Немец философы, тарихсы Освальд Шпенглер үҙенең «Ҡалалар һәм халыҡтар» хеҙмәтендә крәҫтиән ихатаһына айырым иғтибар бүлә. «Буласаҡ ғалимдар йорттоң тарихын, төрөн өйрәнергә бурыслы», – тип яҙған ул 1922 йылда. Тарихсы фекеренсә, крәҫтиән йорт-ҡураһы мода ағымына ла, мәҙәни яңылыҡтарға ла, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә лә буйһонмай [7, 24]. Ҡала ерендәге төҙөлөш фәҡәт архитектор планына ярашлы атҡарылһа, етеш йәшәгәндәр коттедж-виллаларҙы архитектура белгесе ярҙамында төҙөһә, ауыл ерендә был эш билдәле бер ҡалып буйынса ғына бара, тип әйтеп булмай. Ауыл кешеһе – үҙе архитектор, үҙе дизайнер, үҙе төҙөүсе лә. О.Шпенглерҙың «Крәҫтиән йорто башҡа сәнғәттәр тарихы менән сағыштырғанда – «мәңгелек» ул, хәйер, крәҫтиәнлек үҙе лә», тигән фекере хаҡ [7, 25]. Был факт ҡаланың мода тәьҫиренә әүҙем бирелгәнлеген һәм ауылдың статик институт икәнлеген иҫбатлай. Улай ғына ла түгел, урта хәлле ауыл
кешеһе йорт-ҡураны ныҡлы, сифатлы итеп төҙөргә тырыша, сөнки йыл һайын йүнәтеп тороу өҫтәмә сығымдар талап итә.
Рәсәй историографияһында ағас эше, крәҫтиән йорто ентекле өйрәнелгән, тикшеренеүҙәр байтаҡ, әммә улар, ғәҙәттә, төньяҡ региондарҙа, Себерҙә йәшәгән халыҡтың көнкүрешен һүрәтләй. Башҡорт йорто биҙәлеше, мәҫәлән, «Башҡорт халыҡ ижады» [3] монографияһында телгә алына. Әммә хәҙерге Рәсәй историографияһында ағас эшенә, атап әйткәндә, ҡапҡаларға арналған заманса тикшеренеүҙәр юҡ, үҙ сиратында, был теманың көнүҙәклеген иҫбатлай.
Тағы бер үҙенсәлек – илдең төньяғындағы һәм Себерҙәге халыҡ архитектураһы менән сағыштырғанда, Башҡортостанда ҡапҡа ла, баҡса ҡоймаһы ла, өй ҡыйығы ла буяла, күрше Татарстанда ла йорт-ҡура элементтары төрлө төҫтә яһала. Ауылдың ҡәҙимге ҡиәфәтен күҙ уңында тотҡанда – һәр йорт, баҡса ҡоймалары сағыу төҫкә буялған. Буяу күрмәгән йорттар ҙа осрап ҡуя, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Төньяҡта һәм Алтайҙа иһә, киреһенсә, күбеһенсә – буяу күрмәгән, ваҡыт үтеү менән ағасы ҡарайған, тоноҡ өйҙәр.
Башҡорт йортоноң идеяһы ҡатмарлы түгел, һәм ул урын, ваҡыт үҙгәрештәренә буйһонмай кеүек. Ағас ҡапҡалы башҡорт йорттары 1960, 1970, 1990, 2000 йылдарҙа ла сағыу, буяулы булған. Әммә 2010 йылдар тирәһендә ҡапҡалар ҡапыл үҙгәрә башлай – ауыл кешеһе тәбиғи материал урынына профилле тимергә өҫтөнлөк бирә. Һуңғыһы иһә – цинк йәки алюминийҙан эшләнә, ғәҙәттә ҡыйыҡ ябыуҙа ҡулланыла. Тимер биттең бер яғы сағыу төҫ (йәшел, ҡыҙыл, күк һ.б.) менән ҡаплана. Был үҙгәреш тәүҙә хәллерәк донъя-ҡураларҙа урын алһа, тора-бара күпселек йорт хужалары әлеге тенденцияға бирелеп, хәҙер бар ауыл халҡы ағас ҡапҡаларҙы профилле тимер менән яңыртыу яҡлы. Улар фекеренсә, ағастың модаһы үткән, ул – боронғолоҡ ҡалдығы. Әммә был фекер менән килешмәгән, бығаса йәшәп килгән йолаға тоғро кешеләр ҙә бар әле.
Белорет районы көньяҡ Уралдың ҡалҡыу өлөшөндә урынлашҡан – көнсығыштан Уралтау һырты сикләһә, көнбайышта – Ағиҙел туғайҙары буйлап Әүәләк һырты (иң бейек түбәһе Ирәмәл – 1582 м) һәм Баҡты һырты (Ямантау – 1640 м) ята.
Республиканың урманға бай райондарының береһе. Был төбәктәге төп төҙөлөш материалы – ағас, өйҙө лә, ҡура-келәтте лә ағастан һалалар. Белорет урманында ҡарағай, ҡарағас кеүек ылыҫлылар менән бер рәттән имән, ҡайын, уҫаҡ та үҫә.
Рысыҡай ауылы тау һырттары үҙәнендә, Әрүәк-Рәз тауы (1068 м) итәгендә ултыра. Утлап йөрөгән йылҡы өйөрө, һарыҡ көтөүҙәре, бәүелеп үҫкән иген баҫыуы төрлө төҫтәргә буялған өйҙәр менән бер бөтөнгә әүерелеп, театр декорацияһын хәтерләтә.
Башҡорт архитектураһында ҡапҡаны, йортто урам яҡлап ағастан эшләнгән биҙәктәр менән нағышлау киң таралған. Ир-егеттәр, башлыса, көндәр буйы эштә булыу сәбәпле, фәҡәт ағас эше менән генә шөғөлләнгән оҫталар һирәк осраған. Йорт хужаһы колхоз эшенән, бесәндән ҡалған буш ваҡытында үҙ ихатаһын төҙөгән, йорт-ҡураһын йүнәткән. Ир-егеттәр, ваҡыт табып, ағастан биҙәктәр уйған. Был кәсеп быуындан быуынға, атанан улға күсә килгән.
Рысыҡай ауылы ҡапҡаларының күбеһе 1967 йылда эшләнгән булыуы хәтеремдә ҡалған, сөнки уларға урам яҡлап тап ошо йыл балта менән уйып яҙылған ине. Олатайымдың 1937 йылғы икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, ҡапҡалар утыҙ йәштәрҙәге ир-егеттәр тарафынан төҙөлгәне төҫмөрләнә. Бөйөк Ватан һуғышында көслө зат күп ҡырылғанлыҡтан, заманында ауылда ир-егеттәр әҙ була. 1967 йылға тиклем ауылды һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған фронтовик ирҙәр яһаған ҡапҡалар биҙәһә, ваҡыт уҙыу менән уларҙың балалары әлеге иҫкергән ҡапҡаларҙы яңырта барған.
Йорт һәм ихата, ғәҙәттә, ябыҡ типта эшләнә. Өй артында – картуф баҡсаһы, алғы яҡлап ағас ҡапҡа урын ала. Ихата биләмәһендә – өйҙән бер аҙ алыҫлыҡта мал һарайы, келәт кеүек хужалыҡта кәрәк ҡоролмалар төҙөлгән, унда ҡайнаған тормошто бейек ҡапҡалар, әлеге ошо биналар бар яҡлап ҡаплап торған.
Башҡорт ауылдарында урам яғына, күрше рус ауылдарындағы кеүек, «урыҫ ҡапҡаһы» эшләргә тырышҡандар. Имән бағаналар өҫтөнә ике яҡлы ҡыйыҡ ябыу ҡар-ямғырҙан һаҡлаған. Ғәҙәттә йоҡа таҡтанан «бәләкәй ҡапҡа» кеше һыймалы итеп эшләнһә, картуф баҡсаһына, йәғни артҡы яҡҡа үтер өсөн «гәрҙә (кәртә) ҡапҡаһы» ҡулланылған. Ҡапҡа өҫтөнә даға беркеткәндәр.
Башҡорт йорттарының архитектура биҙәлешен ҡарағанда, ҡапҡа ғына түгел, тәҙрә ситтәре лә биҙәп, семәрләп ҡуйылғанын күҙәтәбеҙ. Ай, өсмөйөш, ромб, розетка кеүек геометрик фигуралар ярҙамында һәр хужа үҙе төрлө композициялар эшләгән.
1999 йылдың йәйендә олатайым менән өләсәйемә ҡунаҡта ҡайтҡанда улар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына әҙерләнә ине. Был йола һәр биш йыл һайын ауылдан сыҡҡан кешеләрҙе – ауылдаштарҙы тыуған ерҙәрендә осраштырыу маҡсатында үткәрелә. Байрамға әҙерлек ауылдың һәр урамында, һәр йортонда башҡарыла. Йорттарҙың буяуы яңыртыла, тотош ауыл дәррәү төҙөкләндерелә. Билдәләнгән осрашыу көндө әлеге ауылда тыуып үҫкәндәр байрамға ҡайта, күршеләре, һабаҡташтары, ауылдаштары менән күрешә. Хужабикәләр һәр урамда табын ҡороп, ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршы ала. Урамдарҙа шулай уҡ тарихҡа тоғролоҡ йөҙөнән тирмәләр ҡуйыла, урындағы коллективтар байрам концерты әҙерләй, балалар өсөн милли спорт уйындары ойошторола. Байрам һуңында жюри иң ҡупшы йорт, тирмә һәм йәмле табын бәйгеһенә йомғаҡ яһай, еңеүселәр билдәләнә.
Олатайым менән өләсәйем өсөн «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» мөһим сара булды. Өләсәйем хәтерләүенсә, ул ҡалаға буяу-эмаль артынан барһа, олатай урамда ҡуйыласаҡ тирмә өсөн яуаплы була. Ихатала ағастан эшләнгән һәр нәмәнең буяуы, ҡапҡа биҙәктәре яңыртылғаны хәтерҙә. Һәр ихата үҙенсә күркәм булһын өсөн ауыл халҡы бар көсөн һалыр ине.
Әлеге сара алдынан йорт-ҡураһын төҙөкләндермәгән хужаларға дәғүә белдерелә, уның ҡарауы, буяу һатып алырға аҡсаһы тығыҙыраҡтар карьерға барып һәүерташ сығарып, шуны һыуҙа иҙеп буяй. Һәүерташтың тәбиғи төҫө алһыу булғанлыҡтан, бәғзе йорттар тоноҡ алһыу ҡиәфәткә инә. Иҙмәгә бриллиант йәшел төҫтәге эретмә ҡушып болғап, асыҡ йәшел төҫ сығаралар. Ул йылды тотош ауыл буйлап ҡапҡа биҙәктәре яңыртылды. Был эштә 1930 йылдарҙа тыуған быуын барыһынан дә әүҙемерәк булыуы күҙәтелә ине. Мәғлүм булыуынса, заманында һәр ғаилә бер социаль кимәлдә булып, етеш тормош мал башынан сығып ҡына билдәләнгән. Хәллерәктәр 3-4 баш һыйыр тотһа, ярлыларҙыҡы бөтөнләй булмаған. Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары – күп эшләп, мәҙәни ялдан мәхрүм булып үҫкән быуын. Шуға ҡарамаҫтан, һәр береһе үҙ йортон сағыу, ҡупшы итеп, башҡалар фонында үҙенсәлекле күренергә тырыша. Ауыл ҡапҡаларын бер-береһен ҡабатламаған сәскә-япраҡтар менән биҙәү ошонан килә. Халыҡ тәбиғәт күренештәренә нигеҙләнеп ижад итә. Тап шул йылды күп ҡапҡалар сәскәләр менән биҙәлде.
Бынан тыш, өйҙәр, тәҙрәләр геометрик фигуралар менән нағышлана. Һәр биҙәк хужаның үҙ ҡулдары менән – таҡтанан һәм балта ярҙамында бойомға ашырыла, шуға күрә уның семәрле йә ябай ғына булыуы һәр кемдең оҫталығына бәйле.
Ҡайһы саҡта ҡапҡа йорт хужабикәһенең ижади ҡарашын, һәләтен сағылдырған «туҡыма» ролен дә үтәй. Кемдер пейзаж менән биҙәһә, кемдер ҡапҡаһына башҡорт эпостарынан, йәнһүрәттәрҙән алынған персонаждар төшөрөп ҡуя. Шулай ҙа, ҡапҡаны тоғролоҡ һәм мөхәббәт символы булған пар аҡҡоштар менән биҙәү – киң һәм йыш таралған алым.
Ни өсөн буяу, төҙөкләндереү эшенә күп ваҡыт сарыф итәһегеҙ, тигәнгә өләсәйем: «Беҙ бит үҙебеҙ ошо ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә ултырабыҙ, ошо хеҙмәтебеҙҙе яратып ҡарап, ял итәбеҙ. Кешенең ниндәй икәнлеген белгең килһә, уның нисек йәшәүенә ҡара, тиҙәр. Ауылыбыҙҙы уратып алған хозур тәбиғәтте күреп-тойоп, үҙебеҙ ҙә тәртип, бөхтәлек булдырырға бурыслы. Тирә-яҡ матур булһа, тормош та еңелерәк кеүек ул», – тип яуапланы.
Америка тарихсыһы Алан Кимбалл һүҙҙәренсә, XIX быуатта Рәсәйҙәге ауыл тормошоноң үҙәге трактир-кабактарға ҡайтып ҡала. Халыҡ унда социаль төрлөлөккә ҡарамайса аралашҡан, урындағы етәкселек менән осрашҡан, үтеп барыусылар менән танышҡан [6]. Советтар Союзынан һуңғы осорҙа башҡорт ауылының халҡы өсөн аралашыу, мәҙәни ял урыны булып ауыл клубы хеҙмәт иткән. Әммә ул шәмбе көндәре генә эшләгән, башҡа көндәрҙә
ауыл кешеһенә буш ваҡытын үткәреү өсөн урын әллә ни булмаған. Шуға күрә, халыҡ ҡапҡа алдында, ундағы эскәмйәлә ултырып аралашҡан, яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан. Ҡала ерендә кеше паркка йә кафеға барып осраша алһа, ауыл халҡы әле булһа ҡапҡа алдын әүҙем ҡуллана. Кискә табан эскәмйә тирәһендә ир-ат йыйылышып һөйләшһә, төнгә ҡарай уларҙы йәштәр алыштыра. Ҡыш етһә, эскәмйәләргә һарыҡ тиреһенән эшләнгән түшәк-яҫтыҡтар түшәлә. Хәйер, бөгөнгәсә ҡапҡа төбө атай-әсәйҙәрҙең дә, бала-сағаның да үҙ-ара һөйләшеү, аралашыу урыны булып тора. Улай ғына түгел, эскәмйә тирәһендә балалар ҙа уйнай – ауыл ерендә әҙер уйын майҙансыҡтары һирәк.
Төрлө йылдарҙағы фотоальбомдарҙы ҡарағанда фотоларҙа билдәле бер тәртип күҙәтелә. Йәй көндәре балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тыуған йортҡа йыйылған мәлдә ғаилә күмәкләп фотоға төшә. Ҡапҡа алдындағы эскәмйәгә йорт хужаһы ултыра, уны уратып башҡалар урын ала. Ошо ерҙә «ҡапҡа» төшөнсәһенең тик ағас кәртә генә түгел, балаларҙың атай-әсәйгә ҡайтыр йорто, йылы усағы икәне лә асыҡ сағыла. Ҡапҡа үҙенә бер ғаилә символы булып тора.
Йорттар бер ҡатлы, тура дүртмөйөш, квадрат йә «Г» хәрефенә оҡшатып һалынған. Майҙаны һәм бүлмәләр һаны – ғаиләнең хәленә ҡарап, ғәҙәттә, ике-өстән артмай. Килеп ингән ерҙә – ситке бүлмә, шунда уҡ ҙур мейесле (урыҫ мейесе лә тиҙәр) аш-һыу урыны һәм йоҡлау урыны. Карауат урынына таҡтанан эшләнгән урындыҡ та ҡулланылған. Әммә 1960 йылдарҙа күптәр һатып алынған карауатҡа өҫтөнлөк бирә башлай. Төпкө (ҙур) бүлмәнең уртаһына матур ашъяулыҡлы, тотош ғаилә ултырып ашарлыҡ өҫтәл ҡуйылған. Бүлмә мөйөшөндә хужабикәнең килен булып төшкәндәге ағас һандығы торған. Уны ҡыҙҙарын кейәүгә биргән ғаилә туҡыма, түшәк, яңы кейем-һалым кеүек кәрәкле әйберҙәр менән тултырып, ҡоҙалар яғына алып килә, әммә, йолаға ярашлы, һатып бирә. Туй көнөндә әлеге һандыҡ өҫтөнә ҡыҙҙың еңгәләре, ҡыҙ туғандары ултырып, егет яғына хаҡ ҡуя, шаярып-көлөп, һандыҡ һатып алынып, килен менән бергә йортҡа инә. Көнкүрештә уның өҫтөнә урын юрғандары, мендәрҙәр өйөп ҡуйыла. Был йола бөгөн дә йәшәй, байрамдың йәмен һаҡлап, туйҙың матур бер күренеше булып ҡала.
Үткән йәй ауылдағы күп ҡапҡаларҙың буялмағанын күҙәттем. Был оло быуындың мәңгелеккә күсеп, йәштәрҙең ҡалаға тартылыуы менән бәйле. Ә ауылда йәшәп ҡалғандар ҡапҡаларын тимерҙән яңыртҡан. Тимер ағас бағаналар кеүек серемәй, биш йыл һайын буяп тороу ҙа кәрәкмәй.
«Ағас ҡапҡа тәрбиә талап итә бит ул. Йыл да буяп торам тиһәң, буяуҙың биш килоһы – 1200 һум тирәһе. Биш банка алыр өсөн алты меңең сығып китә. Унан тыш, ул ҡапҡаны матурлау өсөн күпме ваҡыт, көс киткәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Тимерҙе бер ҡуйып алһаң, оҙаҡ ваҡыт тәрбиә лә, буяу ҙа һорамай», – тип фекере менән уртаҡлашты бер йорт хужаһы [1].
Ағас ҡапҡалы ихата хужалары араһында киләсәктә мөмкинлек сығыу менән тимергә алыштырырға ниәтләнгәндәр ҙә, ҡапҡа – ул ғаиләнең бер өлөшө бит, ошо рәүешле һаҡланһын, тигәндәр ҙә бар.
«Беҙҙең ҡапҡаға 35 йыллап бар – өлкән улыбыҙ тыуғанда эшләгән инек. Шулай иҫке ҡапҡа һымаҡ күренһә лә, ауылда етмеш йыл элек яһалғандар ҙа бар. Йәй һайын улыбыҙҙың буйын үлсәй инек, ҡапҡабыҙҙа шул билдәләр әле булһа һаҡланған. Ни йөрәк менән мин был ағас тарихты тимергә алыштырайым?! Өйгә килгән ҡунаҡты ҡапҡаны нисек асыуынан, ишектең шығырлауынан танып торам бит мин. Ғаиләбеҙҙең бер өлөшө, йәме – был ҡапҡалар, улар урынына башҡаны ҡуйыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем», – тип бәйән итте бер ҡатын.
«Шул тимер ҡапҡа ҡуйғандарын өнәмәйем, йорттоң үҙенсәлеген юҡ итеү һымаҡ күрәм. Элек һәр йортҡа ғына хас биҙәктәр, төҫтәр ҡулланыла ине, хәҙер иһә тотош урам бер ҡалыпҡа һалынған, нәзәкәтлек юҡ. Үҙебеҙҙең яратҡан ағас ҡапҡаны алыштырырға уйламайбыҙ, күпмегә етер – шунса торор әле», – тип фекерен белдерҙе 56 йәшлек апай.
48 йәшлек ханымдың тарихы иһә бындай: «Мин өйҙә булмағанда өлкән апайым ҡаланан ҡайтып төшөп, атайым эшләгән ағас ҡапҡаны алып ташлап, урынына тимерҙән ҡуйған. Күргәс, йөрәгем ярылырҙай булды. Элекке ағас ҡапҡа мине, атайҙың үҙе һымаҡ, тормоштоң төрлө ығы-зығыһынан, яман уйлыларҙан аралап торған һымаҡ ине, хәҙер ел иҫеүгә генә лә сайҡалып торған тимер ҡапҡа тотош булмышымды асыҡта ҡалдырып, ғәзиз кешеләремдең яҡлауынан, улар менән бәйләнештән мәхрүм итте кеүек».
Ошо яуаптарҙан боронғо ҡапҡаны ағас булғаны өсөн генә түгел, тышҡы донъянан, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы кеүек яратыуҙары күренә. Ҡапҡа йорттоң йөҙө булған, һәр хужа уны күңеле ҡушҡанса биҙәгән. Оло быуын вәкилдәре менән аралашҡанда, ҡапҡаның бейеклегенә ҡарап, ғаиләнең етешлеген самалап булғанлығы хаҡында ла белдек. Йәғни, байҙар ҡапҡаны бейегерәк яһарға тырышҡан.
Ауыл халҡы үҙенсәлекле тормош менән йәшәй, дини һәм этник һыҙаттар ҙа, башлыса, берҙәм. Ҡапҡа буйынса хужаның ниндәй кеше икәнлеген төҫмөрләп була, улар ошо ағас-тимер ҡоролма ярҙамында эске донъяларын сағылдыра, һүҙен әйтә кеүек.
Яңы ҡапҡа ҡуйыу өсөн кешеләр һуңғы аҡсаһын тотонған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Төҙөлөш материалы, буяу алыр өсөн ололар бер нисә ай алдан аҡса туплай башлай. Бөгөн иһә йорт-ҡураны биҙәр өсөн халыҡ кредит ала. Ҡапҡа йүнәтеүе өсөн ул күләмдә аҡса түкмәҫкә лә булыр ине һымаҡ, тик башҡорт ауылы кешеһенә йорт, ихата матурлығы мөһим. Өйөнә ҡарап хужаһын билдәлә, тигән әйтем дә бар. Донъяһын төҙөкләндермәй, буямай йәшәп ятҡан хужаларҙы, тотош ауылдың йөҙөн боҙа, тип шелтәләп алыуҙары ла мөмкин.
Беҙҙең көндәрҙә лә хужаларының эске донъяһын, булмышын сағылдырған үҙенсәлекле ҡапҡалар бар. Шулар аша ауылдаштары хужалары хаҡында һүҙ йөрөтә. Мәҫәлән: «Шуларҙың ҡапҡаһын күрҙегеҙме?.. Еләк, уйынсыҡтар менән биҙәлгән, сөнки ғаиләлә туғыҙ бала тәрбиәләнә, хужабикә тотошлайы менән – балалары донъяһында, биҙәктәре лә балалар баҡсаһындағы кеүек», – тиҙәр. Тормошта үҙ урынын әсә булараҡ тапҡан хужабикә аша тотош йорт хаҡында һүҙ йөрөтөп була.
Ер йөҙөндә барған глобаль үҙгәрештәр төпкөл ауылдарға ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Халыҡтың ауылдан ҡалаға күпләп күсеүе – тәүгеһенең һүнә барыуы сәбәптәренең береһе. Яңынан-яңы сығып торған төҙөлөш материалдары ҡапҡаларҙың, йорт-ҡураларҙың төҙөлөшөн, тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртә. Уларҙы биҙәү иһә хужалыҡ мәшәҡәте генә түгел, башҡорт этномәҙәниәтенең сағыу үҙенсәлеге булараҡ асыҡланды. Борон ҡапҡаға ағас биҙәк һалынһа, бөгөн ул тимерҙән һуғылған сәскәләр менән нағышлана. Йәғни, ваҡыт үҙгәрһә лә, йортто матурлау ғәҙәте башҡорт ауылдарына хас һыҙат булып һаҡланып килә. Ҡапҡалар бөгөн дә хужаларының йөҙө булып, сит-ят күҙҙән һаҡлап, ҡапҡа алды – аралашыу урыны итеп ҡулланылып, үҙ ролен үтәй.
1. Авторҙың 1999, 2022 йылдарҙағы экспедиция материалдары.
2. Бодэ А.Б. (отв. ред.). Русское деревянное зодчество. Произведения народных мастеров и вековые традиции. – М.: Северный паломник, 2012. – 670 с.
3. Бикбулатов И.В., Кузеев Р.Г. Народное творчество башкир. – Уфа: БФ АН СССР, 1976. – 168 с.
4. Пермиловская А.Б. Крестьянский дом в фольклорном пространстве Русского Севера // Вестник Вятского государственного гуманитарного университета. 2010. – №3–4. – С.109–114.
5. Соколовский С.В. Идентичность и идентификация к расширению программы антропологических исследования // Свои и чужие. Метаморфозы идентичности на востоке и западе Европы. [под редакцией Е.И.Филипповой и К.Ле Торривеллека]. – М.: ИЭА РАН, 2018. – С.28–40.
6. Кимбалл А. Русское гражданское общество и политический кризис в эпоху великих реформ. 1859–1863. Великие реформы в России. 1856–1874. – Москва: Издательство Московского университета, 1992. – 336 с.
7. Шпенглер О. Закат Европы. Очерки мифологии мировой истории. – М.: Издательство политической литературы, 1991. – 364 c.