Мирза Муллағолов Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында 1938 йылдың 20 июлендә Бибикамал һәм Ғизетдин Муллағоловтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә, ете балалы ғаиләлә үҫә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә, шуға күрә тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Монасип мәктәбенең ете класын тамамлағандан һуң, 1954 йылда Мирза ағай Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ике йыл белем алғас, уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, Белорет педагогия училищеһына уҡырға күсә.
Училищены тамамлап, Бөрйән районында балалар уҡытып йөрөгән саҡта хәрби хеҙмәткә саҡырыу ала. 1958 йылдан Төркмәнстанда өс йыл танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1961—62 йылдарҙа тыуған районында башланғыс кластарҙы тикшереүсе инспектор булып эшләй. 1962—67 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында белем ала. Студент йылдарында уҡ йәш егет этнограф булырға ҡарар итә, быға билдәле башҡорт ғалимы Раил Ғүмәр улы Кузеевтың йоғонтоһо ҙур була. Уҡытыусыhы тәҡдим иткән китаптарҙы уҡып, көндәр буйы китапханаларҙа ултыра, үҙенә яңы асыштар яhай ул. Студент сағында уҡ Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарына тәүге экспедицияларына юллана. Йыйған мәғлүмәттәргә таянып, “XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Бөрйән башҡорттары торлағы” тип аталған диплом эшен яҙа. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, 1967/68 уҡыу йылында Белорет районының Асы урта мәктәбендә завуч булып эшләй.
1968—71 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районындағы Бүреҡаҙған урта мәктәбендә балаларға тарих фәненән белем бирә. Ауыл уҡытыусыһы Мирза Муллағоловты алдынғы ҡарашлы, инициативалы, тырыш булғаны өсөн коллегалары, ата-әсәләр, уҡыусылары хөрмәт итә.
Педагогик хеҙмәт менән бер рәттән, Мирза Ғизетдин улы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә, Раил Ғүмәр улы Кузеев менән хатлаша, Өфөнән кәрәкле китаптар журналдар алдыра.
1971 йылда, Раил Ғүмәр улының тәҡдиме буйынса конкурста ҡатнашып, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында ең һыҙғанып эшләй башлай. Тәүге йылда уҡ төпкөл башҡорт ауылдарына экспедицияларға сығып китә, һәр ерҙә халыҡ хужалығы, кәсептәре тураһында материалдар йыя. “Яратҡан һөнәр ялҡытмай, — ти ғалим. — Мин булмаған ауылды табыуы ҡыйын, сөнки 500-ҙән ашыу урында булдым. Һәр ерҙә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар, йылмайып оҙаттылар”. Экспедициялар, көндәлек фәнни эш менән ваҡыт үтә тора, Мирза Ғизетдин улы Муллағолов башҡорт халҡының кәсебе, хужалығы, транспорт саралары өлкәһендә төп белгес булып китә.
Мирза Ғизетдин улы кандидатлыҡ диссертацияһын да “Башҡорт халыҡ транспорты. XIX—XX быуат башы” тип атай һәм уны Санкт-Петербург ҡалаһының Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейында уңышлы яҡлап сыға. Йыйған материалдарын туплап, системаға һалып, өс китап баҫтыра: “Башкирский народный транспорт: XIX — начало XX в.”, “Башҡорттарҙа урман кәсебе. XIX—XX быуат башы”, “Лесные промыслы башкир. XIX — начало XX в” (1994). Бынан тыш, ғалим емеш-еләк, файҙалы үләндәр, үҫемлектәр йыйыу, шулай уҡ балыҡсылыҡ темаларын өйрәнеп, “Собирательство и рыболовство у башкир” (2007) тигән китап сығарҙы. Был хеҙмәттәр барыһы ла фәнни яҡтан бик әһәмиәтле эштәр һанала һәм юғары баһалана. Шуға күрә лә “Китап” нәшриәте 2014 йылда ғалимдың “Архаичные способы хозяйства у башкир: традиции и новации” тигән тулыландырылған китабын баҫтырып сығара. Милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәк, традицион хужалыҡ итеүҙәге үҙенсәлектәребеҙҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, тигән фекерҙе күҙ уңында тота автор фәнни-популяр хеҙмәтендә. Этнограф халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән туҡланыу һәм кәсеп итеү ысулдарын тикшерә, уларҙың ҡытлыҡ йылдарҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй, көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә ситләтеп үтмәй, боронғоларҙың тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата мөнәсәбәтен өлгө итеп ҡуя.