650. (234). Һүҙҙә тороу – иман.
651. (292). Йәһилиәт осорондағы килешеүҙәрегеҙгә тоғролоҡта булығыҙ, сөнки Ислам шуларҙы үтәүҙе үҫтермәне генә түгел, көсәйтте лә.
Исламиәттә килешеүҙәр төҙөмәгеҙ.
652. (675). Вәғәҙә биргәс тә, уны үтәү ниәтендә булыу түгел, вәғәҙә биргәс тә, уны үтәмәү ниәтендә йөрөү вәғәҙәне боҙоуға керә.
653. (910). Уларға биргән антыңдан яҙма! Беҙ уларға ҡаршы Аллаһы Тәғәлә ярҙамына таянабыҙ.
654. (547). Ауырыусының хәлен белешергә барыусы – Йәннәт баҡсаһында йөрөүсе.
655. (552). Һинең хәлеңде килеп белмәгәндәргә үҙең бар, һиңә бүләк бирмәгәндәргә үҙең бүләк бир.
656. (752). Сәләмләшеү күрешеү менән тамам булған кеүек, ауырыған кешенең маңлайына ҡулды ҡуйып, «хәлең нисек?» тип һорау менән хәл белешеү тамам була.
657. (949). Махау (проказа) сире менән ауырыусыларға текәлеп ҡарамағыҙ.
658. (92). Берегеҙҙең асыуы килһә, өндәшмәй торһон.
659. (93). Берегеҙҙең баҫып торған хәлендә асыуы сыҡһа, ултырһын – асыуы сығып бөтһөн. Һаман да бөтмәй икән – ятып торһон.
660. (105). Аллаһы Тәғәлә дүрт төрлө кешегә асыулы: ант итә-итә һатыу итеүсегә, тәкәббер фәҡиргә, зинасы ҡартҡа һәм йәбер-золом итеүсе имамға.
661. (117). Үҙен мал-мөлкәт хужаһы тип фекер иткәндәргә Аллаһы Тәғәләнең үтә ныҡ асыуы килер, сөнки Аллаһтыҡы булмаған бүтән милек йыһанда юҡ.
662. (185). Телдең иң ҙур хатаһы – ялған. Иң изге байлыҡ – күңел байлығы. Тәҡүәлек – иң изге дәрәжә. Хикмәт башы – Аллаһтан ҡурҡыу. Инаныу – күңелгә кергән етдилектең иң хәйерлеһе. Шик-шөбһә – көфөрлөк. Йыназа артынан ҡысҡырып илау – йәһилиәт ғәмәле. Хыянат – Йәһәннәм ташы. Байлыҡ тотоу – утҡа ҡыҙҙырып баҫылған мөһөр. Шиғыр – Иблис һыбыҙғыһы. Хәмер – гонаһтар йыйылмаһы. Ҡатын-ҡыҙҙар – шайтан тоҙағы. Йәшлек – йүләрлектең бер ботағы. Кәсептең иң әшәкеһе – рибасылыҡ. Иң яман ризыҡ – йәтимдәр малы. Бәхетле кеше – башҡаларға ҡарап ғибрәт алыусы. Яуыз – инәһенән үк яуыз булып тыуа. Һәммәгеҙҙең урыны – дүрт аршин ер. Эш ахырына ҡарап баһалана. Эштең төп хужаһы – уны теүәлләүсе. Хәбәрсенең иң яманы – яманды хикәйә итеүсе. Һуңынан киләсәк һәр нәмә – яҡын. Мөьминдәрҙе һүгеү – фасиҡлыҡ, мөьминдәр менән һуғышыу – көфөрлөк, мөьминдең итен ашау – Аллаһ ҡаршыһында гонаһлыҡ итеү, мөьминдең мал-мөлкәте, ҡаны шикелле үк, – хәрәм.
Берәү Аллаһы Тәғәләгә ант итһә, Ул уны ялған тип һанар: ярлыҡаныу һораһа, ярлыҡаныр; ғәфү үтенһә, Аллаһы Тәғәлә уның ғәфү үтенеүен ҡабул итер. Берәү асыуын баҫһа, Аллаһы Тәғәлә уға шуның әжерен бирер. Берәү бәхетһеҙлектәргә сабыр итһә, Аллаһы Тәғәлә шуның хаҡын түләр. Берәү ишеткәндәрен ишеттерһә, Аллаһы Тәғәлә лә шуны ишеткән булыр. Берәү түҙемле булһа, Аллаһы Тәғәлә уға икеләтә әжер бирер. Гонаһлыларҙы Аллаһы Тәғәлә ғазапҡа тартыр.
Йә, Раббым, кисер мине һәм дә милләтемде. Йә, Раббым, кисер мине һәм дә өммәтемде.
Донъя матурлыҡ һәм йәшеллек менән тулған. Аллаһы Тәғәлә ошо донъяла һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе күҙәтеп тороусы хәлифәгеҙ. Донъянан һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан һаҡ булығыҙ, сөнки беренсе мәртәбә Бәни Исраилда ҡатын-ҡыҙҙар арҡаһында фетнә булды.
Белегеҙ, халыҡ төрлө ҡатлауҙа яратылған: берәүҙәр мөьмин булып тыуалар һәм йәшәйҙәр, мөьмин булып үләләр; берәүҙәр кафыр булып тыуалар һәм йәшәйҙәр, кафыр булып үләләр; берәүҙәр кафыр булып тыуалар һәм йәшәйҙәр, мөьмин булып үләләр.
Белегеҙ, асыу кешенең эсендә янып торған ут киҙәге. Шул утты кешенең күҙҙәренән, йәиһә муйын тамырҙары бүртенеп сығыуынан күрерһегеҙ. Асыуығыҙ килгәндә ятып тороу кәрәк. Ысынында, асыуҙары әкрен килеүсән кешеләр – изге. Тиҙ асыуланыусан, артынан уҡ килешеүгә бармаған кешеләр яман кешеләр түгелме ни? Асыуы әкрен килгәндең ауыҙы – әкрен, асыуы тиҙ килгәндеке тиҙ асыла. Ундайҙар бер-береһенә ҡапма-ҡаршылар.
Белегеҙ, сауҙагәрҙәрҙең хәйерлеһе бурыстарын күркәм әҙәп менән түләй йә ҡайтарып ала; яманырағы уҫаллыҡ менән түләй йә ҡайтарып ала. Бурыстарын күркәм әҙәп менән түләп, шуны уҫаллыҡ менән ҡайтарып алыусылар, йәиһә бурыстарын уҫаллыҡ менән түләп, шуны күркәмлек менән ҡайтарып алыусылар, холоҡтары буйынса бер-беренә ҡапма-ҡаршылар.
Белегеҙ, вәғәҙәһен боҙған һәр кем өсөн Ҡиәмәт көнөндә хыянаты ҙурлығында бер байрағы булыр. Иң ҙур байраҡ башлыҡтарҙың халыҡҡа биргән вәғәҙәһен боҙған өсөн.
Белегеҙ, берәү хаҡлыҡты белһә, шуның менән әңгәмә ҡороуҙан ихтирамлы кешеләр уны тыймаһын.
Белегеҙ, рәхимһеҙ солтандарға дөрөҫ һүҙ әйтеү – иң файҙалы йыһат. Белегеҙ, был донъяның ҡалған ғүмере бөгөнгө көнөгөҙҙөң бына күпмеһе ҡалһа, шуның оҡшашында булыр.
663. (676). Көрәштә еңгән батыр батыр түгел, асыуы сыҡҡанда үҙенә хужа була алған кеше ысын батыр.
664. (723). Аллаһ ҡаршыһында Уның хаҡы өсөн бәндәһенең бер йотомлоҡтан хөрмәтлерәк бүтән бер ниндәй йотом юҡ.
665. (831). Кем үҙендәге асыуҙы ситкә этәрә, Аллаһы Тәғәлә шул кешенән ғазапты ситләтә. Кем үҙ телен һаҡлай, Аллаһы Тәғәлә шуның ғәүрәтен йәшерә.
666. (981). Көсләүҙәр – юҡ, талауҙар – юҡ.
667. (199). Дин ҡәрҙәштәренә сырай һытып ҡараусыларға Аллаһы Тәғәлә асыулы булыр.
668. (200). Аллаһы Тәғәлә үтә фәхешлек эшләүселәргә асыуланыр.
669. (245). Һәр нәмәгә асыу килеү һәм шул асыуҙы баҫыу бар. Асыуы сыҡҡан кеше асыуын баҫырға ынтылһа һәм шуға яҡынлашһа, шунан ҡотолоуына мин дә өмөтләнәм. Инде асыуына төртөп күрһәтерлек икән, уны шул хәлендә ташлап китмәгеҙ.
670. (300). Көслөләрҙән дә көслө һеҙҙең арала кем, күрһәтәйемме? Асыу килгәндә үҙегеҙҙе тыйып ҡала алыусы.
671. (588). Аллаһы Тәғәлә әйткән ине: «Минең рәхмәтем асыуыма өҫтөн булды», – тип.
672. (777). Берәү Аллаһы Тәғәләне асыуландырырлыҡ эш эшләп, солтанды ҡәнәғәтләндерһә, шуны Аллаһы Тәғәлә халыҡҡа тапшырыр.
Берәү Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу өсөн халыҡ асыуын ҡуҙғатһа, Аллаһы Тәғәлә уны шул халыҡ яфаһынан ҡотҡарыр.
673. (789). Берәү хаҡһыҙға бәхәс итешеүҙәргә ярҙам итһә, бәхәс туҡтағансы, Аллаһы Тәғәлә шул кешегә асыулы булыр.
674. (823). Кем асылына төшөнмәйенсә ыҙғыш күтәрә, ыҙғышыуынан туҡталғансы, Аллаһы Тәғәлә шуға асыулы булыр.
675. (963). Асыуланма.
676. (104). Минең өммәтемдә йәһилиәттән ҡалған дүрт ғәҙәтте һис ташламайҙар: мәшһүрлектә маҡтанышыу, ҡәрҙәшлеккә ҡаршы сығыу, йондоҙҙар торошо буйынса ямғыр теләү һәм үлек сыҡҡас ҡысҡырып илау.
677. (186). Минең өммәт – мөбәрәк өммәт, баштағыһы хәйерлерәкме, әллә һуңғыһы.
678. (306). Дин урынлаштырған хөдүдтәрҙе (ритуал) уҙып китеүҙән һаҡланығыҙ, сөнки һеҙҙән элек йәшәгәндәр был хәл арҡаһында һәләк булғандар ине.
679. (358). Был өммәт тә өс нәмәнән ҡотолоп ҡала алмай, улар – көнсөллөк, яман уй һәм шомланыу. Һеҙгә шуларҙан сығыу юлын өйрәтәм: яман уйҙа икәнһегеҙ, уны тормошҡа ашырмағыҙ; көнләшәһегеҙ икән, ҡанығыҙҙы ҡайнатмағыҙ; шомланаһығыҙ икән, шуны үткәреп ебәрегеҙ.
680. (360). Өммәтем өс нәмәнән һис туҡтала алмаҫ: мәшһүрлектәре менән маҡтанышыу; йыназа артынан тауышланып илау һәм тәбиғәт шарттары хаҡында күрәҙәлек итеү.
681. (847). Кем кешеләргә яла яға, шул етлекмәгән йә батышлы (утопающий, пропащий, запачканный) кеше булыр.
682. (548). Эй, Аллаһтың бәндәләре! Аллаһы Тәғәлә ҡурҡыныс, ҡыҫынҡылыҡ хәлде ғәҙел булмаған кешеләргә генә ҡалдырҙы, был нәмә уларҙы ҡурҡыныс һәм һәләкәт хәленә ҡуйыр.
683. (575). Ғәйбәт – дин ҡәрҙәшеңдең нәфрәтен ҡуҙғалтырлыҡ берәр нәмәһен үҙе юғында телгә алыуың.
684. (795). Берәүҙең күҙ алдында бер мосолман ҡәрҙәшкә ғәйбәт яғылһа, һәм мөмкинлеге була тороп та, уны шул ғәйбәттән яҡламаһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешене ике
донъяла ла хур итә.
685. (505). Теле йә яуызлығы менән ҡурҡытып торғандарға Ҡиәмәт көнөндә иң хәтәр урын.
686. (576). Ғәйрәт – иманға. Боҙоҡлоҡҡа риза булыу монафиҡлыҡҡа ҡарай.
687. (662). Мосолман ғәскәрҙәре һуғышып торғанда был дин ҡиәмәткә саҡлы йәшәүендә булыр, юҡҡа сыҡмаҫ.
688. (685). Йыназала ҡатнашыу ҡатын-ҡыҙҙар эше түгел.
689. (688). Мосолманды алдаусы, йәиһә алдарға тырышыусы һәм уға зарар килтереүсе кеше беҙҙең өммәттән түгел.
690. (859). Кем алдаша, шул беҙҙеке түгел.
691. (99). Берәү малдары һәм холоҡтары менән үҙенән өҫтөндәргә ҡыҙығып ҡарай икән, үҙенән түбәндәргә лә күҙ һалһын.
692. (239). Боҙоҡлоғо тейеүҙән һаҡланып, халыҡ ваз кискән шул кешегә ямандарҙың ямандары өсөн билгеләнгән урын булыр.
693. (289). Йәшерен һәм мәғлүм эштәр башҡарған сағыңда Аллаһы Тәғәләңә тәҡүәлектә булыуыңды һиңә васыят итәм. Бер яманлыҡ эшләнеңме, шунда уҡ яҡшылыҡ ит. Һис кемдән бер ни һорама. Аманат алма. Ике кеше араһында ҡазый булма.
694. (84). Берәүҙең халыҡ һәләк булды тигәнен ишетһәң, шул үҙе уларҙы һәләк иткән һаналыр.
695. (94). Мосолмандар араһында фетнә сыҡһа, ағас ҡылысты ҡулға ал.
696. (218). Фетнәләрҙән ары булған һәм бәлә-ҡазаларға сабыр иткән кеше – бәхетле кеше.
697. (219). Боҙоҡлоҡ һәм боҙомдар Ислам динендә юҡ, Исламиәттә күркәм генә холоҡло кешеләр бар.
698. (308). Һүҙ йөрөтөп, кешеләр араһын боҙоуҙан һаҡланығыҙ.
699. (686). Дине һәм изге ғәмәленән ҡала, берәү ҙә бер-береһенән артыҡ түгел. Хурлыҡ өсөн кешегә тотанаҡһыҙ, әҙәпһеҙ, һаран һәм ҡурҡаҡ булыу ҙа бик еткән.
700. (109). Фәҡирлектән, ғаиләгеҙ мохтажлыҡҡа төшөүҙән, золомлоҡ итеүҙән, һәм золомлоҡ күреүҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ.
701. (140). Иң элек биш төрлө һәләтте ғәнимәт (находка, удача, успех, достижение) тип бел: үлереңдән элек йәшәүеңде; сирләрҙән элек һаулығыңды; эшкә керешеүҙән элек буш сағыңды; ҡартлығыңдан элек йәшлегеңде; ярлылыҡтан элек байлығыңды.
702. (176). Йә, Раббым, фәҡирлектән, етешмәүсәнлектән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һәм дә ҡараңғылыҡҡа төшөүҙәрҙән Үҙеңә һыйынамын.
703. (374). Аҙ миҡдар әйбер менән күп һанлы ғаиләне алып барыу – көс талап иткән һынау.
704. (661). Һәр нәмәнең үҙ асҡысы бар. Йәннәт асҡысы – меҫкендәр менән ярлыларҙы һөйөү.
705. (705). Һаҡланып мал тотҡан кеше ярлылыҡ күрмәҫ.
706. (784). Әгәр берәү фәҡирлеккә дусар булып, шуны халыҡҡа белдертһә, был кешенең фәҡирлегенә сик ҡуйылмаҫ. Фәҡирлеге хаҡында Аллаһы Тәғәләгә ирештерһә, Аллаһы Тәғәлә уға байлыҡ бирергә яҡын булыр: йә үлгәненән һуң, йә иҫән сағында.
707. (63). Берәү мосолмандар араһында хөкөм эштәрен алып бараһы булһа, асыулы саҡта һис хөкөм йөрөтмәһен. Эште ҡарағанда ла, ултырыш иткәндә лә, ишарала ла тигеҙ, тотороҡло булһын.
708. (194). Аллаһы Тәғәлә ғәҙел ҡазыйҙар менән бергә. Әгәр улар көсләү ҡулланалар икән, Аллаһы Тәғәлә уларҙан ваз кисә. Уларҙың юлдашы шайтан булыр.
709. (584). Ҡазыйҙарҙың икеһенә – Йәһәннәм, береһенә – Йәннәт. Халыҡты белеп, тоғро хөкөм иткән ҡазыйға – Йәннәт. Халыҡты белә тороп та, ниндәйҙер маҡсаттан сығып, ғәҙел хөкөм итмәгән, йәиһә халыҡты белмәйенсә хөкөм иткән ҡазыйҙарға – Йәһәннәм.
710. (763). Берәү ҡазыйлыҡ вазифаһын өҫтөнә йөкләмәксе булып, үтенес белдерһә, шул кеше үҙенә генә вәкил булыр.
Шул эшкә алынырға мәжбүр булһа, Аллаһы Тәғәлә уға тоғро юл күрһәтеүсе бер фәрештә ебәрер.
711. (744). Минең менән һеҙҙең миҫал: ут яндырып ебәргәс тә, шул утҡа килеп кереүсе сиңерткәләр менән күбәләктәр һәм уларҙы ҡыуып тороусы кеше шикелле. Мин һеҙҙе утҡа кереүҙән тотҡарлайым, ә һеҙ минең ҡулдан ысҡынаһығыҙ.
712. (821). Кем үҙен нимәгә булһа ла бәйләнгән тип хис итә, шул кеше уға вәкәләтле ителә.
713. (824). Кешеләр араһында ҡазыйлыҡ вазифаһын өҫтөнә йөкләгән кеше – үҙен бысаҡһыҙ һуйған кеше.
714. 932). Рөхсәтһеҙ ике кеше араһына кереп ултырыуҙарҙан (баҫыуҙарҙан) тыйҙы.
715. (467). Зыяратҡа барығыҙ – Әхирәтте иҫегеҙгә төшөрөр.
716. (583). Пәйғәмбәрҙәре ҡәберҙәрен сәждә урыны итеп һайлаған йәһүдтәрҙе Аллаһы Тәғәлә һәләк итһен.
717. (644). Берәүҙең янып торған күмер өҫтөнә ултырыуы һәм тәненә саҡлы кейемдәре янып бөтөүе ҡәбер өҫтөнә ултырыуҙан хәйерлерәк.
718. (654). Ҡәберлектәргә барып, унда йомоштарын юллап ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға, сәждә урыны итеп ҡәберлек һайлап алыусыларға һәм шунда шәм-ут ҡабыҙып ҡуйыусыларға Аллаһы Тәғәләнең ләғнәте булыр.
719. (960). Дин ҡәрҙәшеңә ирешкән бәхетһеҙлек өсөн шатланма: Аллаһы Тәғәләнең уға мәрхәмәт итеп, һиңә бәлә-ҡаза биреүе бар.
720. (961). Эштең ахырын күрмәй тороп, эшләүсенең эшенә иҫегеҙ китмәһен.
721. (929). Ҡәберҙәр өҫтөнә ултырыуҙан һәм унда һүҙ һөйләүҙән, йәиһә ниҙер төҙөүҙәрҙән тыйҙы.
722. (930). Ҡәберҙәр өҫтөнә ни булһа ла яҙып ҡуйыуҙан тыйҙы.
723. (75). Ике ҡылыслы мосолман осрашып, береһе икенсеһен үлтерә ҡалһа, үлтереүсеһе лә, үлтерелгәне лә Йәһәннәмдә.
724. (90). Берәү мосолман туғанына ҡаршы ҡылысын яланғас итһә, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләре уға, ҡылысын ҡынына тығып ҡуйғансы, ләғнәт уҡыуҙа булырҙар.
725. (506). Мал-мөлкәт өсөн һуғышыусыларҙың береһе үлтерелһә, шуның үлеме иң насар үлем.
726. (596). Мосолмандарҙың үҙ-ара һуғыштары – көфөрлөк, һүгешеүҙәре – боҙоҡлоҡ.
Мосолман өсөн дин ҡәрҙәше менән өс көн мөғәмәләне өҙөп тороу хәләл булмаҫ.
727. (665). Әгәр мин дәлилһеҙ-ниһеҙ кем булһа ла берәүҙе таштар атып үлтереүҙе дөрөҫ күрһәм, һис шикһеҙ, ошо ҡатынды үлтертер инем. (зина ҡылған ҡатын тураһында һүҙ бара. – Ред.)
728. (924). Сабый балалар менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы үлтереүҙән тыйҙы.
729. (49). Минән һуң өммәтемдә буласаҡ өс төрлө хәлдән ҡурҡам: етәксе дәирәләрҙең ғәҙелһеҙлек итеүе, йондоҙҙар менән күрәҙәлек итеүгә ышаныу (астрология) һәм тәҡдирҙе ялғанға сығарыу.
730. (246). Тәҡдирҙә ни яҙылһа, инә ҡарынында уҡ шул килер.
731. (708). Аллаһы Тәғәлә йән яратыуҙы тәҡдир иткән икән, шул булмай ҡалмаҫ.
732. (710). Әсә ҡарынында ни яҙылһа, шул булыр.
733. (992). Һаҡланып ҡына тәҡдирҙән ҡотолоп булмай.
734. (808). Берәү ҡорбанлығының тиреһен һатһа, шуның ҡорбанлығы – юҡ.
735. (980). Исламда ит сәйнәүҙәр юҡ.
(Йәһилиәт заманында ҡәберлектәр өҫтөндә ҡорбан салып, шунда шуның итен ашауҙарға мөнәсәбәте).
736. (984). Оло гонаһтан һуң кисереү һоралһа, шул гонаһ оло түгел.
Үҙһүҙлелек менән эшләнеп килә торған кесе гонаһ – кесе түгел.
737. (354). Отошло уйындар өс төрлө: һәүәҫле (азартный) уйынды уйнауҙар, таш һуғып уйнауҙар, күгәрсендәр менән һыҙғырып уйнауҙар.
738. (11). Әй әҙәм балаһы! Үҙеңә етәрлеге әҙерләнгән булһа ла, сигенән сығарлығын эҙләйһең.
Әй әҙәм балаһы! Һиндә әҙенә ҡәнәғәтләнеү, күбенән туйыу юҡ.
Әй әҙәм балаһы! Тәнеңдә таҙалыҡ, күңелеңдә тыныслыҡ, көндәреңде уҙҙырырлыҡ ризыҡ бар икән, – донъяһының аҫты-өҫкә килһен.
739. (157). Тормошонда тамаҡ ялғарлыҡ ҡына ризыҡтары булған һәм шуға ҡәнәғәтләнеү күрһәткән Ислам юлындағы кешеләр ҡотолоу табырҙар.
740. (540). Ситтәрҙеке урынына үҙ ғәйебе өсөн генә борсолған, малының артығын тейешле урындарға таратҡан, артығын һөйләүҙән тыйылып ҡалған, сөннәткә генә һыйынып, бидғәткә (бидғәт – исламда диндә булмаған, уның шарттарына тура килмәгән яңы ғәмәл индереү) сөннәтте тигеҙләмәгән (бидғәткә барыуҙан тыйылған) кешеләргә һөйөнөс булһын!
741. (621). Һәр нәмә – хатта ғәзизлек менән үткерлек тә, яҙмышҡа бәйле.
742. (17). Һарыҡ аҫыра, сөнки ул бәрәкәтле.
743. (208). Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә әйтер:
– Эй, әҙәм балаһы! Мин ауырый инем, һин хәлемде белергә килмәнең.
– Эй, Раббым, нисек киләйем, Һин бит ғаләмдең Раббыһы.
– Белмәнеңме ни, бер фәлән бәндәм ауырый ине, хәлен белергә ниңә килмәнең? Мине унда тапҡан булыр инең.
– Эй, әҙәм балаһы! Мин һинән ашарға һораным, ни өсөн Мине ашатманың?
– Нисек ашатайым, Һин бит ғәләмдең Раббыһы.
– Фәлән бәндәм һинән ашарға һораны, ашатҡан булһаң, шуның әжерен хәҙер Минең хозурымда тапҡан булыр инең.
– Эй, әҙәм балаһы! Эсергә һораным, нишләп һыу бирмәнең?
– Нисек эсерәйем, Һин бит ғәләмдең Раббыһы.
– Фәлән бәндәм һинән эсергә һыу һораны – бирмәнең. Биргән булһаң, әжерен Минең хозурымда табыр инең!
744. (964). Яуыз кешеләрҙән ҡала бүтәндәр өсөн һуңғы сәғәт юҡ.
745. (965). Ҡәберҙәр янынан уҙып барған саҡта берәү: «Эй, әгәр мин улар урынында ята торған булһам», – тиһә лә, һуңғы сәғәте һуҡмаҫ.
746. (20). Аллаһтан ҡурҡһаң, шәриғәт дөрөҫ тапҡандарҙың береһен дә түбәнһетмә.
Тауышланыуыңа ла ҡарамаҫтан, ямғыр теләү өсөн тигән һыуҙы күнәгеңдән бушатаһың икән, үҙең дә һәм Аллаһы Тәғәлә лә һөймәгән, әммә изар төшөрөп йөрөүҙе дәрәжәнән һанаған туғаның һиңә осрай икән, – асыҡ сырайлы бул.
Берәйһе һин эшләмәгән бер эште һиңә һылтап, һине һүгә, йә шелтәләй икән, үртәлмә ундай эшкә, – ҡалдыр. Яҙығы – уларға, әжере – һиңә. Береһен дә һүгә күрмә.
747. (766). Әгәр берәү үҙ ҡаршыһында кешеләрҙең баҫып тороуҙарын ярата икән, шул үҙенең урынын утта тип белһен.
748. (820). Кем үҙ-үҙен күккә күтәреп һәм тәкәбберләнеп йөрөй, шул Аллаһы Тәғәләнең асыуына юлыға.
749. (414). Биш кешегә: Аллаһыға ширҡ ҡатнаштырыусыға, хаҡһыҙ кеше үлтереүсегә, мөьмингә яла яғыусыға, һуғыштан ҡасыусыға, ялғанға ант итеүсегә (шул сәбәпле берәү хаҡһыҙға малдан киҫелеп ҡалдырылһа) – ғәфү ителеү юҡ.
750. (513). Йәшерен шәһүәттә булыу һәм рияланыу – ширҡлыҡҡа хисап (рия – ике йөҙлөлөк).
751. (545). Ҡоштарға ҡарап шомланыуҙар – ширҡлыҡ.
752. (291). Һеҙгә күршеләрегеҙ менән бергә булыуҙы васыят итәм.
753. (342). Торған ереңдәге күршеләрең яуызлығынан Аллаһы Тәғәләгә һыйын, сөнки далала саҡтағы күршеләрең һинең тирәнән китеп барасаҡ.
754. (871). Кем Аллаһыға һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул күршеһенә яҡшылыҡ итһен. Кем Аллаһыға һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул ҡунаҡтарын хөрмәтләһен. Кем Аллаһыға һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул изге һүҙҙәр һөйләһен, йәиһә өндәшмәй торһон.
755. (45). Кейем-һалымдарығыҙҙы бына тигән итегеҙ, эйәрҙәрегеҙҙе төҙәтегеҙ, халыҡ араһында һеҙ хатта саф һауа кеүек булығыҙ.
756. (331). Иҫкергән кейемдәр иманлыҡ билдәһе.
757. (875). Берәү шөһрәтлек кейемен кейеп йөрөһә, Аллаһы Тәғәлә унан ситләшкән һәм, ошо кейемен һалғансы, уны түбәнәйткән булыр.
758. (830). Ҡушаматы менән кешегә өндәшеүсегә – фәрештәләр ләғнәте.
759. (69). Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләр ихтыяжын йүнәлтә.
760. (71). Аллаһы Тәғәлә бер әмиргә изгелек теләһә, онотҡанын уның иҫенә төшөрә, йәиһә хәтеренә төшөрөргә ярҙам итә торған тоғролоҡло вәзир бирә.
Теләмәй икән, онотҡанын иҫенә төшөрмәй, иҫенә төшөрһә лә, уға ярҙам итмәй торған яуыз вәзир бирә.
761. (119). Ҡиәмәт көндө ҡатынан-ҡаты ғазапҡа тартылыусы – ҡанһыҙ-мәрхәмәтһеҙ башлыҡ кеше.
762. (174). Йә, Раббым, өммәтемдең бер эшенә берәү вәли ителә һәм борсоу килтерә икән, шуның үҙенә лә ауырлыҡ килтер, ярҙам итә икән, Һин дә уға ярҙамлы бул.
763. (206). Аллаһы Тәғәлә һеҙгә өс нәмә өсөн ризалыҡ һәм өс нәмә өсөн нәфрәт белдерер. Ризалығы: һеҙҙең һәр нимәгә ширҡ ҡатнаштырмайынса Уға ҡоллоҡ итеүегеҙ; һәммәгеҙҙең дә бергәләшеп Аллаһы Тәғәләнең арҡанына тотоноуығыҙ һәм шунан айырылмауығыҙ; вәлиҙәрҙең (түрәләрҙең) һеҙгә биргән бойороҡтарына теләктәшлек итеүегеҙ.
Нәфрәте иһә: юҡ-бар һүҙлелек, күпләгән һорауҙар яуҙырыу, мал йыйыу.
764. (236). Кешеләрҙең яуызлыҡ итеүенән ҡурҡҡандарға Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә хозурында ямандарҙың ямандарына билгеләнгән урын булыр.
765. (211). Әмир, кешеләр араһында шик-шөбһә булыуын теләһә, уларҙы ыҙғыштыра.
766. (240). Солтандың Аллаһы Тәғәлә химаяһында (защита, покровительство) тормаған дуҫы йәбер тупһаһында тора.
767. (256). Беҙҙең эштәргә баш булырға теләүсене беҙ һис хөкөмдар итеп ҡуймабыҙ.
768. (264). Элекке диндәр һәләкәт таптылар, сөнки шул диндәге мәртәбәле кешеләр әйбер урланы икән, ундайҙарҙы ғәфү иттеләр. Зәғиф кешеләр урланы иһә, уларына ҡарата бөтөн язаларҙы торғоҙҙолар.
769. (276). Әмирҙәр хаҡында мин һеҙгә ни хәбәр әйтәм? Уларҙың береһенә – шелтә, икенсеһенә – үкенеү, өсөнсөһөнә Ҡиәмәт көндө ғазап булыр.
770. (314). Үҙ химаяһындағы халыҡты берәү алдаһа, уның урыны – утта.
771. (355). Бәхетһеҙлек өс төрлө: яҡшылыҡ эшләһәң – рәхмәт әйтмәгән, насарлыҡ эшләһәң – ғәфү итмәгән эш башындағы имам (башлыҡ); изгелек күрһә, шуны ергә күмгән, яманлыҡ күрһә, шуны тирә-йүнгә сәскән күршең; бергә торғанда һине рәнйеткән, һин ситтә саҡта һиңә хыянат иткән ҡатының.
772. (415). Һеҙ хөрмәт иткән һәм һеҙҙе лә хөрмәт иткән, һеҙ йылытҡан һәм һеҙҙе лә үҙ йылыһында йылытҡан эш башындағылар – яҡшыларҙан һанала.
Һеҙ асыуланған һәм һеҙгә лә асыуланған, һеҙ ләғнәт иткән һәм һеҙгә лә ләғнәт яуҙырған башлыҡтарығыҙ ямандарҙан һанала.
773. (491). Солтан Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге күләгәһенә ышыҡланыусы. Кем солтанға хөрмәт күрһәтә, Аллаһы Тәғәлә шуның үҙенә хөрмәт күрһәтә. Кем солтанды хурлай, шуны Аллаһы Тәғәлә хурлай.
774. (634). Һеҙ нисек булһағыҙ, һеҙгә ҡарата башлыҡтарығыҙ ҙа шулай булыр.
775. (660). Һәр нәмәне афәт боҙа, был диндең афәте – түрәләр яуызлығы.
776. (693). Халыҡ эшенә етәкселек итеүгә ҡарағанда Сүриә йондоҙлоғонан йығылып төшөү, әлбиттә, артығыраҡ.
777. (702). Ике ас бүренең, көтөүгә ташланып, һарыҡтарҙы быуып, көтөүҙе боҙоп китеүе, – берәүҙең мал һәм дан менән хиресләнеп (пристраститься, увлечься), динен боҙоуына ҡарағанда бер ни түгел.
778. (719). Берәү, ошо өммәт эшенә етәкселек итеп тә, ғәҙеллектә булмаһа, Аллаһы Тәғәлә уны утҡа йөҙтүбән төшөрөр.
779. (720). Бер етәксе йә хөкөмдар үҙ ҡаршыһына килгән мохтажлыҡтағы, йә меҫкенлектәге, һәм дә хәжәттәре уға төшөүсе кешеләрҙең морон төбөндә генә ишеген ябып ҡуйһа, Аллаһы Тәғәлә лә ундай етәксенең хәжәттәре, мохтажлыҡтары һәм меҫкенлектәре алдында күк ишектәрен ябып ҡуйыр.
780. (725). Берәү ун йәки ундан артыҡ кеше эшенә етәкселек итә икән, шул Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында ҡулдары муйынына бәйләнгән килеш килмәй ҡала алмай. Бәйҙәренән булған изгелеге генә сисәр, юҡ икән, гонаһы бәйләп тотор. Шундай кешеләрҙең беренсеһенә – шелтә, уртансыһына – үкенес һәм һуңғыһына яза тейеш булыр.
781. (753). Үҙ ҡул аҫтындағы халыҡ араһында вәлиҙәрҙең сауҙа итеүе хыянат менән бер туған.
782. (776). Берәү Раббыһының асыуын ҡуҙғатырлыҡ эш эшләп, солтанды ҡәнәғәтләндерһә, шул Аллаһ диненән яҙған булыр.
783. (779). Аллаһы Тәғәлә өсөн хуш килерлек кеше барлығын белә тороп та, икенсе берәүҙе төркөм башына билдәләп ҡуйыусы кеше Аллаһы Тәғәләгә, Уның рәсүленә, мөьминдәргә хыянат иткән булыр.
784. (780). Беҙ, берәүҙе эш башына ҡуйып, йәшәренә етәрлеген уға бирәбеҙ, ә ул унан тыш тағы ниҙер ала икән, шул кеше бығаулы булыр.
785. (781). Беҙ эш башына ҡуйылһаҡ һәм энә саҡлы йә унан ҙурыраҡ бер нәмәне йәшерен ҡалдырһаҡ, Ҡиәмәт көндө шул эш бығау булып килтереләсәк.
786. (790). Берәү, хаҡлыҡты кире ҡағып, бер залимдың ялғанына ярҙам итһә, Аллаһы Тәғәлә һәм Уның рәсүленең һағы аҫтындағылар унан биҙгән булыр.
787. (810). Кем сәхрәлә йәшәй, шул ҡаты тәбиғәтле; кем кейек (ҡырағай) януарҙарға эйәрә, шул ғәмһеҙ; кем солтан ишеге төбөндә тапана, шул күңелен аҙҙыра.
788. (850). Кем Аллаһы Тәғәләгә ҡаршылыҡ күрһәтһен тип, үҙ солтанына баҫым яһай, шуның хәйләләрен Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә көсһөҙләндерә.
789. (889). Берәү яуызлыҡ эшләһә, шул эше өсөн язаһын донъяла уҡ татый.
790. (972). Мосолман кеше өсөн хакимлыҡ итеүҙә изгелек юҡ.
791. (993). Әмирҙәр, вәкәләтле түрәләр һәм риялыларҙан ҡала бүтән бер кем дә халыҡҡа вәғәз һөйләмәҫ.
792. (164). Ҡиәмәт көнөндә иң күп гонаһлы кешеләр – иң күп мәғәнәһе юҡ һүҙҙе һөйләүселәр.
793. (755). Файҙа бирмәгән нәмәне ҡалдырыу ҙа исламиәттәгеләрҙең күркәм сифаты.
794. (745). Халыҡ менән етәкселек итә белеү ҙә саҙаҡа.
795. (43). Маҡтаусылар йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ.
(Икенсе төрлөһө: маҡтаусылар ауыҙына тупраҡ һибегеҙ).
796. (921). Маҡтауҙарҙан (мәрҫиәләр уҡыуҙан) тыйҙы.
797. (72). Бер яманлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә.
798. (91). Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр.
799. (205). Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең ихлас күңелле булыуҙарын һөйөр.
800. (271). Аллаһы Тәғәлә Үҙенең мәрхәмәтле бәндәләренә генә рәхим-шәфҡәтле булыр.
801. (460). Мәрхәмәтлеләргә Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ – күктәгеләр һеҙгә мәрхәмәтле булыр.
802. (518). Минең сифатым – «ышаныслы Әхмәт», тупаҫ һәм ҡаты күңелле түгел, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ итә, яманлыҡҡа ҡаршы иманлыҡ менән ҡайтармай, тыуған ере – Мәккә, күскән ере – Мәҙинә.
Өммәте: Аллаһыға хәмед итеүсе; ғәүрәт ерҙәрен ҡаплаусы; тәндәрен паклаусы; инжилдәрен күкрәктәрендә һаҡлаусы; һуғышҡа кереү өсөн сафланған шикелле намаҙға сафҡа баҫыусы; Аллаһ ризалығы өсөн һуғышта түгелгән ҡандары ҡорбанлыҡтан китеүсе; кистәрен раһибтарса ғибәҙәттә булып, көндөҙҙәрен арыҫландай ғәйрәт сәсеүсе кешеләрҙән ғибәрәт.
803. (589). Аллаһы Тәғәлә: «Әгәр бәндәм Миңә бер ҡарыш яҡынайһа, Мин уға – бер аршын; бер аршын яҡынайһа, Мин уға бер ҡолас яҡынайырмын; Миңә табан атлап килһә, уға ҡаршы Мин йүгереп барырмын», – тип әйткән ине.
804. (765). Әгәр һеҙ: «Шул кеше яҡшы ине», – тип, уға раҫлама бирәһегеҙ икән, уға – Йәннәт. «Насар ине», – тип раҫлама бирәһегеҙ икән, уға тамуҡ тейеш булыр. Һеҙ Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге шаһиттары.
805. (835). Берәү боғаҙлана торған сыпсыҡҡа ғына булһа ла мәрхәмәт итһә, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көндө уның үҙенә шәфҡәт итәр.
806. (852). Кем үҙенә яҡшылыҡ эшләгән берәүгә: «Аллаһы Тәғәләнең һиңә тигән бүләге яҡшылыҡ булһын», – тиһә, шул үҙенең рәхмәтен уға ирештергән булыр.
807. (884). Кем мәрхәмәтһеҙ, шуның үҙенә лә мәрхәмәт юҡ.
808. (968). Ямандарҙан башҡаларҙың мәрхәмәте тартып алынмай.
(Дауамы бар.)