатыны икәнен ире белеп ҡала һәм уны ҡарауыллап, тотоп ала, шунан башҡаса ебәрмәй.
Төрлө халыҡ ижады өлгөләренән күренеүенсә, ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә аҡҡошҡа әүерелә алған. Мәсетле районы өпәйҙәренең “Үгеҙ” иртәгендә үгеҙ, әҙәм төҫө алып, бер матур ҡыҙға өйләнә. Ҡатыны уның үгеҙ тиреһен табып утҡа яҡҡас, аҡҡошҡа әйләнеп осоп китә. “Алатаев” уйҙырмаhында егет үҙенең ғәҙәти булмаған аты ярҙамында йә аҡҡошҡа, йә кешегә әүерелә. Быға тартым хәл “Ғәҙел батша” новеллаhында ла осрай. Тимәк, башҡорттар борон кеше менән аҡҡоштоң берлегенә ышанған, бының өсөн аҡҡош тунын, кейемен, ҡанаттарын һалыу ҙа еткән.
Аҡҡошҡа нәҡ шундай ҡараштың эҙҙәрен сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, хакас, ҡумыҡ, уйғыр, алтай, тыва, себер татарҙары, бүрәт, ҡалмыҡ, ойрат, монгол ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә табырға мөмкин.
Аҡҡош-ҡатын тураhындағы хөрәфәти хикәйәләр карел, эстон, коми, мари, манси мифологияhында киң таралған.
Кешегә хас үҙенсәлектәрҙе аҡҡоштарға күсереү ғәҙәте боронғо hинд, ғәрәп, славян, литва, немец, Скандинавия халыҡтары, француз, ирланд эпик әҫәрҙәрендә лә күҙәтелә. Боронғо төрки, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, алтай, ҡалмыҡ, бүрәт, монгол, хант, манси, коми, нанай, ҡытай, hинд, рус, грек, немец, дат, ирланд, Америка индеецтары, римлылар ҡиссаларында hәм маҡтау йырҙарында ла кешеләрҙең аҡҡошҡа үҙгәреү ваҡиғалары сағылыш тапҡан.
Геройҙарҙың аҡҡош-ҡыҙ менән никахынан ғәҙәти булмаған балалар — әкиәти батырҙар тыуыуы тураһындағы сюжеттар ҙа күп. Башҡорт халыҡ ижадында был тема “Урал батыр” ҡобайырында киң асыла. Урал батыр — халыҡтың тәү атаһы, ярым алла, тау-йылғаларҙы барлыҡҡа килтереүсе, көслө һыу ташҡындарын туҡтатыусы, дейеүҙәрҙе еңеүсе — ябай кеше үтәй алмаҫлыҡ hынауҙар үтеп, аҡҡош-ҡыҙ Һомайға өйләнә. Уларҙың улы Иҙел батыр — атаһының арҡаҙашы, дейеүҙәргә ҡаршы көрәштәше, Иҙел йылғаһын булдырыусы, “Аҡбуҙат” эпосында башҡорттарҙың төп ете ырыуына нигеҙ һалыусы. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” героик поэмаһының бер вариантында мең башҡорттарының бер ырыуына нигеҙ hалыусы Мораҙым батыр Алтын урҙа хакимлығына ҡаршы көрәшеүсе Иҙеүкәй батыр менән аҡҡош-ҡыҙ Һыуһылыуҙың улы булып hанала.
Үрҙә телгә алынған “Юрматы ырыуы” легендаһында Юрмый хандың улы һылыулығына тиңдәр булмаған аҡҡош-ҡыҙға өйләнә, уларҙан таралған нәҫел юрматы ырыуын барлыҡҡа килтерә. “Ала ҡарға”, “Майсәрүәр” әкиәттәрендә лә башҡорт егеттәре аҡҡош-ҡыҙға өйләнә.
Айырым кешеләр төркөмөнөң аҡҡоштан барлыҡҡа килеүе тураһындағы ышаныуҙар ырыу-ара номенклатурала һәм антропонимдарҙа ла күренә. Р.Ғ.Кузеев ҡыуаҡан ырыуы атамаһының сығышын аҡҡош hүҙе менән бәйләй: “ку” төрки телендә аҡҡошто белдерә. Аҡҡош аймағы әйле һәм ҡырғыҙ ырыуҙарында теркәлгән. Ҡыпсаҡ һәм юрматы ҡәбиләләре шәжәрәһендә Аҡҡош тигән исем осрай. Башҡорт исеме Аҡҡужа ла ҡош орнитонимынан килеп сығыуы бик мөмкин: ҡайhы бер ғалимдар ул исемде аҡҡош hүҙенең үҙгәртелгән варианты тип аңлата.
Икенсе яҡтан, башҡорттар аҡҡоштарҙың кешенән барлыҡҡа килеүенә инанған, был түбәндәге ситләтелгән дәлилдәрҙә асыҡ күренә. Улар, имеш, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙың ҡәбере өҫтөндә үҫкән алмағастарҙың һутынан барлыҡҡа килгән (хикәйәттең Ғ.Сәләм версияһы). Мәсетле районы ҡошсо ырыуы башҡорттарынан яҙып алынған “Көнһылыу” риүәйәтендә бер-береһенә ғашиҡ йәндәр — Арыҫлан менән Көнһылыуҙың аяныслы үлеменән һуң уларҙың ҡәбере өҫтөндә ҙур тау барлыҡҡа килә. Туғыҙ ай үткәндән һуң тау ярылып китә һәм унан ике аҡ ҡош осоп сыға. Әйтеүҙәренсә, Әй йылғаһы үҙәнендәге аҡҡоштар уларҙан таралып киткән. “Мостафа мулла” уйҙырмаhында үлгән бәндәләрҙең рухы төрлө сүрәткә, шул иҫәптән аҡҡошҡа ла әүерелә ала, тиелә. Был фольклор мотивтарында әҙәмдең йәне аҡҡошҡа әйләнеүе хаҡында инаныуҙар ята. “Урал батыр” эпосында был ҡоштар башҡорттарҙың тәү әсәһе — Һомайҙың нәҫеле, тип ҡабул ителә.
Алтай телле халыҡтарҙың мифтарында ла (шул иҫәптән сыуаш, татар, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай, алтай, тыва, хакас, яҡут, бүрәт, монгол, эвен, эвенк, орочи, корей, япон иртәктәрендә) эпик геройҙар йыш ҡына әкиәти батыр менән бергә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ hүрәтендәге аҡҡоштан тыуа.
Ул тотемик тәү инә ролендә фин-уғыр ҡәүемдәрендә (атап әйткәндә, фин, карел, эстон, коми, мари, манси халыҡтарында), палеоазиат төркөмдәрендә (юкагирҙарҙа, чукчаларҙа), аҙ hанлы Индонезия халыҡтарында (минахастарҙа) теркәлгән.
Аҡҡошто тәү әсә тип атау боронғо hинд ҡәбиләләре, Төньяҡ-Көнсығыш Һиндостанда йәшәгән мунда hәм сантал ырыуҙары берләшмәhе, урта быуат ғәрәп, рус, чех, литва, норман, француз, ирланд ҡиссаларына ла хас.
Мифик геройҙарҙың аҡҡош-ҡыҙға өйләнеү күренеше hәм уларҙың бергә йәшәүе hөҙөмтәhендә теге йәки был ырыуҙың барлыҡҡа килеүе тураhында хикәйәттәр Төньяҡ Америка индеецтары — эскоалеут, инупиат, нетсилик, иглулик, эскимос, тлинкит, хайда, оджибве новеллаларында hәм дан йырҙарында сағыла.
Алтай, яҡут, ойрат, селькуп, ҡытай, кулин (Австралия), грек, болгар генеалогик легендаларында ҡайһы бер кешеләрҙең нәҫел-нәсәбенең тәү атаhы булып ғәҙәти булмаған аҡҡош, ә инәhе сифатында тылсымлы ҡатын-ҡыҙ hынлана.
Алтай hәм бүрәт традицияларында был ҡоштарҙың килеп сығышын, башҡорт фольклорындағы кеүек, әҙәм заты менән бәйләйҙәр: уларҙы ла кешеләрҙең тәү инәhе тоҡомдары тип күҙ алдына килтерәләр.
Боронғо кешеләрҙең шундай хөкөм йөрөтөүҙәре йоғонтоhонда аҡҡоштарҙы йәбер-яфаларҙан hаҡлау, уларҙы үлтереүҙән hәм итен ашауҙан тыйылыу йолалары хасил булған.
Башҡорт халҡының хөрәфәти ышаныуҙары буйынса, аҡҡоштар парлашып ҡына йәшәй. Әгәр ҙә ҡоштоң ишен кемдер үлтерә икән, икенсеһе, башын ҡанаты аҫтына тығып, һауанан ергә ташланып һәләк була. Башҡорттарҙың бөтөн этнографик төркөмдәрендә лә аҡҡошто үлтереү тыйылған. Уны ҡоштар батшаһы (Бөрйән районы бөрйәндәрендә), изге ҡош (Ишембай hәм Мәләүез юрматыларында, Яңауыл урандарында hәм урман-гәрәйҙәрендә), ожмах ҡошо (Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы үҫәргәндәрендә), һағышлы ҡош (Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы йомран-табындарында), ҡарғышлы ҡош (Баймаҡ, Бөрйән районы ҡарағай-ҡыпсаҡтарында, Күгәрсен районы сәңкем-ҡыпсаҡтарында, Салауат районы мырҙаларында, ҡыр-күҙәйҙәрендә hәм түбәләҫ-ҡыуаҡандарында, Ҡыйғы районы дыуандарында, Борай районы таҙларында) тип йөрөтәләр.
Был тыйыуҙы боҙған кеше мотлаҡ язаһын аласаҡ, тиҙәр. Аҡҡош үлтергән кешенең нәҫеле ҡорой, тигән ышаныу бөгөн дә киң таралған. Бөрйән районы Иҫәнғазы ауылынан Х.Зарипова (1912 йылда тыуған) атаһының һунарҙа аҡҡош атыуын һәм ҡайтҡас та, ауырып китеп, үлеүен һөйләгәйне. Ундай хөрәфәттәр Ырымбур өлкәhенең Ҡыуандыҡ районы Ибраhим ауылы үҫәргәндәренән, Мәләүез районы Йомаҡ ауылы юрматыларынан, Әлшәй
районы Балғажы ауылы илекәй-меңлеләренән, Борай районы Иҫке Таҙлар ауылы таҙларынан да яҙып алынған. Ҡайhы бер мәғлүмәтселәр әйтеүенсә, инә аҡҡош үлтерелһә, ғаиләлә — ҡатын кеше, ата аҡҡоштоң йәне ҡыйылhа, ир кеше үлә. Шишмә районы Күсем ауылында М.Иҙрисова (1894 йылда тыуған) ағаһының ихатаһындағы бейек тирәккә йыл да пар аҡҡоштар килеүен, ағаһының уларҙы атҡандан һуң ҡатыны менән икәүләп бер юлы мәрхүм булыуҙарын телгә алды. Улай ғына ла түгел, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында А.Ҡунаҡасованан (1932 йылғы) hәм Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында С.Төлкөбаевтан (1897 йылғы) яҙып алынған мәғлүмәт буйынса, әлеге рәнйеү тотош тоҡом-нәҫел, зат-ырыуға төшә, имеш.
Яҙмышты юрау маҡсатынан аҡҡош атыу күренеше барлығын да ишетергә тура килде. Баймаҡ районы Һәмән ауылынан Ә.Шәрипов (1902 йылғы) һөйләүенсә, ҡалған ғүмерҙе самалау өсөн аҡҡошто атырға ярай: әгәр ҙә аҡҡош шунда уҡ үлмәйенсә, тыпырсынып ятһа — ошо уҡ йылда яҡты
донъяны ҡалдыраһың, киреһенсә булһа — оҙаҡ йәшәйһең. Һарытау өлкәhенең Перелюб районы Күҙәбай ауылы ялан-ҡатайҙары, Башҡортостандың Борай районы Кәшкел ауылы ҡыр-унларҙары hәм Иҫке Таҙлар ауылы таҙлары, Свердловск өлкәhенең Түбәнге Серге районы Өфө-Шигере ҡошсолары hәм өпәйҙәре hүҙҙәренсә, яңғыҙ ҡалған ҡоштоң ҡарғышы төшмәһен өсөн уларҙың икеһен дә атырға кәрәк, имеш.
Аҡҡоштоң изге ҡош булыуын 2005 йылда Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районы Юлтый ауылы йомран-табындарынан яҙып алынған мәғлүмәт дәлилләй: электр сымына эләгеп һәләк булған аҡҡошто ауыл зыяратына ерләйҙәр. Ғөмүмән алғанда, башҡорттарҙың көндәлек ғәҙәттәрендә аҡҡошҡа таш бәреү, уларҙың ояһын туҙҙырыу, башҡа төрлө зыян килтереү тыйыла.
Һис шикhеҙ, ошондай ҡағиҙәләр рәтенә аҡҡош итен ашауҙы тыйыу ҙа инә. Этнографик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был күренеш бөгөн дә күҙәтелә. “Урал батыр” ҡобайырында бының сәбәбе лә аңлатыла:
“Һомай тоҡомо ҡоштар, тип,
Бер туғандай күрешеп,
Ау аулауҙан тыйышып,
Аҡҡош тотоп еймәҫкә, тип,
Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып.
Аҡҡош үрсеп киткән, ти,
Аҡҡош ите кешегә
Шуға харам икән, ти”.
Д.Ж.Вәлиевтың был йолаларҙы тотемизм ҡалдыҡтары тип баhалауы менән ризалашмау мөмкин түгел. Күп халыҡтарҙа (сыуаш, ҡырғыҙ, себер татарҙары, алтай, шор, хакас, тыва, яҡут, бүрәт, ҡалмыҡ, монгол, вепс, манси, хант, коми-зырян, селькуп, эвенк, нанай, нивх, япон, төньяҡ рустар, ирланд, йәhүдтәр hәм христиандар һ.б.) аҡҡошҡа зыян килтереү үҙ әсәңә насарлыҡ ҡылыу менән бер, уның итен ашау каннибализмға тиң, тип иҫәпләнгән.
Шул уҡ ваҡытта фольклор өлгөләрендә һәм этнографик материалдарҙа бының киреһен раҫлаусы сюжеттар ҙа осрап ҡуя. Мәҫәлән, башҡорттарҙа “Аҡҡош күрһәң, атып ал, былбыл күрһәң, һатып ал” тигән мәҡәл бар. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында (М.Ғафури варианты) Заятүләктең һунар ыласыны ете аҡҡошто тибеп төшөрә. Атаһы бының өсөн улына күп бүләктәр бирә. “Урал батыр” ҡобайырында Йәнбирҙе ҡатыны, улдары менән аҡҡоштарға һунар итә. Бер ваҡыт улар ауға эләккән ҡошто ашарға була. Әммә ул, телгә килеп:
“Мине бүлеп ашап та,
Сәйнәп мине йотоп та,
Барыбер аш булмамын,
Һис аш булып һеңмәмен;
Йәншишмәнән һыу алып,
Әсәм тәнем йыуҙырған...” — тип өндәшә.
М.Сәғитов мәғлүмәттәре буйынса, борон башҡорттарҙа һунарҙа аулаған аҡҡошто абруйлы кешеләргә бүләк итеп, уларҙы изге ҡоштоң ите менән hыйлау йолаhы булған. Ишембай районында “Аҡҡош — изге ҡош, аҡҡош ите — изгеләр ашы” тигән әйтем дә теркәлгән.
Ошондай уҡ йола Көньяҡ Себерҙең төрки телле халыҡтарында осрай. Тываларҙа аҡҡош үлтергән кеше, ҡоштоң муйынына аҡ таҫма йәки билбау бәйләп, үҙенең ырыуҙашына бүләк иткән. Бының өсөн үҙенә кәрәкле нәмәне, әйтәйек, болан һорай алған. итте тирмә хужаһы туғандары менән ашаған.
Хакас-сағайҙарҙа аҡҡош атып алған hунарсы, уның муйынына таҫма, яулыҡ йә билбау бәйләп, бүләккә ниндәйҙер кейем (күлдәк, бүрек, итек h.б.) hәм эсемлек алып, әсәhенең бер туған ҡустыhына (йә яҡын ир туғанына) ҡунаҡҡа барған. Өйгә ингәс: “Аҡҡошто ҡунаҡҡа килтерҙем”, — тип hаулыҡ hорашҡан, ағаhына алып килгән бүләген биргән hәм үҙенә бушлай берәй мал hораған (йышыраҡ — ат). Ағай кеше бер hүҙhеҙ ҡошто алырға hәм ҡустыһының теләген үтәргә тейеш булған. Кире ҡаҡҡан осраҡта уның үҙенә hәм мал-тыуарына төрлө бәлә-ҡаза киләсәк, тип ышанғандар.
Ағай кеше, үҙ сиратында, ҡоштоң муйынына яңы таҫма-фәлән бәйләп, бүләк алып, икенсе яҡын туғанына барған һәм уға ҡошто тапшырған, шунан үҙенә кәрәкле малды алып ҡайтып киткән. Ошо рәүешле аҡҡош өстән ете кешегә тиклем тирмәнән-тирмәгә күсеп йөрөгән. Бүләкте һуңғы булып ҡабул иткән кеше мал hуйып, бөтә туғандарын, күрше-күләнен саҡырып, “аҡҡош туйы” үткәргән. Мәжлестә бөтә кеше лә аҡҡош итенән ауыҙ иткән. Ҡабул итеп алған ҡошҡа арнап мәжлес ойоштормау үлемгә тиң баhаланған.
Хакастарҙың белтир hәм тываларҙың хуу ырыуҙарында бүләккә килтерелгән аҡҡош өсөн кәләшлеккә ҡыҙ hорау осраҡтары ла таралған күренеш булған. Атып алынған ҡошто әсә яғынан ир туғанға бүләк итеү hәм уға бағышлап табын ҡороу алтай менән шорҙарҙа ла күҙәтелгән.
Был йолалар, күрәһең, тотемик байрамдың ҡалдығы булып тора: унда төп ролде аҡҡош уйнай, хөрмәт йөҙөнән уны биҙәйҙәр, “ҡунаҡ” итәләр. Уның итенән ауыҙ итеү — тотем итен ашап, уны ишәйтеү, серле hәм реаль сифаттарына эйә булыу теләктәренең сағылышы. Бүләккә килтерелгән ҡошто мотлаҡ ҡабул итеүҙең hәм уға бағышлап байрам үткәреүҙең нигеҙендә — тотем-аҡҡоштоң тотемик ҡанундарҙы үтәмәгән әҙәмде ҡаты язаға тарттырыуы хаҡында ҡараштың кәүҙәләнеше, моғайын.
Башҡорттарҙа ла ихтирамға лайыҡ кешеләргә аҡҡош бүләк итеү һәм уларҙы изге ҡоштоң ите менән hыйлау йолаһын ошо рәүешле аңлатып була.
Башҡорт халҡының мәҙәни йолаларында тотемик байрамдың башҡа өлөштәре лә осрай. Атап әйткәндә, ҡайһы бер башҡорт халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм ҡыҙҙар уйындарының нигеҙе ошо йоланан тороп ҡалған һәм бөгөнгө көндә үҙ аллы йәшәй.
1894 йылда С.Рыбаков Баймаҡ районы Темәс ауылында аҡҡош тауышына оҡшатып башҡарылған көй ишетә hәм: “Был көйҙө башҡарыусы танау аша үҙенсәлекле тауыштар сығарҙы, шул уҡ ваҡытта көйҙөң моңо яҡшы ишетелә ине”, — тип яҙып ҡалдыра.
Л.Нагаева башҡорттарҙың ҡыҙ уйындарын тикшереп, уларҙың күптәренең боронғо йола бейеүе менән бәйле икәнен асыҡлай. Мәҫәлән, “Аҡҡош” уйыны. XX быуат башында ҡыҙҙар ғына уйнаған был уйын түбәндәгесә башҡарылған. Ҡатнашыусылар бер-береһенең биленә тотоношоп тора. Беренсе ҡыҙ әсә була, ҡалғандары — уның бәпкәләре. Уйын башланыр алдынан “бәпкәләрҙең” “әсәһе” түңәрәк һыҙа ла ҡыҙҙарҙы уға индерә. Ҡыҙҙарҙың береһе — Мәскәй ролен уйнағаны һорай:
— Инә ҡош, ни ҡылаһың?
— Кәртә.
— Ниңә?
— Балаларымды һинән һаҡлар өсөн.
Шулай тип әйткәндән һуң ул, ҡул-ҡанаттарын йәйеп, бәпкәләр алдына баҫа. Мәскәй тағы һорай:
— Артыңдағы ни генә?
Әсә яуап бирә:
— Аппаҡ-аппаҡ ҡош ҡына.
— Берәүкәйен бир миңә.
— Ник бирәйем мин һиңә?
Ошо һүҙҙәрҙән һуң бейеү хәрәкәттәре башлана. Бәпкәләр инә ҡошҡа тотоноп, уның менән йә һулға, йә уңға һикерә. Мәскәй уларҙың иң аҙаҡта торғанын, һыҙылған түңәрәк эсенән сыҡҡанын эләктерергә тырыша. Инә ҡош ҡанаттары менән уға ҡамасаулай. Бейеү бәпкәләр һәм мәскәй араһындағы диалогтар, шулай уҡ ҡошҡа оҡшатып тауыш сығарыуҙар менән оҙатыла.
Л.Нагаева билдәләүенсә, “бындай уйындар төрлө тотемик йолаларҙың hуңғы замандарҙа үҙгәреүе нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Унда көй, әйтештәр hәм бейеү хәрәкәттәре бер-береhенән айырылғыhыҙ берлекте тәшкил итә”. Был фекер менән килешмәй булмай.
Этнограф П.Белков әйтеүенсә, тотемик хайуандарҙы ишәйтеү йолаларының төбөндә теге йәки был изгеләштерелгән йәнлектең ҡыланыштарын ҡабатлау ята. Әйтәйек, Үҙәк Австралияла йәшәгән аранда/арунта халҡында тотемды үрсетеү ғәҙәте уларға арналған йырҙар, уйындар, ҡылыҡтарына оҡшатып башҡарылған бейеүҙәр менән атҡарыла. Ә Австралияның төньяҡ ярҙары буйында ятҡан Мелвилл hәм Батерст утрауҙарында йәшәгән тиви ҡәбиләhендә тотемды үрсетеү өсөн уның холоҡ-хәрәкәттәрен кәүҙәләндереп бейеү ҙә етә.
Үрҙә килтерелгән миҫалдарға таянып, башҡорттарҙа hаҡланған аҡҡош йырына оҡшатып башҡарылған көй ҙә, “Аҡҡош” бейеү-уйыны ла ҡасандыр ошо ҡошҡа арналған тотемик байрамдың мөhим өлөштәре иҫәбенә инеп, уны ишәйтеүгә бағышланған боронғо йоланың ҡалдыҡтары булып тора, тигән hығымта яhарға мөмкин.
Төньяҡ мансиларҙа, селькуптарҙа, рустарҙа изге аҡҡош итен ашап, уның ватылмаған hөйәктәрен hаҡлау ғәмәле лә, сыуаштарҙа, рустарҙа hәм немецтарҙа дини байрамдарҙа уны ҡорбанға килтереү ҙә әүәлге замандарҙа үткәрелгән тотем ҡошто тергеҙеү йолаһының шауҡымы булыуы бик ихтимал.
Бөтөн халыҡтарға, шул иҫәптән башҡорттарға ла, аҡҡошто изгелек күрhәтеүсе ҡош тип ҡабул итеү хас. Фольклор прозаһында һәм дини ҡараштарҙа ул ваҡиғаларҙы һәм бәләләрҙе алдан иҫкәртеүсе булараҡ сығыш яhай. Был түбәндәге ышаныуҙарҙа ла күренә: аҡҡош төшкә инһә — бәхеткә, йорт-ҡура тирәһенә оя ҡорһа — изгелеккә, ә инде ауыл өҫтөнән осһа — аслыҡҡа.
Халыҡ ижады өлгөләрендә ул, имеш, кешене яҡшы сифаттар менән яңынан тыуҙыра ала, тип тә бирелә. “Ғәҙел батша” әкиәтендә малды ҡурҡытып, көтөүлектәр өҫтөнән осоп йөрөгән аҡҡошто хан атырға бойора. Атылған ҡоштоң маңлайында: “Кем дә кем минең башымды ашай, шул мәңге хаким булып ҡаласаҡ” тигән яҙыу була. Хан шунда уҡ аҡҡошто бешерергә ҡуша. Тик уның башын кесе улы яңылыш ашай ҙа ҡуя һәм, төрлө һынауҙар үтеп, бер нисә йылдан ғәҙел батша булып китә.
2000 йылда Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Ә.Усманованан яҙып алынған “Алтын ашыҡ” хикәйәтендә аҡҡош кеше ашаусы мәскәйҙән бер малайҙы ҡотҡара. Малай ултырған ағасты мәскәй бына-бына ҡырҡып йыға тигәндә, уның эргәһенә аҡҡош осоп килә. Малай, үҙенең хәлен белдереп, уның ҡанатына ата-әсәһенә хат яҙа. ҡош уларҙың ихатаһына осоп төшә һәм ҡанатын йәйеп ебәрә. Малайҙың әсәһе хатты уҡый ҙа бәйҙә торған ике этен ысҡындыра. Эттәр мәскәйҙе өҙгөләп ташлай ҙа малайҙы ҡотҡара.
“Майсәрүәр” иртәгендә аҡҡош-ҡыҙ геройҙы диңгеҙ аша алып оса, егет өсөн ҡатмарлы эштәрҙе бойомға ашыра, кәңәштәре менән ярҙам итә. “Зөһрә менән Алдар” эпосында дәүләтле ҡош — аҡ ҡош геройҙарға шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәтә: ҡара ҡоштар һәм айыуҙар һөжүменән ҡотҡара, пәрей аты менән көрәшә, һуңынан уны батырға ҡыуып алып килә. Был ҡош батырҙы Зөһрәнең йәйләүенә тиклем оҙата. Геройҙар рәхмәт йөҙөнән уға ҡорбан сала.
Көнбайыш Себерҙең төньяғында йәшәүсе секлькуптарҙа ла ошондай мотив, сюжеттар осрай. Уларҙың инаныуы буйынса, яҙын аҡҡоштар ауыл өҫтөнән осоп барғанда түбәнерәк төшөп, берәй өй эргәһендә өйөрөлөп китһә, был ғаиләгә именлек hәм бәхет килә. Ул рустарҙың, боронғо римлыларҙың, германдарҙың, скандинавтарҙың ырымдарында ла алдан күреү hәләтенә эйә булған сихри ҡош hанала.
Ҡаҙаҡтарҙың тәү атаhы Ҡалша Ҡаҙыр тураhындағы риүәйәттә эскерhеҙ аҡҡош алышта ауыр яраланған батырҙы тулыhынса hауыҡтыра. Тыва, бүрәт, селькуп hәм кет мифтарында ул шамандарҙың ярҙамсыhы итеп тасуирлана: ҡамлаған ваҡытта уларҙы өҫкө донъяға алып менә. Селькуп фольклорында дошмандар менән аяуhыҙ алышҡан батырҙарға ла ярҙамға мөғжизәле аҡҡош килә: hауанан дошмандар өҫтөнә таштар hәм уҡтар яуҙыра. Үлемһеҙ Кощей менән бәйле рус эпик әҫәрҙәрендә аҡҡош батша улы Иванға Кощейҙың йәне йәшерелгән йомортҡаны алып осҡан өйрәкте тоторға ярҙам итә. Немецтарҙа иһә диңгеҙселәрҙе һаҡлаусы hәм ҡурсалаусы изге ҡош тип кәүҙәләнә.
Хакастар ышаныуынса, аҡҡоштоң муйын тиреһенән тегелгән моҡсайҙа аҡса һаҡлаған кешенең һәр ваҡыт аҡсаһы буласаҡ. Бүрәт риүәйәттәрендә аҡҡош-ҡыҙҙар фәҡирҙәргә байлыҡ бүләк итә. Көньяҡ Азия халыҡтарында ла ул байлыҡ, уңыш символы булараҡ ҡабул ителә.
Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыһы “Ырк битиг”та (“Яҙмыштар китабы”) ошондай хәл бәйән ителә. Бер яугирҙың аты хәлдән тайғас, ҡайҙандыр аҡҡош килеп сығып, hуғышсыны арҡаhына ултыртып ала һәм ата-әсәһенә алып ҡайта. Ҡаҙаҡ ҡиссаhында бер туғандар араһында ыҙғыш сығып, герой ер аҫты батшалығына барып эләгә. Бер изгелекле ҡарт, ҡошҡа әйләнеп, уны яҡты донъяға сығара.
Кешеләрҙе ҡанаттарына ултыртып осоусы йә уларҙың кәмәләрен hыуҙа hөйрәп йөрөүсе ғәҙәти булмаған аҡҡоштар япон, көнсығыш славян, немец, дат халыҡтары поэмаларында ла осрай. Ә Атлантик океандың теге яҡ тарафтарында бындай мотивтарҙы ҡара ботлолар (Канада), карьер, оджибве, майями, сенека (АҠШ), теуэльче (Чили) индеецтар ҡәбиләләренең гимндарында табырға мөмкин.
Был фольклор материалдары Европа, Азия һәм Америка халыҡтарының барыһында ла, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, аҡҡоштоң кешеләрҙе ҡурсалаусы тотемик тәүбаба булып hынланыуын раҫлай.
Башҡорт халҡы аҡҡоштоң һүрәте, хатта тәненең ҡайһы бер өлөштәре лә магик көскә эйә, тип уйлаған. “Урал батыр” ҡобайырында уның ҡанаттары ғәҙәти булмаған энергияға, йәшәү көсөнә эйә. Ҡанаты һынған аҡҡош эпостың төп геройҙары (Йәнбирҙе, Йәнбикә, Урал һәм Шүлгән) ҡулына эләккәс, сәләмәт ҡанатын һелкеп ебәреүе була, унан өс ҡауырһын төшә. Был ҡаурыйҙар менән яралы ҡанатынан һарҡып торған ҡанды hөрткәс, ҡайҙандыр өс аҡҡош килеп сыға ла уны алып китә.
Малайҙарҙың түбәтәйенә аҡҡош йөнө тегеп ҡуйыу уны насар күҙҙән һаҡлай, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән байрам еләненең арҡаһына биҙәк өсөн тегеп ҡуйылған ҡаурый шулай уҡ кире көстәрҙән һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән. Аҡҡош ҡаурыйы менән тырнағы борондан бетеү итеп ҡулланылған. Силәбе өлкәhе Ҡоншаҡ районы ҡармыш-юрматыларының hәм гәрәй-ҡыпсаҡтарының “Аҡҡош һөтө” тигән уйҙырмаhында аҡҡош һөтө (бәлки, ҡаны тураһында һүҙ баралыр) йәшәү эликсиры, мөғжизәле эсемлек итеп күрһәтелә, уны эскәндән һуң батша шунда уҡ һауығып китә.
Илеш районы ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары йорт тәҙрәләрен бер-береһенә ҡаршы осоп барған аҡҡош һындары менән биҙәй. Бындай элементтар Бүздәк районы ҡанлыларында hәм Хәйбулла түңгәүерҙәрендә лә осрай, улар фекеренсә, биҙәк йорт-ҡураны насар көстәрҙән һаҡлап тора.
Бындай ышаныуҙар Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтарында ла күҙәтелә. Алтай, ҡырғыҙҙарҙа аҡҡош ҡаурыйынан яһалған шаман башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар hәм балалар өсөн эске яғына ҡош тиреһе тегелгән бишмәттәр ошо хаҡта һөйләй. Татар фольклорында аҡҡоштоң эске ағзалары һауыҡтырыу сифатына эйә, тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, бер новеллала ауырып ятҡан бабайҙы кейәүҙәре изге ҡоштоң бауырын һәм йөрәген ашатып дауалай. Ханттарҙа ауырлы ҡатын алдан уҡ аҡҡош тиреһенән йылы юрған тегеп ҡуя, ул тыуасаҡ баланың ғүмерен һаҡлаясаҡ, тип күҙаллайҙар.
Был ҡош һүрәттәрен Байкал буйы бүрәттәре шамандарының таралғыhында осратырға мөмкин. Бүрәт, хант, манси, селькуп, кеттарҙың табыныу урындарында еҙҙән эшләнгән аҡҡош һындары ла булған. Нанайҙарҙың туй сапандарына, шулай уҡ шаман костюмдары итәктәренә ҡош биҙәктәре сигеү күренеше күҙәтелгән. Рус ҡыҙҙарының баш кейемдәренә пар аҡҡоштар сигеү шулай уҡ киң таралған.
Себер татарҙарында ағас hауыттарҙың тотҡаhын ошо ҡош башы рәүешендә эшләү, нанай, орочи hәм башҡа Алыҫ Көнсығыш халыҡтарында балыҡсылар кәмәhенең моронон аҡҡош hыны менән биҙәү күренештәре лә уларҙы ҡулланыусы кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү теләге менән бәйле.
Аҡҡош hындарына hәм hүрәттәренә тылсымлы мәғәнә биреүҙең тамырҙары бик боронғо замандарға барып тоташа. Был турала Иркутск өлкәhенең Мальта ауылы янындағы тәүтормош кешеләре торағында табылған аҡҡош hыны (мамонт һөйәгенән ҡырып яһалған, б.э.т. 23—19-сы мең йыллыҡтар), Ангараға ҡойған Белая йылғаhы ярында урынлашҡан Шумилиха ауылы эргәhендәге неолит дәүере ҡәберлегенән (б.э.т. III мең йыллыҡ уртаhы) ҡаҙып сығарылған hөйәктән эшләнгән скульптура, Свердловск өлкәhе Горбуново торф hаҙлығында hаҡланған, hабы аҡҡош башына оҡшатып ҡырылған ағас ҡалаҡ (б.э.т. III—II мең йыллыҡтар), Таулы Алтайҙағы Баҫырыҡ ҡурғанынан алынған, йөндән баҫылған аҡҡош фигураhы (б.э.т. V—III быуаттар) hөйләй.
Ҡулланыу әйберҙәрендә аҡҡош hүрәте б.э.т. III мең йыллыҡтар тирәһендә осрай башлай. Аҡ диңгеҙҙең Двина ҡултығы ярындағы Кузнечиха торағында табылған балсыҡ hауыттың ҡабырғаhына төшөрөлгән рәсем б.э.т. II мең йыллыҡтың беренсе яртыhына ҡарай. Көнбайыш Себерҙәге Тух-Сигат — IV ултырағында ҡаҙып сығарылған балсыҡ hауыт ярсығында кәүҙәләндерелгән аҡҡош биҙәге бронза дәүеренә инә. Һун яугирҙары хәнйәрҙәре ҡынындағы hыҙымдар б.э.т. I мең йыллыҡҡа тап килә. Үзбәкстандағы Ҡуй-Ҡырылған ҡалаhы мавзолейы емереклектәрендә табылған аҡҡош башлы hүрәт менән биҙәлгән балсыҡ hауыт б.э.т. IV—III быуаттар осоро менән билдәләнә.
Ҡаяларға төшөрөлгән аҡҡош hыҙмалары ла ифрат ҙур майҙанда — Карелиянан алып Хабаровск крайына тиклем таралған.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа, бындай орнаменталь композициялар төрлө мәғәнәгә эйә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың туй сапандарын, күлдәктәрен, маңлай бәйләместәрен, шамандарҙың йола кейемен был ҡош рәсемдәре менән биҙәү — боронғо кешеләрҙең был hүрәттәрҙе бәндәләрҙе яҡлаусы hәм hаҡлаусы тип ҡабул итеүҙәренең сағылышы. бынан тыш, изге ҡош йәш килендәргә бала табыу hәләте бирә, ә шамандарҙы тотемға хас сифаттар менән “яңынан тыуҙыра”, тип ышанғандар, күрәһең.
Көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабаға төшөрөлгән аҡҡош һүрәттәре, һырлап эшләнгән һындар уңыш, ризыҡ муллығын һаҡлап тороусы символ булараҡ баhаланған булhа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта улар, таш ҡаяларҙағы һыҙмалар кеүек, тотем ҡошто үрсетеү сараhының бер сатҡыhы булыуы мөмкин.
Күп халыҡтарҙың фольклор әҫәрҙәрендә аҡҡош ғүмер биреүсе илаhи зат булараҡ ҡабул ителә. Ошоға оҡшаш идея “Урал батыр” ҡобайырында ла һиҙелеп ҡала: кешесә һөйләшкән ҡош йәншишмәнең ҡайҙалығын белә һәм геройҙарға юлды күрһәтергә әҙерлеген белдерә. Бүрәт хикәйәтендә һауала йәшәгән өс ҡыҙ-аҡҡош үлгәндәрҙе терелтеү һәләтенә эйә. Нанайҙарҙың халыҡ ижадында ла аҡҡош дауалаусы итеп һүрәтләнә. Рус былиналарында баhадир ҡыҙ Лыбедь hәм ҡыҙ батша Белая Лебедь үле hәм тере hыу, йәшәртеү алмалары хужабикәләре итеп тасуирлана.
Был сюжеттарҙың барыһында ла боронғоларҙың был ҡошто йәшәү көсө биреүсе сығанаҡ булараҡ ҡабул итеүе күренә. Был фекер шуның менән дә нығытыла — ҡайһы бер халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, кешенең йәне аҡҡошҡа әйләнә, тигән ышаныу hаҡланған. Пермь крайының Барҙа районы ғәйнәләре, изге кешеләрҙең йәне аҡҡош булып күренә, тиҙәр.
Сыуаштар фаразлауынса, Ҡош юлы — кейек ҡаҙҙар юлы, үлгән кешеләрҙең йәне уның буйлап теге донъяға юллана. Эн халҡы үлгән сабыйҙы ҡаҙ ҡанаттары тегелгән бишектә ерләй. Ата-әсәһе: “Һин бейеккә осоп китәһең, йәнең икенсе берәй балаға кәрәк буласаҡ”, — тип әйтә. Күрәһең, сыуаштар, эндар ҡаҙҙарҙы үлгән кешенең йәнен теге донъяға оҙатып йөрөүсе изге ҡош тип фаразлағандарҙыр. Мансилар алтындан йәки баҡырҙан ҡойолған аҡҡош фигураларын үлгән ата-бабаларҙың йәне hыйынған урын тип иҫәпләгәндәр.
Эвенк, негидал, орочи, ульчи халыҡтары мифтарында буласаҡ шамандарҙың йәне әсә ҡарынына үтеп ингәнгә тиклем аҡҡош бәпкәләре ҡиәфәтендә донъя ағасының ботаҡтарында көн күрә. Ҡайһы бер мосолмандар ышаныуынса, хаҡ динле кешеләрҙең йәне, аҡҡошҡа әйләнеп, Алла тәхете аҫтына hыйынып тора, имеш. Немецтарҙың дини хөрәфәттәрендә эскерhеҙ, саф ҡыҙҙарҙың йәне, аҡҡошҡа әйләнеп, донъя буйлап осоп йөрөй, тигән ҡараштар теркәлгән.
Үрҙә телгә алыныуынса, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының (Ғ.Сәләм версияһы) финал өлөшөндә башҡорттарҙа ла ошоларға тартым ышаныуҙар булғанлығын күрәбеҙ. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу фажиғәле һәләк булғас, уларҙың ҡәбере өҫтөндә ике алмағас үҫеп сыға. Уларҙың һутынан ике аҡҡош барлыҡҡа килә. Был сюжеттан күренеүенсә, эпоста бер-береһенә ғашиҡ егет менән ҡыҙҙың йәндәре аҡҡошҡа әүерелеүе тураhында hүҙ бара. Бындай фараз донъя мифологияһы традицияларына ла хас. В.Пропп фекеренсә, “ағаста ултырған ҡош мотивы — әруах рухы символы”.
Боронғо кешеләр әҙәмдең йәне уның теге йәки был ағзаhында урынлашҡан, тип ышанған. Әйтәйек, йәhүдтәр уны йөрәктә урынлашҡан тип күҙ алдына килтерhә, ҡытайҙар кеше йәненең бауырҙа булыуында шикләнмәгән. Ошондай фараз башҡорттарға ла хас. Башҡорт телендә “бауыр” һүҙе “йән” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тәүтормош кешеләре, тотемик фекерләүҙәрҙән сығып, бәндәнең рухы тотем йәнлектең йөрәге йәки бауырында урынлашҡан, тигән hығымтаға килгәндер. Шуның өсөн дә борон йәнлектең йөрәге менән бауыры юғары баһаланған, ул өлөштәр Хоҙайҙың иң теләгән ҡорбаны hаналған. Йөрәк-бауыр менән геройҙарҙы hыйлағандар, ауырыу-hыҙлауҙарҙы дауалағандар, улар кешегә йән индерә, тип инанғандар. Аҡҡоштоң йөрәге менән бауыры ла ошондай уҡ фекер йөрөтөүҙәр менән бәйле.
Башҡорттарҙа аҡҡош культы Һомайҙы хөрмәтләү, ололау менән бәйле. “Урал батыр” ҡобайырында ул — ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың ҡыҙы, аҡҡош hүрәтенә лә, һылыу ҡыҙ төҫөнә лә инә.
Һомай ерҙә лә, әсәһе эргәһендә күктә лә йәшәй. Бер ваҡыт ул аҡҡош кейемендә “донъя күрергә” осоп сығып китә. Әммә Урал, уның өлкән ағаһы Шүлгән һәм уларҙың ата-әсәһе ҡорған ауға эләгә. Һунарсылар уның башын үткер бысаҡ менән өҙә сабырға йыйынғанда, ул, телгә килеп:
“Ер ҡошонан түгелмен —
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен —
Барығыҙға билдәле
Ҡояш тигән әсәм бар.
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Атам барыбер табыр ул.
Самрау тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙымын.
Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Илемә мин ҡайтайым...” —
тип өндәшкән, ти.
Аҡҡош үҙен иреккә ебәреүҙәрен һораған. Етмәһә, уның ите ашарға яраҡһыҙ, әсәһе Ҡояш уны сабый сағында Йәншишмәнең һыуында йыуған икән. Бының өсөн Һомай уларға Йәншишмәгә юл күрһәтергә лә вәғәҙә бирә, тик аҡҡоштар осоп килеп, уны алып китә.
Һомай-аҡҡош — Хоҙай ҡошо. Ул Ҡояш һәм соляр алла Самрауҙың ҡыҙы ғына түгел, үҙе лә ҡояшты һынландыра. Был хаҡта уның түбәндәге hүҙҙәре hөйләй:
“...Алтын сәсем таратһам,
Нурға илде күмәмен,
Көндөҙ ергә нур һибәм,
Кисен айға нур бирәм”.
Һомайҙың ҡояш асылы Зәрҡүм-йыландың ҡыҙҙы йотоу эпизодында ла күренә:
“Зәрҡүм ҡыҙын ҡарпығас,
Күктә ҡояш тотолған...
Һомайҙың да юҡлығын
Барыһы ла аңлаған”.
Боронғо ырым буйынса, уның ут булып һауанан осоп барғанын күргән кеше бәхетле була. Бында ла Һомайҙы ҡояш һәм утҡа оҡшатыу күренеше ята.
“Урал батыр” ҡобайырында Һомай — атаһы иленең ысын хужаһы, ғифриттәр, иблиси заттар менән көрәшеүсе: ерҙе ярып, унда Шүлгән менән Зәрҡүмде ташлай. Яман заттар унан тырмашып сығырға маташҡанда ер
уйымын һыу менән тултыра. Йәғни Һомай ерҙе ярыу, космик масштабта туфан һыуы ҡалҡытыу (кешеләр файҙаһына) көсөнә эйә.
Үлемhеҙ иртәктә Һомай Урал батырҙың ярҙамсыһы булып сығыш яһай. Уға тылсымлы күк аты Аҡбуҙатты hәм булат ҡылыс бүләк итә.
Донъяны тыуҙырыусы Урал батырҙың ҡатыны булараҡ, Һомай башҡорттар йәшәгән ерҙә уңайлы шарттар булдырыуҙа ҡатнаша. Уның ҡушыуы буйынса Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы уртаға яра сабалар, ер аҫтынан Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш йылғалары урғылып ағып сыға. Айһылыу менән Шүлгәндең улы Һаҡмар тағы бер йылғаның үҙәнен йырып ебәрә. Һомай Урал тауына йәнлектәр һәм ҡоштар эйәртеп килтерә, уларҙың артынан мифик үгеҙ Ҡатил һәм күк аты Аҡбуҙаттың нәҫеле күсә.
Үрҙә билдәләнеүенсә, Һомай, Урал батырҙың ҡатыны һәм Иҙелдең әсәһе булараҡ, ете башҡорт ырыуының тәү инәһе hанала. Ошо уҡ мотив “Аҡбуҙат” эпосында ла сағыла: Һомай — һыу аҫты батшалығында тотҡонда булған ҡыҙҙарҙың әсәһе, тиелә әҫәрҙә. Ире һәләк булғандан һуң мәңгелеккә аҡҡошҡа әйләнгән Һомай аҡҡоштарҙың да тәү әсәһе тип иғлан ителә, йәғни тотемик тәү инә булып hүрәтләнә. Был идея башҡорттарҙың антропонимдарында ла күҙәтелә. Улар араһында Һомай тамырлы ҡатын-ҡыҙ исеме киң таралған.
Ышаныуҙар буйынса, Һомай тылсымлы көскә эйә. Башҡорт шағиры һәм ғалимы Т.Ялсығоловтоң (1768—1838) XVIII быуатта теркәгән бер яҙмаһында әйтелеүенсә, әгәр ҙә һауала осоп барған Һомайҙың күләгәһе берәй кешегә төшһә, ул йыһан батшаһы буласаҡ, имеш.
Ғафури районы гәрәй-ҡыпсаҡтарынан яҙып алынған “Һомай-ҡош” әкиәтендә бер поп Һомай ҡоштоң йөрәген һәм мейеһен ашатҡан тол ҡатынға өйләнергә ризалығын белдерә. Был ҡатын үҙенең ихатаһында йәшәгән Һомай ҡошто һуйып, ҡаҙанға башын һәм йөрәген бешерергә һала. Әммә был ризыҡтарҙы яңылыш ҡына үгәй улдары ашай ҙа ҡуя: өлкәне — йөрәген, кесеһе — ҡоштоң башын. Асыуланған үгәй әсәй улдарын тауҙар артына алып барып, йыртҡыс йәнлектәргә ташлап китә. Егеттәр, оҙаҡ ҡына урман эсендә аҙашып йөрөп, бер юлға килеп сыға һәм икеhе ике яҡҡа китә. Өлкән ағаһы бер ҡалаға юлыға, унда батша һайлайҙар икән. Кемдең иңенә Һомай ҡош ултыра, шул батша булырға тейеш була. ҡош өс тапҡыр был егеттең иңенә ҡунғас, уны батша итеп һайлайҙар. Ә кесе ҡустыһы мөғжизәле әйберҙәрҙең эйәһе булып китә, ҡоштар телен аңларға өйрәнә һәм батша-ҡыҙға өйләнә.
Был сюжеттарҙа боронғо кешеләрҙең тотем ҡош яҙмышты үҙгәртеү hәләтенә эйә, тигән тоҫмаллауы hәм, тотем итен ашап, уны ишәйтеү, уға ылығырға тырышыу йолаhының эҙе күренә.
Ошондай уҡ фекер “Аҡбуҙат” эпосында ла тасуирлана: яралы ҡанаттарын дауалағаны өсөн Һомай төп герой Һәүбәнде, ҡанаттарына ултыртып, Мәсем хандың яуыз ярҙамсылары ете башҡорт батырын ҡол итеп һатҡан диңгеҙ аръяғындағы батшалыҡҡа алып барырға тәҡдим итә. Тик кире осҡан саҡта егет, үҙенең һәм азат ителгән батырҙарҙың бот итен ҡырҡып, ҡошҡа ашатып барырға тейеш була. Ҡош яраларҙы Аҡбуҙаттың ауыҙынан сыҡҡан күбек менән дауаларға кәңәш бирә.
Бында Һомайҙың кеше итен ашауға әүәҫ булыуы тураhында hүҙ бармай. Күсәгилешлелек ғәмәлдәрен тормошҡа ашырған саҡта hынауҙарға дусар ителгән йәштәрҙе йотоусы hәм уларҙы тере көйөнсә кире сығарыусы, уларҙы кешеләр төркөмөнөң тулы хоҡуҡлы ағзалары итеп “яңынан тыуҙырыусы”, ҡурсалаусы рухтың тылсымлы ғәмәлдәре тураhындағы бик боронғо уйҙырманы хәтерләтә был эпизод.
Һомай ғаилә ҡороуға, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә, ҡатын-ҡыҙҙың түллелеген ҡурсалай.
“Зәйнулла һәм Матурлыҡ” хикәйәтендә герой ҡыҙ Зәйнуллаға ғашиҡ була һәм һағыныуынан ауырыуға hабыша. Уны бары тик Һомай ҡоштоң йомортҡалары менән генә дауалап була, имеш. Был турала ишеткәс, Зәйнулла, ҡоштоң ояһын табып, өс йомортҡа алып килә. Ҡыҙ уларҙы һытып эсеүе була, шунда уҡ һауыға һәм яратҡан егетенә кейәүгә сыға. Тиҙҙән Зәйнулла — батша, ә сибәр ҡатыны батшабикә булып китә. Башҡорттарҙың бала табыуға бәйле йолаларында Һомай ауырлы ҡатындарҙы ҡурғаусы булып та hанала: бала ауыр килгәндә кендек инәһе ҡошҡа мөрәжәғәт итә һәм ҡатынға имен-аман бушанырға ярҙам итеүен ялбара.
Алда әйтелгәнсә, “Урал батыр” ҡобайырында аҡҡош-Һомай магик йәшәү көсөнә эйә. Ул ҡаурыйы менән яраларҙы дауалай, уның аша үҙенә ярҙамға аҡҡоштарҙы ла саҡыра. Атаһы Самрауҙа ла hауыҡтырыу һәләте бар: “Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ”, “Аҡъял батыр” әкиәттәрендә ул батырҙарҙың яраһын ҡанат елпеүе менән еңел генә уңалта.
Һомай / Умай / Гюма / Май (башҡа варианттары булыу мөмкин) — ҡояш аллаһы-әсә, түллек, муллыҡ алиһәһе, бала табыусыларҙы һәм балаларҙы яҡлаусы, айырым геройҙарҙы, халыҡтарҙы, илдәрҙе һаҡлаусы, бәхет, байлыҡ таратыусы булараҡ урал-алтай, ҡытай-тибет, һинд-европа, семит-хәмит халыҡтарына, боронғо шумерҙарға, этрусктарға һ.б. билдәле булған. Атап әйткәндә, Умай / Хумай / Хуба / Гюма / Ума боронғо төркиҙәрҙең, балҡар, ҡарасәй, ҡумыҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, алтай, хакас, шор, тыва, яҡут, бүрәт, монгол, нанай, ҡытай, индуис, иран, ғәрәп, урарту, латыш, ҡырым һәм себер татарҙарының, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың мифологияhында уңдырышлыҡты ҡурсалаусы илаhи зат итеп һүрәтләнә.
Күп халыҡтар традицияларында Һомай — балаларҙы һәм әсәләрҙе һаҡлаусы алиһә-әсә. Боронғо төркиҙәрҙең пантеонында Умай иң юғары алланың — Тәңренең (Һауаның) ҡатыны. Алтай төркиҙәрендә ул юғары алла — Жайыҡтың ҡатыны, X быуатҡа ҡараған боронғо уйғыр текстарында иһә изгелек килтереүсе батшабикә тип һүрәтләнә.
Хакастарҙың инаныуҙарында Ымай-идже — балаларҙың йәнен һаҡлаусы, яңы тыуған балаға йән алып килеүсе. Нанайҙарҙың ышаныуы буйынса, Майдя-ыне / Умай үлгәндәрҙең йәнен терелтә, балаларҙың йәнен һаҡлай. Шор, хакас халыҡтары, эвенктар фекеренсә, “Умай” / “Оми” һүҙе аҡҡош сүрәтендәге бала йәнен аңлата. Ул, ҡарынға инеп, ҡатын-ҡыҙҙы ғоманлы итә һәм баланың тормошона башланғыс һала, имеш.
Бәлки, шуғалыр ҙа балҡар, ҡарасәй халыҡтарында Умай-эне үлем аллаһы булып һанала. Урта Азия һәм Иран халыҡтарында Хума / Хумай үлеләр донъяһы менән бәйле. Был этностарҙың мифтарында ул — ҡош-некрофаг. Ҡырғыҙ фольклорында Хубай-кус тигән мәкерле ҡош образы бар. Һомай, йән биреүсе булараҡ, ҡараңғы көстәр кәүҙәләнешенә әйләнеп китеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, шор, хакас инаныуҙарында яҡты Умай ҡарындағы балаға йән бирә, ҡараңғы Умай имсәк балаларҙың йәнен урлай. Алтай һәм шор халҡында Умай үлгән кешенең йәнен теге донъяға алып китә. Бындай ҡараштар башҡорт халҡында ла осрай.
Боронғо төрки, уйғыр, балҡар, ҡарасәй, үзбәк, ҡырғыҙ, алтай, хакас, монгол, нанай халыҡтарының эпик әҫәрҙәрендә алиhә Умай (Май h.б.) батырҙарҙың, ҡәүемдәрҙең, дәүләттәрҙең таянысы тип иғлан ителә. Үзбәк, төркмән, иран ҡиссаларында Хумай / Умай ҡош батша хакимлығы символы итеп күҙаллана.
Урал-алтай халыҡтарының дини ҡараштарында Һомай / Хумай / Умай сығышы менән ҡош hүрәтенә бәйле. Улай ғына түгел, ҡарасәй, ҡумыҡ, төркмән, уйғыр, алтай, хакас, тыва, шор, яҡут, бүрәт, нанай, курд телдәрендә Умай / Хумай / Хуба / Хубай / Хуу / Куу h.б. атамалар “аҡҡош”, “аҡҡош ҡыҙ” төшөнсәләрен аңлата. Уларҙы ҡытай телендәге “хун” hәм боронғо hиндтарҙың “hamsa” — аҡҡош тигән hүҙҙәр менән сағыштырып була.
“Урал батыр” ҡобайырында Һомай иртәнге ҡояшты белдерә. Бындай сюжеттар башҡа халыҡтарҙа ла бар. Боронғо төркиҙәр, Урта Азия халыҡтары, телеуттар, шорҙар, бүрәттәр, индуистар, ирандар, урартулар, йемендар Умайҙы ҡояшҡа, яҡтылыҡҡа тиңләй. Ҡарасәйҙәр, балҡарҙар уны — йорт усағын һаҡлаусы, алтайҙар hәм хакастар ут алиhәhе тип ҡабул итә. Ҡырғыҙҙарҙа Умай-эне тулыhынса ут, усаҡ төшөнсәләре менән бәйле.
Аҡҡош башҡорт ауыҙ-тел ижадында ҡояш тәбиғәтле ҡош булып hынлана. Балтас районы ҡыр-таныптары юрауынса, ауыл өҫтөнән аҡҡош осоп үтhә — янғынға. Ошондай уҡ хөрәфәт сыуаш халҡында ла бар. Бер бүрәт риүәйәтендә һөйләнелеүенсә, һунарсы аҡҡош ояһын туҙҙырып, уның бәпкәләрен өйөнә алып ҡайта. Аҡҡош, унан үс алыу маҡсатында, суҡышына ут эләктереп алып килеп, һунарсының йорто ҡыйығына ташлап китә, шул сәбәптән тотош ауыл янып юҡҡа сыға. В.Котов бындай ҡараштарҙың сығанағы урал халыҡтарының мифологик традицияларына барып тоташа, тип тоҫмаллай. Ысындан да, фин-уғыр мифтарында ҡояш көндөҙ күк көмбәҙе буйлап көнсығыштан көнбайышҡа аттар егелгән арбала үтhә, төнөн ер аҫты океаны буйлап аҡҡош йә өйрәк тартып йөрөткән кәмәлә кире йөҙөп ҡайта, тигән сюжет hаҡланған. Аҡҡош-ҡыҙҙың ҡояшҡа әүерелеү эпизоды ненецтар фольклорында ла осрай.
Шул уҡ ваҡытта был ҡош тураhында ошоға оҡшаш фекерҙәрҙең эҙе алтай, hинд-ҡытай, hинд-европа, кавказ, афразий (семит-хәмит) ҡәүемдәрендә hәм Төньяҡ Америка индеецтарында ла теркәлеүен күҙ уңынан сығармаҫҡа кәрәк.
Ауаздаш күҙаллауҙар боронғо славяндарға ла хас булған. Был турала Көнбайыш Польшала Познань ҡалаhы эргәhендәге Радолинск ауылында табылған хазиналар (б.э.т. VII быуат) араhындағы беләҙеккә төшөрөлгән аҡҡош-ҡояш hүрәте hөйләй. Ундай биҙәктәр б.э.т. VIII—VII быуаттарҙа Германияла йәшәгән боронғо лужица славяндары ҡаптырмаларында ла (фибула) күҙәтелә. А.С.Пушкиндың Салтан батша тураhындағы әкиәтендә аҡҡош-батша ҡыҙы үҙенең нурҙары менән “көндөҙ хоҙай яҡтыhын уҙҙыра, төнөн ерҙе яҡтырта”.
Боронғо гректарҙың ҡояш аллаhы Аполлон йыhанда аҡҡоштар егелгән ике тәгәрмәсле арбала елдереп йөрөй. Аҡҡоштар ярҙамында әйләндерелгән ҡояш тәгәрмәсе hүрәтен боронғо этрусктар сәнғәтендә табырға мөмкин.
Боронғо мысырҙа был ҡош ҡояш аллалары Ра менән Амонды тыуҙырыусы hәм уларҙың кәүҙәләнеше тип hанала. Ер өҫтө донъяhын яҡтыртыусы аҡҡош-ҡыҙ образы Төньяҡ Америка алгонкиндары фольклорында ла бар.
Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, төркмән, ҡалмыҡ, бүрәт, карел, мордва, удмурт, хант, манси, кет, литва халыҡтарының ауыҙ-тел ижадында hәм хөрәфәти ышаныуҙарында аҡҡош изге ҡош булып сығыш яhай. Алтай, хант, вепс, удмурт, нганасан, селькуптарҙа ул алла ҡошо булараҡ ҡабул ителә. Скандинавия халыҡтары сагаларында аҡҡош юғары алла Одиндың ярҙамсыhы ролен башҡарhа, индуистарҙа — юғары алла Брахманың, гректарҙа астрономия музаhы (алиhәhе) Уранияның осор ҡошо булып hынлана.
Яҡуттарҙа алиhә-әсә Айысыт, Обь уғырҙарында төп аллаларҙың береhе Мир-Суснэ-Хум, комиларҙа донъяны тыуҙырыусы алла Ён, ҡытайҙарҙа кешеләрҙе, бигерәк тә ҡатындарҙы ҡурсалаусы илаhи ҡош-батша фэнхуан, боронғо hиндтарҙа иң бөйөк аллалар исемлегенә ингән Варуна, рустарҙа hәм украиндарҙа Белобог, гректарҙа Зевс менән Аполлон, Скандинавия халыҡтарында яҙмыш алиhәләре норндар аҡҡош ҡиәфәтенә инә алғандар.
Себер татарҙары, алтайҙар, долгандар, бүрәттәр, ненецтар, нанайҙар hәм оджибве индеецтары (Канада) космогоник риүәйәттәрендә аҡҡош ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша (күпселек осраҡта ҡом, балсыҡ таба). Ҡайhы бер халыҡтар мифологияhында улар үҙҙәре алла булып кәүҙәләнә. Яҡут легендаларында ҡош кешеләргә ут алып килә, коми hәм рустарҙа ерҙе ғәмәлләй, чечен менән ингуштарҙа hыуҙы, үҫемлектәрҙе хасил итә. Селькуп менән эвенктарҙың дини ҡараштарында аҡҡош hунарсыларҙы ҡурсалаусы илаhи рух булып күҙаллана.
Шулай итеп, күреүебеҙсә, аҡҡош үҙендә тәү әсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалаусы, балаларҙы ҡурғаусы, батырҙарҙы яҡлаусы, халыҡҡа бәхет килтереүсе, илде hаҡлаусы сифаттарын туплаған илаhи зат рәүешендә ер шарының барлыҡ ҡитғаларында танылыу тапҡан.
Аҡҡошҡа табыныуҙың иң боронғо эҙҙәре үрҙә телгә алынған Иркутск өлкәhе Мальта торағында табылған аҡҡош hынында асыҡ күренә. Ошонан сығып, Д.С.Дугаров аҡҡош культының барлыҡҡа килеүен шул осорҙа Үҙәк Азияла, Көньяҡ Себерҙә йәшәгән таш быуат hунарсыларының хәҙерге төрки-монгол ҡәүемдәре ата-бабаларының йәнлектәргә hәм ҡоштарға булған тотемик ҡараштары менән бәйләй.
Бынан 19—23 мең йылдар элек Үҙәк Азияла ниндәй халыҡтарҙың ата-бабалары йәшәгәнен әйтеүе бөгөн бик ауыр. Шуныhы бәхәсhеҙ: улар 30—35 мең йылдар элек Австралияға аяҡ баҫҡан йәки 20 мең йылдар самаhы элек Төньяҡ Америкаға барып сыҡҡан кешеләр тоҡомона ҡараған. Аҡҡош культы ҡалдыҡтары Төньяҡ Америкала hәм Австралияла табылыуы ошондай фекергә килтерә. Австралия менән Америкаға башлап юл ярыусыларҙың аҡҡошҡа табыныуы Евразия hәм Төньяҡ Африкалағы тәүтормош кешеләренең уны илаhилаштырыуы менән бер тамырҙан булыуы шик тыуҙырмай.