Все новости
Этнография
24 Февраля , 15:00

«Солоҡло ағасларының хисабы» ҡулъяҙмаһы хаҡында

2013 йылда Бөрйән районында уҙғарылған археографик экспедиция мәлендә Байназар ауылынан Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева үҙендә һаҡланған боронғо китап, яҙмалар менән таныштырҙы.

Ҡулъяҙманың тышы сәскәләр менән биҙәлгән.
Ҡулъяҙманың тышы сәскәләр менән биҙәлгән.

Уртаға ҡырҡылған 12 битлек дәфтәрҙә күк ручка менән яҙылған, ҡыҙыл һәм күк ҡәләмдәр менән һыҙылған, тышы сәскәләр менән биҙәкләп эшләнгән ҡулъяҙма иғтибарымды йәлеп итте. Яҙмаларҙы тулыһынса фотоға төшөрөп алдым. Ғәлиәкбәр ауылынан мулла Ғәбделҡәйүм Сәғит улының «Солоҡло ағасларының хисабы» дәфтәре булып сыҡты ул. 2013 йылда был турала ғилми мәҡәлә баҫылды [1]. Ғәлиәкбәр ауылы ер-һыу атамаларының дөрөҫ яҙылышын асыҡларға Ильяс Әнүәр улы Дилмөхәмәтов һәм Кәбир Зәки улы  Ҡотлобаев ярҙам итте.

«Ҡорт таныһаң, тотоп ал, күсе һайын бер бот бал», – ти халыҡ мəҡəле. Солоҡсолоҡ башҡорттарҙа нəҫелдəн – нəҫелгə, атанан улға күскəн күркəм һəм килемле бер шөғөл. Əнүəр Дилмөхəмəтов (1939 йылғы, Бөрйəн районының Ғəлиəкбəр ауылы) һөйлəүенсə, һəр солоҡло ҡарағай ағасының үҙ тамғаһы булған. Ағас атаһынан улына күсһə, улы, бер аҙ үҙгəреш индереп, үҙ тамғаһын һалған. Шуға ла бер ағаста улар бер нисə булыуы мөмкин.

Рəсəй Фəндəр академияһының ағза-корреспонденты П.И.Рычков, Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйрəнеп, былай тип яҙа: «…бөтə ерҙə бал ҡорттары булған урман, башҡорттарҙың төп табышы йылҡысылыҡ, малсылыҡ һəм солоҡсолоҡ. Урманлы урында йəшəгəн башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергə бик оҫта, урманда бер нисə мең солоҡ ағасы, ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йəшəп, мөлкəтһеҙ булғандар бик һирəк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберəк, йə аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар» [2, 177].

Солоҡло ҡарағай ағастары, ысынлап та, мөлкəт булып иҫəплəнгəн. «Солоҡло ағастарының хисабы» ҡулъяҙма дəфтəрендə ҡарағай ағастарының фитр саҙаҡаһына, һөйөнсөгə бирелеүе, һатыуҙа һəм алыш-бирештə йөрөүе тураһында əйтелə. Ҡөрьəн уҡытҡан өсөн дə, төрлө зəхмəт-ауырыуҙарҙан өшкөртөлгəн өсөн һəҙиə итеп тə бирелгəн. Ә яңы тыуған балаға исем ҡуштырғанда, ғəҙəттə, бүлəккə солоҡло йəш ҡарағай биргəндəр.

Ҡулъяҙмала ауылдар исеме, ер-һыу атамалары күрһəтелгəн: Ҡалғаһау (Ғəлиəкбəрҙəн 15 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауыл исеме. Əлеге көндə бер ҡортсоноң ғына йорто тороп ҡалған), Ярыу (йылға исеме), Сурҡаҡ, Аҡъегет (йылға исеме, Ғəлиəкбəрҙəн яҡынса дүрт саҡырым), Сəңкəй (тау исеме), Үшə (йылға исеме, Ямаш ауылынан ары), Шəре, Ҡаҙиса, Күжəүлек, Урта йорт, Йөрəкташ, Ҡыҙылғая, Ҡыҙылғола, Тамағайыры һ.б. Урмансы Ағзам Әминев əйтеүе буйынса, ҡайһылары ҡулланышта юҡ, онотолған.

Дəфтəр урындағы һөйлəштең тел үҙенсəлектəрен дə сағылдыра: «Шәре буйында йәш ҡарағай, Бикташ Абдрахман Әбүбәкер уғлы бирҙе, ағачларуняҙҙуруб шаталаҡ Абдрахмандан алған иде». «Шаталаҡ» тип əрһеҙ, сос, уйнаҡлап торған кешегə əйтəлəр. «Ҡалә йылға буйында Ҡыпсаҡ утарында Мөхəмəтхужа суфый бирҙе йəш ҡарағай» тигəн миҫалдан Ҡыпсаҡ утарында суфый йəшəгəнлеген дə белергə мөмкин. Суфый – был осраҡта кешенең статусы йə ҡушаматы. «Беше» тигəн һүҙ дəфтəрҙə бер нисə урында осрай. Солоҡсо Əнүəр бабай аңлатыуынса, «умарталы беше» тип оҙаҡ ултырған, өлгөргəн ағасҡа əйтəлəр. «Туҡмаҡлы йəш ҡарағай» – айыу балды ашай алмаһын өсөн ағастан эшлəнгəн туҡмағы булған ҡарағай. И.И.Лепехин үҙенең «Дневные записки путешествия доктора и Академии Наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства» тигəн хеҙмəтендə башҡорттарҙың айыу балды урламаһын өсөн уйланылған «көлкөлө ысулдары» тураһында яҙа [2, 194]. Кейə (кийə) – солоҡтоң ҡорт оса торған урыны. «Бейек, һəйбəт ҡарағайҙарҙа икешəр, өсəр, хатта дүртəр солоҡ булыуы мөмкин», – ти Əнүəр Дилмөхəмəтов.

Дөйәмуйын төп нөсхәлә «Төйәмуйын», Иҫкерма – «Иҫке ыҙма» тип бирелгән. Ҡулъяҙманы, ғәрәп графикаһынан тулыһынса транслитерация эшләп,автор һөйләше менән, үҙгәртеүһеҙ уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Уҡыусыға аңлайышлы булһын өсөн кәрәк урында тыныш билдәләре өҫтәп ҡуйылды.

 

Әүәл тарафы

1923-нче йылда декабрҙә иҫкесә 10-нда Ғәбделҡәйүм Сәғит улының барлыҡ солоҡло и умарта урынларының хисаб дәфтәре. Һәммәсе рәт нумеры белән язылур.

Солоҡло ағасларның хисабы

  1. Туңҡайын сыртында Абдрахман мəрхүм ағачы, йəш ҡарағай.
  2. Аҫҡырғаҡ [Аҫҡарһаҡ] буйында Иҫке ыҙма [Иҫкерма] ҡаршыһында Зариф мəрхүмдəн сатуб алған йəш ҡарағай.
  3. Аҫҡырғаҡ [Аҫҡарһаҡ] башында Хөснөтдин мулла мəрхүмдəн килгəн солоҡло шыршы, башы киҫек йығылған.
  4. Кесе Нөгөш тамағы ҡырын битендə Ишемғол ағачы, Рəхмəтулла Зариф уғлы биргəн йəш ҡарағай.
  5. Күс ояһы башында, Мансур соҡоро башында йəш ҡарағай.
  6. Абыҙгилде соҡороноң башында, Яхшинбәткә [Яҡшимбəткə] бара торған һыртҡы юлдың сыртында, Ғәбделкəбир мəрхүм юнмаһы, Байғаҙы Зариф еҙнəйҙəн килгән йəш ҡарағай.
  7. Түмəш башында умарталы беше, Ишмөхəмəт мəрхүм вафатында Хəсəнгə саҙаҡаға килгəн, Хəсəндəн сатуб алған булырмын (һөйләм тулыһынса һыҙылған).
  8. Сурҡаҡта Ғариф сабыны белән Ғәбделкəбир сабыны араһында киҫек баш йəш ҡарағай.
  9. Яхшинбәттә [Яҡшимбəттə] Ҡабаҡ башында атай мəрхүм юнмасы, киҫек баш ҡарағай.
  10. Яхшинбәттә [Яҡшимбəттə] Ишемғол сабунында Көҙəн ауылы Ғилметдин Ғəлəметдин уғлына бер ағач ябып биреб алған булурмын, йəш ҡарағай.
  11. Яхшинбәттә [Яҡшимбəттə] Ишемғол сабунында Мөхəмəтғəле Йыһанша уғлы вафатында мөйөшөнə ултыртуб саҙаҡаға килгəн йəш ҡарағай.
  12. Яхшинбәт [Яҡшымбəт] тамағында Кəбəс Баязит ағачы, Хəтирə Йəрмөхəмəт хатыны вафатында саҙаҡаға килгəн йəш ҡарағай.
  13. Ҡундуҙбай [Ҡондоҙбай] түбəн яғынан чыҡҡан үҙəк башында йəш ҡарағай, уғлым Ғабдулхаҡҡа исем ҡушдырғанда Хəйрулла Байрамғәле уғлы биргəн иде.
  14. Аҡтүбə аръяғында, үрге Ҡурҡырауыҡ тамағы шаршылар сыртында Хəмит ағай мəрхүм ағачы, Əшрəфтəн алышуб алған булырмын, йəш ҡарағай.
  15. Дәрән кичү [Тəрəн кисеү] түбəн яғы сəчкə туғай сыртында Баязид ағачы, Силмəн ағай мəрхүмдəн алышуб алған булурмын, йəш ҡарағай.
  16. Түйә муйын [Дөйəмуйын] үр яғында ике кейəле Зариф ағачы, Ғәбделмоталлип мулла Ғәбделкəбир мəрхүмгə биргəн йəш ҡарағай.
  17. Кəбəн ҡарағайҙа, Сəлих сабыны аҫтында Мөхəмəтғəле юнмасы, Иҫке Мөсəт ауылы Ғəлиəхмəттəн алышуб алған ағач, йəш ҡарағай.
  18. Кәбән ҡарағайҙа, Сәлих сабыны сыртында Сабит Аҡкөбәков сатуб алған умарталы ҡарағай, йәш ҡарағай.
  19. Зиркәк Ишкәк сыртында, үҙәк башында Жәнгирәйҙә [Йәнгирәй, Йәнһөйәр] Ғабдулла Исламбаевтан алған йәш ҡарағай, Кәбәч [Кәбәс] Хәйрулла юнмасы.
  20. Ҡыҙылташта, Аҡдәүләт кичеүедән чыҡҡан ҡабаҡ башында, юл эчендә йәш ҡарағай.
  21. Олуғ Нөгөш буйында Ташлы йылғада, Кәбәч ярында Яңы Мөсәт Зәйнулладан алышуб алған булурмын Вәлиулла ағачы, йәш ҡарағай.
  22. Саңны буйында, Ҡаҙисағә артыла турған юлның эргәсендә Әхмәтша ағай ҡыҙы вафатында Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән саҙаҡа идүб йәш ҡарағай.
  23. Ҡарағайлы буйында, Ташлы йылғала умарта урыны, Иҫке Мөсәт ауылы Шәмсетдин мулла мәрхүм ҡатыны Ғәйниямал әбейҙән сатуб алған булурмын.
  24. Урта йортонда йәйләү эргәһендә Ғәбделмоталип мулла мәрхүм Ғәбделкәбиргә биргән киҫек баш ҡыу ҡарағай.
  25. Урта йорттан Күжәүниккә [Күжәүлеккә] бара торған юл эчендә тауға үрләгән ерҙә, урман эсендә Муса мәрхүм ағачы Йәрмөхәмәт Ғәлиәкбәр улы фитр саҙаҡасына бирҙе йәш ҡарағай, һары.
  26. Ҡырғыҙ айыры тамағы түбән яғы ҡырын битендә киҫекбаш йәш ҡарағай, Ғабдрахман ағайҙан алышуб алған булурмын.
  27. Түбәнге аҫъярҙа, Ғәбит уяһы ҡаршыһында Ишнияз ағачы Камал мулла мәрхүмдән сатуб алған булурмын.
  28. Өйрәкташ ҡаршында, Көҙән уй тамағында тауҙа йәш ҡарағай Йәрмөхәмәт ағай сүйиничкә биргән.
  29. Жигәйен [Егәйен] буйында, Ҡырғыҙ айыры тамағынан түбән Игенсе уяһы башында, Ғатаулла биргән йәш ҡарағай.
  30. Оҙон йылға башында урман эчендә Ғабдулла Исламбаев Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән ҡарағай.
  31. Ҡалә йылға буйында Ҡыпсаҡ утарында Мөхәмәтхужа суфый бирҙе йәш ҡарағай.
  32. Жигәйен [Егәйен] буйында, Һыуаҙы аҫтында Байрамғәле бабайның вафатында атай мәрхүмгә мөйөшөнә ултыртып Хәйрулла ағай биргән ҡарағай.
  33. Шыуған кәбән уяһының бирге яғы битендә, Алаҡуян тамағы Фәхретдин ҡоҙа Хисаметдин Әхтәмовҡа биреп, Үрге Нөгөш Сафанан уғлым Хамматҡа алған йәш ҡарағай.
  34. Ҡарағайлы буйында, Еркүскәндә, Ҡыразда ҡыу ҡарағай атай мәрхүм ағачы.
  35. Ҡаҙған юлдан Мораҙунға бара торған юл аҫтында ике солоҡло Кәбәс Баязит ағачы, алышуб алған йәш ҡарағай.
  36. Ҡаҙиса түбән яғынан чыҡҡан йылға буйында атай мәрхүм ағачы, ҡыу ҡарағай.
  37. Ҡаҙиса йортонан Саңныға артыла торған юлдың уң яғында, тау башында Йәрмөхәмәт ағачы Әхмәтшаһ мәрхүм ҡыҙы вафатында Ғәбделкәбиргә саҙаҡа идүб биргән йәш ҡарағай.
  38. Шәре тамағы түбән яғында Ағайыуҙан һалабаш юлы өҫтөндә Хафиздан сатуб алған булурмын, йәш ҡарағай.
  39. Шәре буйында Хәйрулла ағачы, Хажмөхәмәттән килгән йәш ҡарағай.
  40. Ҡаҙиса түшендә Ишмырҙа сабыны үр яғында умарталы беше Мөхәмәтәшрәфтән килгән, умартаһы Фәйзрахмандан килгән.
  41. Шәре буйында юл эсендә умарталы беше, Ташлы йылға тамағында.
  42. Тамағайырыла Ҡаҙанбай буйында Рәсүл юнмаһы, киҫек баш йәш ҡарағай.
  43. Боҙор белән Ҡаҙанбай араһында ике солоҡло һары ҡарағай, Бикташ Ғилмандан алышуб алған булурмын.
  44. Тамағайырыла арба уяһы башында Динислам бабайҙан сатуб алдым, йәш һары ҡарағай.
  45. Ҡалғасауҙа [Ҡалғаһауҙа] сар ташында Тимерғәле мәрхүм ағачы, йәш ҡарағай саҙаҡаға килде.
  46. Көлтә ҡабағыдан чыҡҡан уя башында һул яҡ битенән Ҡалғаһау Ямалетдиндан алышуб алдым йәш ҡарағай, Вәлиулла мәрхүм ағачы.
  47. Көлтә ҡабағынан сыҡҡан уяһының һул битендә Тимер Мөхәмәтғәле мәрхүм ағачы, йәш ҡарағай Ҡазандан Рәсих белән сатуб алған булурмын.
  48. Шул уҡ уяның башында һул тарафында Фазлетдин бабай мәрхүм ағачы, әбейе Мәҙинәнән сатуб алдым, йәш ҡарағай.
  49. Шәре тамағы үр яғында бәләкәй йылға башында туҡмалы йәш ҡарағай, Ғәбделкәбир мәрхүмгә Хәйрулла ағай биргән.
  50. Бәләкәй йылғаның уң яғында Зариф ағачы йәш ҡарағай, Рәхмәтулла атаһына Ҡөрьән уҡытуб биргән иде.
  51. Бәләкәй йылғала умарта урыны, Ишемғолдан сатуб алған булурмын.
  52. Аҡсурала умарта урыны, Ишемғолдан алған булурмын.
  53. Арал туғай сыртында Мәрәһим юнмасы, Ғәбделкәбир мәрхүмгә хәҙрәт мәрхүмдән килгән.
  54. Ҡыҙыл ҡола йортонан Тәбәш биләнгә ҡарап сыҡҡан үҙәк буйында йәш ҡарағай, Ғәбделкәбир мәрхүмгә атайҙан бүлемгә тигән.
  55. Ҡыҙыл ҡола буйында Ноғман сабыны сыртында, юл сыртында киҫек баш йәш ҡарағай.
  56. Өмөк уяһы башында Әхмәтгәрәй биргән йәш ҡарағай, уғлым Ғәбделәхәткә исем ҡушҡанда биргән иде.
  57. Ҡыҙыл ҡола башында Олуғ Ачыҡ сыртында уҫаҡ араһында Ғүмәр ағачы, йәш ҡарағай.
  58. Айһан йорт сыртында йәш ҡарағай, әнкәй мәрхүмдән тәҡсимгә тигән.
  59. Ҡыҙыл ҡола башында юл аҫтында Зариф ағачы, Рәхмәтулла уғлым Ғәбделәхәткә биргән ине.
  60. Сабалыҡ башында уң яҡтан Фәйзулла ағачы, йәш ҡарағай.
  61. Ярыуҙан Ҡыҙыл ҡола башына артыла торған юлдың һул яғында йәш ҡарағай, Ҡалғаһау ауылы Мөхәмәтрәхимдән килгән.
  62. Ярыу буйында, ҡыу юл ҡарағайҙың сыртында ҡырмыҫҡа төп йәш ҡарағай.
  63. Менгәшкән умарта сыртында, һалабаш юлының эчендә йәш ҡарағай.
  64. Ярыу буйында Ишә [Үшә] тамағы ҡаршыһында ҡабаҡ башында атай юнмаһы, йәш ҡарағай.
  65. Үрге Ысбарҙан Биҡҡол башына артыла торған юлдың һул яғында йәш ҡарағай.
  66. Туҡмаҡ буйында Сан өй башында йәш ҡарағай, Мөхәмәтйән мәрхүмдән алышуб алған йәш ҡарағай.
  67. Ҡортлай өй башында Мөхәмәтйән мәрхүм вафатында Әнүәр муллаға саҙаҡаға биргән, Әнүәр мулланан миңә килгән сата йәш ҡарағай, умарталы.
  68. Ҡаҙиса йорттан тәбәш биләнгә артыла торған юлдың үр яғында, ҡабаҡ буйында Мөхәмәтғәле ағачы, Ғәле Мөхәмәтйән улынан килгән.
  69. Сасыҡ [Һаҫыҡ] буйында Байрамғәле баҙының сыртында, урман эчендә Зариф ағачы, хәҙрәт мәрхүмдән килгән ҡарағай, һары.
  70. Кесе Нөгөштә Дибалла сабынының туғрысында, ҡабаҡ башында Мәрәһим юнмаһы киҫек баш йәш ҡарағай, Кәбәс ауылы Баймырҙа мәрхүмдән алышуб алған булурмын.
  71. Дибай сабынында Мөхәмәтғәле Йыһанша уғлы уғлым Ғабделәхәткә исем ҡуштырғанда биргән ине йәш ҡарағай.
  72. Ҡортлай өй башында хәҙрәт мәрхүм вафатында Ғәбделкәбир мәрхүмгә саҙаҡаға килгән саталы йәш ҡарағай.
  73. Шайтан йылға башында Сафа ағай фитр садаҡаһына бирҙе йәш ҡарағай.
  74. Ярыу йортта Йәрмөхәмәт ағай ултырыштан заводҡа китә торған юл эчендә йәш ҡарағай, Муса уғлы Абдрахман вафатында килгән йәш ҡарағай.
  75. Аҡъегет буйында һул яҡтан Урта йортҡа китә торған юлдың уң яғында, Ҡыразда йәш ҡарағай, Мәхмүт ағай мәрхүмдән алышуб алған булурмын.
  76. 1924-нче йылда март 24-ндә Бикташ ауылынан Әбүбәкер уғлы Абдрахман бирҙе Шәре буйында Салды йылға буйында солоҡло йәш ҡарағай, киҫек баш, Бикташ Ишмөхәмәт мәрхүм юнмасы.
  77. Кәбән Ҡарағайҙа Салих сабынында юл сыртында Зариф ағачы, Ишемғолдан йәш ҡарағай киҫек баш сатуб алған булурмын.
  78. Ҡәзер тауында Мөхәмәтйән ағачы, Ҡолғана ауылы Ғәбделмоталип мулла Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән киҫек баш йәш ҡарағай.
  79. Яппар тамағында түбән яғында Абдрахман мәрхүм Мөнәүлис улы Фәттәхетдин ҡоҙа биргән ине, йәш, башы киҫек.
  80. Бәләкәй Шәре Зариф ағачы йәш ҡарағай, киҫек баш.
  81. Аҫҡырғаҡ буйында Үлек уяһында йәш киҫек баш ҡарағай атай ағачы.
  82. Ҡарағайлынан Хисәмит юлы уң яғында Ҡыразда йәш ҡарағай, Зариф мәрхүм сүйиничкә биргән иде.
  83. Ишә [Үшә] тамағының ҡаршында, үргәрәк, атай мәрхүм юнмаcы йәш ҡарағай, үҙе Ярыу эченә ҡараб ултыра.
  84. Сыблыҡ тамағы туғайҙа йәш ҡарағай, Иҫке Мөсәт ауылы Ғәлиәхмәт Алтынғужиндан сатуб алған булурмын.
  85. 1924-нче йылда ғинуар 25-ндә Салахетдин бабай мәрхүм вафатында мөйөшөнә ултыртуб саҙаҡаға бирҙеләр, март башынан заводҡа бара торған юл эчендә йәш ҡарағай, Иҫке Мөсәт ауылы Мөхәмәтдин ағачы.
  86. Салахетдин бабайҙың малын балаларына тәҡсим ваҡытында балалары бирҙе бер ҡарағай, солоҡло йәш ҡарағай, урыны Аҡҡыр йылғаһы буйында уң тарафында.
  87. Саңны башында уң яҡтан йәш ҡарағай, Ҡолғана ауылы Ғәбделмоталип мулла мәрхүм Ғәбделкәбир мәрхүмгә биргән.
  88. Күрән (Күдән?) сабында, Кесе Нөгөш буйында Салахетдин бабай ағачы йәш ҡарағай, Фәйзрахман ауырыуын өшкөр тип бирҙе.
  89. Жигәйен (Егәйен) башында, ер баҙы үр яғында Ҡотош беше умартасы белән Ишдәүләт ауылы Хәйрулла Махиян уғлынан алышуб алдум, Көргәҫ буйында Ирдәнзә тамағы ҡаршысында Исламғол ағачы, Алаҡуян тамағы Фәхретдин Мәхмүт уғлы биргән ҡарағайны биреп алышҡан булырмын.
  90. Айһан йортта бур Нәғиүзбер ултырыш сыртында Ғабдулла Исламбай улы юнмасы, Бикташ Ғәбдислам мәрхүмдән Ғәбитулла Ғилман улына барып сатуб алдым йәш киҫек баш ҡарағай.
  91. Ярыу йылғасының уңға киткән йылға буйында, башҡа яҡын сул яҡтан ҡабаҡ битендә киҫек баш һары ҡарағай.
  92. Ярыу йылғаһының уңға чыҡҡан йылға башында, уң яҡтан ялан ҡырында Алаҡуян тамағы Яҡуп ағачы йәш ҡарағай.
  93. Аҡҡыр бәләкәй йылғасы түбән яғында Бикташ Абдрахман Әхмәтгәрәй уғлы биргән йәш ҡарағай.
  94. Шәре буйында йәш ҡарағай, Бикташ Абдрахман Әбүбәкер уғлы бирҙе, ағачларун яҙҙуруб шаталаҡ Абдрахмандан алған иде.
  95. Ҡыҙыл ташта, Түһбәт сабыны һыртында, Иҫке Кәбәс ауылы Баймырҙа мәрхүм ағачы йәш ҡарағай, хатыны Мәхүбә бирҙе.
  96. Ғилман Салахетдин уғлы бирҙе, Ярыу буйында Ишә тамағы ҡаршыһында Ишемғол мәрхүм ағачы йәш.
  97. Ярыуҙан Ҡыҙыл ҡола башына артыла турған юл сыртында, уя башында Ғабдрахман ағайҙан килгән ҡыу ҡарағай.
  98. Тимер айыры буйында уң яҡтан ҡыу ҡарағай, атай мәрхүм ағачы, башы ҡырҡыуһыҙ.
  99. (Әлеге ҡулъяҙмала хисап ошо урында туҡтала).

 

Ахыр тарафы

Сәһебе вә мәлике Ғәбделҡәйүм ибн Сәғит Әл-Хәлиди ән-ҡарийе Ғәлиәкбәр Башҡордстан шуралар джөмһүриәте Жилаир кантоны Буржан волосты 1923-нче декабре иҫкесә 14-ндә.

 

Əҙəбиəт

 

  1. Кульбердина З.Г. Боронғо ҡулъяҙмала соматик лексик берәмектәр // Актуальные проблемы диалектологии языков народов России: Сборник материалов XIII международной конференции, 13–14 сентября 2013 года. – Уфа, 2013 г. – С.74–76.
  2. Лепехин И.И. Дневные записки путешествия доктора и Академии Наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства, 1768–1769, Ч.I. – С.194.
  3. Рычков П.И. Труды вольного экономического общества к поощрению в России земледелия и домостроительства. – СПб, 1767. – Ч. VII. – С.177.
Солоҡ ағастарының хисап дәфтәре.
Яҙма урындағы һөйләштең тел үҙенсәлектәрен сағылдыра.
Ҡулъяҙмала ауылдар исеме, ер-һыу атамалары күрһәтелгән.
Ағастар хисабы дәфтәр биттәренә күк ручка менән яҙылған.
Солоҡ ағастарының хисап дәфтәре.
Автор: Зәлифә ӘБҮБӘКЕРОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәре
Читайте нас