Все новости
Философия
13 Сентября , 10:10

Мең дә бер хәҙис

Үҙеңде белеүгә юл

Мең дә бер хәҙис
Мең дә бер хәҙис

135. Сәфәр йөрөү

809. (472). Сәфәр йөрөгөҙ – сәләмәт булырһығыҙ.
810. (473). Сәфәр ҡылығыҙ, сә­ләмәт булырһығыҙ, тормош кәрәк-
яраҡ­тарын етештерерһегеҙ.

136. Иҫерткес

811. (287). Күбе иҫерткәндең тамсыһынан да мин һеҙҙе тыям.
812. (926). Һәр төрлө иҫерткес һәм зәғифләндергестәрҙән тыйҙы.

137. Теш таҙартҡыс

813. (493). Теш таҙартыу ауыҙ эсен паклай, Раббыһын ҡәнәғәт­ләндерә, күҙҙәрҙе аса.
814. (494). Теш таҙартыу, ағыу­ҙарҙан ҡала, бөтөн ауырыуҙарға шифа. Ағыу – үлем.
815. (553). Боронғоларҙан кил­гән ун ғәҙәт бар: мыйыҡ ҡыҫҡартыу, һаҡал алдырыу, теш таҙартыу, ауыҙ­ға һыу алыу, тырнаҡ киҫеү, бармаҡ араларын йыуыу, ҡултыҡ аҫты төктәрен йолҡоу, ҡаҫыҡ төктәрен ҡырып ташлау, һыуҙы аҙ тотоноу, баланы сөннәткә ултыртыу.
816. (669). Өммәтем өсөн ауыр­лығы булмаһа, мин тәһәрәт һайын теш таҙартыуҙы бойорор инем.
817. (670). Өммәтем өсөн ауыр­лығы булмаһа, мин һәр намаҙ һай­ын теш таҙартыуҙы һәм хушбуй һөртө­нөүҙе бойорор инем.
818. (671). Ҡиәмәт көндө үс ҡайтарылыу ҡурҡынысы булмаһа, мин һине ошо теш таҙартҡыс менән ауырттырғансы һуҡтырған булыр инем.

138. Кәңәш итеү

819. (95). Әмирҙәрегеҙ миһыр­банлы, байҙарығыҙ йомарт, эштә­регеҙ кәңәшле булһа, һеҙгә ер ҡуйынында булыуға ҡарағанда, ер йөҙө хәйерлерәк.
Әмирҙәрегеҙ яуыз холоҡло, байҙарығыҙ һаран, эштәрегеҙ ҡа­тындарығыҙ тирәһендә барһа, ер йөҙөндә йәшәүгә ҡарағанда, ер ҡуйыны һеҙгә хәйерлерәк булыр.
820. (112). Мөфтөйҙәр фәтүә (решение) бирһәләр ҙә, үҙең менән кәңәш ит.
821. (700). Аллаһтан ярҙам һораған кешегә уңышһыҙлыҡҡа осрау юҡ. Кәңәшләшеп эш иткән кешегә үкенеү юҡ. Һаҡлыҡ менән мал тотҡан кешегә мохтажлыҡ юҡ.
822. (796). Берәү үҙе уны бел­мәйенсә фәтүә сығарһа, гонаһы шуның үҙенә булыр. Берәү дөрөҫөн белә тороп та, дин ҡәрҙәшенә башҡаса эшләргә кәңәш бирһә, шул уға хыянат иткән булыр.
823. (899). Ышаныслы кә­ңәшсе кәңәшкә саҡырылһа, шул, эште үҙе эшләүсе тип уйлап, кәңәш бирһен.

139. Кешегә ярҙам итеү

824. (10). Хәжәттәрен ирештерерлек егәрлеге юҡтарға хәжәт еткерергә булышығыҙ. Әгәр берәү егәрһеҙҙәрҙең хәжәтен солтанға ирештерһә, Аллаһы Тәғәлә шул кешенең аяҡтарын сиратка (китапта — сыйратка) беркетеп ҡуя.
825. (227). Кешенең мохтаж­лығына күрә Аллаһы Тәғәләнең уға ярҙамы, ҡайғылары миҡдарында биргән сабырлығы булыр.
826. (580). Мохтажлыҡта тү­бән­леккә төшөүгә ҡарағанда, уны ситләп үтеү еңелерәк.
827. (721). Үҙ илендә мосол­мандарға булышмаған, улар­ҙың абруйҙарын кесерәйткән һәм үҙен хөрмәт итеүҙәргә бирелеп киткән берәүгә Аллаһы Тәғәләнең булыш­лығы һәм ярҙам итергә теләге булырмы икән.
Үҙ илендә мосолмандарға ярҙам иткән, абруйҙарын күтәргән һәм уларҙы хөрмәт итеүгә бирелеп киткән берәүгә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы, уға ярҙам итәргә теләге булмаҫмы икән.
828. (775). Берәү доғалары ҡабул булыуҙы һәм ҡайғылары таралыуҙы теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
829. (778). Әгәр берәү Аллаһы Тәғәлә исеме менән һеҙҙән ярҙам үтенһә, ярҙам итегеҙ, Аллаһы Тәғә­лә исеме менән һеҙҙән ни һораһа, шуны бирегеҙ. Берәү һеҙҙе саҡыр­һа, саҡырыуын ҡабул итегеҙ, һеҙгә яҡшылыҡ эшләгәндәргә һеҙ ҙә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтары­ғыҙ. Яуап ҡайтарырлыҡ нәмәгеҙ булмаһа, шуға етәрлек булды тигән фекергә килгәнсе, уға доға ҡылығыҙ.

140. Монафиҡлыҡ

830. (4) Монафиҡлыҡ ғәләмәте өс: һөйләһә – ялғанлай, биргән вәғәҙәһен боҙа һәм аманатҡа хыянат итә.

141. Үлем

831. (101). Үлгәндәрҙең яҡшы яҡтарын ғына иҫкә алығыҙ, насар яҡтарын иҫкә алыуҙан һаҡ булығыҙ.
832. (107). Үлемгә алдан әҙер­ләнегеҙ.
833. (108). Аллаһы Тәғәләнән ысын оялыу менән оялығыҙ, сөнки Ул әхлаҡтарығыҙҙы һеҙгә нисек бүлеп биргән булһа, ризыҡтарығыҙҙы ла шулай итә.
834. (168). Донъя ләззәттәрен юҡҡа сығарыусы үлемде иҫегеҙгә күберәк төшөрөгөҙ, сөнки ҡыҫын­ҡылыҡта йәшәгәндә, шул тормо­шона иркенлек килмәй тороп, берәүҙең дә уны иҫенә төшөрөп ҡарағаны булманы. Муллыҡ эсендә йәшәгәндә лә уға ҡыҫынҡылыҡ кил­мәй тороп, үлемде иҫкә алыусы юҡ.
835. (180). Ий, Раббым, һора­йым Һинән керһеҙ, пак тормош, тигеҙлек менән үлеүҙе, язаларҙан һәм хурлыҡтарҙан имен булып ҡай­тарылыуҙы.
836. (228). Үлем – дәһшәтле хәл, йыназаны күрәһегеҙ икән, тороп баҫығыҙ.
837. (608). Замандың үлем менән вәғәзләүе лә етеп артҡан.
838. (635). Был донъяла һин ситтән килгән кеше йә юлаусы кеүек бул.
839. (659). Үлем яғаһында ят­ыусы туғанығыҙға: «Лә иләһә иллә Ллаһ» тип, тәлҡин әйтеп тороғоҙ.
840. (742). Әҙәм балаһының әй­лә­нәһендә туҡһан туғыҙ үлем. Әгәр шулар хаталаналар икән, тәрән ҡартлығына етмәй тороп, кеше үлмәй.
841. (890). Көтмәгәндә килгән үлем мөьминдәргә – тынғылыҡ (рәхәтлек); боҙоҡтарға – хәсрәт.
842. (907). Артынан ҡысҡырып илап ҡалғанға, мәйет ҡәберендә ғазапҡа тартылыр.
843. (909). Хаҡһыҙға үлтерелгән кешенең үлеме ниндәй һәйбәт.
844. (947). Үлем теләмәгеҙ.
845. (994). Бер мәртәбә сағыл­ған мөьмин икенсе тапҡыр йәнлек ояһына тығылмаҫ.
846. (995). Һеҙҙең берегеҙ ҙә Аллаһы Тәғәләгә хуш күңел ҡуймай тороп, был донъянан китмәҫ.

142. Мөьмин (мосолман кем)

847. (25). Мөьмин кешенең зирәклегенән һаҡланығыҙ, сөнки ул Аллаһы Тәғәләнең нуры менән ҡарар.
848. (83). Изгелектәрең өсөн шат­ланыр, яманлыҡтарың өсөн көй­өнөр кеше булһаң, һин – мөьмин.
849. (152). Кемдең ҡулынан һәм теленән мосолмандар именлек таба, шул исламиәттә мөьминдәрҙең иң һәйбәте. Кем мөьминдәр араһында күркәмерәк холоҡло һәм иманлы, шул мөьминдәрҙең иң һәйбәте. Кем Аллаһы Тәғәлә тыйған эштәрҙән тыйылып, Уның юлын тотһа, шул мөһәжирҙәрҙең иң һәйбәте. Кем Аллаһы Тәғәлә өсөн бөтөн көсөн бирһә, шул иң һәйбәт йыһат була.
850. (153). Кем күркәм холоҡло, шул иң һәйбәт мөьмин.
851. (154). Кем һатыу итеүҙә, һатып алыуҙа, бурысын түләүҙә, бурысты түләтеүҙә киң күңеллелек күрһәтә, шул мөьминдәрҙең иң һәйбәте.
852. (221). Күркәм холоҡло мөьминдәр – уяу тороусылар һәм ураҙа тотоусылар дәрәжәһендә бу­лырҙар.
853. (222). Мөьмин кеше теле менән дә, ҡылысы менән дә бөтөн көсөн ҡуйып тырышлыҡ итеүсе.
854. (223). Аллаһы Тәғәлә юлында үҙ-ара мөхәббәт итеш­кәндәр ғәреш (небеса, божий престол, чертоги) күләгәһендә булырҙар.
855. (231). Минең ҡаршымда иң бәхетле кеше: үтәгән намаҙ­ҙа­ры­нан ҡәнәғәт, үткер һәм етеҙ, йәшерен итәғәт менән Раббыһы алдында ғибәҙәтен күркәм итеүсе, кешеләрҙән айырылып торма­ған, бармаҡ менән төртөп күрһәтел­мәгән, ризығы етәрлек һәм булға­нына сабыр, үлеме тиҙ, илап ҡалыусылары һәм мираҫы әҙ булған кеше мөьмин кеше.
856. (235). Тән ауыртыуы
башҡа йүгергән кеүек, үҙ-ара ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтешеү ҙә мөьминдәр өсөн бурыс.
857. (424). Кемдең ҡулы менән теленән мосолмандар һау-сәләмәт, шул – изге мосолман.
858. (432). Хазина тотоусы мосолман нисек ҡушылһа, шул саҡлы малды биреүгә хуш күңел менән тулыһынса биреп ебәрә торған булһа, шул эше өсөн уға саҙаҡа биреүселәр сауабы булыр.
859. (508). Мөьмин кешенең төндә тороп уҡыған намаҙы уға ихтирам һәм ситтәр милкендәге әйберҙәргә ихтыяжы төшмәү уға хөрмәт килтерә.
860. (615). Мосолман кешегә мосолмандар малы, намыҫы һәм ҡаны хәрәм. Мосолман ҡәрҙәшеңде хурлау яуызлыҡҡа хисап.
861. (619). Мөьмин кеше, хыянат менән ялғандан ҡала, бөтөн сифаттар менән тыумыштан мөһөрләнгән булыр.
862. (630). Мосолман кешенең ғүмере оҙон булған һайын хәйерле булыр.
863. (680). Күршеләре бәләһе­нән иҫән-имен булмаған кеше мөь­мин түгел.
864. (681). Янындағы тамағы ас күршеһен туйҙырмаған һыйлы кеше мөьмин түгел.
865. (682). Яман ат һатыусы, ҡарғаусы, тотанаҡһыҙ һәм әҙәпһеҙ кеше мөьмин түгел.
866. (760). Берәү мосол­мандар­ҙы ҡыйырһытһа, мине ҡыйырһытҡан булыр, мине ҡыйырһытҡан Аллаһы Тәғәләне ҡыйырһытҡан булыр.
867. (848). Кем беҙгә ҡаршы ҡылыс күтәрә, шул беҙҙең кеше түгел.
868. (872). Кем Аллаһыға һәм әхирәт көнөнә ышана, шул мосолмандар хаҡында юҡ-бар һүҙҙәр һөйләмәһен.

143. Мөьминдәрҙең бер-береһенә ҡарата дөрөҫ булыуҙары

869. 749. Инжилда (Библия) яҙылған: «Нисек хөкөм итһәң, шулай хөкөм ителерһең, кем нисек үлсәһә, үҙе лә шулай үлсәнер».
870. (891). Мөьмин – мөьмин­дең көҙгөһө, мөьмин – мөьминдең дин ҡәрҙәше. Ул мөьминдәрҙең юғалыуы мөмкин булған нәмәләре хаҡында борсолоп, үҙҙәре юҡ саҡта ла уларҙы һаҡлап тора.
871. (892). Мөьмин өсөн мөьмин бер бина кеүек, береһе икенсеһен бәйләп тора.
872. (893). Мөьминдәр кеше­ләр­ҙең үҙҙәрен дә, малдарын да именлектә тотоусылар. Мөһә­жирҙәр (күсенеүселәр) хаталарын да, гонаһтарын да ташлаусылар.
873. (894). Мөьмин – дуҫла­шыусы, дуҫлыҡты ҡабул итеүсе кеше. Дуҫлашмаған, дуҫлыҡ ҡабул итмәгән кешеләрҙә изгелек юҡ. Изге кеше – халыҡҡа файҙалыраҡ кеше.
874. (895). Мөьмин кеше – ҡайғыртыусан кеше, Аллаһы Тәғәлә тағы ла ҡайғыртыусаныраҡ.
875. (896). Мөьмин кеше алданыусан, йомарт кеше. Боҙоҡ кеше алдаусан, хурлаусы кеше. (Кафыр гел дә алдай).
876. (900). Кемдең теле менән ҡулынан мосолмандар именлек таба, шул – мосолман булыр.
877. (901). Кемдең теле менән ҡулынан мосолмандар сәләмәтлек (именлек) таба, шул – мөслим. Кемгә халыҡ үҙенең йәнен һәм малын ышанып тапшыра, шул – мөьмин кеше.
878. (902). Мөслим – мөслим­дең көҙгөһө, әгәр шунда ярамаҫ бер
нәмә күрә икән, шуны алып ташла­һын.
879. (903). Мосолмандар – дини ҡәрҙәштәр, тәҡүәлектән ҡала, һис кем бер-береһенән артыҡ түгел.
880. (904). Мосолмандар вәғә­ҙә­ләренә тоғролоҡта.
881. (991). Мөьминдәр бығау­ланмай.

144. Исламиәттә яманлыҡ артыу

882. (590). Аллаһы Тәғәлә: «Тәкә­бберлек – Минең бөркән­сегем, бөйөклөк – Минем изарым, кем шуларҙың берәйһен Минән тартып ала, шуны утҡа ташлармын» – тип әйткән ине.
883. (692). Минән һуң минең өммәтте, кистең бер өлөшөн ҡаплап алған ҡараңғылыҡ шикелле, фетнә­ләр урап алыр. Мөьмин булып таң аттырғандар, кискә кергәс, кафыр булырҙар. Халыҡ аҙ миҡдар донъя малына ла динен һатыр.

145. Үкенеү

884. (913). Үкенеү – тәүбә.

146. Нәҙер әйтеү

885. (922). Нәҙер (обет, обещание) әйтеүҙәрҙән тыйҙы.
886. (985). Аллаһы Тәғәләгә ҡар­шылыҡта булған нәҙерҙе үтәү – юҡ.

147. Ҡатын-ҡыҙҙар

887. (96). Берәүҙең ике ҡатыны булып, шулар араһында ғәҙел була алмаһа, шул кеше Ҡиәмәт көнгә ярты яғы етешһеҙ булып килер.
888. (136). Аш-һыуҙарын бә­рәкәтле иткән ҡатын-ҡыҙҙар – иң хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар.
889. (137). Ҡатындарына ҡа­рата ирҙәренең хаҡы оло, балаларына ҡарата әсәләренең хаҡы оло.
890. (187). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында күп бала тыуҙырған ҡатын бала тыуҙырмаған ҡатын­дарҙан һөйөклөрәк. Мин дә Ҡиәмәт көндө иң күп һанлы өммәтем – һеҙҙең менән бергә булырмын.
891. (188) Әсәң, унан әсәң, унан әсәң – һуңынан ғына атаң.
892. (212). Ире ҡатынына, ҡаты­ны иренә генә ҡарап торһа, Аллаһы Тәғәлә уларҙың икеһенә лә рәхмәт менән ҡарар. Ире ҡаты­нының ҡулынан тотһа, шул ҡатындың гонаһтары бармаҡтары араһынан ҡойолған булыр.
893. (224). Ҡатын-ҡыҙ кәкре ҡабырғанан яратылған, турайт­маҡсы булһаң, һындырырһың уны. Уның менән элек нисек булһаң, шулай йәшәүеңдә бул.
894. (260). Ҡатындар – ирҙәр­ҙең яртыһы.
895. (310). Бер ҡатын иренән рөхсәтһеҙ өйөнән сыҡҡан булһа, әйләнеп ҡайтҡансы йәиһә ире шуға риза булғансы Аллаһы Тәғәлә уға асыулы булыр.
896. (313). Бер ҡатын-ҡыҙ хушбуй һөртөнөп урамға сыҡһа һәм бер төркөм кешеләр янынан хушбуй еҫтәрен таратып уҙып китһә, шул – зинасы, уға ҡараған күҙҙәр ҙә шул хөкөмдә булырҙар.
897. (315). Бер ҡатындың өс балаһы үлеп киткән булһа, улар әсәләре өсөн уттан пәрҙә булыр.
898. (363). Өс кешенең хәлен һорама: йәмғиәттән айырылып, имамдарына буйһонмаған һәм шул хәлендә үлеп киткән; хужаһынан ҡасып йөрөгән һәм һуңынан үлеп киткән ҡол йә кәнизәк; ире өйөн­дә юҡ саҡта кейенеп-яһанып, матур­лы­ғын донъяға сәсеп йөрөгән ҡатын-
ҡыҙҙарҙың хәле тураһында һорама.
899. (369). Аллаһы Тәғәлә ғиззә вә йәл өс кешенең доғаһын ҡабул итмәҫ. Улар: тәрбиәләрендә яман холоҡло ҡатыны була тороп та, шуны айырып ебәрмәүселәр; берәүҙән аласағы була тороп та, шуны алыу өсөн шаһитлыҡ килтермәүселәр; Аллаһы Тәғәләнең «Малығыҙҙы аҡылы юҡтарға бирмәгеҙ», тип әйткәне булып та, шундайҙарға мал биреүселәр.
900. (380) Ҡорһаҡ күтәргән, балалар тыуҙырған, имеҙгән, йомшаҡ күңел менән уларҙы тәрбиәләгән, өҫтәүенә ирҙәрен дә үҙҙәренән ҡәнәғәт иткән намаҙ эйәһе ҡатын-ҡыҙҙар йәннәткә керер.
901. (381). Был донъяла миңә барыһынан да һөйөклөрәк: (тәҡүәле) ҡатын-ҡыҙҙар, хушбуйҙар һәм күҙҙәремдең нуры – намаҙҙар.
902. (387). Һуғышсының өйҙә ҡалған ҡатыны, шул һуғышсының әсәһе кеүек, хөрмәткә лайыҡлы. Әгәр һуғышсының өй йәмәғәтен тәрбиә ҡылыу кемгә булһа ла йөкләнһә һәм ул шуға хыянат итә ҡалһа, ҡиәмәт көндө уны аяҡ өҫтөнә торғоҙорҙар ҙа, әлеге һуғышсыға әйтерҙәр: «Һинең өйҙә ҡалған йәмәғәтеңде тәрбиә итеүҙә был кеше хыянат иткән ине, һин хәҙер уның изгелектәрен һәм ғәмәлдәрен теләгәнсә үҙеңә ал».
903. (391). Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәре ҡаршыһында бурыстары: ҡатыны дөйә өҫтөндә бара торған булһа ла, ирен үҙенән мәхрүм итмәй; иренең рөхсәте булмаһа, бер генә көн дә нәфел ураҙаны тотмай, тота икән – гонаһлы була, ураҙаһы ҡабул ителмәй; ире рөхсәтенән башҡа өйөнән бер ни алмай, ала икән, әжере – иренә, гонаһы – үҙенә. Хатта ире залим булһа ла, уның рөхсәтенән башҡа өйөнән сыҡмай, сыға икән, тәүбә ҡылып, яңынан ҡайтып кергәнсе, уға Аллаһтың ләғнәте һәм фәрештәләрҙең асыуы яуыр.
904. (392). Ҡатыны ҡаршы­һында иренең бурысы, хаҡы: үҙе ашағанды уға ла ашатыу, үҙе кей­гәнде уға ла кейҙереү, йөҙөнә һуҡ­мау, хурламау, һүҙгә килешкән осраҡта яңғыҙын ҡалдырмау (өйҙә булмаған осраҡта).
905. (430). Үҙ әһелдәре өсөн яҡшы булған кешеләр изге булыр­ҙар. Үҙ әһелем өсөн мин һеҙгә ҡара­ғанда ла яҡшыраҡмын.
Ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәт күрһәт­кән кеше – затлы кеше, уларҙы хурлаған кеше – иң әшәке кеше.
906. (433). Әсәһе яғынан апаһы – әсәһе урынында.
907. (439). Бала тапмай торған сибәр ҡатынығыҙҙы ҡалдырып тороғоҙ ҙа, бала таба торған ҡара ҡа­тындарға өйләнегеҙ – ҡиәмәт көн­дө мин күп һанлы һеҙ – өммәтем менән бергә булырмын.
908. (512). Йәшлек – йүләр­лектең бер ботағы, ҡатын-ҡыҙҙар – шайтан тоҙағы.
909. (523). Ҡатын-ҡыҙҙың яң­ғыҙ уҡыған намаҙы бергә уҡыуҙан егерме биш тапҡыр артыҡ.
910. (554). Кеше ҡатындарынан тыйылығыҙ, үҙ ҡатындарығыҙ ҙа тыйылыр. Аталарығыҙҙы ихтирам итегеҙ, һеҙҙе лә балаларығыҙ ихтирам итер.
Әгәр үҙенең дин ҡәрҙәшенә ни­ҙән булһа ла арындырыуҙы үте­неп берәү килә икән, ғөзөрө хаҡ булһа ла, булмаһа ла, уны ҡабул итһен. Шулай итмәһә, бер урынға тупланыу булмаҫ.
911. (651). Ҡатын-ҡыҙҙарса кейенгән ир-аттарға, ирҙәрсә кей­енгән ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһы Тәғә­ләнең ләғнәте булыр.
912. (668). Әгәр мин кемдең булһа ла берәүҙең икенсе берәүгә сәждә ҡылыуын бойора торған булһам, ҡатындарға ирҙәренә сәждә итергә ҡушыр инем.
913. (683) Әҙәм балаһына ҡарағанда, йәнһеҙ әйберҙәр генә Аллаһы Тәғәләгә итәғәтлерәк.
914. (697). Үҙемдән һуң ир­ҙәр өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙан да зарар­лыраҡ фетнә ҡалдырманым.
915. (829). Сит кешенең, йәиһә үҙ ҡолоноң ҡатынын аҙҙырыусы – беҙ­ҙең кеше түгел.
916. (833). Һеҙҙең арала бере­геҙ бер яман эш күрә икән, шуны үҙ ҡулы йә теле менән, йә булмаһа, күңеле менән үҙгәртһен, әммә бы­ны­һы – иң зәғиф иман.
917. (838). Берәүҙе Аллаһы Тәғәлә изге ҡатын менән ризыҡ­лан­дырһа, шуның ярты диненә ярҙам иткән булыр, ҡалған яртыһы өсөн шул кеше Аллаһы Тәғәләгә тәҡүәлек итһен.
918. (856). Кем ике ҡыҙ баланы, үҫеп еткәнсе, үҙ тәрбиәһендә тота, мин шул кеше менән бергә, ике йәнәшә бармаҡ булып, Йәннәткә керермен.
919. (933). Ҡатын-ҡыҙҙарға итә­ғәт итеп (буйһоноп) йөрөгән саҡта ирҙәр һәләк була.
920. (959). Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары – ҡатын-ҡыҙҙарға һуҡ­мағыҙ.


148. Уҡ атыу

921. (464). Уҡ атыу менән ма­уы­ғыуҙарығыҙ изге эш.
922. (561) Һеҙгә атыу эше менән шөғөлләнеү кәрәк, сөнки ул һеҙҙең күңел асыуҙарығыҙҙан хәйерлерәк.
923. (772). Берәү бик оҫта уҡ ата торған булып та, шул эшен ташлаған булһа, Аллаһы Тәғәлә тарафынан килгән иң оло ниғмәттәрҙең береһенән яҙған булыр.
924. (945) Атырға өйрәнеү өсөн йәнле нәмә алмағыҙ.

149. Һүҙ

925. (248). Сихыр ҙа матур һөй­ләүҙең бер төрө.
(Икенсе төрлөһө: «Сихыр – ма­тур һөйләүҙең, хикмәтле һүҙ – шиғыр­ҙың бер төрө»).
926. (638). Хикмәтле һүҙ мөьмин кешенең юғалған әйбере, ҡайҙан тапһа, шунан алыуға ул ғына хаҡлы.
927. (97). Әгәр һеҙ өсәү икәнһе­геҙ, бүтән кешеләр менән ҡатнашып киткәнсе, өсөнсөгөҙ алдында икегеҙ генә йәшерен һүҙ һөйләшмәгеҙ. Юҡһа был эш уны ҡайғыға һалыр.
928. (121). Иң хаҡ һүҙҙе әйтеүсе Ләбид исемле шағир булған: «Ал­лаһ­тан башҡа бөтөн нимә ялған түгелме һуң?»
929. (213). Әгәр берәү кешеләрҙе көлдө­рөү өсөн мәғәнәһеҙлеге күрен­мәгән һүҙ һөйләһә лә, уны күктән ситләштереүгә шул сәбәп булыр.
930. (244). Хаҡы барҙың һүҙе бар.
931. (302). Ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәрҙе ысҡындырыуҙан һаҡлан.
932. (336). Бәлә-ҡаза һүҙгә вәкәләтле.
933. (373). Мыйыҡтарығыҙҙы ҡыҫҡартығыҙ, һаҡалдарығыҙҙы һа­лын­дырығыҙ – мәжүсиҙәр һүҙен тыңламағыҙ.
934. (486). Йыртҡыслыҡ – хә­рәм. (Хәҙисте аңлатыусылар был һүҙгә «күпләп енси яҡынлыҡ эшләй алыуы менән маҡтаныусы» тигән мәғәнәне лә бирәләр).
935. (497). Етеш тормошта тыуып, төрлө аҙыҡ ашап, кейем
кейеп һәм төрлө аттарға атланып үҫһәләр ҙә, һүҙҙәрендә маҡтаныу ғына булған минең өммәтемдән ғибәрәт кешеләр – иң яман кешеләр.
936. (727). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында хаҡ һүҙ әйтеүҙән дә һөйөклөрәк саҙаҡа юҡ.

150. Паклыҡ (арыулыҡ)

937. (190). Аллаһы Тәғәлә – хуш зат, хушлыҡты һөйә; пак зат, паклыҡты һөйә; хөрмәтле зат, хөр­мәтте һөйә; йомарт зат, йомартлыҡты һөйә – майҙандарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, йәһүдтәргә оҡшамағыҙ.
938. (339). Паклыҡҡа ынтылы­ғыҙ, сөнки ул иманға өндәй, имандың урыны – хужаһы менән берлектә йән­нәттә.
939. (384). Минең өммәттә­геләрҙең ашағас та йыуынып алыу­ҙары нисек һәйбәт.
940. (393). Аллаһы Тәғәләнең һәр мосолманға йөкләгән бурысы: аҙнаһына бер тапҡыр башын һәм тәнен йыуып ғөсөлләнеү.
941. (394). Һәр мосолманға йөк­ләнгән бурыс: теш таҙартҡыс ҡул­ланыу, йома көн ғөсөлләнеү, өйөндә хушбуй булһа, һөртөнөү.
942. (541). Ишек алдығыҙҙы таҙа тотоғоҙ, сөнки һаҫыҡ еҫтәр йә­һүд­тәр ишеге алдында булыр.
943. (869). Кемдең сәсе булһа, шул уны ҡәҙерләп тотһон.

151. Ниәт

944. (52). Аллаһы Тәғәләгә ғәмәл­дәрегеҙҙе ихлас күңелдән ҡылы­ғыҙ, сөнки ихласһыҙ ғәмәлде Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй.
945. (53). Динеңдә ихлас бул, аҙ ғәмәлең дә һинең өсөн етәрлек булыр.
946. (629). Һеҙ барығыҙ ҙа кө­төү­се, барығыҙ ҙа көтөүҙәрегеҙ өсөн яуаплыһығыҙ. Имам да көтөүсе, ул да үҙ көтөүе өсөн яуаплы. Ҡатындар ҙа ирҙәре йортонда көтөүсе, улар ҙа – яуаплы. Хеҙмәтселәр ҙә хужа­ларының малын көтөүсе, улар ҙа мал өсөн яуап биреүселәр. Балалар ҙа ата малын көтөүселәр һәм шуға яуапта булыусылар. Һеҙ барығыҙ ҙа көтөүсе, барығыҙ ҙа көтөүҙәрегеҙ өсөн яуаплы.
947. (911). Эшенә ҡарағанда мөьмин кешенең ниәте хәйерлерәк, ниәтенә ҡарағанда монафиҡтың эше хәйерлерәк. Һәр кем үҙ ниәтенә ҡарап эш итә. Мөьмин кешенең ниндәй булһа ла эште башҡарған сағында күңелендә нур пәйҙә була.

152. Тәнгә билге төшөрөү

948. (652). Матур булып күренеү өсөн, Аллаһ биргәнде үҙгәртеп, энә менән тишеп тәндәренә билгеләр яһаусы һәм яһатыусы, биттәренә сыҡҡан төктәрен йолҡтороусы һәм йолҡоусы, ҡаштарын нескәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.
949. (653). Сәстәренә сәс ялғау­сы, энә менән тишеп тәндәренә бил­ге яһатыусы һәм яһаусы ҡатын-ҡыҙ­ҙарға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.
950. (655). Йөҙҙәренә ҡыҙҙы­рып тамға баҫыусыларға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.

153. Аллаһты берләү

951. (7). Һеҙгә һөйөнөс бирәм, үҙегеҙҙән һуңғыларҙы һеҙ ҙә һөй­өндө­рөгөҙ. Кем «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ» (Лә иләһә иллә Ллаһ) тип геаһлыҡ бирә, һәм шуға тоғролоҡта ҡала, шул йәннәткә керә.
952. (181). Ий, Раббым, һо­ра­йым Һинән тоғро юл, тәҡүәлек, әхлаҡи сафлыҡ һәм дә байлыҡ.
953. (318). Ихсанлыҡ – Аллаһы Тәғәләгә һинең Уны күреп торғандай ҡоллоҡ итеүегеҙ, Уны күрмәһәң дә, Ул һине күрә.
954. (477). Собханаллаһ, көнө туғас, төнө ҡайҙа китә һуң?
955. (503). Аллаһ хаҡы өсөн тип һоралғанды бирмәй бороп ебәреүсе – яуыз кеше.
956. (538). Мине күреп, миңә ышанғандарға – бер, мине күрмәй, миңә ышанғандарға – ете мәртәбә һөйөнөс булһын!
957. (587). Аллаһы Тәғәлә әйт­кән ине: Әҙәм балалары Мине «был ниндәй хәүефле заман» тип ҡыйыр­һыта. Һеҙҙең берегеҙ ҙә «заман
боҙолдо» тимәһен, сөнки Мин Үҙем
Заман, көнөн дә, төнөн дә Үҙем әйлән­дерәм, теләйем икән – тотҡар­лай алам.
958. (672). Булған хәжәттәре­геҙҙең һәммәһен, хатта башмаҡ бау­ҙары өҙөлгән икән, уларҙы ялғауҙы ла Раббыларынан һораһындар.

154. Васыят

959. (114). Әсирҙәргә изгелек эшләүҙе үҙегеҙ өсөн васыят һана­ғыҙ.
960. (210). Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ҡатын-ҡыҙҙарға изгелек эшләүҙе васыят итә, сөнки улар – һеҙҙең әсәләрегеҙ ҙә, ҡыҙҙарығыҙ ҙа, әсә­ләр­егеҙҙең ҡыҙ туғандары ла.
Китап әһелдәренән кем дә булһа берәү ҡулына еп тә тота алмай тор­ған бер ҡатынға өйләнде икән, улар инде бер-береһенә юлдаш булыуҙан ҡасмаҫтар.
961. (703). Ябраил миңә күрше­лек хаҡында васыят итә килә ине, мин хатта күршене вариҫ итеп бил­дәләү тураһында ла уйлана инем. Шулай уҡ ул ҡолдар хаҡында ла васы­ят итә килә ине, мин хатта, хеҙ­мәт­тәрен тултырғас та, уларға ирек бирергә ваҡыт еткән икән тип уйлана инем.
962. (290). Һеҙгә сәхәбәләрем менән бергә булыуҙы васыят итәм. Уларҙы алыштырырҙар, һуңы­нан ялған фаш булыр. Хатта ки, ант талап ителмәһә лә, ант килтереү­гә, таныҡлама һоралмаһа ла, шаһит­лыҡҡа саҡлы барып етерҙәр.
Ҡатын-ҡыҙ менән яңғыҙ ҡала күрмәгеҙ, сөнки һеҙҙең арала шайтан – өсөнсө. Айырылышыуҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки шайтан яңғыҙ­ҙар менән бергә, күмәктәрҙән – йыраҡ. Кем Йәннәт ниғмәттәрен теләй, шул йәмәғәт менән бергә булыу­ҙы кәрәк тип һанай. Кем эшлә­гән изгелектәренә шатланып, яманлыҡ­тарына көйөнә – шул мөьмин була.
963. (288). Аллаһы Тәғәләгә тәҡүәлек итеүҙе һиңә высыят иттем, сөнки һәммә эштең башы тәҡүәлек. Ҡөръән уҡыу һәм Аллаһы Тәғәләне зикерләүҙе һиңә васыят иттем, сөнки ул һиңең өсөн күктә – зикер, ерҙә – нур. Һиңә күркәм һүҙҙәрҙән башҡаһын һөйләмәй тороу кәрәк, сөнки изге һүҙҙәр шайтанды һинән олаҡтырыр, изге һүҙҙәр дин юлында һиңә ярҙамсы булыр. Күп көлөүҙән һаҡлан, сөнки ул күңелде үлтерә, йөҙҙөң нурын ала. Һиңә дин эше өсөн көрәшеп тороу кәрәк, сөнки ул өммәтемдең рәһбәниәте. Меҫкен ярлыларҙы һөй һәм улар менән бергә ултыр. Иғтибарыңды үҙеңдән өҫтөндәргә түгел, түбәндәргә йүнәлт, сөнки Аллаһы Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәтен хурламауҙа иң яҡшыһы шул булыр. Һиңә килеп йөрөүҙән туҡтаһалар ҙа, яҡындарыңа үҙең бар. Һинән йөҙ борор булһалар ҙа, һәр саҡ дөрөҫлөктө әйт. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәгәндә һиңә шелтә ҡылыусыларҙан ҡурҡма. Үҙеңә генә мәғлүм булған эштәреңде кешеләргә белдереүҙән тыйыл һәм һин генә эшләй торғанды бүтәндәр ҙә эшләгәнгә асыуланма.
964. (699). Мосолман кеше нишләргә тейеш? Әгәр берәй нимәһен васыят итмәксе була икән, васыяты яҙылған ҡағыҙҙарҙы үҙе менән ике төн тотһон.
965. (923). Бер яңғыҙың төн сығыуҙарҙан тыйҙы.

155. Вазифа

966. (100). Эшләй белмәгән кешегә эш тапшырылһа, ҡиәмәт ҡубаһын көтөп торһондар.
967. (156). Йә, Ҡодәим, әгәр һин бер әмир, йә эштәр теркәп барыусы, йә хәбәрҙар кеше булмаһаң, үлеп киткәс тә ҡотолаһың.
968. (162). Яҡын тирәләрҙә лә, йыраҡ ерҙәрҙә лә Аллаһ билдәләгән хөдүдте (шәриғәт) торғоҙоғоҙ (установите), берегеҙ ҙә Уға шелтә күтәреп сыҡмағыҙ.

156. Ваҡыф

969. (371). Өстән берен! Өстән бере лә күп!
Вариҫтарыңа мал ҡалдырыуың уларҙы теләнеп йөрөрлөк хәлгә төшөрөүеңә ҡарағанда хәйерлерәк. Вариҫтарың өсөн тотолған сығым, хатта ҡатының өсөн булғаны ла, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында әжерҙән башҡа бүтән бер ни түгел (Бөтә мөлкәтен дин юлына сарыф итеү хаҡында һораусыларға ҡарата).

157. Һижрәт

970. (229). Һуғыштар барында күсештәр туҡталмаҫ.

158. Кешегә һүҙ тейҙереү

971. (103). Рибаны (сплетня) ҙурайтыу – һүгенеүҙе киңәйтә төшөү. Һүгеүҙең иң әшәкеһе – мыҫҡыллап көлөү.

159. Бүләк

972. (247). Биргән бүләген ҡайтарып алған – туйғансы ашағанын ҡоҫоп, шул ҡоҫоғон ҡабат ашаған эткә оҡшар.
973. (344). Бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ, бер-берегеҙ менән дуҫтарса мөғәмәлә итешегеҙ, хәлдәрегеҙҙе уртаҡлашып, бер-берегеҙгә ҡул бирешегеҙ, һеҙҙән кенәләр тотошоу китеп барһын.
974. (345). Бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ, сөнки бүләк үҙ-ара яҡынлыҡты икеләтә арттыра һәм күкрәккә оялаған яуызлыҡты сығарып ташлай.
975. (564). Бүләк иткәнен ҡайтарып алыусы ҡоҫоғон яңынан йотоусы кеүек.
976. (696). Мосолман кешенең дин ҡәрҙәшенә биргән бүләге хикмәтле һүҙҙәрҙән артығыраҡ, шуның арҡаһында Аллаһы Тәғәлә уға йә тоғро юлды арттыра, йә һәләкәттән уны ҡайтарып ала.
977. (707). Берәү саҙаҡа йә бағланыш (бәйләнеш) маҡсатында бүләкләү ишеген аса икән, Аллаһы Тәғәлә шуның дәүләтен арттырмай ҡалмаҫ. Берәү мал арттырыу маҡсатында һораныу ишеген аса икән, Аллаһы Тәғәлә шуның дәүләтен кәметмәй ҡалмаҫ.

160. Өмөт өҙөү

978. (364). Аллаһы Тәғәләнең изары (мәғрурлыҡ) һәм ридаһы (көс-ҡеүәт) хаҡында бәхәсләшкән, бойороҡтарының береһенә шиге булған һәм рәхмәтенән өлөш алыуға өмөт өҙгән – ошо өс кешенең хәле хаҡында һорама.

161. Ялғанға шаһитлыҡ

979. (163). Гонаһтарҙың да го­наһы: Аллаһҡа ширҡ ҡатнашты­рыу, йәндәрҙе ҡыйыу, ата-әсәне рәнйетеү һәм ялғанға таныҡлама биреү.
980. (250). Төшөңдә лә күрмә­гәнде «күрҙем» тип әйтеү – ялған­дың да ялғаны.
981. (309). Ялғандан һаҡла­нығыҙ, ул – иманға ҡаршы.
982. (614). Әҙәм балалары өсөн өс төрлө ялғандан ҡала бөтөн ял­ған ялғандан яҙыла: һуғышта ялған­лау, сөнки һуғыш ялғанға ҡорол­ған; һинән ризамын тип ҡатыны­на ялғанлау; ике кеше араһын төҙөкләндереү өсөн ялған­лау ялғандан булмаҫ.
983. (679). Ике кешенең араһын төҙөкләндереү өсөн ялғанлаған ялғансы түгел. Ул – изгелекте арттырыусы, изге һүҙ һөйләүсе.
984. (774). Берәү үҙенеке бул­ма­ғанды үҙемдеке тиһә, шул беҙҙең кеше түгел, урынын утта тип белһен.
985. (851). Кем бер мосол­ман­дың мал-мөлкәтен тартып алыу, йә ҡанын ҡойоу өсөн шаһитлыҡҡа бара, шул үҙенә тамуҡ утын вәжип (тейеш) итә.
986. (873). Берәү шаһитлыҡҡа саҡырылып та, белгәндәрен йәше­реп ҡалдырһа, шул ялғанға раҫлама биргән шикелле булыр.
987. (874). Берәү, берәй маҡ­сат­ты күҙ алдында тотоп, миңә ҡара­та ялған һөйләһә, шул үҙ урынын утта тип белһен.

162. Етемдәр

988. (15). Етемдәр малын сауҙа әйләнешенә индерегеҙ, зәҡәттәрен ашап бөтөрмәһендәр.
989. (16). Күңелегеҙ йомшаҡ һәм хәжәтегеҙ үтәлә торған булыуҙы яратһағыҙ, етемдәргә мәрхәмәт ите­геҙ, баштарынан һыйпағыҙ, ашай торған ризығығыҙҙы бирегеҙ – күңе­легеҙ йомшарыр, хәжәтегеҙ үтәлер.
990. (40). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында һеҙҙең иң һөйөклө йорт – етемдәр хөрмәт ителә торған йорт.
991. (275). Мин һеҙгә ике көс­һөҙ халыҡ: етемдәр менән ҡатын-ҡыҙҙар хаҡын хәрәм ҡылам.
992. (280). Етемдәр өҫтөнән күҙәтселек итеүсе минең менән бергә Йәннәттә.
993. (855). Кем үҙенә ҡәрҙәш тейешле булған йә сит кешеләрҙеке булған бер етем баланы, хәлләнеп еткәнсе, үҙ тәрбиәһендә тота, шул кешегә Йәннәт вәжип.

163. Ант итеү

994. (209). Аллаһы Тәғәлә һеҙ­ҙе ата-әсәләрегеҙ менән ант итеүҙән тыя.
995. (251). Аллаһҡа ширҡ ҡат­наштырыу, ата-әсәне һанламау, яманға ант тотоу – иң оло гонаһ­тарҙан. Аллаһы Тәғәләнең исеме менән ант итеү ҙә ялған ант. Ҡиә­мәткә саҡлы күңелдә төйөр булып ҡалыуҙан тыш, әле уның оҙонморон (долгоносик) ҡанаты хәтлеһе лә ялған антҡа керә.
996. (305). Һатыу иткәндә күп­ләп ант итеүҙәрҙән һаҡланығыҙ, сөнки шул башта файҙа бирер, унан уны юҡҡа сығарыр.
997. (401). Ант итеүсе – йә ан­тын боҙоусы, йә үкенеүсе.
998. (627). Аллаһтан уҙып, һәр төрлө ант итеүҙәр – ширҡлыҡ.
999. (1000). Шәһит булып ки­теүсе етмешләп туғанына шәфәғәт (яҡлау) итә ала.
1000. (1001). Ант – шуны талап итеүсенең ниәтенә бәйле.

164. Һыуҙа йөҙөү

1001. (557). Балаларығыҙҙы йөҙөргә һәм атырға өйрәтегеҙ.
Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң һәйбәт һөнәр – өйөндә еп иләү.
Һеҙҙе ата-әсәгеҙ икеһе лә бер юлы саҡыра икән, иң элек әсәгеҙгә яуап бирегеҙ.

 

Автор:Татарсанан философия фәндәре докторы, профессор Ғәфүрйән Сәлихов тәржемәһе
Читайте нас: