1954 йылдың йәмле июль айында Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында Фәүҡәт һәм Сабира Хәсәновтар ғаиләһендә баш бала тыуған. Уға Ришат тип исем ҡушҡандар. Ул Балтас урта мәктәбен тамамлағас, Өфөлә эшләй. Германияла әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Буласаҡ һөнәрен һайлауҙа ата-әсәһенең дә йоғонтоһо ҙур була. Фәүҡәт Хәсәнйән улы Хәсәнов ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй, күп йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡара. дүрт улдары ла лайыҡлы кеше булып үҫһен өсөн ҡатыны Сабира Хамматнур ҡыҙы менән балалары күңеленә бары изгелек орлоҡтары ғына сәсергә тырышалар.
Ришат Фәүҡәт улы Хәсәнов вайымһыҙ бала сағын айырым бер йылылыҡ, моңһоулыҡ менән иҫкә ала:“Минең бала сағым ауылда, тәбиғәт ҡосағында үтте. Һәр миҙгелдә яратып уйнаған хәрәкәтле уйындар күңел биреп эшләгән эш менән аралаша барҙы. Йәйен балыҡҡа, еләккә йөрөүҙәр, яҙын ҡуҙғалаҡ, йыуа йыйыуҙар, көҙөн колхоз ырҙынында силос, картуф, сөгөлдөр ташыуҙар матур иҫтәлек булып һаҡланып ҡалған.
Бер йәй дуҫым менән бесәнселәргә ат менән һыу ташыныҡ. Үҫә төшкәс, бесән, уңыш йыйыу кеүек колхоз эшенә ылыҡтыҡ. 13—14 йәштә техникаға тартыла башланым. 7-се класты тамамлағанда тракторист ярҙамсыһы булып баҫыуҙа эшләнем, туңға һөрөүҙә ҡатнаштым. Аҙаҡ өс йыл комбайнсы ярҙамсыһы булырға тура килде. Хәҙер ҙә ауылға ҡайтҡанымда баҫыу эштәрен күҙәтергә яратам. Комбайн штурвалына ултырып, яңыса йыһазландырылған кабиналы, кондиционерлы машинаны йөрөткөм килә. Беҙ эште һайлап торманыҡ, бригадир ни әйтә, шуны үтәнек. Ат аҙбарына йүкә ботаҡтары ла ташыныҡ, ырҙын табағында иген дә бушаттыҡ. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер аҡса, эш хаҡы тураһында уйламаныҡ. Коллективта файҙалы эш менән мәшғүл булыуыбыҙ беҙгә әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ бирә ине.
Арып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, кистәрен клубҡа йүгерҙек, кино башланғансы волейбол уйнаныҡ. Мин, ғөмүмән, был уйындың фанаты инем. Беҙ ауылда телевизорһыҙ, телефонһыҙ (стенаға ҡуйылған радионы иҫәпкә алмағанда) киң донъянан ситтә йәшәгән кеүек булғанбыҙ. Тик кәмһенеү хисе булманы, киреһенсә, бөтә нәмә һинең эргәңдә, һин үҙәк урында, тигән тойғо булды беҙҙә. Бер ҡайҙа ла киткебеҙ килмәне. Шулай ҙа ауыл ҡапҡаһын асып сығырға тура килде миңә лә. Ҡалаға килгәс, аптырап ҡалдым, ауыл үҙенә тартты. Бүтән бер ҡайҙа түгел, бары ауылда ғына йәшәгем, эшләгем килде. Русса һөйләшергә лә 17—18 йәштә, айырыуса армияла саҡта өйрәндем. Оялсан, йыуаш ҡына малай инем. Мәҫәлән, ҡыҙҙар менән танышыу, кинонан һуң оҙатып ҡуйыу минең өсөн ҙур һынау була торғайны. Тик студент йылдарында ғына әҙерәк ҡыйыулана төштөм, ләкин барыбер бер генә ҡыҙҙы яраттым, ул да булһа үҙемдең ҡатыным булды.
Хәҙер кире ҡайтмаҫҡа киткән бала сағым шул тиклем матур, яҡты, тылсымлы әкиәти донъя булып хәтерҙә ҡалды”.
Бына шулай мәктәп йылдарынан сыҙамлы, эшһөйәр булырға өйрәнгән егет юғары уҡыу йортонда тик яҡшы билдәләргә уҡый. Дипломлы белгесте шунда уҡ рус әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡырға ҡалдыралар. Шул уҡ ваҡытта ул Мәскәүҙә аспирантура тамамлай, “Рус әҙәбиәтендә декабристар темаһы”на кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ришат Хәсәнов ғилми эшен артабан башҡорт әҙәбиәте өлкәһендә дауам итә, докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, профессор дәрәжәһенә күтәрелә. Бөгөн ул рус телендә баҫылып сыҡҡан “ХХ быуаттың 80—90-сы йылдарындағы башҡорт тарихи романдары”, “Башҡорт тарихи романдарын өйрәнеүҙең типологик аспекты”, “Хәҙерге башҡорт романы”, “Күп төрлөлөктөң берлеге” (“Единство многообразия”) тип аталған тос, тәрән йөкмәткеле китаптарҙың авторы. Мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен бер дәрес тә уҡымаған кешенең шундай тәрән йөкмәткеле хеҙмәттәр яҙыуы һоҡландыра.
Ғалим башҡорт әҙәбиәте тарихы менән студент йылдарында ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙы яратып уҡый. Һәм, үҙе әйтеүенсә, шулай яйлап ҡына башҡорт әҙәбиәте менән “ауырый” башлай. Башҡорт әҙәбиәте корифейҙары Роберт Байымов, Ғайса Хөсәйенов менән танышҡандан һуң ғалим тағы ла дәртләнеберәк тотона. Хәҙерге әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып торған профессорҙың фекерҙәре лә тәрән: “XXI быуат прозаһында әүҙем эшләүселәрҙән Сабир Шәрипов, Ринат Камал, Спартак Ильясов, Сабит Фазлыевтарҙы атар инем. Рәлис Ураҙғоловтың реаль тормошҡа нигеҙләнеп яҙған “Аслыҡ” романы, Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” әҫәре, Камил Йыһаншиндың “Алдан алтыны” роман-дилогияһы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Әйтергә кәрәк, хәҙерге әҙәбиәттә үткән быуаттар темаларына яҙылған трилогиялар, пенталогиялар әлегә юҡ. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостан тарихы шул тиклем бай. Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғас, рус ғәскәре менән бергә бик күп походтарҙа ҡатнашҡан. Халыҡ вәкилдәре араһында юғары дәрәжәле хәрби эшмәкәрҙәр булған, ә ундай дәрәжә юҡҡа ғына бирелмәй. Әлбиттә, улар тураһында тарихсылар фәнни хеҙмәттәрендә яҙа, шулай ҙа художестволы әҙәбиәттә был тема бик аҙ яҡтыртылған”, — ти ул бөгөнгө әҙәбиәт тураһында.
Ришат Фәүҡәт улы Хәсәнов Бөрө дәүләт педагогия университетының филология факультеты деканы булып эшләгән йылдарын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала:“Студенттар менән эшләү бик мауыҡтырғыс, күңелле ул. Һәр замандың үҙ үҙенсәлектәре, үҙ тәбиғәте бар, һәр осор үҙенсә мәртәбәле, ҡыҙыҡлы. Ун биш йыл декан вазифаһын башҡарыу дәүерендә лә иҫтә ҡалырлыҡ осраҡтар күп булды, мәҫәлән, “Студент яҙы” фестивалендә беренсе урын яулаған өсөн путевка менән Санкт-Петербургҡа барыу хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды”, — ти ул.
Филология фәндәре докторы, профессор Илдар Шәйхинур улы Йосопов, коллегаһы Ришат Фәүҡәт улы тураһында һүҙ сыҡҡанда, уға оло ихтирамын йәшермәй.
— Бына 40 йыл инде уның ғүмере Бөрө юғары уҡыу йорто менән бәйләнгән: башта иҫ киткес шәп студент булараҡ, һуңынан Бөрө дәүләт педагогия институтының комсомол ойошмаһы секретаре, аҙаҡ ассистенттан профессорға тиклем үҫкән, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлаған уҡытыусы булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Филология факультетында Ришат Фәүҡәт улы үҙенә күрә рекорд ҡуйыусы: ул өс тапҡыр декан вазифаһына һайланып ҡуйылды. Факультет өсөн ауыр йылдарҙа Ришат Фәүҡәт улының сабыр холҡо, ғәҙеллелеге, төрлө киҫкен хәлдәрҙә лә тыныс ҡала белеүе, студенттар менән дә, коллегалары, вуз етәкселеге менән дә берҙәй уртаҡ тел таба белеүе шул осорҙо еңел үткәреп ебәреүҙә әҙ роль уйнамағандыр. Ришат Фәүҡәт улы филологик яҡтан универсаль кеше тип әйтеп була. Ни өсөн тигәндә, уның кандидатлыҡ эше рус теленән яҙылһа, докторлыҡ диссертацияһы — башҡорт телендә! Шуға ла ул рус теленән дә, башҡорт теленән дә юғары квалификациялы белгес, үҙ эшенең оҫтаһы. Һуңғы йылдарҙа “Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте” буйынса ул — алмаштырғыһыҙ диссертация советы ағзаһы. Ришат Фәүҡәт улы Хәсәновтың монографияһы менән мәҡәләләре башҡорт романының тарихына арналған, шуға ла ул башҡорт әҙәбиәте феномены күренешен асыҡлауға тос өлөш индергән ғалим.
Тәү сиратта үҙ-үҙенә талапсан педагог — һәр өлкәлә студенттарға өлгө күрһәтеүсе. Уҡыу-уҡытыу әсбаптары яҙыу, мауыҡтырғыс лекциялар уҡыу, сығарылыш квалификация эштәре менән етәкселек итеү кеүек шөғөлдәрҙән тыш, үҙ өлгөһөндә йәштәргә тәрбиә лә бирә. Рус һәм башҡорт телдәре буйынса тоталь диктант яҙыуҙа ҡатнашыуы, студенттарҙы Өфөгә театрҙарға, музейҙарға йөрөтөүе быға асыҡ миҫал булып тора. Сәләмәт тормош яҡлы кеше булараҡ, Ришат Фәүҡәт улы эшкә йәйәү йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған. Уҡыу йортоноң китапханаһы ишеген дә ул һәр иртән беренселәрҙән булып аса, яңы әҙәбиәт, матбуғат менән даими танышып бара.
Ришат Фәүҡәт улының ғаиләһе лә матур. Уҡыған ваҡытта уҡ тормош иптәше менән танышып, һуңғы курста өйләнешәләр. “Ришат яуаплылығы, үҙенә лә, бүтәндәргә лә ҡарата талапсанлығы, уҡыуына етди ҡарауы менән айырылып тора ине. Тик “бишле”гә генә уҡыны, Ленин стипендиаты булды. Мәскәүҙә аспирантурала белем алыу ҙа беҙҙең күңелдәрҙә тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Беҙ һәр ваҡыт бергә булдыҡ, ул уҡыны, мин эшләнем, бергәләп бәләкәс улыбыҙҙы үҫтерҙек. Диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң, баш ҡалала ҡалыу мөмкинлеге бар ине, әммә тәүтөйәге үҙенә тартты”, — тип иҫкә ала Серина ханым.
Татыу пар ҡырҡ йыл инде бергә ғүмер итә. Серина Әмир ҡыҙы ғүмер буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Балаларға йөрәген биргән педагог, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан эшен ташламай. Эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнгән балалары ата-әсәһенең юлын һайлаған, улдары Морат — тарих һәм филология, ҡыҙҙары Гөллинә сит телдәр факультетын тамамлаған. Өфөлә төпләнеп, яратҡан эштәре менән шөғөлләнәләр. “Беҙ атайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ. Ул беҙгә “тиҙ ярҙам” урынына, иң кәрәкле мәлдәрҙә ҡотҡарыусы, ейәндәрен балалар баҡсаһынан алһынмы, гимнастика секцияһына алып барһынмы, музыка мәктәбенә йә инглиз теле түңәрәгенә йөрөтһөнмө — барыһына ла өлгөрә. Сәләмәт тормош яҡлы олаталары улар менән саф һауала уйнай, кино, аттракциондарға йөрөтә, буш ваҡытында рәхәтләнеп баҡса менән булышҡанда ла ейәндәре уның янында. Атайыбыҙ бар йәһәттән дә беҙгә өлгө, үрнәк булып тора”, — ти улы менән ҡыҙы, шулай уҡ был һүҙҙәргә килене һәм кейәүе ихлас ҡушыла.
Инде олоғайған әсәһенең дә ныҡлы терәге ул Ришат Фәүҡәт улы. хөрмәтле ир уҙаманы тыуған ауылына ла юлды һыуытмай.