Ҡымыҙ һаҡлай торған һауыттарҙы башлыса йылҡы тиреһенән теккәндәр, һыу үтмәһен һәм ныҡ булһын өсөн махсус ыҫлыҡҡа ҡуйғандар (ҙурайһын өсөн алдан көл тултырғандар). Алынмалы түңәрәк төплө, бөтөн тиренән торған һәм оҙонса төплө, тире киҫәктәренән яһалған һауыттар булған. Шулай уҡ кәзә, һарыҡ тиреһенән тегелгән турһыҡтар файҙаланылған. Күн һауыттар күбеһенсә һөт аҙыҡтары өсөн ҡулланылған. Йылҡының башынан бөтөн килеш һыҙырып алынған тиренән – һөт силәктәре (башкүнәк), муйын тиреһенән бәләкәй киҫмәктәр (көрәгә) эшләгәндәр. Тороҡ тиреһенән 8–10 биҙрә ҡымыҙ һыймалы һауыт теккәндәр. Аяҡ тиреләрен бергә ҡушып, тубыҡ өлөшөнән үҙенсәлекле һауыт – ҡуллыҡ (ботлоҡ) яһағандар. Тар муйынлы һәм элмәкле йомшаҡ турһыҡтар (муртай) походтарҙа эйәр ҡанъяғаһына бәйләр өсөн уңайлы булған. Шулай уҡ тиренән эшләнгән тар май яҙғыстар (боткүнәк) осраған. Айран менән ҡаймаҡ өсөн һыйыр елененән тегелгән һауыт ҡулланғандар. Шулай уҡ ҡарындан, йөрәктән, йыуан эсәктән һауыттар яһағандар.