Все новости
ФОЛЬКЛОР
9 Ноября 2018, 18:25

Ялан-ҡатай башҡорттарының ауыҙ-тел ижады*

* Тикшеренеү Рəсəй фундаменталь тикшеренеүҙəр фонды һəм Башҡортостан Республикаһы ярҙамында “Межрегиональные контакты и диалог культур в материалах фольклорно-археографических экспедиций в регионах РФ” проекты сиктəрендə уҙғарылды. №18-412-020006р-а Гөлнар ЮЛДЫБАЕВА, филология фәндәре кандидаты, Нәркәс ХӨББИТДИНОВА, филология фәндәре докторы, Әхәт СӘЛИХОВ, тарих фәндәре кандидаты 2018 йылдың йәйендә Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре: әҙәбиәтсе Нәркәс Хөббитдинова, фольклорсы Гөлнар Юлдыбаева, археограф Әхәт Сәлихов Ҡурған өлкәһенә сираттағы академик экспедицияға юлланды. Ғилми сәфәрҙең маҡсаты — хәҙерге көндә ялан-ҡатай ырыуы башҡорттарының рухи һәм матди мираҫының ни кимәлдә һаҡланыуын билдәләү, уларҙы йыйыу, өйрәнеү, боронғо китаптарҙы, ҡәберлектәрҙе, шулай уҡ иҫке зыяраттарҙы табыу һәм, ғөмүмән, төбәктә көн итеүсе ватандаштарыбыҙҙың тормошон күҙаллау, улар менән аралашыу ине.

Тарихҡа күҙ һалғанда, Ҡурған өлкәһе башҡорттарының үткәне, уларҙың йәшәйеше, рухи мәҙәниәте ғалимдарҙың иғтибарын күптән йәлеп итә, тип әйтергә була. Этнографтар Сергей Руденко, Рәил Кузеев, Наил Бикбулатов, Светлана Шитова, Рим Янғужин, фольклорсылар Кирәй Мәргән, Әхмәт Сөләймәнов, Салауат Галин, Фәнүзә Нәҙершина, тел белгесе Нәжибә Мәҡсүтова һ.б. үткән һәм хәҙерге быуат тарихсылары, тел белгестәре, антропологтарҙың хеҙмәттәрендә байтаҡ материал тупланған.

Ҡурған яҡтарына тәүге экспедиция Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1931 йылда уҙғарыла. Экспедицияға “Урал өлкәһенә ҡараған Ялан-Ҡатай, Башҡортостан йөмһүриәтенең Арғаяш төбәгендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләшеү хосусиәттәрен, лөғәт-һүҙлек, атамаларындағы айырмалыҡтарҙы тикшереү, халыҡ әҙәбиәтенән көй, моң, музыкаларына даир материалдар йыйыу өсөн бер отряд (Закир Шакиров етәкселегендә)” ебәрелгән. Йыйылған материалдар бер тәртипкә килтерелеп, З.Шакиров тарафынан архивҡа тапшырылған. Экспедицияның эш отчетына күҙ һалғанда, “...а) боронғо йырҙар: Төхфәт кантон, Азамат, Ҡолой кантон, Ҡият йылғаһы, Буғалы, Сын беләҙек, Ғәфифә, Ир-Таһир, Мәҙинәкәй, Киҙәгес, Садиҡ мулла: б) боронғо башҡорт тормошон, башҡорттарҙың иген сәсмәй, ер һатып бал эсеүҙәрен тәнҡит итеп сығарылған бер бәйет; в) төрлө йөкмәткеле йырҙар (мөхәббәт, дуҫлыҡ), тәҡдимгә буйһоноу һәм башҡалар; г) ҡыҙ күскәндә әйтелә торған һамаҡтар (сеңләү). Шулай уҡ, хәҙерге тормошҡа бәйләнешле йырҙар: а) комсомол, пионер йырҙары; б) аллаһыҙлыҡ, яңы әлиф, колхоз. Контрактация, Ленинды һағыныу, Чемберлендән көлөү, ашлыҡ йәшергән кулак; г) контрреволюцион йырҙар, ауылдан һөрөлгән кулактарҙы ҡыҙғанып, колхозсыларҙан көлөп, ауыл активтарын хурлап сығарылған йырҙар; д) яңы таҡмаҡтар” [8] яҙып алынған.

1959 йылда фольклор экспедицияһы аталған өлкәнең Әлмән, Сафакүл ра­йондарына Кирәй Мәргән етәкселегендә сыға (экспедиция ағзалары: С.Галин, Н.Шоңҡаров). Материалдарҙан күренеүенсә, был төбәктә халыҡ ижадына битараф булмаған, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған йырлы-моңло халыҡ йәшәгән. Экспедиция ағзалары тарафынан эпик әҫәрҙәр (4 иртәк), бәйеттәр (“Һаҡ менән Һуҡ”, “Ғәйшә”), тиҫтәләрсә йырҙар (оҙон йырҙар, төрлө ҡыҫҡа йырҙар), сеңләүҙәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар яҙып алыныуы билдәле.

1968 йылда тел ғалимдары Н.Мәҡсүтова етәкселегендә диалектология буйынса экспедиция уҙғара һәм үҙенсәлекле материал туплай.

1970 йылда фольклорсылар С.Галин, Ф.Нәҙершина тарафынан өлкәнең Әлмән районы өйрәнелә һәм “Йософ менән Зөләйха” тарихы, бер әкиәт, “Сәйетхужа”, “Тәфтиләү”, “Ашҡаҙар”, “Арғужа”, “Һаҡмар”, “Азамат кантон” һ.б. үҙ көйлө, ҡыҫҡа йырҙар (барлығы егерме өс йыр), бихисап мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, йолалар (“Ҡарға туй”, туй йолалары, таҫтамал ҡотлау, сеңләү, һамаҡтар), ышаныуҙар, ырым-юрауҙар, халыҡ медицинаһы буйынса, мифик заттар тураһында, шулай уҡ ауылдар тураһында мәғлүмәттәр, иҫтәлектәр яҙып алынған.

1997 йылда Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондарына берләштерелгән ғилми-тикшеренеү экспедицияһы ойошторола. Экспедиция етәксеһе — филология фәндәре докторы Ә.М.Сөләймәнов, ағзалары: телсе Э.Ишбирҙин, этнографтар М.Муллағолов, М.Мырҙабулатов, Р.Йосопов, З.Миңлебаева, телсе Н.Зарипова, фотограф Т.Сурина. Улар биш төрлө ғилми йүнәлеш буйынса тикшеренеүҙәрҙе маҡсат итеп ҡуя: хужалыҡ эштәре (һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, төрлө һөнәрселек, йыйыусылыҡ), никах-ғаилә ҡороу тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, халыҡ ижадын туплау, антропологияны (дерматоглифика, боронғо ҡәберлектәрҙе һәм иҫке зыяраттарҙы табыу), тел үҙенсәлектәрен өйрәнеү. Экспедиция Сафакүл районының — ун бер, Әлмән районының һигеҙ ауылында эшләп, байтаҡ материал туплай. Йыйылған материалдар архивҡа тапшырыла, ә улар нигеҙендә яҙылған ғилми мәҡәләләр айырым йыйынтыҡ булып баҫылып сыға [4, 6]. Халыҡ ижадына килгәндә,
“...ауыҙ-тел ижадында ғаилә-көнкүреш ғөрөф-ғәҙәттәре жанрҙары өҫтөнлөк ала; сеңләүҙәр һәм туй йолалары менән бәйле башҡа шиғри һәм ырым үрнәктәре; халыҡ медицинаһы һәм астрология күренештәре, төрлө ышаныу-хөрәфәттәр” [4, 14-се б.]. Шулай уҡ бик күп халыҡ уйындары, хикәйә-ҡомартҡылар, инанмыштар, йола поэзияһы, төрлө һынамыштар, халыҡ бейеүҙәре, биҙәү сәнғәте үрнәктәре теркәлгән.

Был йылдарҙа йыйылған ифрат бай һәм иң һутлы мираҫтың күп өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” баҫмаларында донъя күргән, фольклорсыларҙың фәнни эштәрендә ҡулланылып, ғилми даирәгә ингән.

2010 йылда иһә Г.Хөсәйенова етәкселегендәге төркөм Сафакүл, Әлмән райондарында эшләй (экспедиция ағзалары: Г.В.Юлдыбаева, Ф.Ф.Ғайсина). Өйрәнеү объекты итеп Сафакүл районының Субботино, Мырҙабай, Аҡкүл, Ҡалмыҡ-Әбдерәш, Абултай, Әлмән районының Тәңрекүл, Шәрип, Падъяс, Зәйнәкәй ауылдары алына. Ғалимдарға эпос текстары осрамай, урыҡ-һурыҡ “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосы тураһында мәғлүмәт теркәлә, бер әкиәт яҙып алына. Шулай ҙа Ай ҡыҙы тураһындағы легенда текстары, “Саҡ-Суҡ бәйете”, мөнәжәттәр, хөрәфәттәр, ырым-ышаныуҙар, йырҙар, таҡмаҡтар, төрлө һамаҡтар, йомаҡтар, әйтемдәр, уйындар, ауыл тарихтары һ.б. ҡағыҙға төшөрөлә. Йыйылған материалдар, улар нигеҙендә яҙылған ғилми мәҡәләләр айырым йыйынтыҡ булып донъя күргән [3, 7].

Был яҡтарға юғары уҡыу йорттары (БДУ, БДПУ) студенттарының фольк­лор, диалект өйрәнеү буйынса, музей вәкилдәренең экспедициялары ойошторолоуы ла билдәле. Йыйылған материалдарҙың бер ни тиклем өлөшө тикшерелеп, ғилми йыйынтыҡтарҙа, китаптарҙа, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртылған.

2018 йылда уҙғарылған комплекслы экспедиция ағзалары ла Сафакүл районының Сафакүл, Ҡалмыҡ-Әбдрәш, Аҡкүл, Аҙналы, Оло Солтан, Бикберҙе, Субботино, Мырҙабай, Абултай, Щучан районының Арыҫлан ауылдарында эш алып барҙы. Ҡурған өлкәһендә күп кенә башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы бер кемгә лә сер түгел. Мәғлүмәтселәр әйтеүенсә, ауылдарҙы ҙурайтыу маҡсатында бәләкәйерәк ауылдарҙан кешеләрҙе эрерәк хужалыҡ булған икенселәренә күсергәндәр. Әммә халыҡ әлеге көндә лә тыуған ауылын, ер-һыуын онотмай, йылылыҡ менән һағынып иҫкә ала. Элекке башҡорт ауылдары урынында иһә шул урында ауыл булғанлығы хаҡында мәғлүмәт яҙылған обелиск-таштар ғына тора.

Ялан-ҡатай башҡорттарының ихласлығы, һәр өйҙә асыҡ йөҙ менән, табын ҡороп, үҙ башҡортом килгән, тип ҡаршы алыуҙары күңелде йомшартты, ниндәй генә ихатаға барып инһәң дә Башҡортостан радиоһы һөйләп тороуы хайран ҡалдырҙы. “Беҙ бар яңылыҡты беләбеҙ, беҙ Башҡортостан менән йәшәйбеҙ”, — тип яратып, һағынып һөйләй улар. Шулай уҡ оло йәштәгеләрҙең мәшһүр фольклорсыбыҙ Әхмәт ағай Сөләймәновты онотмай, йылылыҡ менән иҫкә алыуҙары күңелгә хуш килде. Һәр ауылда, һәр ингән өйҙә тиерлек фольклорсы ғалимдың был яҡтарҙа экспедицияһы ваҡытында, йәки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһының етәксеһе булараҡ йөрөгәнен, әйткән һүҙҙәрен хәтерләүсе кешеләр байтаҡ осраны. Ғалимды һаман да иҫләүҙәре өсөн ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт.


Әлбиттә, үткән быуат фольклорсылары яҙып алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән халыҡ ижады өлгөләре күпкә ҡайтыш. Күп жанрҙарҙың юғалып ҡалыуы күңелде ҡырҙы. 2010 йылда уҙғарылған фольклор экспедицияһы ваҡытында яҙып алынған материалдарҙың әлеге көндә юғала барыуы ла һиҙелде. Быны, бәлки, ул йылда күҙгә-күҙ ҡарашып, боронғоларҙы һөйләп, йәнле әңгәмәләшеп ултырған оло быуын кешеләренең хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күсеүе менән аңлатып булалыр.

Шуға ла халыҡтың күңел дәфтәрендә һаҡланып ҡалған барлыҡ рухи хазиналарҙы йыйырға, түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға теркәргә тырыштыҡ. Материалдарҙы анализлағандан һуң, мөнәжәттәрҙе, йырҙарҙы, таҡмаҡтарҙы, туй йолаларын, сеңләүҙәрҙе, им-томды, тыйыуҙарҙы, ышаныуҙарҙы иң күп йыйылған жанр төрө, тип айырып әйтергә була.

Халыҡ ижадының ҙур жанры һаналған эпостарға килгәндә, халыҡ телендә уларҙың бары тик исемдәре генә ҡалған, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Таһир менән Зөһрә”, “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Йософ менән Зөләйха” кеүек әҫәрҙәрҙе һөйләүсе кеше юҡ. Эпос жанры был төбәктә “иртәк” тип аталыуы, халыҡ телендә был атаманың ни рәүешле йәшәүе хаҡында бығаса ғалимдарҙың яҙмаларында күҙәтелде [6].

Риүәйәт, легендаларға килгәндә лә, мәғлүмәт бик аҙ осраны. Ырыу-ҡәбилә, ауылдарҙың тарихы, уларҙың атамалары тураһында материалдар юҡ дәрәжәһендә.

Эш барышында ҡыҙыҡлы күренештәр ҙә булды. Әйтәйек, борондан Ай йөҙөндә көйәнтәһе, биҙрә-күнәктәре менән һынландырылған Зөһрә исемле ҡыҙ хаҡындағы билдәле легенда бында башҡасараҡ интерпретациялана. Дөрөҫөрәге, шул һүрәттең үҙгәреү кисереүе хаҡында “мәғлүмәт” бирелә. Баҡтиһәң, “...айҙа Зөһрә ҡыҙ тора, тиҙәр, көйәнтәләре менән. Тик хәҙер Зөһрә ҡыҙҙың биҙрәләре юҡ, ҡайҙалыр юғалған” (1), тип һөйләйҙәр. Был да халыҡ ижадының хәҙерге көндә үҙенсәлекле бер күренеше, үҫеше, тип әйтергә булалыр. Тимәк, халыҡ борондан тирә-яҡ мөхитте иғтибар менән күҙәтеүҙе, шуға үҙенсә аңлатма бирергә ынтылыуҙы ташламай, электән билдәле булған легенданың дауамын ялғап ебәргән. Киләсәктә, бәлки, уның тулы вариантын да осратырға насип булыр.

Халыҡ ижадының афористик ижад төрҙәре булған йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәргә килгәндә, ауылдарҙа йомаҡ ҡойоусыларҙың әле лә булыуы һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, Аҙналы ауылында йәшәүсе Абдуллин Мирас Фәтхетдин улы (1955 йылғы) шундайыраҡ боронғо йомаҡтар әйтеп шатландырҙы: “Лап-лап-лапылдай, лапан ағасы ҡалтырай, ынйы кеүек теҙелә, ефәк һымаҡ һуҙыла” (яуап: күк күкрәү, йәшен ялтырау); “Ғүмерем бер үтте, кейәүем бер үпте, уны ла күреп, ҡәйнәм артыма типте” (яуап: салғы менән бесән сабыу, тырмалап йыйыу); “Өйөм түңәрәк, ҡыл арҡан” (яуап: өйҙөң мүге); “Өҫтәлдәрҙә микетә, бер кешене ике итә” (яуап: көҙгө); “Унда ла, бында ла, өйөм тулы ҡандала” (яуап: өйҙә сөйҙәр); “Мөңрө-мөңрө-мөңрәгән, мөгөҙөн күккә терәгән, тана­уына тары һипкәс, бар шартына кинәнгән” (яуап: мунса мейесенә эҫе һибеү); “Тәпәш күктән ҡар яуа” (яуап: он иләү). Шулай уҡ Абултай ауылында йәшәүсе Сәйетова Фәрзиә Рәхимйән ҡыҙы ла (2) ҡыҙыҡлы йомаҡтарҙы иҫенә төшөрҙө.

Ҡурған өлкәһе халҡы телендә “Һаҡ менән Һуҡ” (“Саҡ-Суҡ” тип тә исемләнә) бәйетенең беҙҙең көндәрҙә бары тик проза формаһында йәшәүе билдәле булды. 2010 йылда уның ике поэтик варианты яҙып алынһа, 2018 йылда иһә ундай табыш осраманы. Әммә ололарҙың “Саҡ-Суҡ” бәйете көйөнә башҡа мөнәжәттәрҙе башҡарыуҙары — үҙе бер үҙенсәлек. Тимәк, халыҡ хәтерендә боронғо бәйеттең көйө генә һаҡланһа ла, уның йөкмәткеһе башҡа текст менән тулыландырылған.


Мөнәжәттәргә килгәндә инде, был ижад төрөн башҡарыусы әбейҙәр һәр ауылда бар. Бер-береһенән ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, күсереп алып, ятлап, төрлө көйгә ихлас әйтә ололар мөнәжәттәрҙе. Бигерәк тә “Үлем”, “Уҡы иртән намаҙыңды”, “Васыят”(бер нисә вариантта), “Ваҡыты сәхәр эсендә”, “Был мөбәрәк йома көн…”, “Ни әйтерһең Аллаға?”, “Әжәл ширбәте”, “Лә Илаһи”, “Беҙ мосолман балаһы”, “Тәңремә сәждә ҡылайыҡ”, “Хоҙаүәндә”, “Мөхәммәдиә”, “Васыят” халыҡ араһында киң таралыш алған.

Шулай уҡ Сафакүл башҡорттарының хәтерендә “Түрәкәй”, “Ашҡаҙар”, “Йүркә Юныс”, “Ҡаһарман кантон” кеүек йырҙарҙың әле лә һаҡланыуы шатландырҙы. Был төбәктең йыр-моңға бай булыуын үткән быуатта үткәрелгән экспедиция материалдары ла раҫлай. Мәҫәлән, 1959 йылғы экспедицияла Кирәй Мәргән ҡырҡтан ашыу билдәле һәм билдәһеҙ йыр яҙып алған [2].

Фольклорсы, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинаның Ҡурған өлкәһе башҡорттарының халыҡ ижадына бағышланған мәҡәләһендә йыр ижадына ҡағылышлы шундай һүҙҙәр бар: “...регион өсөн үҙенсәлекле булған “Ала күл”, “Юлгилде”, “Бүзекәй кантон”, “Мөнтәй”, “Шәрифә”, “Балаҡан”, “Хәбирә”, “Динис”, “Хәлил ҡасҡын”, “Рафиҡ ҡасҡын” кеүек йырҙарҙың ҡабатланмаҫ мотивтары һәм эстәлеге иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Бындай йырҙарҙы унан һуңғы экспедицияларҙа ҡатнашыусылар ишетә алманы инде”. Ғалимәнең һүҙҙәре хаҡ, ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең быуын фольклорсылары ул йырҙарҙы ишетә алманы, халыҡ телендә уларҙың хатта аталыштары ла йөрөмәй.

Шулай ҙа беҙгә Аҡкүл ауылында халыҡ йырҙарын башҡарыусы Сөләймәнов Ғәрифйән Рәхимйән улы (1939 йылғы) (6) менән осрашыу насип булды. Ғәрифйән ағай оло кинәнес менән “Йүркә Юныс” йырының тарихын һөйләне, һуңынан көслө күкрәк тауышы менән йырлап та ишеттерҙе.

Ялан-ҡатай башҡорттары араһында киң таралған был йыр күп тапҡырҙар яҙып алынған һәм донъя күргән. Уның 1920 йылдарҙа Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән райондарында С.Сәлимов, 1931 йылда З.Шакиров, 1959 йылда Кирәй Мәргән тарафынан яҙып алынғанлығы билдәле [1]. Әммә йырҙың беҙ яҙып алған варианты “Башҡорт халыҡ ижады” томдарында донъя күргәндәрҙән ҡырҡа айырыла:

Бик йыраҡтин яҡтырып күренә, әй,

Хан көймәләренең ҡалайы.

Ағастарҙы юнып йырҙар яҙа, әй,

Йүркә Юныс байҙың малайы.

Уйһыулыҡҡай төшһәм мин атлайым,

Ҡалҡыулыҡҡай менһәм, юртам мин.

Йоҡлар йоҡоларҙы йоҡлай алмайым,

Үтерепкәй китерҙәр, тип ҡурҡам мин.

Уйһыуҙы ла буйы киң сауыл,

Ҡыҙ балалар килә уйынға.

Ҡайтайым да, тиһәм, ҡайтармайҙар,

Шулар аҫылып та илай муйынға.

Ғәрифйән Рәхимйән улы башҡарыуында шулай уҡ “Түрәкәй” йырын, сеңләүҙәр ҙә ишетергә тура килде. Сеңләүҙе, ғәҙәттә, туй мәлендә ҡыҙ оҙатҡанда әбейҙәр башҡара, әммә Ғәрифйән бабай башҡарыуында сеңләүҙәр шул заман туй йолаларын күҙ алдына баҫтырҙы.

Ҡурған ерлегендә һәр ауылда тиерлек оло быуын кешеләре хәҙер инде халыҡ йырҙарына әүерелгән “Сарман”, “Рамай” йырҙарын ихлас башҡара. Шулай уҡ халыҡ хәтерендә таҡмаҡтарҙың да ҙур урын алыуы күренде. Субботино ауылында йәшәүсе Ғөзәйерова Мафзифа Аҙнасура ҡыҙы (8), оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер туҡтамайынса әллә күпме таҡмаҡтар башҡарҙы. Шуларҙан бер нисә миҫал:

Һандуғас булалманым,

Талдарға ҡуналманым.

Йәйҙәр матур, ҡоштар һайрай,

Илдәрҙә булалманым.

Һандуғас балаһы һары,

Күгәрсен балаһы күк,

Уйламаған көндәремдән

Уйлаған көндәрем күп.


Атаҡайым арба майлай,

Күк үлән үҫмәгән ерҙә.

Атаҡайым мине биреп ҡуйҙы,

Күңелкәйем төшмәҫ ерҙәргә.

Һыуға барһаң иртәрәк бар,

Кискә барһаң, болғана.

Ҡыҙарып ҡояш сыҡҡанда,

Беҙ түгел, ҡош моңлана.

Халыҡ хәтерендә йырлы-бейеүле уйындар ныҡлы урын алғанлығы күренә. Киске уйындарҙа, “Ҡарға туй”ға сыҡҡанда, һабантуйҙарҙа уйналған “Аҡ стакан”, “Сәриә”, “Наза”, “Гөлнәзирә” уйындарының йырҙары яҙып алынды. Был уйындар барыһы ла күмәк кеше менән уйнала торған уйындар иҫәбендә. Мәҫәлән, “Аҡ стакан” уйыны:

Аҡ стакан биле нәҙек,

Биле нәҙек була ул.

Уҡымайса наҙан ҡалһаң,

Үкенескә була ул.

Әйҙә, дуҫтар, йырлайыҡ бергә,

Барыбыҙ бергә саҡта.

Әннә-гиҙер-геннәйем,

Аллы-гөллө сәскә ата гөлкәйем.

Йәки “Гөлнәзирә” уйыны:

Ҡайҙан килдең һин беҙгә,

Эй, Гөлнәзирә, батмайынса

диңгеҙгә?

Ҡаршы килеп алманы, тип,

Үпкәләмәгеҙ беҙгә (9).

Аллар булғанда ғына ла,

Эй, Гөлнәзирә, гөлдәр булғанда ғына,

Күтәрелә күңелдәрем,

Бергә булғанда ғына (9).

Йолаларға килгәндә, ялан-ҡатай башҡорттарынан күбеһенсә туй йолалары яҙып алынды, мәҫәлән, таҫтамал алырға килеү, ҡыҙ биреү, сеңләү һамаҡтары, ҡоҙаларға бағышланған төртмә таҡмаҡтар ҡағыҙға теркәлде.

Уларҙың һөйләгәндәрен тыңлағандан һуң борон туйҙарҙың күп ҡатлы, йола, ғөрөф-ғәҙәт, уйын-көлкө, йыр-бейеү менән үрелеп барған оло байрам икәнлегенә төшөнәһең. Туйҙың уҙғарылыу тәртибен тулыһынса хәтерләп һөйләүсе булмаһа ла, һәр бер мәғлүмәтсенең иҫтәлектәрен тыңлағандан һуң бер эҙмә-эҙлелеккә килеп була. “Хәҙер бит йәштәр ҡыҙыл туй ғына үткәрә лә ҡуя, ә элек һәр бер йола башҡарыла ине, туйҙар аҙналар буйына һуҙыла ине”, — тип хәтерләй ололар (2).

“Борон ҡыҙҙың уңғанлығын нисек тикшергәндәр?” тигән һорауға, әбейҙәр “Һөйәк кимертеп”, тип яуап бирҙе. “Килендең уңғанлығын белер өсөн, ҡоштоң муйынын һалғандар, килен таҙа итеп ашаһа, егәрле килен был, тигәндәр” (7). 2010 йылда “Уңған ҡыҙҙың тәҙрә быялаһы (Ҡурған яғында шешә тип һөйләйҙәр. — Авт.), тыштан көҙгө кеүек ялтырап, дан булып торһа, өйҙә мейесе ап-аҡ булһа, уңған килен буласаҡ”, тип әйткәндәр ине (5).

Ҡыҙға яусы ебәрелгән. Яусылап егеттең атаһы йәиһә бер яҡын кешеһе килгән, “таҫтамал алырға килеү” тип атайҙар уны. Яусы ҡыҙ йортона “Юҡ эҙләп килдем, юҡ һеҙҙә, тип әйтәләр”, тип килеп керә (2). Ҡыҙҙың ата-әсәһе риза булһа, яусыға, ризалыҡ билгеһе тип, таҫтамал бирәләр. Шул ваҡытта мәһәр, туй хаҡында һөйләшеп килешәләр.

Яусы булып килгән ҡоҙаға төртмә таҡмаҡтар йырлау ғәҙәте булған элек. мәҫәлән:

Өй башында ҡарт тиренең

Ҡыртышынан эт ашай.

Димсе тигән һылтау менән,

Беҙгә килеп ит ашай.

Ҡоҙаларҙың мендәре,

Хәрәм турғай йөндәре.

Үҙҙәрендә ҡыҙ таба алмай,

Беҙгә килгән үҙҙәре.

Ҡоҙағыйҙың самауыры

Ике яҡтан тартмалы.

Ҡоҙағыйҙың тапҡаны,

Бер улынан артманы.

Туй алдынан никах уҡыталар. Никах уҡыған ерҙә ҡыҙ менән егет булмай, улар йәштәр менән икенсе өйҙә ултыра. Ололар менән йәштәр араһында еңгә генә йүгереп йөрөр булған.

Ҡоҙаларҙы, ҡыҙҙы бар халыҡ йыйылып сығып, ауыл осона тиклем оҙатып барғандар. Ҡыҙҙы оҙатҡанда башҡарылған сеңләүҙәр яҡшы һаҡланған был төбәктә. Мәҫәлән:

Атаҡайымдың өйөндә

Ултырғайным да түрендә.

Ят кешекәйҙәрҙә ултырырмын

инде

Ишек төбөндә.

Эү-ү-ү...

Атаҡайымдың мылтыҡҡайы

Иҙәндәрҙә ятып тут булды.

Атаҡайымдың биргән ере

Ҡомарта ла түгел, ут булды.

Эй, таш тирмән, таш тирмән,

Мин ыуалғанда ыуалмай.

Таш бауырҡай икән атаҡайым,

Мин илаһам да ғына иламай.

Эү-ү-ү-ү...

Атаҡайымдың өй мейесе

Ҡыҙыл кирбес кенә булһасы.

Атаҡайымдың өйөнән

Китмәй торған йола булһасы.

Эү-ү-ү-ү...(7)

Әбейҙәр сеңләгән ваҡытта ҡыҙ өйҙәге урҙаға сөй ҡатып, шуға суҡ бәйләй. Шунан һуң уны ағалары, атаһы, инәһе, туғандары менән хушлаштыралар. Ҡыҙҙы еңгәһе, әхирәттәре оҙатып йөрөй. Сыҡҡас, ултырып китә торған арбаны ҡыҙ өс тапҡыр уратып сыға, был ваҡытта мулла аҙан ҡысҡыра (7).

Киленде оҙатҡан мәлдә башына ҡушъяулыҡ ябалар һәм “хушлашҡанда ҡыҙҙың башына бүләктәр һалалар, яулыҡ, күлдәклек, таҫтамалдар. Бүләктәр күп була ине, хатта башында эләгеп тормаһа, энә менән ҡушъяулығына ҡуша тегеп тә ҡуялар ине”, тип хәтерләй мәғлүмәтсе (4).

Борон килен ҡәйнә йортона килеү менән тура аш-һыу тирәһенә китә, бик күренеп йөрөмәй ине, тиҙәр ололар. Алып ҡайтҡандың икенсе көнөнә киленде һыу күрһәтергә алып барғандар. Көйәнтәне уң яҡ яурынына ғына һалып алып барырға тейеш килен, барғас, һыуға көмөш тәңкә һалып, унан ризалыҡ һорап ала, өйгә ҡайтҡанда ла уң яурынында, сайпылтмай-түкмәй генә алып ҡайтырға бурыслы, юғиһә бәхете ситкә түгелә, тиҙәр.

Туйҙан һуң ҡәйнә кеше күрше-тирәне йыйып алып килен күрһәтә, шунда киленгә төшкән суҡтар күрнескә — бүләккә таратыла.

Борон киленгә ҡайныһы менән һөйләшергә ярамаған. Һөйләшә башлағанда ҡайныһына күрнес биреп кенә һүҙ башларға тейеш булған. Күрнес бирергә хәленән килмәһә, бөтөнләй һөйләшмәгән. Элек киленде исеме менән әйтмәгәндәр, “килен” тип кенә йөрөткәндәр (7).

“Ҡарға бутҡаһы”, “Ямғыр теләүгә сығыу” йолаларын да онотмағандар был яҡтарҙа. “Борон ауыл халҡы йыйылып, “Ҡарға туй”ға сыға инек. Һәр кем хәленән килгәнсе ҡаймаҡ, йомортҡа, он бирә ине. Саламай бешерә инек. Саламайҙы бешерер өсөн ҡаймаҡты ҡаҙанда ҡайнатаһың, шуға йомортҡа һалаһың, һуңынан он өҫтәйһең. Бик тәмле була ине ул. Балалар үҙҙәренсә мәж килә инеләр, ололар йыйылып доға уҡый, теләк теләй. Йәш-елкенсәк уйындар уйнай. Күмәкләп ултырып сәй эсеп, ашап ҡайта инек. Йыл имен-аман килһен, тип теләктәр теләйбеҙ. Байрамға сығыр алдынан таяҡ тотоп әйбер йыялар урам буйлап. Шул әйберҙәрҙе төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашҡан бала-сағаға таратып бирәләр. Әбейҙәр, балалар ғына сыға ине ул, ир-ат сыҡмай”, тип иҫләй ололар.

Был яҡта “Тәкә ашау” ғәҙәте булған. “Ирҙәр, сәсеү бөтөп, йонсоу бөтһә, берәйһенән тәкә һатып алалар ҙа яланға сығып, шуны һуйып, бешерә торғандар ине. Үҙҙәренсә шундай ҡор эшләйҙәр ине. Унда эске булмай. “Тәкә ашау” тип атайҙар уны. Ял итеп, һөйләшеп, ҡорлашып ҡайта инеләр. Ҡалған ризыҡты бүлешеп алып, өйҙәренә алып ҡайталар. Ул ҡорға ҡатын-ҡыҙҙар сыҡмай ине”, — тип һөйләне Ҡалмыҡ-Әбдрәш ауылынан Лоҡманова Гөлсара Сәйфелмөлөк ҡыҙы (7).

Туйҙарҙы сәсеү бөткәндән һуң, бесәнгә тиклем үткәргән был яҡтағы халыҡ. Сөнки шул арала ғына буш ваҡыт була, тиҙәр. Туйҙар ваҡытын халыҡ көтөп алған. Унда көрәш, ат сабыштары үткәргәндәр. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан алдан ишеткән кешеләр шул ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн килгән. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла көрәш ойошторғандар. Әгәр ҙә егет яғынан ҡатын-ҡыҙ еңһә, килен тора, йәшәп китә, тип күрәҙәлек ҡылғандар. Алмаҡай исемле әбейҙе бер кем дә еңә алмай ине, бөтәһен дә күтәреп бәрә ине, ныҡ көслө ине, пәлеүән (бәһлеүән) булды, тип иҫләй оло быуын.

Ярыштарҙа еңеүсегә байыраҡ кешеләр, күңелләнеп китеп ат, һыйыр биргән ваҡыттар ҙа булған, йәиһә әйберләтә бүләкләгәндәр. Туйҙың хужаһы хәленә ҡарап биргән бүләкте. Көрәштә билбау менән, йә булмаһа таҫтамал менән көрәшкәндәр (1).

Был төбәк башҡорттарынан халыҡ медицинаһына бәйле мәғлүмәттәр байтаҡ ҡына яҙып алынды. Халыҡта һүҙ көсөнә, ауырыуҙы имләгәндә башҡарылған хәрәкәттәргә ышаныс бар, шуның өсөн дә дауалау ысулдары һәм саралары бик күп төрлө һәм, әлбиттә, тәжрибәгә нигеҙләнгән. Һәр ауырыуға йүнәлтелгән им-том һамаҡтар менән оҙатыла бара, улар бер тәртип менән, рифмалап әйтелә. Мәҫәлән, был регионда кеше ҡурҡып ҡалғанда йөрәк һапылдатыу, тел-теш ҡырҡыу, биртек һорау, тимерәү имләү һ.б. им-томдар яҙып алынды. Мәҫәлән, йөрәк һапылдатҡанда әйтелгән һамаҡ өлгөһө:

Иртән булһа, иртә сыҡ,

Кистән булһаң, кистән сыҡ,

Минең ҡулым түгелдер,

Ғәйшә-Фатиманың ҡулы,

Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты,

Ҡанлы йөрәк, һин дә ҡайт, —

тип әйтәләр. Шунан ауырыуҙың яурынына, башына еңел генә итеп ҡағып-һуғып алалар (3).

“Тел-теш ҡырҡҡанда” иһә баштан үксәгә тиклем, шунан билдән уратып үлсәп еп алалар. Шул ептәрҙе бергә ҡушып, ныҡлы туралғансы ҡайсы менән ҡырҡалар. Шунда: “Ни ҡырҡаһың?” — “Тел-теш ҡырҡам” — тип өс мәртәбә әйтешәләр ҙә ваҡ доғаларҙы уҡыйҙар. Тел-теш ҡырҡҡанда ҙур доғалар уҡырға ярамай. Һуңынан туралған епте, бетеү итеп, үҙе төшөп ҡалғансы тағып йөрөй кеше (3).

Йәиһә биле ауыртҡан кешене биртек йыйып дауалайҙар. Биле биртенгән кешегә ете өйҙән ризыҡ йыйып килтереп ашаталар. Тәгәс тотоп алалар ҙа, кешегә барып:

Хандың биле биртенгән,

Биртек һорап йөрөйөм, —

тип ишекте ике-өс мәртәбә асып ябалар. Тупһанан аша үтергә ярамай. Шунан уның тәгәсенә өйҙәгеләр тупһа аша берәй ризыҡ һала (7).

Ҡурған өлкәһендә бала табыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр, тыйыуҙар, ырым-ышаныуҙар, теләктәр, һамаҡтар ҙа осраны. Миҫалға бер нисә һамаҡ өлгөһө:

Яттым уң яғыма,

Лә илаһи иллалла,

Сәләм һиңә Ҡорайыш йыланыңа,

Закуан тупраҡ һиңә.

Ҡорайыш йылан — гүр йыланы, уны оноторға ярамай, уны әйтмәһәң, ҡәбергә инеү менән ул һиңә ташлана, имеш (2).

Яңы ай күргәндә:

Ай күрҙем аман менән,

Ауыҙым тулы иман менән.

Ошо айҙа вафат булһам,

Иман бирһен бер Аллаһы Тәғәлә.

Айҙа булһын яҡты,

Беҙгә булһын яҡшы, —

тип әйтәләр (1).

Шулай итеп, беҙ ялан-ҡатай башҡорттарының ауыҙ-тел ижадына бер ни тик­лем күҙәтеү яһаныҡ. ХХ быуаттың төрлө йылдарында уҙғарылған экспедициялар һөҙөмтәләренән бик күпкә ҡайтыш булһа ла, йыйған ҡомартҡыларыбыҙ, әле лә халыҡ күңелендә йәшәй әле, тип әйтергә мөмкинлек бирә. Тик уларҙы ваҡытында йыйып, өйрәнеп, киң даирәгә сығарырға, киләһе быуындарға тапшырырға кәрәк. Ҡурған өлкәһе башҡорттарының теле, улар йәшәгән ауылдарҙың киләсәге булһын, һаҡланһын, тиһәк, артабан да был эштәрҙе дауам итергә, улар менән бергә булырға кәрәк.

Ҡулланылған əҙəбиəт

1 Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап / төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Салауат Галин. — Өфө, 1974. — 388 б.

2 Кирəй Мəргəн. Йыр дəфтəре: фольклорсы яҙмалары. — Өфө, 1964. — 8—9-сы б.

3 Ҡурған башҡорттары фольклоры (материалдар һəм тикшеренеүҙəр). — Өфө, 2013. — 158 б.

4 Ҡурған башҡорттары. Тарихи-этнографик очерктар. — Өфө: Ғилем, 2004. — 244 б.

5 Нəҙершина Ф.А. Халыҡ күңеленə сəйəхəт (башҡорт халыҡ ижадын йыйыу тарихынан). — Өфө: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — 248 б.

6 Фольклор курганских (ялан-катайских) башкир: материалы комплексной экспедиции / подбор матер., сост. А.М.Сулейманова и Н.А.Хуббитдиновой; авт.-предисл. и указателя информантов А.М.Сулейманов; пер. Н.А.Хуббитдиновой; отв. ред. Р.М.Юсупов. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2008. — 228 с.

7 Хөсəйенова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. Башҡорт фольклорының хəҙерге торошо. — Өфө, 2012. — 9—19-сы бб.

8 Өфө ғилми үҙəге Ғилми архивы. Шакиров З. Ғилми-тикшеренеү институты тарафынан 1931 йыл, июль айында Урал өлкəһенең Ялан-Ҡатай төбəге, Башҡортостан йөмһүриəтенең Арғаяш төбəгенə. Б.5.

Мəғлүмəтселəр

1. Абдуллин Мирас Фəтхетдин улы, 1955 йылғы, 2 бала атаһы, тракторист булып эшлəгəн, Сафакүл районы Аҙналы ауылы.

2. Сəйетова Фəрзиə Рəхимйəн ҡыҙы, 1962 йылғы, 4 бала əсəһе, Əлмəн районы Ҡуйбаҡ ауылында тыуған, Сафакүл районы Абултай ауылында йəшəй.

3. Ибраһимова Разия Мирхажетдин ҡыҙы, 1928 йылғы, 8 бала əсəһе, Сафакүл районы Оло Солтан ауылынан.

4. Сəлəхетдинова Фəхерниса Сөнəғəтулла ҡыҙы, 1942 йылғы, 5 бала əсəһе, Силəбенəн, Калиновка ауылынан килен булып төшкəн.

5. Ғатауллина Ғəфүрə Əхмəҙулла ҡыҙы, 1959 йылғы, 3 бала əсəһе, мəҙəниəт бүлегендə эшлəй, Сафакүл районы Субботина ауылы.

6. Сөлəймəнов Ғəрифйəн Рəхимйəн улы, 1939 йылғы, 8 бала атаһы, Əптекəй ауылында тыуған, механизатор булып эшлəгəн.

7. Лоҡманова Гөлсара Сəйфелмөлөк ҡыҙы, 1948 йылғы, 5 бала əсəһе, Сафакүл районы Ҡалмаҡ-Əбдрəш ауылы.

8. Ғөзəйерова Мафзифа Аҙнасура ҡыҙы, Сафакүл районы Субботина ауылы.

9. Вəлиева Баҙыян Вəхит ҡыҙы, 1937 йылғы, 5 бала əсəһе, Əлмəн районы Подьяс ауылы.

Читайте нас: