

Район үҙәге Үрге Тәтешле
Тәтешле районының күпселек өлөшө элекке Ирәкте, өлөшләтә Урман-Гәрәй, Ҡыр-Танып волостары ерҙәрендә урынлашҡан. Район үҙәге Үрге Тәтешле ауылының исемен йөрөтә. Экспедициябыҙҙың беренсе көнөндә үк беҙҙе тыуған яҡты өйрәнеүсе Бәхтегәрәй Арманшин ҡаршы алды. Урынлашҡас та, ваҡытты бушҡа сарыф итмәҫ өсөн, райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына юл тоттоҡ. Унда беҙҙе мөдир Айһылыу Нил ҡыҙы Шәрифйәнова көтә ине. Урындағы халыҡ, уның көнкүреше тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе ошонда алдыҡ.
Был яҡ халҡы үҙҙәренең ата-бабаһы – күп быуаттар элек йәшәгән Иҫән хан менән ғорурлана. Райондан сыҡҡан дүрт Советтар Союзы Геройының (Миңнулла Бәҙретдинов, Әмир Хәйҙәров, Николай Ведерников, Ғабдулхай Сәйетов) өсәүһе уның ейәне булып сығыуы иғтибарға лайыҡ. Музейҙа Иҫән хан ейәндәренең тағы береһе, мәшһүр башҡорт шағиры һәм ғалимы Ғәли Соҡоройға бағышланған стенд та ойошторолған. Бында шулай уҡ күренекле актриса Зинира Атнабаева, шағир Әнғәм Атнабаев, тальян гармун яһаусы оҫта Рәйеф Сәлимгәрәйев һәм башҡаларҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген яҡтыртҡан материалдар бар. Шул иҫәптән оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» гәзитендә республикабыҙҙың төньяҡ регионы хәбәрҙәрен халыҡҡа еткергән хәбәрсе Финат Шакирйәнов тураһында ла мәғлүмәттәрҙе күрҙек.
Соҡор тулы хазина
Иҫке Соҡор ауылы – күренекле башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуған төйәге. 1826 йылда донъяға килгән Мөхәмәтғәли Бөрө һәм Минзәлә өйәҙенең төрлө мәҙрәсәләрендә уҡый. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәки уҡытҡан ваҡыттарҙа бер нисә йыл һабаҡ ала. Иҫке Соҡор ауылындағы уға бағышланған музейҙа ғүмеренең шул осорона тап килгән шиғыр юлдары яҙып ҡуйылған:
…Китер булдым сығып илдән уҡырға,
Ғилем эстәп, ҡайтайым тип Соҡорға…
Фарсы, ғәрәп, төрки телдәрен яҡшы үҙләштергән Ғ.Соҡорой ун ете йәштән яҙыша башлай. Уның оҫта ҡәләменән күп әҫәрҙәр сыға. Шағирҙың «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), «Зәмми нәзир» («Оҡшашты өҫтәү»), «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә») кеүек шиғырҙар йыйынтығы, «Иртәнге таң еле» («Хаж-нәмә») исемле юлъяҙмаһы, башҡа төрлө ижад емештәре ул йәшәгән дәүер әҙәбиәтенең иң сағыу өлгөләренең бер өлөшөн тәшкил итә. Тәтешле ерендә булған саҡта был яҡтарҙа шағирҙың көслө йоғонтоһон тойҙоҡ.
Ғәли Соҡоройҙоң: «Беҙ урман башҡорто булабыҙ… Урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһап, бар ваҡытымды һәм көсөмдө шул шөғөлдәргә сарыф ҡылдым. Мәсет һәм мәҙрәсә араһында хеҙмәт итеп, ирәкте башҡортоноң иң ғәли миннәтле заты булып торамын», – тигән һүҙҙәре был яҡтың бар халҡына тап килеп тора. Әле лә был яҡтарҙа тырыш, уңған халыҡ йәшәүенә инандыҡ.
Ғ.Соҡорой музейының мөдире Зинфира ханым һәм уның тормош иптәше, ауылдың имам-хатибы Бәхтигәрәй Арманшин йыйылған экспонаттар, ауылдарының, тирә-яҡтың тарихы менән ихлас таныштырҙы. Арабыҙҙа был төбәк тарихын, Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейековтың тормошон һәм ижадын 1985 йылдан башлап өйрәнеүсе Миңлеғәли Нәҙерғолов та булғанын үрҙә әйтеп киткәйнек. Музей концепцияһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ғалимды район халҡы ихтирам итеүенә шаһит булдыҡ. Беҙҙең яҡтарҙы онотмаһындар, Өфө күберәк иғтибар айырһын, тип милләттәштәрҙең әйтеүе күңелдә уйылып ҡалды.
Музейҙың байлығы хайран ҡалдырҙы: Соҡор тулы ғилем, Соҡор тулы хазина! Ғәли Соҡоройҙоң, уның нәҫеленең, ауылдаштарының күңел байлығы, ғилемлеге Соҡорҙан ташып сығып, тирә-яҡҡа сәсрәгән, бөтә сал Уралды солғап алған.
Иҫән хан риүәйәте
Тәтешленең боронғо дәүерҙә йәшәгән иң күренекле шәхесе тип Иҫән (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса Әсән) ханды атарға була. Урындағы халыҡтың күбеһенеке кеүек, Ғәли Соҡоройҙоң шәжәрәһе лә уға барып тоташа. Иҫән хандың ҡәбере киң ялан уртаһында тора. Исеме яҙылған ҡәбер ташы кәртәләнеп ҡуйылған. Беҙҙең командировканан һуң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Риф Иҫәновтың матди ярҙамы менән яңы гранит һәйкәл ҡуйылды. Йыл һайын 14 майҙа Иҫән хандың ҡәбере янына уны иҫкә алыу өсөн халыҡ йыйыла. Бындай матур йола Күрҙемдә Ғарифулла Кейеков хөрмәтенә лә үткәрелә икән. Бынан тыш, башҡа ауылдарҙа ла 14 майҙа иҫкә алыу йыйыны үтеүен ишеттек.
Иҫән хан тураһында ошондай риүәйәт йәшәп килә: «Иҫән хандың йәйләүенә Ҡазан наместнигы Суртмаҡ килә. Ул Иҫән хан менән уҡ атышта ярышҡан. Иҫән хандың уғы сәпкә тейгән, Суртмаҡтыҡы теймәгән. Суртмаҡ асыуланған. Халыҡтан мал, аҡса, ғәскәргә егеттәр алырға теләгән. Иҫән хан бирмәгән. «Хәҙер ҡайтып ғәскәр килтерәм», – тип Суртмаҡ ҡайтырға сыҡҡан. Ҡобан исемле егет уның артынан ҡыуалап киткән. Ҡансөйәр тигән ауыл янында ҡыуып етеп, уҡтан атып үлтергән. Суртмаҡты атҡа арҡыры һалып алып киткәндәр». Был ваҡиғалар Рус дәүләтенә ҡушылыр алдынан, йәғни XVI быуаттың тәүге яртыһында булған, тип әйтергә мөмкин.
Яңғыҙ Нарат
Килеүебеҙҙең маҡсатын белгәс, Үрге Тәтешлеләге район үҙәк китапханаһында ошондай мәғлүмәт еткерҙеләр: Яңғыҙ Наратта (рәсми исеме Хәмит) Бәйеттәр-мөнәжәттәр байрамы үткәрелә икән. Шуның өсөн был ауылды мотлаҡ барып күрергә теләнек.
Ауыл исеме Шәрип Кейековтың Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан улы Хәмиттең исемен йөрөтә. Урындағы мәҙәниәт үҙәге мөдире Нурания Фәйзрахманова бәйет һәм мәнәжәттәр уҡыу буйынса ярыш үткәреүен бәйән итте. Төрлө йәштәге ҡатындар үҙҙәре белгән әҫәрҙәр менән ҡатнашҡан. Оло инәйҙәр йәш саҡтарында ишеткән бәйеттәрҙе лә һөйләп ишеттергән. Райондың башҡа ауылдарында ла бәйет, мөнәжәт белеүселәр бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың телдән-телгә күсеп килгән музыкаль лиро-эпик жанры һаман да йәшәүен дауам итә.
Ауылда иҫке ғәрәп графикаһындағы китаптары булған кешеләр менән осраштыҡ. Фәрит Дәүләткирәев, Мәнәүи Хәтмуллин, Альбина Фадиеваның китаптары менән таныштыҡ. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, оҙаҡ йылдар тарихсы булып эшләгән Өлфәт ағай Хазиәхмәтов менән дә байтаҡ ваҡыт һөйләшеп, китаптарын ҡарап ултырҙыҡ. Ул тыуған ауылы тарихы менән ҡыҙыҡһына, китап баҫтырырға әҙерләнә икән.
Ҡағыҙҙар араһында хатта Яңғыҙ Наратҡа арналған йыр ҙа осраны.
Яңғыҙ Нарат – тыуған ауылым, тирә-яғы ереклек,
Ауылымдың матурлығын көйгә һалып йырларлыҡ.
Ауылым бик тә матур, уйһыу ерҙә ятҡанға,
Яратам Яңғыҙ Наратты шунда тыуып үҫкәнгә.
Бала саҡта эскән һыуҙың тәмдәре ауыҙымда,
Бик тә эшсән халыҡ йәшәй минең тыуған ауылымда…
– тигән йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр менән тыуған илен маҡтап, Өлфәт ағайҙың Дания апаһы яҙып ҡалдырған.
Ҡағыҙҙар араһынан доғалар ҙа килеп сыҡты. Бына, мәҫәлән, күҙ тейгәндә уҡыла торған имләү: «Бисмиллаһир-рахманир-рахим. Төтәс-төтәс ҡатындан, ҡыҙҙан, ҡара күҙҙән, зәнгәр күҙҙән, йәшел күҙҙән, көңгөрт күҙҙән, уҫал күҙҙән, ҡарттарҙан, йәштәрҙән, яттарҙан, дуҫтарҙан, тфү-тфү, бөтөп китһен, етмеш ағас башына, аҙғансы-туҙғансы, тегәнәккә-тупраҡҡа, елгә осҡан япраҡҡа, тфү-тфү, үтһен-китһен. Амин». Ошоға оҡшаш ышаныу күрше Пермь крайындағы Барҙа башҡорттарында ла киң таралған.
Ауыл имамы Рәсих Латиповтың ҡартатаһы Латиф Беренсе донъя һуғышы ваҡытында тотҡонда булған. Австро-Венгрия ерендәге лагерҙа ете йыл үткәргән Латифтың мосолманса ғилем алып ҡайтыуын ауылдаштары һаман да хайран ҡалып иҫкә ала.
Сығышы менән Тәтешленән булған Пермь крайы Куеда ҡасабаһы муллаһы Ғәлихан Ғайсиндан да әсирҙәр тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Уның ҡулында әсирлектән ҡайтҡан Шәһиҙулла, Баһауетдин һәм Ғәйнетдин исемле Гондор ауылы кешеләренең фотокүсермәһе бар ине. Ул беҙгә билдәле «Ҡисса-и Йософ», «Рисәлә-и Ғәзизә», Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙары булған китаптарҙың фрагменттарын тапшырҙы.
Иҫке Күрҙемде лә күрҙек
Тәтешлегә барып, Күрҙем ауылын күрмәйенсә китмәгеҙ. Был ауылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева тыуған. Беҙ уларҙың бер туғандары Мәғҙән Ҡасим улы менән осраштыҡ. Ул беҙгә ауыл тарихын һөйләне.
Ауыл Иҫке Соҡорҙан айырылып сыҡҡан. Бер кеше урман араһында матур яланлы, шишмәле урынды күреп ҡайта ла: «Мин ялан күрҙем», – тип әйтә. Бына шуның өсөн ауылдың исеме Күрҙем булып китә. 1833 йылда бында өс ғаилә күсә. Тик улар кире әйләнеп ҡайта. Ике йылдан һуң ун ике ғаилә килеп төпләнә. Шулай итеп, был урында ирәкте башҡорттарының яңы ауылы барлыҡҡа килә.
Был ваҡиғаларҙы нәфис тел менән Әнғәм Атнабаев тасуирлаған:
Һинең тыуған Соҡороңдан
Килгән күсеп Күрҙемем.
Олатайҙар беҙгә мираҫ иткән
Ҡандар, йәндәр, иман берлеген.
Һеҙҙең Кейековтар заты менән
Атнабайҙар, бәлки, ҡәрҙәштер.
Тарих төпкөлөнә эҙләп төшһәң,
Тирмәләре, бәлки, йәнәштер…
Был ауылда Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла Кейеков йәшәгән. Башҡортостандың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең тарихында ҙур эҙ ҡалдырған шәхес ауыл өсөн күп файҙалы эштәр башҡарған. Ул мәсет, мәҙрәсә, ятаҡхана, дарыухана төҙөтә. Ятаҡханаһында мохтаждарҙы бушлай йәшәтеп, улар өсөн йылы аштар бешерткән. Төрлө фәндәрҙе, телдәрҙе уҡытыуға ҙур иғтибар биргән. Ғарифулла Кейековтың ижадын һәм тормошон Миңлеғәли Нәҙерғолов ентекле өйрәнде. Бер нисә китап авторы булған Ғ.Кейековты 1918 йылда карателдәр отряды ғәскәрҙәре ҡылыс менән сапҡылап үлтерә. Ул ауыл зыяратына ерләнгән. Унда шулай уҡ Атнабаевтарҙың нәҫелдәре лә дәфен ителгән.
Ауыл янында Хәҙрәт шишмәһе тип аталған шишмә аға. Уның тураһында Ғарифулла Кейеков 1900 йылда Ҡазанда нәшер ителгән китабында яҙып ҡалдырған. Ете күҙҙән сыҡҡан шишмә биләмәһенә ингән урында ошондай шиғыр юлдары яҙылып ҡуйылған:
Тыуған яғым бәллүр шишмәләре
Ағыштары мәңге тынмаһын.
Йәшәргә көс, дәрт һәм илһам биреп,
Бәллүр шишмәләрем йырлаһын.
Халыҡ был урынды изге тип иҫәпләй. Бында ла 14 майҙа йыйын үткәрәләр икән. Риүәйәттәргә ҡарағанда, шишмә янында Ғәли Соҡорой менән Ғарифулла Кейеков сөхбәт үткәргән.
Ғарифулла Кейековтың бер яҙмаһы
ХХ быуат башында Ғарифулла Кейеков «Шура» журналы тарафынан үткәрелгән бәхәстә ҡатнаша. Уның башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙылған мәҡәләһе тәүҙә журналда, һуңынан айырым әҙерләнгән «Шура»ның тел ярышы» исемле йыйынтығында донъя күрә. Бына уның транслитерацияһы:
«Шура» сабағының 13-нче кисәгенең 402-нче битендән башлап Яғҡуб Хәлими ҡул ҡуйған дүрт бүлмәләрдәге сүзләр белән, 15-нче кисәгенең 467 битендәге «Ҡәләм чабыштыру» дигән сүзенә ҡаршу мин дә ҡыймылдамаҡчы булам. Аяғым ҡысҡа булса да таяғым озон тегеләй! Безнең башҡорд тоҡомы – тоҡон ғына халыҡ. Шулай булсалар да уҡуға бик чәркәмләр, боронғы бабайларымыз көрәшергә ат чабышдырырға, мәрәйгә атуб тидерергә бик мәргәнләр икән, аларның уҡ сала торған садаҡларыны, жәйәләрене әле дә булса саҡлаған бабайларымыз бар. Мин дә аларның бер аз тарихларыны шагерд чағымда уҡ яза башлаған идем. Мәгәр күбрәк «имеш, мимеш»тән иде. Бу заманда русчадан бер аз күчергәләй торғач байтаҡ төпләргә әүерелде дә, тач башҡортча ғына булғанға, ҡазанлар мысҡыл итәрләр диб басдырырға күрсәтә алмаған идем…
Мына, рәхмәт! Тәңре ярлыҡасун «Шура» эйәсене! «Шура»ның шушы лисанларында асыл телемезне онотдырмасҡа, һәр түбәгә бер-ике адәм асыл телне гел шул тел белән генә сүләшүргә дә, язарға да димләүенә.
Ходай тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Безгә бүтән тел белән остаруб сүләшергә ник көчәнергә? Чибәр сөйләшәм, тиб берәүләр үзенең яҡыны аңламаған телләр белән маташса, йыуачаға әрем ҡысылған кебек була ич. Гәжитләр, журналлар, урамда да, яланда да, аҡланда да, әрәмә ардларында, ҡыуаҡлыҡда, чауыллыҡда, булсун һәр урында уҡурға ярый торған бер сабаҡлардыр. Әнә шулай булғач, шундағы халыҡларға шунлар төсле тел белән уҡуб биргәндә, йәғни, йәғни диб ҡат ҡат ҡатнамайынча уҡуб алуб китәрлек булсун, дыңлап торған: «Әү? Әү?», тиб ҡайтаруб сорамайынчуҡ аңлаб шаҡ ҡатарлыҡ булсун иде. Мона ағай! Бу чаҡда йәшләр бәләкәй генә ҡәләм тота башлағач да «китаб чығарам», «шиғыр әйтәм», «әкиәт әйтәм», «жырлар жазам» ди торғач әллә ниндәй телләр тығуб халыҡны уғата мингерәүләндерделәр… Бер берең белән ачылышлы итәрлек сүзләр кәрәкмәс, милләткә хедмәтең зәхмәткә әүерүлмәсен дисәң, татыулыҡ кәрәк. Мал ичүн жан ҡыйарға тағын бер дә ярамаған эш, вәғдәң вә уны ҡырмаң, ишекдән кереб төнлөкдән чыҡмаң, ҡолаҡчун белән ҡынжырағыңны кей дә, муйыныңны ҡоллаҡҡа эй. Эйүлгән муйынны ҡылыч чабмас, дигәнләр. Ибсез кеше үзенә тиң бер дә ибтәш табалмас, астыртун юҡны уйлап ҡартая, ялған сүз әмәлче була да йөрәкне ҡымыржыта, таныҡсыз сүз – ярлыҡсыз ат кебек. Шелтәү ҡая барса да бары бер шелтәү булыр, дигәнләр. Яматай ялчылар кебек хужаға кергәндә инәлүб керүб, чаҡ ҡына ҡорсағың туйғач да «Сезгә ялынуб торор диб беләсез буғай», – диб чүт бирмә чык дә кит, имеш. Мона! Әйбәт кеше!» [2].
Ҡоҙаш ауылдары
Бер йылға буйында урынлашҡан Иҫке һәм Түбәнге Ҡоҙаш ауылдарында ике мәсет бар. Беҙгә олоғайған Жәүи мулла урынына ҡалған Ильяс мулла ярҙам итеп йөрөнө. Флүрә Әхмәтова апай дәү әнейенән (өләсәһенән) ҡалған китаптары менән таныштырҙы. Үҙе ер-һыу атамалары, халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһына, тирә-яҡтағы илленән ашыу урындың атамаларын бер дәфтәргә теркәгән. Өләсәһе нисек дауалағанын да бәйән итте. Мәҫәлән, күҙҙе дауалау өсөн киндер орлоғон мейестә ҡыҙҙырып, килелә төйгән, килеп сыҡҡан шыйыҡсаны күҙгә тамыҙған. Көкөрт менән бүҫерҙе дауалағанын аңлатты. Ерле диалектта ҡулланылған дарыу үләндәре исемдәрен дә яҙып алдыҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡыҙылхан, ислекәй, ажара, ә ҡан баҫымы күтәрелеүен элек баш өйәнәге тип атағандарын һөйләп бирҙе ул беҙгә. Был яҡ башҡорттары бешергән тейикмәктең шыйыҡ ҡамырҙан баҫылыуын да белдек.
Флүрә апайҙың күршеһе Бәһиә Закирова апай иҫке китабып алып килеп күрһәтте. Ауылдаштары Рәхимә Зәбдинова инәйҙең дә ҙур әтәйенән (олатаһынын) ҡалған китаптары бар ине.
Баҫма аша урынлашҡан Түбәнге Ҡоҙашта Сәүиә апай Фәтихова менән осраштыҡ. 1990 йылдарҙа рамаҙан айҙарында был ауылға Төркиәнән дин әһелдәре бер нисә тапҡыр килгән икән. Сәүиә апайҙа улар тарафынан төрөксә яҙылған шиғырҙарҙы күсереп алдыҡ.
Йосоптоң бәйеттәре
Сәйәхәттең тәүге көнөндә үк Бәхтигәрәй Арманшин 1970 йылдарҙа уҡытыусы С.Дәүләтбаева етәкселегендә Йосоп һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡыусылары тарафынан төҙөлгән ҡулъяҙма альбомды күрһәтте. Унда халыҡ ижадының төрлө үрнәктәре: таҡмаҡтар, йомаҡтар, бәйеттәр яҙылғайны. Улар араһында «Фәсәхетдин бәйете», «Мәхәмәтгәрәй бәйете», «Сәлимова Ания бәйете», «Зәмзәмиә бәйете» теркәлгән. Бәйеттәрҙең күбеһе айырым фажиғәле ваҡиғаларға бағышланып ижад ителгән. Ҡайһы берҙәре ХХ быуаттың икенсе яртыһында сығарылған.
«Фәсәхетдин бәйете» Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдатҡа арналған. Яҙылыу стиле буйынса ул беренсе юлынан уҡ боронғо үрнәктәргә оҡшап тора. Һуғыш серияһына ҡараған тарихи бәйеттең тексы түбәндәгесә.
Фәсәхетдин бәйете
Фәсәхетдин тип башланым был бәйеттең баштарын,
Ватан өсөн һәләк булды минең ғәзиз баштарым.
Киткән саҡта сығып киттем ерән атҡа ултырып,
Балаларым күрә алманым ике күҙем тултырып.
Көрән төтөн бирә икән машинаның торбаһы,
Тәндәремде өҙгөләне дошмандарҙың минаһы.
Мин өйөмдән сыҡҡан саҡта бәхилләшә алманым,
Воронеж урманы буйында йәнем сығаһын белмәнем.
Яҙҙар етер, ҡоштар һайрар һыу буйында ҡайында,
Минең ғәзиз йәнем сыҡты йәмле август айында.
Минең ҡалған кейемемде төҫөм итеп кейегеҙ.
Кейемемде кейгән саҡта атай төҫө тиегеҙ.
Бәбкәйҙәрем, сәсегеҙҙе ефәк менән үрегеҙ,
Етем ҡалыуығыҙҙы фашистарҙан күрегеҙ.
Минең ҡалған кейемдәрҙе сөйҙә- сөйгә йөрөтөгөҙ,
Ҡайтырлыҡ ергә китмәнем, ҡайтыр тиеп көтмәгеҙ.
Һуғыштар туҡтар, кешеләр ҡайтыр,
Мин ҡайтмағас, илап ҡарашып, балалар көтөр.
Ударниктар булдым, ҙур исемгә эйә булдым мин,
Ваҡыт етмәй донъяларҙы ҡуйҙым мин.
Беҙҙең Ташкент буйында үҫкән егән ҡамышы,
Балаларым, тигән кеүек атайымдың тауышы.
Поездарҙа барған саҡта ниҙәр уйланым икән,
Воронеж урам буйында аҡтыҡ туйҙарым икән.
Аяҡ өҫтөн баҫып сыҡтым урамдарҙы сыҡҡанда,
Балаларым юҡ ҡырымда ғәзиз йәнем сыҡҡанда.
Атаҡайым үлгән ерҙә һандуғастар һайраша,
Үле хәбәре килгәс бөтөн ауыл илаша.
Һарғылт ҡара бишмәтемде бер ҙә кеймәгән инем,
Тупрағым сит илдә булыр тип уйламаған инем.
Февралдең ун туғыҙы мин айырылдым һеҙҙән,
Һуғыштар туҡталыр әле, ҡайтырмын тинем тиҙҙән.
Урмандағы миләште кемдәр әйтер балан тип,
Минән ҡалған балаларҙы кемдәр әйтер балам тип.
Экспедиция ваҡытында ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китап, ҡулъяҙмалар, шулай уҡ телдән-телгә күскән фольклор өлгөләре араһында бәйет, мөнәжәттәр булыуын күрҙек. Республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә йыш осраған үрнәктәр, шулар араһынан «Саҡ-Суҡ бәйете»нең баҫма варианттары ла таралған.
Бүл-Ҡайпан ауылында тыуып үҫкән, Ауыҡ-Бүләктә йәшәүсе Мәсҡүрә Харисова инәй менән осрашыуға шатландыҡ. Ул беҙгә ҡайһы бер баҫма материалдар биреп кенә ҡалманы, элекке замандарҙа Волга-Урал буйҙарында ныҡ таралған XV быуат ғосманлы яҙыусыһы Мөхәммәт Чәләбиҙең «Мөхәммәдиә» исемле әҫәрен көйләп уҡып ишеттерҙе. Хәҙерге ваҡытта бик һирәк осраған күренеш менән танышыу беҙҙе тулҡынландырҙы. Билдәле булыуынса, ошондай уҡ исемле социаль-көнкүреш бәйеттәре лә таралған була. Мәҫәлән, 1993 йылда «Башҡортостан» гәзитендә Ҡариҙел районы Патлуп ауылында табылған, XIX быуат баштарында сығарылған бер бәйет баҫтырғайныҡ.
Ауыҡ-Бүләк ауылының имам-хатибы Әхмәтнур Әхмәтдиновтан да мәғлүмәт алдыҡ. Унан алған ҡағыҙҙар араһында «Васыят», «Мулла бабай» тип шартлы атарлыҡ бәйет тә бар ине.
Ошо ауылда тыуған отставкалағы полковник Мәхмүт Ҡасимов тырышлығы менән төҙөлгән күркәм генә мәсет Ауыҡ-Бүләкте биҙәп ултыра.
Мәмәтәй, Еремйә
Бер көн юл ыңғайында Мәмәтәй ауылына ураныҡ. Бында бәйет, мөнәжәт белеүсе инәйҙәр бар. Мәҫәлән, Бүл-Ҡайпандан килен булып төшкән Хәжәриә Ғатауллина «Лә Иләһә Иләллаһ» тигән мөнәжәтте көйләп уҡыны.
Еремйә ауылы, аҡһаҡал Әсхәт Ғәлимйәнов аңлатыуынса, элек Яңы Соҡор янында булған. Иҫән бабай Еремйәлә тыуған, йәшәгән, зыяратында ерләнгән. Сир сыҡҡас, йылға аша сыҡҡандар. Тора-бара Аҡсәйет ауылына яҡын ергә күсәләр. Әлеге ултырған урындары өсөнсө урын була. Ауылдың исеме «еремде эшкәртергә халыҡ йыйҙым» тигәнде аңлата тинеләр.
Кәүсәриә менән Тәлғәт Әминевтарҙа нәҫел шәжәрәһе бар. Бабайҙарының һөйләгәндәрен архив документтары буйынса иҫбатлағандар. Ауылдың яңы урынға күсеүенә ике йөҙ йыл тирәһе, тип һөйләнеләр. Тирә-яҡтың теле буйынса күҙәтеүҙәре менән дә уртаҡлаштылар. «Беҙҙә ҙ, ҫ хәрефтәре юк, еләк – жиләк, танау – борон, гайморит – танау тоңолдо», – тип үҙҙәренең тел үҙенсәлектәрен аңлаттылар.
Был яҡтарҙа ҡоҙоҡтарҙың, яһалыу рәүешенә ҡарап, «сиртмәле ҡойо» йә «сығырлы ҡойо», башы ҡыйыҡлап ябылған ҙур ҡапҡаларҙың «ҡала ҡапҡа» тип аталыуына иғтибар иттек. Ҡылымдарҙа, әҙәби телдән айырмалы рәүештә, -ығыҙ, -егеҙ ялғауҙары урынына -ң ялғауы ҡулланыла. Мәҫәлән, килегеҙ – килең, барығыҙ – барың. Был яҡ өсөн хас һүҙҙәр ҙә осрай: «ыҫпай» тип килештереп кейенеүгә, «дастин» тип оҙон буйлы кешегә әйтәләр икән. Ҡоҙаштағы Флүрә Әхмәтова: «Беҙҙә ҡый ҙа түгел, ич тә түгел», – тип был яҡтың тел үҙенсәлеген белдерҙе. «Үҙекәйем» тип яҡын күреп әйтеү ҙә бар икән.
Был ауылда йәшәүсе Гөлирә Латипова инәйҙең китаптары менән танышҡас, ул таҡмаҡтарын йырлап күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышы дәүеренә ҡараған шаян таҡмаҡтарҙы ла әйтеп ишеттерҙе.
Әйтеш кеүек яҙылған таҡмаҡтарҙың беренсеһендә ҡатын иренә шулай тип яҙған:
Стена көҙгөм ватылды
Ал пуҙра яғынғанда.
Алып ҡарайым карточкаңды
Өҙөлөп һағынғанда.
Фронтағы ире яуап ебәрә:
Стена көҙгөһөнө ҡуйып
Ник пуҙра яғынаһың?
Пуҙра яғып, гулять иткәс,
Ник мине һағынаһың?
Икенсе төрлө варианттары башҡа төбәктәрҙә лә осрай.
Ҡатын:
Одеял микән, юрған микән,
Һинең ябынғандарың?
Һиңә генә мәғлүм булһын
Минең һағындарым.
Ире:
Одеял да юҡ бында,
Юрғандар ҙа юҡ бында.
Ямғыр кеүек пуля яуа,
Һинең ҡайғың юҡ бында.
Рауил Исламшин тыуған башҡорт төбәге
Башҡортостан матбуғатын күҙәтеп барыусыларға Рауил Исламшиндың исеме яҡшы таныш. Ул да Тәтешле районының танылған кешеһе, был төбәктең тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеп, яҙмаларын республикабыҙ баҫмаларында сығарған. Тикшеренеүсе йәшәгән Бәҙрәш ауылында булып, имам-хатип Нурлығаян Балағутдинов, Флүдә Мөхәмәтдинова, Ришат Балағутдинов менән осраштыҡ. Рауил Исламшиндың ҡыҙы күрше Бәләш ауылында йәшәүен белгәс, уның менән танышырға теләнек. Шулай итеп, Бәләштә лә булдыҡ. Гөлназ Рауил ҡыҙы Бәҙрәш мәктәбе директоры булып эшләй, тормош иптәше Радик – рәссам, ә ҡыҙҙары университет студенкаһы. Улар беҙгә Рауил Исламшин йыйған материалдарҙы күрһәтте. Тыуған яҡ тарихына иғтибарлы булған тикшеренеүсенең материалдары киләһе быуындарҙы ла ҡыҙыҡһындырыр тип, архивҡа тапшырырға тәҡдим иттек.
Ауыл муллаһы Ғәзмихәт Хазиповтың китаптары менән дә таныштыҡ. Ғиффәт Хиялетдинова исемле инәй әсирлектә булған Ғәриф Низаметдинов тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ул – Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кеше. Үҙенең күргәндәрен көндәлек рәүешендә яҙып ҡалдырған. Мәүлиҙә Ситдиҡова апайға барып урағас, Гөлназ Рауил ҡыҙы менән кире Бәҙрәшкә барып, Рауил Исламшиндың өйөн күрҙек, китаптары менән таныштыҡ. Ришат Балағутдиновтың мәрхүм атаһының китаптарын да ҡарап сыҡтыҡ. Ул шиғырҙар ҙа яҙған икән, «Хаттар яҙҙым киләсәккә» исемле китабын 2014 йылда үҙҙәре сығарған.
Күптәр Флүдә Мөхәмәтдиновала боронғо китаптар барлығын әйткәс, уға барҙыҡ. Ул байтаҡ китаптарын кешеләргә таратҡан икән. Ҡалғандары араһында 1913 йылда Ғәли Соҡоройҙоң Өфөлә улы Ғарифулла Кейеков тарафынан нәшер ителгән «Аврад-и ғәлиә» исемле китабының, «Саҡ-Суҡ бәйете»нең биттәре килеп сыҡты.
Урталағы Уртауыл
Аҡсәйет менән Биҙ ауылдары араһында 95 йыл элек яңы ауыл ҡоролған. Аҡсәйеттән күскәндәре өсөн уны Аҡсәйет пасинкаһы тип тә йөрөткәндәр. Был ауылда Пермь крайының элекке мөфтөйө Мөхәмәтғәли хәҙрәт йәшәгәнен белгәс, уның менән осрашырға теләнек.
Осрашыуыбыҙ уңышлы булды, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Төрлө ваҡытта төрлө илдәрҙән йыйған китаптары менән таныштырыуы өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ. Китаптары менән танышҡас, мәшһүр ғалим, мөфтөй Ризаитдин Фәхретдиновтың Рәсәйҙә йәшәгән мосолмандарҙың китапханалары тураһында яҙғандары иҫкә төштө.
Ҡайтышлай Аҡсәйеткә лә һуғылып, заманында мәктәп музейын ойошторған Фиҙәрис Кашаповты күреп киттек. Был тирәлә баһадирҙар ҡәберҙәре бар, нисә йыллыҡ икәне билдәһеҙ, бер Ҡөръән Кәрим ситендә мең йыллыҡ тип яҙылыуын һөйләнеләр. Шулай уҡ районда ҡала-тау тигән урындар ҙа йыш осрауына иғтибар иттек.
Сәйәхәтебеҙ уңышлы үтте. Тыуған яҡтарын һөйөүсе, тарихы, күренекле шәхестәре менән ғорурланып йәшәүсе халыҡ беҙгә ихлас күңелдән ярҙам итте. Иҫке Соҡорҙоң мәҙәни усаҡ булып йәшәүенә көс һалған Бәхтигәрәй менән Зинфира Арманшиндар, Үрге Тәтешле имамы Риф Ғарифйәнов беҙҙе район буйлап оҙатып йөрөнө. Тәтешлеләргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Әҙәбиәт