Все новости
Философия
2 Сентября , 09:05

МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС

Үҙеңде белеүгә юл.

МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС
МЕҢ ДӘ БЕР ХӘҘИС

73. Илсе

443. (64). Әгәр миңә йомошсо ебәрә торған булһағыҙ, сибәрен һәм күркәм исемлеһен ебәрегеҙ.
444. (66). Халыҡтың бер хөр­мәтле кешеһе һеҙгә килһә, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтегеҙ.
445. (347). Алдан уйлап ҡу­йыу, иҡтисад һәм күркәм маҡсат пәйғәмбәрҙәргә бирелгәндең егерме дүрттән бер өлөшө.
446. (797). Әгәр берәү киле­шеүҙе өҙөүенә үкенһә, Аллаһы Тәғәлә шул кешенең яңылыштарын Ҡиәмәт көндө кисерер.
447. (863). Йәннәт еҫе ҡырҡ йыллыҡ юлдың иң һуңғы сигендә лә һиҙелә, әммә кем килешеүҙе өҙә, шул Йәннәт еҫен һиҙмәй.
448. (864). Кем асылына тө­шөнмәй килешеүҙе өҙә, шуға Аллаһы Тәғәлә Йәннәтте хәрәм итә.


74. Иҫәнләшеү
(ҡул биреп күрешеү)

449. (74). Ике мосолман ос­рашҡас та, Аллаһҡа хәмәттәр әйтешеп, үҙ-ара ҡул бирешеп күрешһәләр һәм бер-береһенә ярлыҡау теләһәләр, уларҙың һәр икеһе ярлыҡаныр.
450. (142). Үҙ-ара сәләмлә­шеүҙәрегеҙҙе фаш итегеҙ, бер-берегеҙ менән дуҫтарса мөғәмәләлә булығыҙ.
451. (495). «Сәләм» тигән һүҙ Аллаһы Тәғәләнең бер исеме. Был һүҙҙе Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөнә сығарған ине, һеҙ уны үҙ арағыҙҙа таратығыҙ.
Бер мосолман кешеләр янынан уҙып бара, уларға сәләм бирә, һәм улар ҙа уға сәләм ҡайтаралар икән, шул һүҙ менән әлеге кеше оло дәрәжә барлығын уларҙың иҫенә төшөргән булыр. Сәләмде ҡайтармай ҡалдырған булһалар ҙа, улар урынына изге, пак заттар сәләмгә ҡаршы яуап ҡайтарған булырҙар ине.
452. (595). Мосолмандарҙың үбешеүҙәре – дин ҡәрҙәштәренә ҡул биреп күрешеүе.
453. (673). Атта барыусы – йәйәүлегә, йәйәүле – ултырған кешегә, аҙсылыҡ күпселеккә сәләм бирһен. Сәләм ҡайтарғанға – сауап, ҡайтармағанға бер ни юҡ.
454. (732). Ике мосолман осрашып, бер-береһенә ҡул биреп күрешһә, айырылышып киткәнсе үк, уларҙың икеһенә лә, ярлыҡаныуҙан башҡа бүтән нәмә юҡ.
455. (751). Сәләмләшеү кү­решеү менән тамам.
456. (809). Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул Аллаһы Тәғәләгә һәм Уның рәсүленә иң яҡын кеше.

75. Тик тороу

457. (400). Хикмәт ун өлөштән ғибәрәт: туғыҙы – яңғыҙлыҡта, береһе – өндәшмәй тороуҙа.
458. (455). Һөйләгәне – ғәнимәт (находка, успех), өндәшмәүе именлек биргән кешегә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте булһа ине.
459. (937). Ямандар менән бергә ултырғансы, яңғыҙлыҡта булыу, яңғыҙлыҡта булғансы, яҡшылар менән бергә ултырыу, өндәшмәй торғансы, хәйерле (изге) һүҙҙәр һөйләү, насар һүҙҙәр һөйләгәнсе, өндәшмәй тороу хәйерлерәк.

76. Урамдарҙа, баҙарҙарҙа ултырыу

460. (303). Урамдарҙа йыйылып ултырыуҙан һаҡланығыҙ. Әгәр
йыйын уҙғармаҡсы булһағыҙ, ҡа­раштарығыҙҙы ергә текләү, рәнйеү­ҙәрҙе туҡтатыу, сәләм ҡайтарыу, яҡ­шылыҡтар эшләү, яманлыҡтарҙан тыйылыу бәрәбәренә урам хаҡын бирегеҙ.
461. (502). Ултырышыр урын­дың иң яманы – баҙар менән урам, иң хәйерлеһе – мәсет. Мәсеттә бул­маһа, өйөңдә ултырыуҙы вазифаң тип һана.
462. (570). Аллаһы Тәғәлә ғиззә вә йәл, юлдан дегәнәк ботағын алып ситкә ташлаған кешенең элекке гонаһтарын да, һуңғыларын да ғәфү итер (ғиззәт – почет, уважение, йәл – жалость, сострадание).
463. (759). Берәү мосолман­дарҙы юлда йөрөгән саҡтарында ҡыйырһытһа, шул кешегә уларҙың ләғнәте тейеш.

77. Әрләшеү

464. (82). Берәү һине ғәйепле эштәрең өсөн һүкһә, һин дә шул рәүешле уға ҡаршы сыҡма. Әжере – һиңә, яҙығы – уға.
465. (470). Үлгәндәрҙе хурлау­сы һәләкәт башында тороусы шикелле.
466. (471). Мөьминдәрҙе хурлаусы һәләкәт башында тороусы шикелле.
467. (475). Мосолманды тиргәү – боҙоҡлоҡ, уның менән һуғышыу – көфөрлөк.
468. (476). Мосолманды тиргәү – боҙоҡлоҡ, уның менән һуғышыу – көфөрлөк, малы иһә, ҡаны кеүек үк, хәрәм.
469. (839). Берәү бер мөьминде «һин кафыр» тип һүгә икән, шул уны үлтергәндәй булыр.
470. (898). Мәзлүмлектән сыҡҡансы, йәғни сығырынан сығыр хәлгә етешкәнсе, төп ғәйеп үҙ-ара ыҙғышыусы ике кешенең һүҙҙе башлап ебәреүсеһендә булыр.
471. (989). Халыҡ ышанысһыҙ кешеләр менән бергә ултырмаҫ.
472. (943). Һүҙҙәрен сәләм биреүҙән башламағандарға юл ҡуймағыҙ.
473. (952). Үлгәндәрҙе хурла­мағыҙ – иҫәндәрҙе борсорһоғоҙ.
474. (953). Үлгәндәрҙе хур­ламағыҙ, сөнки улар донъяла саҡта нимәгә өҫтөнлөк биргән булһалар, шуға ирешкән булырҙар.
475. (954). Осорҙо хурламағыҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә Үҙе – осор.
476. (955). Шайтанды һүкмәгеҙ, уның зарарынан Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ.
477. (956). Елде орошмағыҙ, сөнки ул – Аллаһы Тәғәләнең рухы, Уның рәхмәте һәм ғазабы булып килер. Аллаһы Тәғәләнән елдең хәйерлеһен генә һорағыҙ, зарарынан уның Үҙенә һыйынығыҙ.
478. (957). Солтанды һүкмәгеҙ, сөнки ул Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге күләгәһе.
479. (967). Аллаһтың ләғнәте, асыуы һәм уты менән бер-берегеҙҙе ҡарғай күрмәгеҙ.

78. Яман холоҡ

480. (785). Әгәр берәү мосол­мандарҙағы бер яманлыҡты һүнде­рә икән, шул кешегә ҡыҙ балаларҙы тереләй ергә күмеүҙән туҡтатып ҡала алыусылар изгелеге булыр.
481. (841). Кемдең холҡо яман, шул үҙен ғазапҡа һалыр, кемдең борсоуы күп, шуның тәне хәстә (болезнь, хворь) булыр, кем үҙ-ара ыҙғыша, шуның булған абруйы бөтөр һәм егетлеге юйылыр.

79. Сәйәхәт

482. (238). Сәйәхәт – өммәтем­дең Аллаһ юлындағы көрәше.
483. (485). Сәйәхәтселәр – ураҙа тотоусылар.
484. (489). Йә, Аллаһының бәндәләре! Ултыраҡ тормош! Ултыраҡ тормош!
485. (490). Ултыраҡ тормош табышлы, уны ҡалдырыу – зыянлы.
486. (931). Өй әһелдәре янына төндә ҡайтып кереүҙән тыйҙы.

80. Шомланыу

487. (258). Бәхетһеҙлек өстөң береһендә: атта, ҡатында йә йортта. (Икенсеһе: «Бәхетһеҙлек бул­һа, шул йә өй, йә ҡатын, йә ат арҡаһында»)

81. Яуызлыҡ

488. (273). Мин дә шаярып һөйләшкеләйем, әммә хаҡлыҡтан башҡаны әйтмәйем.
489. (585). Сидр (Африкала үҫкән йуйуба ағасы) ағасын ки­ҫеп ауҙарыусыны Аллаһы Тәғәлә баш-аяғы менән Йәһәннәмгә йү­нәлтер.

82 Шаһитлыҡ

490. (89). Ҡайһы милләттән булһа ла ҡырҡ кеше урынынан тороп таныҡлама бирһә, Аллаһы Тәғәлә уларҙың таныҡламаһын ҡабул итер.
491. (469). Донъя ҡыуыуҙан тыйылыу күңелде, тәнде һәм теләкте тыныслыҡта тота. Мәшәҡәт, ҡайғы һәм ялҡаулыҡ арттырыу күңелде рәхимһеҙләндерә.
492. (999). Еңеләйтегеҙ, ауы­райтмағыҙ, һөйөндөрөгөҙ, нәф­рәтләндермәгеҙ.

83. Шәһәрҙә, ауылда, сәхрәлә йәшәү

493. (14). Ябраил фәрештә килде лә: «Йә, Мөхәммәт (с.ғ.с.), нисек теләһәң, шулай йәшә – үләсәкһең; кемде теләһәң, шуны һөй – айырыласаҡһың; ни теләһәң, шуны эшлә – язаһын күрәсәкһең», – тине.
Бел, мөьминдәр дәрәжәһе кис­тәрен уяу тороуҙа; ҡеүәттәре – бер кемгә лә ихтыяждары булмауҙа.
494. (134). Мосолмандар юлынан зарарлы сүп-сарҙарҙы алып ташлағыҙ.
495. (958). Бәләкәй ауылдар булып йәшәмәгеҙ, шулай йәшәү ҡәбер эйәләре кеүек.

84. Шөһрәт

496. (326). Аллаһы Тәғәлә яҡламаһа, бармаҡ менән төртөп күрһәтһәң дә, уның эше яманлыҡтан китеүгә шул еткән.

85. Шайтан

497. (98). Төшөгөҙҙә шайтан һеҙҙең менән уйнаһа, шуны кешегә һөйләмәгеҙ.
498. (216). Шайтан әҙәм бала­һының ҡан тамырҙарында.
499. (722). Әҙәм балаһы донъяға килгәндә уға шайтан ҡағыла һәм бала ҡысҡырып ебәрә. Мәрйәм менән уның улы шайтан ҡағылыуҙан имен булды.
500. (834). Кем мине төшөндә күрһә, шул нәҡ мине күргән булыр, сөнки шайтан минең ҡиәфәткә керә алмай.

86. Сабырлыҡ

501. (145). Иң күркәм иман – сабырлыҡ һәм йомартлыҡ.
502. (204). Тормошона йә үлеменә етәрлеген Аллаһы Тәгәлә биргәнгә саҡлы яуыз күршеһе ғазаплауына сабыр иткән кешене Аллаһы Тәғәлә һөйәр.
503. (217). Тәрән кисерештәргә тарығанда, иң элек – сабырлыҡ.
504. (324). Сабырлыҡ – Аллаһтан, ашығыу – шайтандан.
505. (333). Изгелек – күңел­гә урынлашып, йәндең унда тынғылыҡ тапҡан нәмәһе. На­сарлыҡ – кәңәшселәр өгөтөнә ҡарамаҫтан, күңелгә урынлашып та, йәндең унда тынғылыҡ таба алмаған нәмәһе.
506. (525). Сабырлыҡ килгән ауырлыҡтың беренсе миҙгелендә.
507. (925). Сабырлыҡты үлте­реүҙән тыйҙы.

87. Дуҫлыҡ

508. (3). Бәндәләр нисек ул­тырһа, мин дә шулай ултырырмын, нисек ашаһа, мин дә шулай ашармын.
509. (39). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында иң һөйөклө бәндә – ғаи­ләһенә иң күп файҙа килтерә торған бәндә.
510. (338). Дөрөҫлөктә һәләкәт күрһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙе тоғролоҡҡа бағышлағыҙ, сөнки шунда ғына ҡотолоу. Ялғанлауҙа ҡотолоу күрһә­геҙ ҙә, һаҡ булығыҙ, шунда ғына һәләкәт.
511. (562). Тоғролоҡта һәм изгелектә булығыҙ, уларҙың урындары – Йәннәттә, ялған менән аҙғынлыҡтан һаҡланығыҙ, уларҙың урындары – Йәһәннәмдә.
Аллаһы Тәғәләнән ихласлы иман һәм ярлыҡаныу теләгеҙ, сөнки ихласлы имандан ҡала, яр­лыҡаныуҙан да хәйерлерәк бүтән бер нәмә юҡ.
Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, асыуланышмағыҙ, үҙ-ара мөнәсә­бәттәрегеҙҙе өҙмәгеҙ, бер-берегеҙгә һыртығыҙ менән тормағыҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса, Уның бәндәләре булып, дин ҡәрҙәштәре булып йәшәгеҙ.

88. Саҙаҡа

512. (6). Иң элек үҙеңдән башла: саҙаҡаны башта үҙеңә бир, үҙеңдән артҡанын – ғаиләңә, ғаиләңдән артҡанын – яҡындарыңа, яҡындарыңдан артҡанын, шул рәүешле, башҡаларға бир.
513. (23). Бер хөрмә биреп, юҡ икән, күркәм һүҙ менән булһа ла, уттан һаҡланығыҙ.
514. (135). Минән алда килеүсе пәйғәмбәрҙәрҙең береһенә лә бирелмәгән биш нәмә миңә бирелде: бер айлыҡ юл дәһшәттәренә ярҙам биреүсе ителдем; минең өсөн ер мәсет һәм пак урын ителде – минең өммәтем кем генә булһа ла, ваҡыты етте иһә, намаҙ уҡыһын; Минән алдағыларҙың береһенә лә хәләл ителмәгән ғәнимәт малы миңә хәләл булды; Миңә шәфәғәт-яҡлау хоҡуғы бирелде; алдағы пәйғәмбәрҙәр бары бер халыҡ өсөн булһа, мин бөтөн халыҡ өсөн ебәрелдем.
515. (147). Үҙең һау-сәләмәт һәм һаран була тороп та, тормошоң хаҡында уйлап һәм фәҡирлеккә төшөүҙән ҡурҡа тороп та саҙаҡа бирһәң, шул изге саҙаҡаларҙан һаналыр. Теге фәләнгә был саҡлы, был фәләнгә шул саҡлы тигән һүҙ­ҙәреңде йәнең боғаҙыңа терәлгәнсе кисектереп килә күрмә.
516. (148). Берәүҙең бар­лығы булһа, шуның саҙаҡаһы хәйерлерәк, өҫтәге ҡул аҫтағы ҡулдан хәйерлерәк. Саҙаҡа би­реүҙе тәрбиәңдә тороусыларҙан башла.
517. (149). Иң яҡшы саҙаҡа – һыу менән һуғарыу.
518. (422). Һине бай хәлендә ҡалдырған саҙаҡа – изге саҙаҡа. Өҫтәге ҡул аҫтағы ҡулдан хәйерле. Иң элек үҙ ғаиләңдән башла.
519. (436). Ауырыусылары­ғыҙҙы саҙаҡа менән дауалағыҙ.
520. (438). Йәннәткә кергәс тә, ишегенә: «Саҙаҡаға – ун, әжәткә (бурысҡа биреп тороу) ун һигеҙ изгелек» тип яҙылғанды күрҙем дә: «Йә, Ябраил, саҙаҡала – ун, әжәттә ун һигеҙ изгелек булыуы нилектән?», тип һораным. Ябраил: «Саҙаҡа байҙың да, фәҡирҙең дә ҡулына эләгә, ә бына әжәт, мохтаждарҙан ҡала, башҡалар ҡулына кермәй», – тине.
521. (516). Үҙ туғандарыңа биргән ярҙамың саҙаҡанан китәр.
522. (517). Йәшерен саҙаҡа Раббыңдың асыуын баҫыр.
523. (526). Саҙаҡа яман үлемдән һаҡлай.
524. (555). Һәр мосолман саҙаҡа бирергә тейеш, бирерлеге булмаһа, эшләп тапһын да, саҙаҡа бирһен. Көсөнән килмәһә, аптырашта йәшәүселәргә ярҙам итһен, юҡ икән, изгелек эшләргә ҡушһын, һис булмаһа, насарлыҡ эшләүҙәрҙән тыйһын. Уның өсөн шул да саҙаҡа булыр.
525. (624). Һәр изгелек – са­ҙаҡа.
526. (640). Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) саҙаҡа килтерә торған булһалар, ул: «Йә, Раббым, шул фәләндең ғаиләһенә ярҙам ит», – тип әйтә торған булған.
527. (643). Берәүҙең иҫән са­ғында биргән бер дирһәм саҙаҡаһы үлгән ваҡытында биргән мең дирһәм саҙаҡаһынан хәйерлерәк.
528. (857). Кем мосолман ке­шенең ғаиләһен бер тәүлек үҙ тәр­биәһендә тота, шуның гонаһын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡар.
529. (915). Әҙәм балаһының ҡайһыһына булһа ла айырым өлөш биреүҙән тыйҙы.

89. Туғандар менән йөрөшөү

530. (133). Нәҫел-нәсәбегеҙҙе белегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә барығыҙ. Сөнки бергә йәшәһәгеҙ ҙә, өҙөлгән туғанлыҡта яҡынлыҡ юҡ, йыраҡта торһағыҙ ҙа, йөрөшкән туғанлыҡта йыраҡлыҡ юҡ.
531. (519). Туғандар менән элемтә, күркәм холоҡ һәм яҡшы күршеләр – илде йәшәтә һәм ғүмерҙе оҙонайта.

90. Һуған, һарымһаҡ

532. (307). Мәсеттәребеҙгә һу­ған, һарымһаҡ ашап кереүҙән һаҡ­ланығыҙ, берәй сәбәп менән аша­маҡсы булһағыҙ, уларҙы бешерегеҙ.
533. (800). Кем һарымһаҡ йә һуған ашаһа, шул беҙҙең араға һәм мәсетебеҙгә кермәһен, өйөндә генә ултырһын.

91. Химаяға кереүселәргә һуғыу

534. (31). Саҡырыусыларға яуап бирегеҙ, бүләктән баш тартмағыҙ, мосолмандарға һуҡ­мағыҙ.
535. (546). Халыҡтан ҡала, мөьмин кешенең арҡаһы химаяла тора.
536. (626). Дәүләтле итеп яра­тылған һәр кем дәүләтле булыр.
537. (641). Һинең уға ҡарағанда, Аллаһы Тәғәләнең һиңә ирешәсәк көсө күберәк.
538. (962). Ун ҡамсынан артыҡ һуғыуҙы хөкөм итмәгеҙ.

92. Зарар итеү

538. (853). Кем зарар килте­рергә тырыша, шуның үҙенә лә Аллаһы Тәғәлә шундай уҡ зарарҙы килтерергә тырыша. Кем ҡаршылыҡ күрһәтә, шуның үҙенә лә Аллаһы Тә­ғәлә шундай уҡ ҡаршылыҡ күрһәтә.
540. (975). Зарар күреү ҙә юҡ, зарар килтереү ҙә юҡ.

93. Отошло уйын уйнау

541. (876). Кем нәрд уйыны уйнай, шул Аллаһҡа һәм Уның рә­сүленә ҡаршы сыҡҡан булыр.

94. Дауалау, сәләмәтлек

542. (88). Ҡайҙа ваба ауырыуы барлығын ишетһәгеҙ, унда кермәгеҙ. Һеҙ йәшәгән урында ваба килеп сыҡҡан икән, унан сыҡмағыҙ.
543. (165). Теш таҙартыу ха­ҡында мин һеҙгә күп тапҡырҙар әйтә килдем.
544. (166). Һаулыҡ теләп күп доға ҡылығыҙ.
545. (177). Йә, Раббым, ала тәнлелектән, аҡылдан яҙыуҙарҙан, меҫкенлек сырхауҙарынан, шулай уҡ һәр төрлө насар ауырыуҙарҙан Үҙеңә һыйынам.
546. (179). Йә, Раббым, тә­немде һаулыҡта тот. Йә, Раббым, ҡолаҡтарымды һаулыҡта тот. Йә, Раббым, күҙҙәремде һаулыҡта тот. Йә, Раббым, көфөрлөктән һәм дә фәҡирлектән Үҙеңә һыйынам. Йә, Раббым, ҡәбер ғазабынан Үҙеңә һыйынам. Юҡ Һинән башҡа бүтән тәңре!
547. (323). Именлек менән һаулыҡ икеһе лә бер ниғмәт, күптәр шунан мәхрүм.
548. (445). Дауаланыу яҙ­мыштан килә. Аллаһы Тәғәләнән ризалыҡ булһа, файҙаһы тейгән булыр.
549. (549). Эй, Аллаһтың бән­дәләре, дауаланығыҙ! Аллаһы Тәғә­лә бер генә ауырыуҙы ла дарыуынан башҡа донъяға сығарманы. Бары бер ауырыуға – ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ.
550. (582). Чуманан ҡасыусы – һуғыш сафынан ҡасыусы, чумаға сабыр итеүсе – һуғыш сафтарында сабыр итеүсе.
551. (718). Үлгән кеше яҡшы­лыҡ ҡына эшләгән булһа, «шуны ниңә арттырманым»; яманлыҡ ҡына эшләгән булһа, «шуны эшләүҙән ниңә туҡталманым икән», тип үкенеүсе булыр.
552. (804). Ҡулдарынан ят еҫ килеп торған килеш йоҡлап китеүсегә берәй нәмә ирешһә, үҙенән башҡаһын һис шелтәләмәһен.
553. (818). Берәү дауалай бел­мәһә лә табиплыҡ итә икән, шул килтергән зыянды үҙе түләүсе булыр.
554. (928). Торғон һыуға бәүел итеүҙәрҙән тыйҙы.
555. (966). Ауырып ятыусы яҡындарығыҙҙы ашау-эсеү ме­нән ҡыҫтамағыҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә ундайҙарҙы Үҙе һуғарып, Үҙе ризыҡландыра.
556. (971). «Лә хәүлә вә лә ҡууәтә иллә билләһи» туҡһан туғыҙ ауырыуға дауа. Шул ауырыуҙарҙың иң еңеле – борсолоу.

95. Аш-һыу (ризыҡ)

557. (38). Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында иң һөйөклө ризыҡ – ашағанда ҡулдар күп булыу.
558. (73). Йоҡонан торғас та ҡулығыҙҙы өс мәртәбә йыумай тороп, аш һауытына табан һуҙ­мағыҙ, сөнки йоҡлағанда берегеҙ ҙә ҡулығыҙҙың ҡайҙа йөрөгәнен белмәҫ.
559. (125). Аҙыҡ биреп аша­тығыҙ, һүҙегеҙҙе татлы итегеҙ.
560. (143). Сәләмләшеүҙәре­геҙҙе фаш итегеҙ, бер-берегеҙҙе аш менән һыйлағыҙ, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса туғанлашығыҙ.
561. (328). Ашағансы һәм аша­ғас та ҡулдарҙы йыуыу – ризыҡҡа бәрәкәт.
562. (329). Иң яман ризыҡ – туй ашын байҙарға ғына ашатып, ярлы-меҫкендәрҙе шунан тыйыу.
563. (474). Һыу эсереүсе һыуҙы халыҡ эсеп киткәс эсер.
564. (500). Иң яман аш – туҡтар ғына саҡырылып, астар ситтә ҡалдырылған һый ашы.
565. (528). Ҡунаҡ һыйлау – өс көн, өстән артһа – саҙаҡа. Ғөмүмән, һәр яҡшылыҡ, һәр изгелек – саҙаҡа.
566. (530). Бер кешелек ризыҡ – икегә, икелек – дүрткә, дүрт кешелек – һигеҙгә етә.
567. (531). Йомарт ашы – дарыу, һаран ашы – ағыу.
568. (532). Бер көнлөк туй ризығы – сөннәт, ике көнлөк – артыҡлыҡ, өс көнлөк – рыялыҡ һәм дан таратыу.
569. (631). Күҙ алдында үлтерелгәнде (салынғанды) аша, һинән ситтә үлтерелгәнде ҡалдыр.
570. (632). Табаҡ-һауыттың ҡырыйынан ашағыҙ, уртаһынан ашамағыҙ – бәрәкәт һауыттың уртаһына иңгән булыр.
571. (633). Тәкәбберләнмәйенсә һәм әрәм-шәрәм итмәйенсә ашағыҙ, эсегеҙ, саҙаҡа бирегеҙ һәм кейе­негеҙ.
572. (709). Тере хайуандан киҫеп алынған ит – үләкһә.
573. (783). Берәү мосолман ҡәрҙәшенең күңеле теләгәнен уға ашатһа, шул кешене Аллаһы Тәғәлә утҡа хәрәм итәр.
574. (914). Рәсүлуллаһ яңылы­шыуҙарҙан тыйҙы.
575. (917). Алтын-көмөш һауыттарҙан ашау-эсеүҙән тыйҙы.
576. (974). Әҙер аш көтөп тор­ған саҡта, шулай уҡ тиҙәк менән бәүелгә ҡыҫталған саҡта намаҙ уҡыу юҡ.


96. Талаҡ

577. (311). Иренән һис ниндәй яманлыҡ күрмәгән ҡатын-ҡыҙ унан талаҡ һораһа, шуға Йәннәт еҫе хәрәм.
578. (8). Аллаһы Тәғәлә ҡар­шыһында талаҡ хәләл булһа ла, Ул уға бик ҡаты асыулы.

97. Урынһыҙға өмөтләнеү

579. (110). Тәбиғәтегеҙгә йүнә­леш бирәсәк ҡомһоҙлоҡтан, бүтән зауыҡтарығыҙға йүнәлеш бирәсәк ҡомһоҙлоҡтан, ҡайҙа зауыҡ юҡ, шунда әҙер торасаҡ ҡомһоҙлоҡтан Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ.
580. (514). Тәндәре зәғиф һәм күңелдәре йәштәрсә ҡарт кешеләр ике нәмә һөйөрҙәр: оҙон ғүмер һәм мал яратыу.
581. (559). Ситтәр ҡулындағы әйберҙәргә өмөтөңдө һуҙыуҙан һаҡланыу кәрәк, сөнки нәфсе – күҙ алдында торған фәҡирлектең үҙе. Үҙеңде яңғыҙлыҡта хис итеп, намаҙ уҡы, ғөзөрлөккә төшөрөрҙәй эштәрҙән һаҡлан.

98. Золом

582. (118). Донъяла саҡта кешеләрҙе иң ҡаты ғазапҡа тарытыусылар Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үҙҙәре иң ҡаты ғазапҡа тарытылыр.
583. (123). Миңә алты төрлө эште түләһәгеҙ, һеҙ Йәннәт менән тәьмин ителгән булырһығыҙ: ми­раҫҡа ҡалған малды бүлгән саҡта бер-берегеҙҙе ҡыйырһытышмағыҙ; үҙегеҙ кеүек кешеләр менән ғәҙел мөғәмәләлә булығыҙ; дошманығыҙ менән һуғышҡан саҡта ҡурҡаҡ булмағыҙ; табыштарығыҙҙы бәйләп ҡуймағыҙ; ҡыйырһытылғандар, хаҡты залимдарҙан алығыҙ.
584. (132). Ҡыйырһытылғандар (мәзлүмдәр) доғаһынан һаҡланығыҙ, сөнки ул ҡабул булыусан.
– (284). Залим булһа ла, мәзлүм булһа ла, ҡәрҙәшеңә ярҙам ит.
– Залим кешегә нисек ярҙам итергә?
– Золом эшләүенән тый – уға ярҙам шул булыр.
585. (317). Кешеләр! Аллаһ­тан ҡурҡығыҙ, валлаһи тип әйтәм, мөьмин мөьминде һис ҡыйыр­һытмаҫ, юҡһа Ҡиәмәт көндө Аллаһы Тәғәлә унан үс аласаҡ.
586. (356). Ант итеп әйтәм ки: бәндәнең малы саҙаҡа биреүҙән кәмемәй; хаҡһыҙға ҡыйырһытыу­сыға сабырлыҡ күрһәткән бәндәгә Аллаһ ғиззә вә йәл хөрмәтте арттырып бирә. Бәндә бер яңғыҙы һораныуҙар ишеген аса алмай, юҡһа Аллаһы Тәғәлә уға фәҡирлек ишеген асып ҡуйыр.
Һеҙгә хәҙис ҡалдырам, хәте­регеҙҙә тотоғоҙ. Донъя дүрт төркөм халыҡ өсөн: беренсе төркөм бән­дәләрен Аллаһы Тәғәлә мал һәм ғилем менән ризыҡландырһа ла, улар шул ниғмәт арҡаһында Раббыларынан ҡурҡыусылар, был нәмә уларҙы Аллаһтың рәхмәтенә ирештерә. Икенсе төркөм бәндә­ләренә Аллаһы Тәғәлә ғилем биреп, мал менән ризыҡландырмаһа ла, улар – ихлас ниәтлеләр. «Малым булһа, мин дә фәлән кеүек ғәмәл итеүҙә булыр инем», тигән ниәттәре менән әжер алыусылар. Өсөнсө төркөм бәндәләренә мал биреп тә, ғилем менән ризыҡландырмаһа, улар башҡаса ғилем менән малдары эсендә тибенерҙәр. Малдарына таянып, Раббыларынан ҡурҡмаҫтар. Улар – Аллаһының рәхмәтенә ирешә алмаусылар, Уның юлын хаҡ тип белеп, ғәмәл итмәүселәр – быныһы өсөн уларға иң шаҡшы урын. Иң һуңғы төркөмгә Аллаһы Тәғәлә мал да, ғилем дә бирмәһә, улар «малым булһа, фәлән кеүек шундай ғәмәлде мин дә үтәр инем», тип әйттеләр. Ундайҙарҙың ниәттәре менән ғәмәлдәре икеһе лә бер үлсәүҙә булыр.
587. (365). Емерек өйҙә ултырып, юл уртаһына сығып баҫҡан, йәиһә хайуандарҙы иркенгә сығарып ебәргән дә, шуларҙы тотҡарла тип Аллаһыға доға ҡылыуын ғына белгән өс кешене һинең Раббың һис яратмаҫ.
588. (801). Кем көс менән тартып ала, шул беҙҙең кеше түгел.
589. (880). Берәү, залимлығын белә тороп та, шундай кешегә ярҙам итеп йөрөй торған булһа, ул инде Ислам диненән сыҡҡан булыр.

99. Ғибәҙәт ҡылыу

590. (130). Аллаһтың ҡоло бул, Уға һис ниндәй ширеҡ ҡатнаштырма. Ғәмәлеңде үтәгәндә Аллаһты күреп торғандай бул, үҙеңде үлгән тип иҫәплә. Һәр бер таш һәм ағас янында Аллаһы Тәғәләне иҫеңә төшөр. Бер гонаһ эш эшләгәнһең икән, артынан уҡ изгелек ҡыл. Йәшерен эш – йәшеренлектә, асыҡтан-асыҡ эш – мәғлүмлектә.
591. (131). Аллаһтың ҡоло бул һәм үҙенде үлгән тип һана. Үҙең Уны күрмәһәң дә, күргән шикелле бул, сөнки Аллаһы Тәғәлә һине күреп тора.
592. (297). Тәнегеҙ өсөн ҡайһы ғибәҙәт еңел, әйтәйемме? Өндәшмәй тороу һәм күркәм холоҡ.
593. (299). Ураҙа, намаҙ, саҙаҡанан да өҫтөн тағы ни бар, әйтәйемме? Ике шәхес араһын тө­ҙөкләндереү, сөнки аралар боҙоҡ­лоғо бер бейек тау ул.
594. (316). Кешеләр! Һеҙ иҡти­сади ғәмәл итергә тейешһегеҙ, һеҙгә иҡтисади ғәмәл итеү кәрәк. Эшләгән эшегеҙ һеҙҙе туйҙырһа ла, Аллаһы Тәғәлә арыу-талыуҙы белмәй.
595. (388). Күркәм фекер күркәм ғибәҙәттең бер төрө.
596. (423). Еңел ғибәҙәт – иң хәйерле ғибәҙәт.
597. (521). Аяғығыҙға кейеп намаҙ уҡығыҙ, йәһүдтәргә оҡшама­ғыҙ.
598. (556). Сабыйҙарҙы ете йәшенән намаҙға өйрәтегеҙ, ун йәшендә өйрәнмәһә, һуҡтырығыҙ.
599. (736). Биш ваҡыт намаҙ – ишек төбөгөҙҙән аҡҡан саф һыу­лы йылғала көн дә биш тапҡыр ҡойоноп, тәнегеҙҙәге керҙе йыуып төшөргән шикелле булыр.
600. (920). Ҡәберҙәр өҫтөндә (уларға ҡаршы тороп) намаҙ уҡыу­ҙан тыйҙы.

100. Йөҙ һыуына тейеү

601. (29). Йөҙгә һуғыуҙан һаҡ булығыҙ.

101. Ғәфү итеү

602. (57). Шөбһәселек арҡа­һында тыуған хөдүдте (шәриғәт хөкөмдәре ҡиссаһы) ҡайтарығыҙ һәм Аллаһы Тәғәлә билдәләгән сиктәрҙән уҙылмаһа, ундай яңы­лышлыҡтарҙы кисерегеҙ.
603. (86). Минән хәҙис ишеткәс тә, уны күңелегеҙ үҙ итһә, хистәрегеҙ нескәрһә һәм шатлан­һағыҙ, күрерһегеҙ – ул хәҙис һеҙгә ҡарағанда ла миңә яҡын, уны һеҙгә тапшыра алам. Минән хәҙис ишеткәс тә, уны күңелегеҙ кире ҡаҡһа, нәфрәт кисерә ҡалһағыҙ, күрерһегеҙ – ул һеҙҙән йыраҡ, һеҙгә ҡарағанда мин унан йыраҡ.
604. (115). Эскерһеҙ булығыҙ, эскерһеҙлек күрерһегеҙ.
605. (160). Хөдүдтән ары уҙ­маған яңылышлыҡтарҙы ғәфү итегеҙ.
606. (191). Аллаһы Тәғәлә ғәфү итеүсе, кисереүҙе һөйә.
607. (352). Ошо өс сифатҡа эйә булғандарҙың Аллаһы Тәғәлә хисаптарын еңел итә, Үҙ рәхмәте менән Йәннәтенә керетә: һине мәхрүм итһәләр ҙә, шуларҙың үҙҙәренә ярҙам итеүең; золомлоҡ итһәләр ҙә, уларҙы кисереүең; һинең менән аралашыуҙы өҙһәләр ҙә, үҙең улар янына барып йөрөүең.
608. (272). Мин ләғнәт өсөн түгел, бәлки рәхмәт өсөн ебәрелдем.
609. (454). Телен төҙәтеүсегә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте булһа ине.
610. (481). Рәхмәтенән өлөш сығарыуҙы Аллаһы Тәғәләнән һорағыҙ, сөнки Ул һорағанды ярата, ғибәҙәттең өҫтөнлөгө лә шатлыҡ көтөп тороуҙа.
611. (482). Аллаһы Тәғәләнән кисереү һәм тыныслыҡ һорағыҙ, сөнки, инаныуҙан ҡала, берегеҙгә лә тыныслыҡтан хәйерлерәк бүтән нәмә бирелмәҫ.
612. (616). Мөжәһирҙәрҙән ҡала, өммәтемдәгеләрҙең һәр бере пак. Мөжәһирҙәр иһә серҙе асыу­сылар, уларҙың төндә эшләгән эштәрен Аллаһы Тәғәлә йәшереп ҡуйған булһа ла, таңға кергәс, улар шуны, беҙ төндә шул рәүешле эшләгән инек, тип һөйләп йөрөрҙәр. Үҙ сиратында Аллаһы Тәғәлә ябыҡ пәрҙәне, таңға кергәс тә, асыҡ итәр.
613. (623). Эскерле, зарары тиәр һәр кем – утта.
614. (756). Ниғмәткә рәхмә­тегеҙҙе тирә-йүнгә мәғлүм итегеҙ.
615. (832). Мин телгә алындым икән, шунда уҡ миңә салауат әйтелһен, сөнки кем миңә бер мәртәбә салауат әйтә, шуға Аллаһы Тәғәләнең ун рәхмәте булыр.

102. Аҡыл

616. (155). Кем аҡыл ниғмәте менән ризыҡлана, шул ҡотолоу таба.
617. (242). Шундай бәндәләр бар ки, диҡҡәт менән ҡаранылар иһә, кешенең кемлеген танып ала торған булалар.

103. Белем (ғалимдар)

618. (1). Диндең афәте – өс: боҙоҡ фәҡиһ (шәриғәт белгесе); рәхимһеҙ имам (дәүләт башлығы, ҡәбилә башлығы) һәм наҙан мөж­дәһит (дин эшендә тырышлыҡ күрһәтеүсе).
619. (2). Ғилем афәте – өс: уны онотоу; йә ғилем әһеле булмаған кешеләргә шул хаҡта һөйләп, уны юғалтыу.
620. (106). Баҫынҡылыҡ күрһә­тегеҙ, һине Аллаһ һөйәр. Халыҡ милкенә өмөт һуҙмаһаң, һине кешеләр һөйәр.
621. (126). Ҡытайға барып бул­һа ла белем алығыҙ, сөнки белемгә өйрәнеү һәр мосолман өсөн фарыз.
622. (127). Белемгә өммәтемдәге мәғрифәтле кешеләрҙән өйрәнегеҙ, уларҙың ҡайғыртыусанлығы аҫтын­да йәшәгеҙ. Күңелдәре ҡаралып бөткәндәрҙән бер ни алмағыҙ – уларға Аллаһтың ләғнәте яуасаҡ.
Йә, Ғәли, мәғрифәт һөйөүсе­ләрҙе, мәғрифәт тарафынан һөйө­лөүселәрҙе, мәғрифәткә хеҙмәт итеүселәрҙе Аллаһы Тәғәлә ер йө­ҙөнә килтерҙе. Аллаһтың хеҙмәте ҡайҙа талап ителһә, әйтәйек, һыу­һыҙ ерҙе тергеҙергә һәм халҡын йәшәтергә һыу кәрәк икән, шунда кәрәк булды. Донъялағы мәғрифәт әһелдәре – әхирәттә лә мәғрифәт әһелдәре.
623. (141). Ғалим, йә белем алыусы, йә ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ һалыусы, йә уларҙы һөйөүсе бул. Әммә бишенсеһе булма – һәләк булырһың.
624. (150). Мосолман кеше белемгә өйрәнеп, белгәнен дин ҡәрҙәшенә өйрәтһә, шул саҙаҡаның иң яҡшыһы булыр.
625. (173). Йә, Раббым, фай­ҙаһыҙ белемдән, ихласһыҙ ғәмәлдән, ҡабул ителмәҫлек доғанан Үҙеңә һыйынам.
626. (182). Йә, Раббым, миңә ғилемлек менән ярҙам күрһәт, киң күңеллелек менән зиннәтлә, тәҡүәлек менән хөрмәтлә, һаулыҡ-сәләмәтлек менән биҙәклә.
627. (253). Үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен, изге балаларҙы, мираҫҡа Ҡөрьәнен, мәсет йә мосафирхана өсөн төҙөлгән бинаһын, йәиһә бер инеш ҡаҙытып, йә үҙе иҫән саҡта малынан өлөш, йәки саҙаҡа биреп ҡалдырһа, үлгәндән һуң да шуларҙан килгән әжер шул мөьминдәрҙең донъяла ҡылған ғәмәл һәм яҡшылыҡтарына барып тоташыр.
628. (312). Бер бәндәгә дин хаҡында вәғәз һөйләнһә, был – Аллаһ Тәғәлә тарафынан уға электән үҡ әҙерләнеп ҡуйылған бер ниғмәт. Рәхмәт уҡып ҡабул итмәһә, гонаһы ҙурайыуға бер һылтау һәм Аллаһ Тәғәләнең асыуы артыуына бер сәбәп булыр.
629. (372). Бөйөктәр менән бергә ултырышығыҙ, ғалимдарға һорауҙар бирегеҙ, зирәктәрҙе осратығыҙ.
630. (416). Ҡөрьәнде өйрәнеп, уны өйрәткән кешеләр – иң изге кешеләр.
631. (483). Аллаһы Тәғәләнән файҙа бирә торған белем һорағыҙ, файҙаһыҙ белемдәрҙән Уға һыйы­нығыҙ.
632. (533). Белем алыу һәр мосолман өсөн фарыз.
633. (534). Белем алыу һәр мосолман өсөн фарыз, һәр нәмә, хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа, белем алыусының гонаһтарын кисереүҙе һорар.
634. (535). Бер сәғәт белем алыу төндәрен ғибәҙәттә тороуҙан, бер көн белем алыу өс ай ураҙа то­тоуҙан хәйерлерәк.
635. (543). Аскүҙлелек ғалимдар күңеленән зирәклекте алыр.
636. (558). Өйрәтегеҙ, еңе­ләйтегеҙ, ауырайтмағыҙ, һөйөн­дөрөгөҙ, нәфрәтләндермәгеҙ. Асы­уығыҙ килһә, өндәшмәй ҡалығыҙ.
637. (566). Ғалимдар халыҡ имен булһын өсөн Аллаһы Тә­ғәлә тарафынан билдәләнгән ке­шеләр.
638. (567). Белем ғибәҙәттән өҫтөн, ул диндең төп киҫәге.
639. (568). Ике төрлө белем бар: береһе күңелдә – уныһы файҙа килтереүсе, икенсеһе телдә – уныһы Аллаһы Тәғәләнең Әҙәм балаларына килтергән дәлиле.
640. (577). Белемдәге өҫтөнлөк минең өсөн ғибәҙәттәге өҫтөнлөктән һөйөклөрәк. Тәҡүәлектә булһағыҙ, динегеҙ хәйерле булыр.
641. (603). Белемдәрегеҙҙе яҙыуға теркәп барығыҙ.
642. (609). Аллаһтан ҡурҡыу өсөн булған белем дә, үҙ-үҙеңә хайран ҡалыу өсөн булған наҙанлыҡ та бик еткән.
643. (636). Һеҙ диндең көтөүсеһе булығыҙ, уның хаҡында һөйләп йөрөүсе генә булмағыҙ.
644. (737). Үҙ-үҙен онотоп, халыҡты яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе ғалим – янып бөтөп бара торған, әммә халыҡҡа яҡтылыҡ биргән шәм шикелле.
645. (739). Белемгә өйрәнеп тә, шуны башҡаларға өйрәтмәгән кеше – байлыҡ туплап та, шуны тейешле ергә сарыф итмәгән кеше шикелле.
646. (747). Изгелеккә өйрәтеүсе һәр кемгә хатта дингеҙҙәге балыҡтар ҙа ярлыҡаныу һорар.
647. (762). Берәү ғалимдар алдында маҡтаныу, наҙандар менән бәхәсләшеү, йә халыҡты үҙ яғына тартыу маҡсатында белем алырға теләһә, шуның урыны утта.
648. (844). Берәүҙән белгәне хаҡында һоралып та, ул шуны йәшерһә, Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көндө уға утлы йүгән кейҙерер.
649. (888). Аллаһы Тәғәлә берәүгә яҡшылыҡ теләй икән, уны шәриғәт белгесе итә һәм тоғро юлға илһамландыра.

 

(Дауамы бар.)

Автор:Ғ.Сәлихов тәржемәһе
Читайте нас: