Все новости
ФОЛЬКЛОР
2 Ноября 2018, 19:17

“Саҡ—Суҡ” бәйете варианттары хаҡында*

* Мәҡәлә Рәсәй гуманитар ғилми фондының «Мифологический баит «Сак—Сук» (варианты и исследования)» проекты сиктәрендә әҙерләнде. № 16-34-01020. Гөлназ ХАНОВА Башҡорт халыҡ ижадында мифологик йөкмәткеһе менән иғтибарҙы йәлеп иткән “Саҡ—Суҡ” бәйете халыҡ араһында киң билдәле. Халыҡ телендә, шулай уҡ архив фондтарында был әҫәрҙең төрлө йылдарҙа яҙып алынған тиҫтәләрсә варианттары һаҡланыуы ла шуны раҫлай.

1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт бүлегенең беренсе-икенсе курс студенттары Башҡорт­остандың Баймаҡ, Салауат, Дәүләкән, Ейәнсура, Архангел, Бөрйән, Әлшәй, Йылайыр, Әбйәлил, Мәләүез, Күгәрсен, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Хәйбулла райондарында, шулай уҡ Баймаҡ, Салауат ҡалаларында фольклор экспедициялары барышында “Саҡ—Суҡ” бәйетенең төрлө варианттарын яҙып алған. Әҫәр күрһәтелгән йылдарҙа шиғри формала ҡырҡ бер вариантта, сәсмә формала өс вариантта теркәлгән. Иң ҙур күләмле вариант 166 юлдан тора, ул Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында яҙып алынған [21, 100-сө б.], иң ҡыҫҡа күләмлеһе — ни бары 5 юллыҡ, Миәкә районы Сатай-Бөрйәнбиш ауылында ҡағыҙға теркәлгән [18, 145-се б.]. Экспедиция материалдары күрһәтеүенсә, бәйет әйтер алдынан ҡайһы бер информанттар уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләйҙәр [6, 314—315-се б.; 12, 127-се б.; 15, 34—35-се б.; 20, 238—240-сы б.; 24, 148-сы б.]. Бәйетте информанттар “Әсә сығарған йыр” [6, 314—315-се б.; 20, 238—240-сы б.] йәиһә “Һамаҡ” тип атаған осраҡтар ҙа бар [26, 11—12-се б.]. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер варианттарҙың ҡасан, кемдән, кем тарафынан яҙып алыныуы тураһында мәғлүмәт бирелмәгән.

Үрҙә һанап үтелгән райондарҙа “Саҡ—Суҡ” бәйетенең үҙенсәлекле варианттары яҙып алынған. Ҡайһы ғына вариантты алып ҡараһаң да, әсә ҡарғышының күктәрҙе күкрәтер, үҙ балаларын ҡошҡа әйләндерерҙәй зәһәр көскә эйә булғанлығы тураһында әйтелә. Бер вариантта балалар тимер уҡ өсөн талашһа [15, 176-сы б.; 18, 183—186-сы б., 189-сы б.; 19, 46—47-се б.; 20, 238-240-сы б.; 21, 100-сө б.; 22, 117—118-се б.; 23, 444-се б., 465-се б.; 25, 29—30-сы б.], икенсеһендә икмәк бешерергә ҡуйылған ҡамыр менән бәрешеп уйнай [26, 11—12-се б.]. Мәҫәлән, бер варианттың сюжеты буйынса: аталары ике улына тимер башлы уҡ эшләп бирә. Малайҙар араһында был уҡ менән кем беренсе булып атырға тейеш, тигән бәхәс ҡуба. Балалар, тауышланып, әсәләренә намаҙ уҡырға ҡамасаулай башлай. Был урында информант асыҡлыҡ индереп китә: “Ә йома намаҙын уҡыған кеше алдында ҡысҡырырға, улай-былай йүгерергә ярамай, намаҙ бүленә”. Намаҙын бүлергә мәжбүр иткән малайҙарына әсәнең шул тиклем асыуы килә, ул балаларын: “Икегеҙ ике тишектән ҡош (ҡарға) булып осоп сығып китһәгеҙ ярар ине. Исмаһам, ҡолаҡтарым тыныс булыр ине”, — тип ҡарғай. Шул мәлдә донъя яңғыратып күк күкрәй, балалар ҡошҡа әйләнеп осоп сығып китә. Икенсе бер вариантта: улдары әсәләренә намаҙ уҡырға ҡамасаулап, ҡытыҡлап, төрткөсләп йонсота. Әсәләренең ҡарғыш һүҙҙәре «шул уҡ сәғәттә» тормошҡа аша — малайҙар ҡошҡа әйләнә.

Сәсмә формала яҙып алынған текстарҙың береһендә игеҙ балалар әсәләре икмәккә тип ҡуйған ҡамыр менән бер-береһенә бәрешеп шаяра. Был вариантта ла информант үҙенән асыҡлау һүҙҙәре өҫтәй: “Электән килгән ғәҙәт буйынса, икмәк иң ҡәҙерле нәмә бит ул, уның менән шаярырға ярамай”. Балалары ҡамыр менән шаярғанды күргән әсәләре: “Икмәкте ни эшләп рәнйетәһегеҙ?” — тип, күҙ йәше менән уларҙы ҡарғай. Барыһын да күҙәтеп торған Аллаһы Тәғәлә, уларҙың әсәләрен ҡыҙғанып, “уға ярҙам итмәк булып, йәшен йәшнәтеп, күк күкрәтеп, был ике баланы көндөң яҡтыһы айырырлыҡ итеп яратып, икеһен ике ҡошҡа әйләндергән дә ҡуйған”. Бер вариантта иһә әсәләре ҡыҙы менән улына һыу килтерергә ҡуша [12, 127—129-сы бб.]. Балалары уны тыңламайынса, әсә ҡарғышы алһа, үҙ-ара шаярып, һуғышып ҡарғыш алған варианттар ҙа осрай [24, 108-се б.; 26, 13-сө б.]. Бәйеттең бер нисә вариантында әсәһе балаларын күкрәк һөтө менән дә ҡарғай, бындай ҡарғышты кире ҡайтарып булмай, ти боронғолар [7, 321—322-се бб.; 17, 164—166-сы бб.;18, 183—186-сы б.; 25, 17—19-сы бб.].

Ҡайһы бер варианттарҙа бәйеттең башында балаларҙың йөрәктәре ярылыуы тураһында әйтелә [7, 321-се б.; 25, 17-се б.], һуңынан ғына уларҙың ҡош образында осоп китеүе һүрәтләнә. Мәҫәлән:

...Әнкәй ҡарғағас, урманға барғас,

Йөрәгем ярылды, ҙур имән ауғас.

Өйгән китапты елдәр тарата,

Ҡауышайыҡ тиһәк, хәҙер таң ата.

Әнкәй ҡарғаны рамаҙан айында,

Саҡ, Суҡ булдыҡ беҙ ҡәҙер кисендә... [21, 100-сө б.].

Бәйет варианттарының башланышы ла иғтибарҙы йәлеп итә. Әҫәр күп осраҡта мәҙрәсәне һүрәтләүҙән башланһа, ҡайһы берҙәрендә ул бәйеттең уртаһында йә аҙағында бирелә [189-сы б.; 19, 46—47-се бб.; 23, 444-се б., 465-се б.; 24, 78—79-сы бб., 148—149-сы бб.; 25, 29—30-сы бб.; 26, 11—12-се бб.].

Мәҫәлән (информанттарҙың тел үҙенсәлектәре һаҡланған):

...Һыу буйҙарында балалы үрҙәк,

Иҫкә төшкәндә өҙөлә үҙәк.

Ҡибыла яғынан елдәр иҫәлер,

Беҙҙең нафиғада әнкәй һиҙәҙер.

Мәҙрәсәләрҙә быяла ишек,

Саҡ менән Суҡтың тауышын ишет.

Ишек алдында егелгән пар ат,

Әнкәй ҡарғағас, яралды ҡанат.

Әнкәй орошто тимер уҡ өсөн,

Әнкәй ҡарғаны бигерәк юҡ өсөн.

Былай булдыҡ беҙ — ҡарғыш тәҡдире,

Илама, әсәм, Хоҙай тәҡдире... [18, 183—186-сы бб.]

Варианттарҙың береһендә мәҙрәсә быяла ишекле [19, 46 б.], икенсеһендә мәҙрәсә ишегенең тотҡалары алтын [22, 118-се б.], ҡайһы бер вариантта мәҙрәсә мәсет тип тә бирелгән [14, 176-сы б.].

Балаларҙың ҡарғыш алғас өйҙән сығып китеү мәле лә төрлөсә күрһәтелә. Бер вариантта улар шунда уҡ осоп сыҡһалар, ҡайһы берҙәрендә төн уртаһында, йәиһә әсәләре тороуға ҡошҡа әйләнәләр. Мәҫәлән:

Йөрөйбөҙ өйҙә осоп, ҡош булып ҡанат сәсеп.

Ҡош булғас ҡарап торҙоҡ, тилмереп хайран булдыҡ [24, 83-сө б.].

Бер вариантта балалар икеһе ике тәҙрәнән осоп сығып китә, йә тәҙрә башына ҡуна, йәиһә ишектән икеһе ике яҡҡа оса.

Бәйет варианттарының йөкмәткеһендәге айырмалары балаларҙың ҡошҡа әйләнеп осҡандан һуңғы хәлдәрен һүрәтләгәндә лә күренә. Ҡайһы бер варианттарҙа улар ҡошҡа әйләнгәнсе өйҙәге ваҡиғалар һүрәтләнһә, икенселәрендә ҡарғыштан һуң урманда булған хәлдәр тасуирлана. Мәҫәлән:

Донъяла ниләр булмай,

Бәндәләр ниләр күрмәй,

Бәндәләрҙең күргән эше

Тәҡдирҙән тышта йөрмәй.

Игеҙәк ике баланы

Берәүгә Алла биргән,

Бәхетһеҙ булған балалар

Ғүмергә хәсрәт күргән.

Әсәнән тыуған инек,

Илдә лә торған инек,

Кеше лә булырбыҙ тиеп,

Фарыз да ҡылған инек.

Беҙ өйгә ҡайтмағанда,

Эҙләп тә тапмағанда,

Асыулана ине әсәй,

Күңелдәр тармағанда.

Икәүләп уйнай инек,

Һыуҙарға сумар инек,

Күп ваҡыт өйгә ҡайтмайса,

Баҡсала ҡунар инек.

Шаянлыҡ насар икән,

Боҙоҡлоҡ баҫар икән,

Ата-әсә ҡарғыштары

Бик мәхрүм яһар икән.

Көн дә эҙләй беҙҙе әсәй

Уйнарға сыҡҡан ерҙән,

Хурланып эҙләүенә

Ҡарғай ҙа ҡуя берҙән...

[18, 187-се бб.]

Персонаждар йәһәтенән дә “Саҡ—Суҡ” бәйете варианттарында төрлө­лөк күҙәтелә. Ғәҙәттә әҫәрҙә әсәй, үгәй әсәй, атай, ике бала, ике ул, ике ҡыҙ, йәиһә малай менән ҡыҙ һүрәтләнһә, Әлшәй төбәгендә яҙып алынған вариантта апай образы ла урын алған:

...Илама, апайым, әнкәй доғаһы,

Илама, апай, әнкәй ҡарғаны...[18, 145-се б.]

Күп варианттарҙа осоп киткән балалар инде ҡауышабыҙ, тигән генә саҡта таң ата йәиһә тау ҡалҡып сыға. Күпселек осраҡта тауҙың исеме бирелмәй, бары тик сәсмә формала һаҡланып килгән бер генә вариантта ул тауҙың исеме Ҡаф тип әйтелә [26, 13-сө б.]. Был тау донъя мифологияһында йыш осрай. Мәҫәлән, башҡорт әкиәттәренән тыш, ғәрәп әкиәттәрендә (“Мең дә бер кисә”, “Шахнамә”), фарсы мифологияһында Ҡаф тауы киң таралған. Башҡорт мифологияһында ул ер сигендәге ҙур тау итеп күҙаллана [5]. Унда төрлө йән эйәләре (аждаһалар, дейеүҙәр һ.б.) йәшәй, имеш. Мәҫәлән, башҡорт халҡының “Ҡаһарман батыр” әкиәтендә дейеүҙәр ҡыҙҙарҙы урлап Ҡаф тауына алып китһә, “Алтындуға” әкиәтендә батыр егет дейеүҙе Ҡаф тауында еңеп, уның ҡыҙына өйләнә [5]. Халыҡ ижадында, Дәжжәл иманһыҙҙарҙы эйәртеп Ҡаф тауы артына алып китә икән, тигән ышаныу йәшәй [4, 124-се б.]. Мең йыл йәшәгәндән һуң аждаһа юхаға әүерелеп өлгөрә алмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә яратыуы менән болот уны күтәреп Ҡаф тауының артына алып барып ташлай икән [3, 50-се б.]. Шулай уҡ, донъя сигендә урынлашҡан Ҡаф тауының ун бер тауҙан тороуы һәм был тауҙың башында Туба исемле бөйөк ағаста оя ҡороусы Сәмреғош йәшәгәнлеге хаҡында ла бәйән ителә [1].

Шулай итеп, был мәҡәләлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте кафедраһының фольклор фондында һаҡланған “Саҡ—Суҡ” бәйете варианттарына бер ни тиклем күҙәтеү яһалды. Күренеүенсә, архивта бәйеткә бәйле ҡыҙыҡлы материалдар һаҡлана. Уларҙы өйрәнеү, варианттар араһындағы айырмалыҡтарҙы, оҡшашлыҡтарҙы табыу, донъя мифологияһы менән сағыштырма планда тикшереү эштәре артабан да дауам ителәсәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Архив электронного журнала «Суфий»: на русском языке [Электронный ресурс]//URL:https://oldsufiwebzine.wordpress.com

2. Википедия: свободная электронная энциклопедия: на русском языке [Электронный ресурс] // URL: https: //ru.wikipedia.

3. Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры. I том / Төҙ., баш һүҙ, аңлатмалар авторҙары Ә.М.Сөләймәнов, Р.А.Солтангәрәева. — Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995. — 560 б.

4. Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Әкиәттәр. Риүәйәттәр, хәтирәләр. Сәсәндәр ижады. 2 китап / Төҙ. Н.Т.Зарипов, Ә.М.Сөләймәнов. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 424 б.

5. Башкирская электронная энциклопедия: на русском языке [Электронный ресурс]//URL: http://башкирская-энциклопедия.рф

6. БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһы фольклор фонды*. № 10, 1958 йыл. 314—315 бб.

7. Шунда уҡ. № 11, 1958 йыл. Төрлө райондар, II экз., 321—322 бб.

8. Шунда уҡ. № 23, 1960 йыл. Дәүләкән, Ейәнсура. II экз., 224—226 бб.

9. Шунда уҡ. № 28, 60-сы йй. Бәйеттәр, 218—333 бб.

10. Шунда уҡ. № 77, 1967 йыл, Миәкә-Әлшәй, 205—238 бб.

11. Шунда уҡ. № 78, 1967 йыл, Миәкә-Әлшәй, 202 бб.

12. Шунда уҡ. № 80, 1960—1975 йй., Салауат районы, ҡалаһы (Ишембай — 1 дәфт.), 127—129 бб.

13. Шунда уҡ. № 82, 1969 йыл, Күгәрсен, Баймаҡ райондары. I экз., 121—123 бб.

14. Шунда уҡ. № 83, Йылайыр районы,176 бб.

15. Шунда уҡ. 85, 1970 йыл. Йылайыр районы, 34—35 бб.

16. Шунда уҡ. № 87, 1960—1975 йй., Баймаҡ районы, Т. 2., 268—272 бб.

17. Шунда уҡ. № 88, 1971 йыл, Миәкә районы, 164—166 бб.

18. Шунда уҡ. № 91. 1971 йыл, Миәкә, Әлшәй райондары, 145—189 бб.

19. Шунда уҡ. № 92, 1973 йыл, Әбйәлил районы. 3 томда. Т. 3., 46—47 бб.

20. Шунда уҡ. № 94, 1974 йыл, Әбйәлил, Баймаҡ райондары, 238—240бб.

21. Шунда уҡ. № 96. 1975 йыл, төрлө райондар, 100 бб.

22. Шунда уҡ. № 97. 1975—1977 йй., төрлө райондар, 117—118 бб.

23. Шунда уҡ. № 101, 1975 йыл, Мәләүез, Күгәрсен райондары, 444—465 бб.

24. Шунда уҡ. № 102. 1977 йыл, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле райондары, 72—183 бб.

25. Шунда уҡ. № 104. 1975—1977 йй.,төрлө райондар, 17—19 бб.

26. Шунда уҡ. № 105. 1975—1977 йй., төрлө райондар, 11—13 бб.

Читайте нас: