Все новости
ФОЛЬКЛОР
23 Февраля 2018, 18:55

Башҡорттарҙың изге ҡоштары

Азалия ИЛЕМБӘТОВА

ТОРНА

Боронғо башҡорттарҙың торнаға табыныуы тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр X быуатҡа ҡарай. 922 йылда Волга буйы Болғар иленә юл тотҡан Бағдад хәлифе илселеге көньяҡ башҡорттары ерҙәре аша үтә. Илселек сәркәтибе Ибн Фаҙландың юл сәхифәләрендә шулай тиелә: “Уларҙың бер төркөмө торналарға табына”. Ғәрәп дипломаты был феноменды аңлатыусы легенданы ла яҙып ала. Бик күптәнге заманда башҡорттар бик көслө ырыу менән һуғыш алып барған hәм бер алыш мәлендә улар еңелә башлаған. Ошо мәлдә дошмандарҙың ар­тында торналарҙың киҫкен торҡолдауы ишетелгән. Ҡоштарҙың әсе тауышынан ҡаушап ҡалған дошман артабан алыша алмай hәм еңелеүгә дусар була. Шуға ла башҡорттар: “Торналар — беҙҙең раббылар, улар дошмандарыбыҙҙы тар-мар итте”, — тигәндәр, имеш.
башҡорттарҙың торналарҙы изгеләштереүен фольклористика һәм этно­графия мәғлүмәттәре лә раҫлай. Республиканың Үҙәк дәүләт тарих архивында табылған 1844 йылғы документта “ҡайһы бер башҡорттар Аллаға ышанмай һәм үҙенең пәйғәмбәрен белмәй, улар торнаға табына” тип әйтелә.

Бөрйән районында киң билдәле бер мифта ҡасандыр торнаның ҡош батшалығы башлығы булыуы тураһында һөйләнелә. Торнаны “йыл батшаһы” тип тә әйтәләр. Ышаныуҙар буйынса, тап ул йылдың ниндәй булыуын билдәләй. Торна килгәс тә яҙ башлана, тиҙәр. Ул Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы hарт-әйле, барын-табын, ялан-ҡатай, ҡалмаҡ ырыуҙары башҡорттарының hәм Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы йомран-табындарының изге ҡошо hанала. “ожмахтан сыҡҡан ҡош”, — тиҙәр уның хаҡында Ырымбур өлкәhе Ҡыуандыҡ районы үҫәргәндәре. Торна үҫәргәндәрҙең, бөрйәндәрҙең, ҡара-табындарҙың, ҡаңлыларҙың, ғәйнәләрҙең ырыу ҡошо иҫәпләнгән.
Р.Ғ.Кузеев фекеренсә, Ағиҙелдең түбәнге ағымында йәшәүсе, шулай уҡ төньяҡ башҡорттарының торнаны изгеләштереүе XIII—XIV быуаттарҙа Көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлы һәм ғәйнәләрҙең боронғо башҡорт ырыуҙары төркөмдәре (бөрйән, үҫәргән) менән аралашыуы һөҙөмтәһендә тыуған булырға тейеш. Шул уҡ автор материалдары буйынса, Иҙел-Урал өлкәһенә торна культын массагеттарҙың вариҫтары булған үҫәргәндәр алып килә.
Әйтергә кәрәк, был ҡошҡа табыныу даирәһе үҙ эсенә күпкә ҙурыраҡ зонаны ала. Ф.А.Нәҙершина ошо туралағы мифтарҙы Кесе Азия, Ҡара диңгеҙ буйы, Кавказ, Һиндостан, Ҡытай халыҡтарында тапҡан. Уны илаhилаштырыу эҙҙәре Корея, Япония, Океания, Австралия (Яңы Гвинея), Төньяҡ Африка, Төньяҡ- Көнбайыш Европала, Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка халыҡтары традиция­ларында ла табыла.
Археологик материалдарға ҡарағанда, элекке Себер ҡәүемдәрендә торна­ны изгеләштереү күренеше беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта уҡ күҙәтелә. Был турала Көньяҡ Хакасияның Окунев улусында бронза быуат осоро ҡәберлектәрендә археологик ҡаҙыу эштәре алып барған саҡта кеше hөйәктәре менән бергә торнаның баш hөйәктәре табылыуы hөйләй. Күреүебеҙсә, Көньяҡ Себер халыҡтарында торна культы, грек авторҙары телгә алған массагеттарға ҡарағанда, кәм тигәндә мең ярым йыл элегерәк билдәле булған.
Торнаны илаһ итеп ҡабул итеү осраҡтары күп кенә халыҡтарҙың дини мифологияhында бөгөнгө көнгә тиклем hаҡланған. Ханттарҙың hәм мансиларҙың юғары аллаhы Мир-суснэ-хум, селькуп, эвенк, нанай hәм ульчиларҙың күктәге изге рухтары — ҡурсалаусылары, ҡытайҙарҙың Лю Хай исемле илаhи заты, япондарҙың “бөйөк хакимы”, боронғо египеттарҙың ҡояш аллаһы Ра, Ирландия кельттарының Бригит алиhәhе, скандинавтарҙағы Один, исландтарҙың кешегә йән биреүсе Хёнир тигән тәңреhе торна ҡиәфәтенә инә алған йә торна hынындағы рух булып кәүҙәләнгән.
Саамдарҙа, скандинав халыҡтарында, рустарҙа теркәлгән ышаныуҙарҙа торна, башҡорт ырымдарындағы кеүек, яҙ, йылылыҡ килтереүсе, тәбиғәтте уятыусы ҡош булып сығыш яhай.
Сыуаш, алтай, яҡут, хакас, тыва, бүрәт, монголдарҙың, фин, Обь уғырҙары, селькуп, ҡытай, корей, япон, әрмән, курд, рус, украин, хорват, босний, грек һәм башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында, көнкүреш традицияларында hәм матди мәҙәниәтендә изге ҡош булып hүрәтләнә.
Байтаҡ халыҡтарҙың фольклорында ҡоштоң илаhи булмышы уның юғары донъя менән бәйле булыуында, йыhанды яралтыуҙа ҡатнашыусы ҡөҙрәтле йән эйәhе итеп кәүҙәләнеүендә асыла. Бындай мотивтар башҡорт ауыҙ-тел ижадына ла хас күренеш.
Мәҫәлән, Хәйбулла районы үҫәргәндәренән яҙып алынған космогоник мифҡа ярашлы, Ҡош юлы — көҙөн торналарҙың көньяҡҡа осоп киткән юлы. Легенда буйынса, өлкән ҡоштар бала ҡоштар туптан айырылмаһын өсөн ҡауырһындарын сәсеп бара, улар иһә йондоҙҙарға әйләнә. Торна балалары ошо йондоҙло юл буйлап оса, һуңғараҡ уны “Ҡош юлы” тип атай башлайҙар, имеш. Фольклор өлгөләрендә тағы ла бер вариант һаҡланған: йәнәhе, Ҡош юлы — ул һауала мәңге осоп йөрөгән торналар.
Быға оҡшаш легендалар татар, ҡаҙаҡ, мордва hәм белорус фольклорында билдәле: улар ҙа күктә Ҡош юлының барлыҡҡа килеүен торналарҙың (вариант: ҡауҙыларҙың) йылы яҡҡа осоуы менән аңлаталар. Был йондоҙҙар төркөмөн ҡаҙаҡтар hәм мордвалар “Торналар юлы” тип атаhа, ҡырғыҙ, төркмән, манси, венгр, муҡшы, коми, эстон, фин, литва hәм рус халыҡтарында ул “Ҡош юлы” тип йөрөтә.
Айырым башҡорт ырыуҙарында, сыуаштарҙа, татарҙарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, марийҙарҙа, эрзяларҙа уны “Ҡаҙ юлы” тип тә исемләйҙәр.
Ҡайhы бер ғалимдар фекеренсә, боронғо кешеләр ҡоштарҙы әҙәм йәненең кәүҙәләнеше, әруахтарҙың рухын теге донъяға күсереүсе йән эйәhе итеп ҡабул иткән. Ҡоштар культының тамырҙары шаҡтай тәрәнерәк hәм улар юғары па­леолит осоронда йәшәгән тәүтормош кешеләренең донъяға тотемик ҡараштары менән бәйле булыуы мөмкин. Күп hанлы этнографик hәм фольклор материал­дарын өйрәнеү ошондай һығымта яһарға мөмкинлек бирә.
Башҡорт халыҡ ижадында торна кешегә хас сифаттарға, уйҙарға, тойғоларға, ихтыярға эйә. Күгәрсен районы ҡара-ҡыпсаҡтарында теркәлгән “Таҙ менән Һалмауыр” әкиәтендә ул әҙәмсә hөйләшә белгән, үҙ hүҙендә тороусы зат итеп та­суирлана. башҡорттарҙа “торналай тоғро бул” тигән теләк теләүҙә hаҡланған.
Тотемик мифтарҙа һәм ырыу-ара бәйләнештәрҙе аңлатҡан һүҙҙәрҙә бер төркөм кешеләрҙең торнанан килеп сығыуына нигеҙләнгәндәре бар. Үҫәргән башҡорттары уны тәүбаба, тип иҫәпләй. Ҡара-табындарҙың легендаларына ярашлы, ырыуҙарына нигеҙ һалыусы тәүбаба — ҡара башлы, ҡара-буҙ төҫтәге торна. В.Васильев менән С.Шитова ҡара-табын этнонимын, самодий телдәре нормаларынан сығып, торна- табындар, тип аңлата. Ненец һәм энец телдәрендә “харе” (“ҡара”) “торна” тигәнде белдерә. Әгәр ҙә был шулай икән, ҡара-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡатай һәм ҡара-танып тигән башҡорт ырыуҙарын “торна-ҡыпсаҡтар”, “торна-ҡатайҙар”, “торна-таныптар” тип аңларға кәрәктер. Башҡорт ырыуҙары исемлегендә торна-ҡатай тигән атама ла бар. Торна тигән аралар (аймаҡтар) бөрйәндәрҙә, гәрәй-ҡыпсаҡтарҙа, үҫәргәндәрҙә, түңгәүерҙәрҙә, күбәләк-табындарҙа, ҡара-табындарҙа, әйлеләрҙә осрай. “Терһәк” этнонимында ла “торна” һүҙе ята, фин-уғыр телдәрендә был “торна-халыҡ” тигәнде белдерә. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының ололары хәтерләүенсә, Йылайыр районы Һабыр ауылы балаларын элегерәк гел генә “торна балалары” тип үсекләр булғандар. Башҡорттар зифа буйлы, оҙон аяҡлы матур ҡыҙҙарҙы юҡҡа ғына торна тип атамағандарҙыр, моғайын.
Халыҡ ижадында был ҡоштоң кешенән килеп сығыуын аңлатҡан өлгөләр ҙә бар. М.Сәғитовтың бер эшендә ҡурайҙа оҫта уйнаған егеттең һауаға ашып, торнаға әүерелеүен, ә ерҙә ҡалғандары уның нәҫеле булыуы тураһында һөйләгән легенда теркәлгән.
Был күренештәр Евразия, Африка, Австралия hәм Америка халыҡтарының йолаларында, дини ышаныуҙарында hәм мифологияhында сағылыш тапҡан.
Торна, имеш, әҙәм телен аңлай, тигән фекер яҡуттарҙың, япондарҙың, рустарҙың, украиндарҙың халыҡ ижадында киң таралған. Яҡут, долган, вепс, ҡытай, япон, әрмән халыҡтары легендаларында ҡыҙға әйләнгән торна егеткә кейеүгә сыҡhа, поляк, македон, серб, грек мифтарында бындай hәләткә ҡауҙы эйә, тип иҫәпләйҙәр.
Кешеләрҙең торнанан килеп сығыуы хаҡында хөрәфәттәр сыуаш, себер татарҙары, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, хант, манси, венгр, зырян, вепс, селькуп халыҡтарына таныш. Поляк, лужичан (Германия), чех, украин, белорус, болгар, румын, литва hәм немецтарҙа яңы тыуған баланы ҡауҙы алып килә, тигән хөрәфәт йәшәй.
Ҡытай, корей риүәйәттәрендә аҡ (йәшел) торналар үлемhеҙ шәхестәрҙең, хакимдарҙың атаhы булып күҙалланhа, Америка индеецтары гимндарында айы­рым кландар (оджибве, зуньи, пуэбло, ацтек, нивакле h.б.) торнаны үҙҙәренең тәүбабаhы тип иҫәпләй. Был ҡош Яңы Гвинеяла йәшәгән йенан тигән халыҡтың да тотемы hанала.
Икенсе яҡтан, Европа, Азия, Африка hәм Австралия халыҡтары араhында кешенең торнаға әүерелеүе, был ҡоштоң бәндәләрҙән таралыуы тураһында мифтар ҙа аҙ түгел. “Торна — кеше нәҫеленән”, “торна — ҡауырhынлы әҙәм”, “торна — яуҙа hәләк булған батырҙарҙың рухы”, “торна — бәндәләрҙән таралған йән эйәһе” тигән мотивтар алтай, тыва, хакас, яҡут, ҡаҙаҡ, төркмән, фин, ҡытай, япон, грек, серб, герман, боронғо мысыр халыҡтарында, Кавказ ҡәүемдәрендә, Көньяҡ hәм Көнсығыш Африка бушмендарында, Яңы Гвинеяның маринд- анимдарында, Австралия аборигендарында киң таралыу тапҡан. Был сюжет hәм мотивтарҙың тотемик ҡараштар менән ауаздаш булыуы шик тыуҙырмай.
тотемизмға үҫешкән йолалар системаhы хас булған: тотемды үлтереү тыйылған, итен ашарға ярамаған, уның хаҡында хәстәрлек күргәндәр, ололау тантаналары үткәргәндәр.
Йола ҡанундарына ярашлы, үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән, табын, мең, гәрәй, уран, унлар, танып, өпәй, ғәйнә башҡорттарында торнаға яуызлыҡ ҡылырға ярамай, был ҡанунды боҙған кеше һәр ваҡыт ҡотолғоhоҙ язаһын (үлем) ала.
Миҫал өсөн 1966 йылда Ф.Ф.Илембәтов Бөрйән районы Иҫәнғазы ауылында Ш.Х.Баймөхәмәтовтан (1902 йылда тыуған) яҙып алған мәғлүмәтте килтерергә мөмкин: имештер, бер ваҡыт ошо ауылдың Шәрифулла исемле hунарсыhы яҙ көнө торна ата, шул уҡ йылдың көҙөнә үҙе лә үлеп ҡала...

Торна хаҡындағы мәҡәләнең дауамын һәм Күгәрсенгә арналған өлөшөн "Ватандаш" журналының 2-се һанында уҡығыҙ.
"Ватандаш" журналының электрон версияһына яҙылырға: http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1033/
Читайте нас: