Все новости
Этнография
23 Октября 2018, 20:39

Аҡ кейеҙем аҡ бәхеттәр юрай...

Сәрүәр СУРИНА 1998 йылда шаулап үткән беренсе һәм һуңғы бөтә республика “Ғаилә мозаикаһы” фестиваленән һуң Башҡортостанда ҡул эше оҫталары, һөнәрмәндәр ижады менән ҡыҙыҡһыныу йәнләнде. Фестивалдең халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәһе онотолмаҫ булып тарихҡа инде. Тап шунда Хәйбулла яғынан килгән ғәжәп кейеҙҙәрҙе күреп, халыҡ таң ҡалды: боронғо сатраш биҙәкле, ҡояш мөһөрлө һәм бөгөнгө сыбар биҙәкле кейеҙҙәр был кәсептең донъяны йылытҡан һәм яҡтыртҡан ҡөҙрәткә эйә булыуын йәнә бер ҡат аңғартты. әүернә биҙәге һалып баҫылған, 1937 йылдарҙа өйөп яндырыуҙан нисектер ҡотолоп-ҡасып ҡалған Әбйәлилдең тарихи кейеҙен, сергетыштарын ғәжәп итеп тамаша ҡылыу артынса боронғо халыҡ кәсебенә яңы ҡараш асылды. Бер күргәнде мең ҡуймай, тигәндәй, кейеҙ тигән мөғжизә бик күптәрҙе үҙенә арбаны. Кейеҙ баҫыуҙың халыҡсан ысулдарын белгән, меңәр йыллыҡ тәжрибәне тотҡан кешеләрҙе күреү һәм өйрәнеү теләге тыуҙы.

Эш башы — изге ниәт

Был фәһемле йыйындан һуң, 2001 йылда, Әбйәлил районындағы Биксура яланында беренсе республика “Аҡ кейеҙгә баҫһам...” (“Ступая на белый войлок”) байрамы үтте. Ул Бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайына арналғайны. Сараның башында Башҡортостан мәҙәниәт министрлығына ҡараған “Урал” галереяһы етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова торҙо, йыйындың исемен дә ул ҡуйҙы.

“Кейеҙ баҫыу” тигән һөнәри шишмәнең серенә төшөнөү уның файҙаһы, матурлығы, тормош-көнкүрештәге урыны менән танышыуҙан башланды. Шул ҡорҙа Әбйәлил районы шәхесе, күренекле табип Ишмырҙа Хәйернур улы Һиҙиәтов тыуған яғындағы һәр өйҙә тиҫтәләгән кейеҙ барлығын, был күркәм, ҡәҙерле, көндәлек ҡаралтының башҡорт халҡын быуаттар буйы ҡурсыған матди байлыҡ, ысын мәғәнәһендә халыҡ кәсебе булыуын, кейеҙҙең шифаһын, киң ҡулланылыуын, киләсәктә лә бик урынлы файҙаланыу юлдарын аңлатып, ғәжәйеп фәһемле сығыш яһай.

“Тәбиғи экологик таҙа материалдан эшләнгән кейеҙ кешене дауалау көсөнә лә эйә. Уның дауалау ҡиммәттәрен белергә кәрәк: йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен кешеләр кейеҙ ярҙамында еңгән. Башҡорт юлға сыҡһа, бер ҡасан да кейеҙен ҡалдырмаған — ергә түшәп ятһа, уға йылан йәки төрлө бөжәк яҡын килмәгәнен белгән. Хатта йыртҡыс хайуандар ҙа кейеҙгә уранып ултырған кешегә теймәй икән. Һарыҡ йөнөнән баҫылған кейеҙҙе тергеҙеү — халҡыбыҙҙың һаулығы һәм тормошо тураһында хәстәрлек ул”.

Кейеҙ баҫыу эшенең тап Әбйәлилдә тергеҙелеүе был төбәктәге халыҡтың боронғо кәсебен әле лә һаҡлауы менән бәйле. Амангилде ауылында Ғәшүрә Әбүбәкерова ғаиләһе менән кейеҙ баҫыу эшенә тотонған саҡ. Рыҫҡужа оҫталары башлаған кейеҙ өмәләрен Буранғол ауыл советы мәҙәниәт йортонда эшләгән йәш һәм өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар күтәреп ала. Рәсилә Вәлиева бала сағында әсәһе, өләсәһе менән баҫҡан кейеҙҙе хәтерләп, яулыҡтай ғына аҡ кейеҙ баҫа. Ошо аҡ кейеҙ Буранғолдарға уңыш килтерә.

Ә Биксура яланында беренсе Кейеҙ байрамы гөрләй: тирмә-тирмә ҡунаҡтар “кимерсәк кеүек” өр-яңы кейеҙҙәрҙе ҡотлап, тәңкә ташлай, оҫталарҙы хуплап бейетә. Ҡунаҡтарҙы балҡып ҡаршылаған Рыҫҡужа ауылы оҫталары Мөхлисә Ғималова, Вәсилә Мостафина, Ғәйнур Латипова, Зилдә Моталова, Латифа Мостафина, Маһира Басирова, Йәүҙә Камаловалар була. Йыйында Әбйәлилдең йөҙйәшәр тышлы кейеҙҙәре, сергетыштары менән Хәйбулла, Белорет, Учалы, Йылайыр, Миәкә, Дәүләкән, Бөрйән, Баймаҡ яҡтарының биҙәк-тамғалар һалып баҫылған боронғо кейеҙҙәре “осраша”. Тәүге йыйында ғалимә Розалия Солтангәрәева халыҡ һөнәрмәнлеген ауыҙ-тел ижады, өмә йолалары тәртибе менән бәйләп, байрамға төплө һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барырға фәнни яҡтан да юл асты. Шулай итеп, быуат башында халыҡ кәсебе яңы дәүергә аяҡ баҫа. Хәйерле булһын, ҡотло аяғың менән кил, өсөнсө меңйыллыҡ, башҡортҡа иман байлығы, ил байлығы, ер байлығы, тел байлығы, йыр байлығы насип булһын, тигән аҡ теләктәр күккә олғаша…

Кейеҙ төрҙәре

Башҡорттарҙың кейеҙ баҫыу шөғөлө хаҡында тәүге мәғлүмәтте XVIII быуатта И.Г.Георги1 теркәп ҡалдырған. Кейеҙ баҫыу тәртибен дә өйрәнгән ул. Рус ғалимы В.М.Черемшанский2 башҡорт торлағын һүрәтләгәндә “кейеҙ — һарыҡ йөнөнән халыҡ үҙе әҙерләгән биҙәкле урын-ер ябыуы” тип яҙа. С.Руденконың “Башҡорттар” тигән тарихи-этнографик хеҙмәтендә “кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының төп кәсептәренең береһе, улар ҡалын һәм ҙур кейеҙҙәрҙе аттар ярҙамында ла баҫҡан” тигән ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. Әбйәлил районы һабантуйҙарында кейеҙ төргәк-урамаларын атҡа тағып йөрөткәндәрен күрергә тура килде.

__________________________

1 Иоганн Готлиб Георги (1729—1802) — немец ғалимы, сәйәхәтсе, этнограф, Волга буйы, Урта һәм Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Байкал буйына сәйәхәт итеп, «Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей» хеҙмәтен яҙған.

2 Василий Макарович Черемшанский (1821—1869) — рус географы, «Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях» хеҙмәтенең авторы.

Кейеҙ баҫыу башҡорт халҡында ғына таралмаған. Күпләп һарыҡ аҫыраған ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡа дала халҡын кейеҙ меңйыллыҡтар буйы йылытыусы, һаҡлаусы, дауалаусы булған. Борондан килгән был кәсеп күсмә йәки ярымкүсмә хәлдә йәшәгән ҡәүемдәргә генә хас күренеш түгел, ултыраҡ тормошта ла кейеҙ баҫыу эше киң урын алған.

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш төбәгендә, айырыуса Миәкә, Ғафури, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында, кейеҙ баҫыу һөнәре һаҡланған. Оло һарыҡ йә тәкә йөнөн нисек ҡулланыу, йәш бәрәс йә кәзә дебетен ҡушыу кеүек үҙенсәлектәре лә онотолмаған. Тирмә тышлау өсөн кейеҙ ниндәйерәк булырға тейеш, аяҡ кейеме тегеү өсөн йәки йәш балаға кейеҙ йүргәк-түшәкте нисегерәк итеп баҫырға кәрәклеген дә белә оҫталар. Кейеҙҙән балаларға туп әүәләгәндәр. Кейәүгә киткән ҡыҙҙың бирнәһендә бер нисә кейеҙе булған. Аҡ, ҡара йәки ҡатнаш йөндән баҫылған йомшаҡ һәм һығылмалы, шыма кейеҙ башҡорт өйөндә затлы йыһаз булып һаналған.

Тирмә кейеҙе (ташкейеҙ, кәҫкейеҙ тип тә әйтәләр) — хужалыҡ итеү өсөн тәғәйенләп, махсус баҫылған кейеҙҙәрҙең береһе. Ғәжәйеп ныҡ, кәҫтәй ҡалын кейеҙ тирмәлә йылыны тота, ел, һыу үткәрмәй, утта янмай. Тирмә диуарын кейеҙҙән ҡорғас, иҙәненә лә бер нисә ҡат кейеҙ түшәгәндә, ул ифрат йылы торлаҡҡа әйләнә. Ҡыҫҡаһы, кейеҙ — йыл әйләнәһенә һәр ерҙә кәрәкле ҡаралты. Урын-ергә, иҙәнгә түшәк булған, тирмә-аласыҡтар, ҡыуышлы арбалар ҙур кейеҙҙәр менән көпләнгән.

Ҡалҡан кейеҙ — бер нисә төр (көҙгө һәм яҙғы) йөндө ҡатлап махсус баҫылған кейеҙ ҡалҡан йәки күкрәксә уҡтан-ҡылыстан ышаныслы һаҡлаған. Еңел дә булған ул, кәрәкһә, түшәк-яҫтыҡ та булып киткән.

Һал кейеҙ — биш-алты иле (10 сантиметр тирәһе) ҡалынлыҡта махсус баҫылған оло кейеҙҙе бер ни тиклем ваҡытҡа баҫма, көймә йәки һал рәүешендә файҙаланырға мөмкин. Яҙғы ташҡында ваҡ малды, ҡаралтыны тейәп йылға аша сығарыу өсөн ҡулай булған, сөнки бешеккән һәм ҡатырылған ҡалын кейеҙ тиҙ генә һыуҙа ла бата һалмай.

Сергетыш — атты һыуыҡтан һәм эйәр ышҡыуынан һаҡлай торған кейеҙ. Ул эйәр аҫтына һалынған, ир-егеттең ырыу тамғаһы һалып биҙәлгән. Һыбайлының ҡайһы яҡ кешеһе икәнен сергеһенә ҡарап белгәндәр.

Аҡ кейеҙ — башҡорт өсөн сафлыҡ, дәрәжәлек, именлек, ҡот һәм байлыҡ билдәһе булып ҡала. Байрам аҡ кейеҙҙәре айырыуса сифатлы булған, бөтә шарты-талабы еткерелеп, аят уҡылып баҫылған. Аҡ кейеҙгә ултыртып ханды күтәргәндәр, алдына түшәп батырҙы ҙурлағандар.

Намаҙлыҡ кейеҙ — ҡаурыйҙай еңел, кимерсәктәй йоҡа итеп аҡ тәкә — ҡусҡар йөнөнән баҫыла.

Кәфенлек кейеҙ — ләхеткә түшәр өсөн махсус баҫылған йоҡа кейеҙ.

Бишек кейеҙ — йәйләүҙә йәш бала тыуғанда тәүге мәлдә ышыҡ-ыныс урын булып торған. Сабыйҙы урар өсөн йәки аҫтына һалына торған кейеҙ йүргәктәр ҙә булған.

Тоҡ кейеҙ — кейем-һалымды һаҡлар өсөн ҡаптар һәм тышлыҡтар тегелгән.

Кейеҙҙән эшләнгән кейем бик ныҡлы — ҡалпаҡ, башлыҡ, көләпәрә кеүек баш кейемдәре һәм ат өҫтөндә йөрөгәндә һалҡын ҡар-ямғырҙан һаҡларлыҡ еңһеҙ көртөй, кейеҙ сарыҡ, кейеҙ ҡата кеүек аяҡ кейемдәре лә тегелгән.

Боҫлама кейеҙ — ауыртҡан-һыҙлаған ергә ябып дауалау өсөн һарыҡтың сайырлы йөнөн йәки кейеҙ киҫәген тотонғандар. Кейеҙҙең осон утта көйҙөрөп, ҡан туҡтатыу өсөн сей яраға япҡандар.

Кейеҙ өмәһе — йолаһы оло

Кейеҙ баҫыу еңелдән түгел, ҡатмарлы һәм ауыр эш һанала. Уны яңғыҙ башҡарыу һис тә мөмкин түгел. Шуға ла кейеҙҙе күмәкләп, өмә яһап баҫҡандар. Ҡул-беләге көслө, йөрәге һау, тын юлдары сәләмәт кешеләрҙе саҡырып, ҡулалмаш ысулы менән эшләгәндәр.

Халыҡта кейеҙ баҫыу эше менән бәйле ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр йәшәй. Мәҫәлән, кейеҙ өмәһе барған ерҙә ауырыу кеше йәки имгәнгән мал йөрөргә тейеш түгел. Ауыр ҡайғы кисергән кешенең йортонда кейеҙ баҫмағандар, йәки күптән түгел тол ҡалған ҡатынды кейеҙ өмәһенә саҡырмағандар. Был эштән ауырлы ҡатындар ҙа ситләштерелә. Кейеҙ өмәһен яңы ай тыуғас, ҡояшлы аяҙ көндә үткәреү кәрәк… Шулай уҡ кейеҙ өмәһендә йыр-бейеүҙәр, шаян һүҙҙәр яңғырауы, үҙ-ара яғымлы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, иғтибарлы булыу мотлаҡ. Кейеҙгә бәйле мәҡәл-әйтем, таҡмаҡ-һамаҡ, ырым-шарт, им-том шулай уҡ өмәләрҙә барлыҡҡа килгән һәм халыҡ теленә ингән.

Махсус кейеҙ таяғы ла алдан әҙерләнә. Оҙонлоғо метр ярым-ике метрлыҡ, диаметры һигеҙ-ун сантиметрлы ағас уҡлау — кейеҙ таяғы кәрәк була. Кейеҙ таяғы ни тиклем тигеҙ һәм тура булһа, шул хәтле “эште үҙе эшләй торған йәтеш ҡорал” бар, тигән һүҙ.



Кейеҙ өсөн мотлаҡ көҙгө йөн алына. Яҙғы йөн, йәғни баҡта, күберәк иләү-бәйләүҙә ҡулланыла, түшәк-юрған, арҡыры юрған яҙғы йөндән эшләнә. Түшәк кейеҙе баҫҡанда, йомшаҡ булһын өсөн, аҫлы-өҫлө ике ҡатлам көҙгө йөн араһына ҡабарып торған яҙғы йөндө йәйеп ҡалдырғандар. Юрған өсөн яҙғы йөндө алдан йыуып, тетеп әҙерләһәләр, кейеҙ өсөн алынған көҙгө йөн бөтөнләй йыуылмай. Бары тик сүп-сарҙан ентекләп таҙартылып, яҡшылап тетелә.

Бөгөнгө көндә йөндө тетеү машинаһында теттереп, рулон рәүешендә урап ҡына алып ҡайталар. Бындай ҡоролмалар Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа, Баймаҡ ҡалаһында эшләп тора. Республика кейеҙ баҫыу семинарҙарын үткәргәндә уларҙың ярҙамы бик ҙур булды.

Тетелгән йөндө ҙур киндер (синтетик селтәр ҙә ҡулланыла, ә кизе-мамыҡ тауарға йөн йәбешә) туҡымаға тигеҙләп йәйәләр. Түшәүсенең йөндө яҡшы һала белеүе, бармаҡтарының һиҙгерлеге кәрәк. Бер-ике көн алдан түшәп ҡуйырға ла мөмкин, йөн баҫыла тора. Уны уҡлауға урап алып та ҡуялар. Бер йәйелгән йөндө таратыу, туҙҙырыу насарға юрала.

Кейеҙгә төрлө төҫкә манылған йөндән биҙәк һалыу электән киң таралған. Биҙәк өсөн буялған йөндөң күпме, ниндәй төҫтә алыныуы ла алдан билдәләнә һәм айырым әҙерләнә. Ҡара, аҡ, һоро төҫтәге һарыҡ йөнө менән дә биҙәк һалынған, йәки күкһел, һорғолт төҫтәге кәзә мамығы ҡушып йә төрлө төҫтәге йөндө бергә бутап баҫылғанды халыҡ электән “ала кейеҙ, сыбар кейеҙ” тип йөрөтә.

Халыҡ тәбиғи буяуҙар ҡулланған. Боронғо кейеҙҙәргә һалынған биҙәктәр артыҡ сағыу булмаған, оҫталар оҙаҡ уңмай торған ҡуңыр, йәшкелт, һары, ҡыҙғылт төҫтәрҙе хуп күргән. Кесерткән япрағын ҡайнатып йәшел буяу алғандар, урман сәтләүеге ҡабығын ҡайнатып ҡуңыр төҫ табылған, ялан мәге менән ҡына үләне ҡыҙғылт төҫ биргән, һуған ҡабығы төнәтмәһе йөнгә һары буяҡ булып һеңгән.

Буяу кейеҙгә таралып, төҫө сығып тормаһын өсөн, яңы буялған йөндө тәүҙә йылы һыуҙа йыуып, шунан кинәт ныҡ һалҡын һыуға тығалар, шунан аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡап алалар ҙа еләҫтә генә яҡшылап киптерәләр.

Бөгөн тәбиғи буяуҙар ҡулланылмай тиерлек, ләкин синтетик анилин буяуҙарҙың артыҡ сағыу булыуы халыҡсан зауыҡҡа, төҫ ҡабул итеү самаһына тура килеп бөтмәй. Уның ҡарауы, хәҙер йәнең теләгән төҫтәргә буялған йөндө магазинда һатып алырға мөмкин.

Кейеҙ биҙәктәре

Башҡорт кейеҙенең биҙәлеше, орнамент техникаһы ябай. Унан хис һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Иң боронғо ябай ысул — биҙәкте батырып яһау, аппликациялау һәм ситтәренән сигеп сығыу. Аппликацияла һәм сигеүҙәрҙә төп мотивтар — өсмөйөш, дүртмөйөш, киртләсле буй һыҙыҡтар, дүрткелле сылбырҙар, кәкерсәктәр, тәкә мөгөҙөнә оҡшаш ҡусҡар биҙәктәр...

Эскә батырып биҙәгәндә нағышлау йә ҡайыу бер яҡлап ҡына эшләнгән. Буялған йөндө ҡулда әүәләп кәрәкле рәүешкә индереп, йәйелгән йөнгә һалып батыралар. Ябай геометрик фигуралар (өсмөйөш, түңәрәк, ромб) менән бергә “киртмәк”, “баҫҡыс”, “тулҡын” кеүек биҙәк һалыу таралған. Ҡайһы бер кейеҙҙә мосолман дине символы булған ярым ай йәки йондоҙҙар һүрәтләнә.

Ырыу тамғалары ла осрай. Кемгәлер атап-бағышлап баҫылған кейеҙгә уның кәйефен күтәреүсе, рухын арттырыусы махсус тамғалар ҡуйылған. Ошондай йөкмәткеле биҙәктәр араһында “аяҡлы тәгәрмәс”, йәғни “әүернә” менән биҙәү бар. “Әүернә” биҙәге халыҡ араһында төрлөсә атала — “ҡояш”, “донъя тәгәрмәсе”, “тамъян мөһөрө”, “һигеҙ ожмах асҡысы”...

“Әүернә”нән тыш, “ҡусҡар” биҙәге киң таралған. Һарыҡ тәкәһе мөгөҙөн хәтерләткән был биҙәк ҡыпсаҡ, түңгәүер кейеҙҙәрендә осрай. Йыш ҡына хужабикәнең исеме, эшләнгән йылы күрһәтелә.

Кейеҙгә биҙәк һалыу — үҙе бер сәнғәти күренеш. Биҙәктең һүрәтен ҡағыҙға төшөрөү, эскизын алдан уйлау кәрәк. Эре-эре итеп ҡуйылған биҙәктәр менән ваҡ һәм нескә һүрәттәрҙе һалыу бер түгел. Кейеҙ — үҙендәге биҙәкте үҙе күрһәтә йә йәшерә торған ғәжәп бер туҡыма. Ҡайсаҡ оло, ҙур һүрәт тә “күренмәй”. Ҡайсаҡ ваҡ ҡына биҙәктәр ҙә ниндәйҙер мәғәнәне аса. Кейеҙҙе биҙәкләү алымдары бөгөн ныҡ төрләндерелә.

Кейеҙҙе башта саҡ ҡына баҫып алғас, еңелсә йомарланған икенсе төҫтәге йөн киҫәктәрен түшәлгән йөн ҡатламы өҫтөнә бер тәртип менән тигеҙ итеп һалып сығалар. Шунан инде улар тамам иңгәнсе, тамам батҡансы кейеҙ менән ҡуша кәрәгенсә тығыҙланғансы баҫалар.

Түшәлгән йөн өҫтөнә биҙәк һалғас, һүрәте тигеҙ иңһен өсөн, уҡлауҙан йыуаныраҡ оҙон таяҡҡа йөндө ҡоролай ғына урай-урай, тәгәрәтеп алалар. Был эш ойотоу, йәки ҡоролай таяҡҡа урау тип атала. Йәғни биҙәк алдан түшәлгән йөнгә һеңә, нығына, таралып китмәҫкә яҡшы була. хәҙер оҫталар биҙәкте нығытыуҙы фильцевание тигән ысул менән башҡара: ҡәҙимге йыуан ҡул энәһе менән биҙәк йөнөн төп йөн араһына “батырып” сыға.

Таяҡҡа уралған ҡоро йөндө һаҡлыҡ менән генә киренән тағатып, асып ҡарап, биҙәкте тигеҙләгәндән һуң, бер аҙ баҫырылған йөн өҫтөнә йоҡа киндер туҡыма ябалар. Һүрәт ситкә шылып, боҙолоп ҡуймаһын тип, бик иғтибарлы эшләнә. Йөндө ябыу — тантаналы, серле күренеш. “Нисек ябаһың, шулай табаһың”, тигән әйтеме лә бар.

Кейеҙ баҫҡанда ҡайнар һыу булыу мотлаҡ. Туҡыма аша йөн өҫтөнә ҡайнап торған һыуҙы һирпә-һирпә, өс-дүрт кеше бер юлы тотоноп, йөндө таяҡҡа урай башлай. Һыу тигеҙ төшһөн өсөн, уны миндек үтәләй йәки тишекле сүмес аша һибәләр. Баҡсаға һыу һибә торған лейканы ла тотоналар. Тығыҙ итеп ҡымтып тотоп, ныҡ баҫып, тәгәрәтеп йөндө таяҡҡа урайҙар, шул уҡ ваҡытта биҙәк итеп һалынған йөндөң урынынан шылмауына ныҡ иғтибар итәләр. Был бик яуаплы, көсөргәнешле мәл. Таяҡҡа нығытып урап алғас, бөтә таяҡ буйлап сепрәк тышынан йүкә бау менән бер нисә урындан һығып бәйләп сығалар. Эҫе һыу һибә-һибә өс-дүрт мәртәбә тәгәрәтеп баҫҡандан һуң өҫкө ҡат туҡыманы ипләп кенә асып, йөндөң тигеҙлеген, биҙәктең ятышын тикшерәләр. Кейеҙҙе һыуытырға ярамай, оҙаҡҡа һуҙмайынса эште дауам итәләр. Ҡыйыш килеп сыҡмаһын өсөн ҡабат асып, йөндө тигеҙләп, урынын алыштырып һалып, ҡат-ҡат тәгәрәтәләр ҙә тәгәрәтәләр, самалап эҫе һыу өҫтәп һибеп торалар. Туҡмас йәйгәндәге кеүек, кейеҙҙе әле арҡырынан, әле буйҙан таяҡҡа урап тәгәрәтеү оҙаҡ, 20—25 тапҡыр дауам итә.

Күп ҡул көсө менән баҫҡан саҡта ул көстәрҙең тигеҙ төшөүе лә шарт, шуға күрә өмәселәр әленән-әле бер-береһен алмаштыра, йәғни урындарынан күсеп баҫымды тигеҙләй. “Кейеҙ ҡулалмашты ярата”, тигән булалар. Өмәселәр арыһа, бер-ике минутҡа туҡтап ала, был мәлде улар, “кейеҙҙе ял иттерәйек, арыу-талыу уға йоҡмаһын”, тиҙәр. Ғөмүмән, ҡара тиргә төшөп, ҡул-беләктәре, билдәре талып эшләһә лә, кейеҙ баҫыу көр күңел, шатлыҡ менән башҡарыла. Шаян һүҙҙәр, таҡмаҡтар гөрләп тора, һамаҡлап хуплау, кейеҙ баҫылған йөндө маҡтау, яҡшы теләктәр теләү мотлаҡ һанала. Өмә ике-өс сәғәт самаһы дауам итә. Ҡайсаҡ, бер тотонғанда, бер нисә кейеҙ баҫалар. “Кейеҙ баҫам — ни кәрәк?” — “Көҙгө мәс йөн кәрәк!” (Мәс — сайырлы, тигәнде аңлата, йәбешеп-иңеп барһын, йәнәһе.) — “Кейеҙ баҫам — ни кәрәк?” — “Терһәкле ен кәрәк!” (Терһәге-беләге көслө булып, ен шикелле әрһеҙ эшләгән кеше кәрәк, йәнәһе.)

Ниһайәт, йөн тамам иңеп, йәки ултырып бөткәс, оҙон таяҡты ситкә алып, инде кейеҙ хәленә ингән йөндө таяҡһыҙ ғына түмәрләтеп урап, бер нисә ҡат тәгәрәтәләр. Йөндөң бер-береһенә яҡшы иңеүен, йәбешеү-йәбешмәүен, тығыҙ кейеҙләнеп бөтөүен шулай тикшерәләр. Эҫе һыу бүтән һибелмәй. Кейеҙҙе “тынысландырыу” өсөн “Беш-беште тыяйыҡ, таяҡты ҡыуайыҡ, тынды алайыҡ, буйҙы һонайыҡ”, тиешкән булалар. Йәнәһе, йөн эҫе һыуҙан ҡурылып, “таяҡтан ҡурҡып”, һаман иңһә, кейеҙҙең быйма табаны кеүек ҡаты булыуы бар.

Кейеҙҙе ситләү эшенә ныҡ иғтибар ителә, ул йөндөң тигеҙ ятышын күрһәтә. Кейеҙҙең ситтәрен бармаҡ остары менән баҫҡылап, ваҡ-ваҡ түмәрләктәр яһап, йәнә тәгәрәтәләр, ялбырап-таралып торған һәр йөнөн ентекләп йыйып иңдерәләр, кейеҙ күҙ алдында йыйнаҡлана, һәр бер йөнө урынлаша-ултыра бара. Биҙәкте шунда төҙәткеләп була.

Бик мөһим һәм мотлаҡ йәнә бер эш — ике кеше ҡара-ҡаршы тороп, яңы кейеҙҙең мөйөштәренән тота ла ныҡ итеп һелкә-һелкә ҡаҡ таҡтаға ике-өс мәртәбә шапылдатып һуғып ала. Икенсе мөйөштәренән тигеҙләп ҡымтып алып, йәнә көс менән бәреп, ҡаты таҡтаға йә ергә ҡуша һуғалар. Йөн тағы ла бешеләнә, мөйөштәре тигеҙләнеп тартыла.

Яңы баҫылған кейеҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса йыуыу мотлаҡ. Таҙа ағын һыуҙа ипләп кенә сумырып-йөҙҙөрөп алғандан һуң, артыҡ ышҡымай, сайҡатып ҡына йыуыу кәрәк. Болғансыҡ йәки ҡомло һыуҙа йыуыу ярамай, сөнки йөндөң араһына инеп ҡалған ҡом бөртөктәрен кире сығарыу мөмкин түгел.

Йыуғандан һуң кейеҙ тигеҙ кәртәгә эленә. Кейеҙҙе һарҡытып ҡына киптерәләр. Ышыҡ һәм еләҫ урында ул бер аҙнаға яҡын ваҡыт яйлап кибергә тейеш. Был осорҙа уға ҡағылмайҙар, тартҡылау, тотҡолау артыҡ.

Келәндәү тигән мөһим эш тора, кейеҙҙе сирыу, тип тә әйтәләр, йәғни йоҡағыраҡ урындарын келәндәп, йәғни шылдырғылап, ыуалап тигеҙләү ул. “Кейеҙ баҫһаң, нитәһең — һыйпайһың да төртәһең, келән-келән кертәһең”, тип көлөшә оҫталар. Келәндәп сирылған кейеҙҙең ҡалынлығы бер иш була, тимәк, сифаты яҡшыра. Аҙағыраҡ кейеҙҙең ситтәрен ырғаҡлап тегеп, йөн менән нығытып, сигеп-суҡлап та сығалар.

Йөнө туҙырап сығып тормаһын өсөн, кейеҙҙең бешелеген еренә еткереү өсөн бик мөһим бер эш ҡала: өмәнән һуң бер нисә көн үткәс, инде кипкән, сирылған кейеҙҙе йәнә бер ҡат эҫе һыу менән ҡойондороп, тағы таяҡҡа урап, тигеҙ ҡаты урында тәгәрәтеп алыу. Ул кейеҙҙе ҡатырыу тип атала. Халыҡ оҫталары мотлаҡ эшләй торған аҙым. Ҡатырылмаған кейеҙҙең йөнө сыға. “Ярты эше ҡалған — кейеҙе ҡатырылмаған”, тиҙәр.

Кейеҙҙең өҫтөн ҡорама тауар йәки кәзә ҡылын иләп-буяп һуғылған балаҫ менән тышлау уны туҙыуҙан һаҡлай. Тышлы кейеҙ — түшәк, сергетыш, урындыҡ япмаһы һ.б. була ала. Кәзә ҡылынан һуғылған балаҫтар икешәр быуат тотонолһа ла, һис бирешмәй, көйә генә ҡырҡмаһын да еүеш бәҫ баҫмаһын. Кейеҙ энәһе тигән махсус энә менән үтә сәнсмәй генә һырыу, сигеү ҙә кейеҙгә күркәмлек, этник үҙенсәлек, декоратив яңылыҡ өҫтәй. Кейеҙ баҫыусылар өй һайын тиерлек булған, әммә араларында айырыуса оҫталары был һөнәрҙең ифрат сифатлы, ҡабатланмаҫ биҙәкле өлгөләрен ижад иткән.

Кейеҙ семинарҙары һәм күргәҙмәләре

Нисә быуат буйы кешегә хеҙмәт иткән кейеҙгә XX быуат аҙағында урын табылманы. Ул аҫалы балаҫтар, тула ойоҡтар, уҡалы еләндәр, ғөмүмән, милли кейемдәр менән бергә юҡҡа сыҡты. Яһалма материалдарға, модаға ҡаршы тора алманы. Кейеҙҙе хәҙер хатта ауыл өйҙәрендә лә табып булмай. Ҡасандыр кейеҙҙе эш итеп көн күргән халыҡтар уның ниндәйерәк икәнен дә онотоп бара. Ләкин шуныһы ғәжәп: кейеҙ менән осрашыу, уның йылылығын, наҙын тойоу, күптәнге танышты күргән кеүек, беҙҙә ниндәйҙер эске тойғолар уята. Беҙ — бөгөнгө цивилизация кешеләре — ошо боронғо һәм мәңгелек мөғжизәгә сикһеҙ ышаныс менән ҡарайбыҙ, уның кеше ҡулы ижад иткән бик кәрәкле һәм файҙалы нәмә икәнен аңлайбыҙ. Тик тәғәйенләнешенә, биҙәлешенә иғтибар итмәйбеҙ. Әммә кейеҙ менән яҡындан таныш кеше унан да уңайлы урын-ер ҡаралдыһын тапмай.

2005, 2006 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Әбйәлил районының мәҙәниәт бүлеге Буранғол ауылында художестволы кейеҙ семинарҙарын үткәрә. Эш барышы ғилми-ғәмәли һәм этнографик экспедицияға оҡшап китә: университеттың художество-графика факультеты студенттары, төрлө райондарҙан балалар ижад йорто, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм Буранғол ауылы кейеҙ оҫталары бергә кейеҙ баҫа! Был саралар хаҡында Башҡортостан телевидениеһының “Хазина” ижад берекмәһе фильмдар әҙерләп, киң йәмәғәтселек иғтибарына еткерә тора.

Халыҡ кәсептәренең боронғо төрө — кейеҙ баҫыу менән ҡыҙыҡһынған ғалимдар, халыҡ ижады белгестәре, йәш рәссамдар Рәсәйҙәге беренсе Кейеҙ йортона бөтә Башҡортостандан йыйылды, хатта Екатеринбургтан килделәр.

Семинарға килгән утыҙҙан ашыу кешене Буранғол ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ләйсән” фольклор ансамбле сәләмләй. Ҡауырһындай аҡ кейеҙ гүйә йәштәргә аҡ юл теләй, боронғо ата-бабалар һөнәрен онотмаған һәм дауам иткән ошо төбәк халҡының фатихаһы булып ҡаршылай.

Иң баштан йөрөгән семинарсылар, рәссам-кейеҙселәр: Әнилә Ирмәкова, Ғабдулла Әхмәтшин, Рәмил Иманғолов, Михаил Бадьин, Ольга Сокорева, Земфира Ғиләжева, Гүзәл Шембергер, Розалия Сөләймәнова, Люциә Хәсәнова, Лилиә Чернятьева, Фирүзә Үтәгәнова, Галина Шальнева, Әлиә Ишмөхәмәтова, Раушан Ғәлимов, Вәлимә Ғәлиуллина, Резеда Шәһиева, Татьяна Хәбибуллина, Фидаил Хәбибуллин, Юлиә Хәбибуллина, Таңһылыу Абдулғарина, Камила Үмәрова, Гөлнара Үтәкәева, Гөлнара Тажетдинова, Гөлфирә Ғәлиуллина, Александр Матвеев, Айгөл Бикәнова, Галина Русяева, Ольга Серебрянникова, Наталья Fәбиҙуллина, Лариса менән Раил Вәлиуллиндар ошо көндән башлап Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһы ойошторған “Тамға” асыҡ республика фестивалдәренең барлыҡ проекттарында ла ихлас ҡатнашасаҡ, бөтә илһам көсөн, белемен, тырышлығын һалып, кейеҙ тигән боронғо мөғжизәнең яңы заманға яңы кейемдәр, киң ҡулланылыш әйберҙәре, кәрәкле һәм зауыҡлы ижади материал булып нығыныуы өсөн эшләйәсәк.

Әбйәлилдең Рыҫҡужа, Исхаҡ, Ишкилде, Һәйетҡол һ. б. ауылдарында бына тигән кейеҙ баҫыусылар йәшәй. Үҙҙәренең эштәренән иҫ китмәле оҫталыҡ һәм халыҡсанлыҡ өлгөһө булған күргәҙмәләр төҙөп ҡуя ала улар. Ошондай тарихи һәм ижади хазиналар менән танышыу йәш рәссамдар өсөн ғәжәйеп тормош һәм хеҙмәт һабағына әйләнә. Буранғол Кейеҙ үҙәгендә эшләүсе оҫталар: Рәсилә Вәлиева, Гүзәл Фәтҡуллина, Минзәлә Хәйруллина, Гөлзифа Абдрахманова, Мөслимә Мәсәлимова, Зөлфирә Мәхийәнова, Филүрә Моратшина, Нәсимә Фәхретдинова, Бәширә Усманова, Айгөл Баязитова, Рәйлә Камалова, Мәүлиҙә Хисмәтуллина.

Кейеҙ семинарҙарына йыйылған рәссамдар кейеҙ баҫыусыларҙың оҫталығын өйрәнә, ә үҙҙәре кейеҙгә һалған биҙәктәрҙә юғары художестволы образ-сүрәттәрҙе сағылдырырға ынтыла. Гүйә ике ағым, ике көс бергә ҡушыла — тәбиғи донъяуи мәнфәғәт менән илаһи сәнғәт бер кейеҙҙә осраша.

Оло быуын кейеҙселәр ҙә семинарҙа дәррәү ҡатнаша һәм белгән тәжрибәләре менән йомарт бүлешә: Роза Абушахманова, Зәйнәб Нәбиуллина, Сәфинә Солтанова, Нәтижә Вәхитова, Ғәли Хамматов һәм башҡа буранғолдар ауылдың ҡунаҡсыллығын, уңғанлығын күрһәтте.

Әбйәлил район хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты Кейеҙ үҙәген барлыҡҡа килтереүсе булды. Ошо өс таған үҙәктең эшмәкәрлеген фәнни һәм ғәмәли яҡтан әҙерләү, яйға һалыу, тағы ла киңәйтеү һәм үҫтереүҙә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғайны. Буранғол дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла кейеҙ семинарына экскурсияға килә, уларға хеҙмәт дәрестәрендә кейеҙ баҫыу ысулын өйрәтәләр, кейеҙҙең сәләмәтлек өсөн бик файҙалы булыуын аңлаталар.

Мәскәүҙә һәм Парижда ҙур уңыш ҡаҙанған “Тамға” күргәҙмәләренән һуң “Башҡорт художестволы кейеҙе” тигән төшөнсә барлыҡҡа килә. Уның артабанғы үҫешендә яңы баҫҡысҡа күтәрелеү, яңы юл табыу бик мөһим, тип иҫәпләй Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова. Уныңса, яңы үрҙәр яулай торған юл кейеҙ баҫыу эшен тергеҙгән әбйәлилдәргә рәхмәт һүҙенән башланырға тейеш. Үҙҙәрен кейеҙ баҫырға өйрәткән был төбәккә йәш рәссамдар художестволы кейеҙҙең өлгөләрен бирергә, халыҡтан алғанды халыҡҡа кире ҡайтарырға бурыслы, ти ул.

Кейеҙ баҫыу семинарының яңы проекты тыуа — һәр төбәктә булып үткән тарихи ваҡиғаларға, күренекле шәхестәргә, ил аҡылын һәм ҡотон туплаған әҫәрҙәргә бағышланған художестволы кейеҙ картиналарҙы бүләк итеү. Төбәктән-төбәккә күсеп, урындағы һөнәри оҫталар менән бергә яңы кейеҙ картиналар галереяһын булдырыу, уны шул төбәк халҡына бүләк итеү — проекттың маҡсаты. Бының өсөн шул төбәк хакимиәтенең, мәҙәниәт, мәғариф бүлектәренең, халыҡ оҫталарының ҡатнашлығы ғына кәрәк. Әбйәлил семинарҙарында тәжрибә туплаған йәш рәссамдар бөтә республика халҡына үҙ ижади ҡаҙаныштарын тәҡдим итергә әҙер.

Кейеҙ семинарының яңы проекты буйынса, халыҡтың зауығы республиканың төрлө райондарынан килгән оҫталарҙың фантазияһы, маһирлығы, рәхмәте менән байып, бәрәкәтле Әбйәлил еренә кире әйләнеп ҡайтты. Әбйәлил кейеҙенең ныҡлығы, сифаты менән бергә йәш оҫталарҙың күҙ нуры, ҡул-йөрәк көсө илгә бүләк булыр, тип хыял итте семинарсылар.

2008 йылдың 27 сентябрендә Әбйәлил районында икенсе республика кейеҙ байрамы — “Шәжәрә һәм башҡорт кейеҙе” тигән халыҡ байрамы үткәрелде.

Ҡыҙыл һыуын һыулаған Ҡырҡтытау ҡоласында урынлашҡан Рыҫҡужа, Үтәгән, Һәйетҡол, Исхаҡ, Буранғол, Ҡырҙас, Әбдрәш, Әлмөхәмәт, Өскүл, Яңауыл, Ишкилде, Ҡаҙмаш, Амангилде, Әбделмәмбәт ауылдарының ҡатындары һәм ағинәйҙәре бөтөн республиканан йыйылған йәштәргә ихлас күңелдән кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәтте, ә уларҙың һөнәрмәнлеге — кейеҙ байрамының ырыҫлы нигеҙе ине.

Кейеҙ теле менән шәжәрә уҡылды, тарих асылды. Башҡортостанға билдәле Әбйәлил сәсәнһүҙ оҫталары — Хәнифә Әбүбәкерова, Гөлнур Мәмлиева, Вәсилә Садиҡова, Флүрә Низамова, Вазифа Хәйретдиновалар тамашала ихлас ҡатнашты. Рыҫҡужанан Мөхлисә Ғималова, Вәсилә Вәлиева, Ғәйнур Латипова, Зилдә Моталова, Латифа Мостафина, Маһира Басирова, Йәүҙә Камалова халыҡ рәхмәтен алды.

Йәштәрҙең йәнәшендә тороп кейеҙ баҫырға өйрәткән оҫталар — Буранғолдан Рәсилә Вәлиева, Данил Вәлиев, Мөслимә Мәсәлимова, Филүрә Моратшина, Минзәлә Хәйруллина, Айгөл Баязитова, Гөлзифа Абдрахманова, Рәйлә Камалова, Зөлфирә Мәхийәнова, Мәүлиҙә Хисмәтуллина, Гөлсәсәк Килдейәрова, Раушания Хәйруллина, Фәүзиә Килдейәрова, Гөлнур Мырҙагилдина, Майсара Таиповалар сәхнә түрендә аҡ кейеҙ өҫтөндә ҙурланды.

Әбйәлил яғында йәшәгән биш ырыу башҡорттары — тамъян, ҡыпсаҡ, түңгәүер, күбәләк, бөрйәндәрҙең халыҡ кәсептәрен, рух-йолаларын һаҡлауы һоҡландыра. Биш ырыу халҡына хас яңы тормош башлау йолаһы күрһәтелде. Кейеҙсе рәссамдар үҙҙәрен эш алымына өйрәткән Әбйәлил оҫталарына рәхмәт йөҙөнән һәр ырыуға бағышлап егерме оло кейеҙ картина эшләне һәм уларҙы районға бүләк итте. Халыҡ һөнәрен халыҡҡа ҡайтарыу тигән оло маҡсаттың бер сағылышы ине был.

Амангилде һәм Ҡаҙмаш ауылы араһындағы Биксура яланында биш тирмә ҡорола. Байрамдың театрлаштырылған йөкмәткеһенә ошондай образлы мәғәнә һалына: ап-аҡ Әбйәлил мәрмәренән теҙелгән Хәтер юлы кешеләрҙе ел-ҡапҡалар аша Бөгөнгө көн сәхнәһенә алып килә. Хәтер эйәһе йыйылған халыҡтың тарихи хәтерен яңырта.

Аҡ кейеҙ кешене тормош юлында оҙатып, йылытып, һаҡлап барған. Аҡ кейеҙгә, намаҙлыҡ кеүек, кешенең аҡ теләктәре, тормош аҙымдары яғылып барған. Ҡыҙҙы атай йортонан кейеҙҙәр биреп оҙатҡандар. Кейәү йортонда киленде аҡ кейеҙгә баҫтырып ҡаршылағандар. Килен күренеш бүләктәрен кейеҙ өҫтөндә ултырып ҡабул иткән. Кейеҙ йәш ғаиләнең балаларын йылытып тороусы ҡәҙерле ҡаралды булып оҙаҡ хеҙмәт иткән, әсәйҙән — ҡыҙға, өләсәйҙән ейәнсәргә аманат-бүләк булып ҡалған. Бик фәһемле йолаларҙа аҡ кейеҙ — төп бүләк һәм таяныс: Тамъян ырыуы — “Ҡыҙ оҙатыу”, Түңгәүер ырыуы — “Килен төшөрөү”, Бөрйән ырыуы — “Килен сәйе”, Ҡыпсаҡ ырыуы — “Килен һөйөү”, Күбәләк ырыуы “Бәпәй ҡотлау” йолаһын күрһәтте. Шулай уҡ “Киленде аҡ кейеҙгә баҫтырыу”, “Аҡ тәмләтеү”, “Ете юҡ” кеүек халыҡ әйтеш-йолаларын сәхнәләштереү байрамдың асылын яҡтыртты. Проект авторҙары Кәримә Кайдалова менән Гөлгөнә Баймырҙина, ҡуйыусы режиссёр Рәйес Низаметдинов, продюсер Гөлшат Лавренёва, сәхнә рәссамы Ринат Атауллин һәм башҡалар ижади маһирлығын йәлләмәне.

Рәсәйҙә берҙән-бер кейеҙ баҫыу йорто — Әбйәлил районы Буранғол ауылында Кейеҙ үҙәге уникаль халыҡ кәсебен тергеҙеү урыны булыр, тигән өмөттә асылғайны. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы, уны меңәр йылдар буйы йылытҡан, һаҡлаған, һәр ҡайҙа ышаныслы юлдашы һәм таянысы булған кейеҙ бөгөн — нәфис биҙәү өлгөһө. Башҡорт кейеҙенең сәнғәти өлгөләре Мәскәүҙәге “Халыҡтар галереяһы”нда ҙур уңыш менән барған “Тамға” тигән күргәҙмәгә ҡуйылды. Был эштәрҙең күбеһе — Буранғолдағы кейеҙ семинарында ҡатнашҡан йәш рәссамдарҙыҡы.

Баш ҡалала — кейеҙ үҙәге

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында кейеҙ баҫыу өсөн шарттар булдырылған Кейеҙ үҙәге 2006 йылда асыла, әле лә эшләп тора. Университеттың художество-графика факультетында инде егерме йылға яҡын кейеҙ баҫыу өйрәнелә, диплом эштәре эшләнә, уҡыу әсбаптары, фәнни хеҙмәттәр яҙыла. Башҡортостан кейеҙе тергеҙелеү эше тап ошо факультет менән бәйле. Уның деканы Тәлғәт Мәсәлимовты кейеҙселәр үҙҙәренең остазы тип иҫәпләй. Кейеҙ тирмә, кейемдәр, декоратив биҙәүестәр, бигерәк тә кейеҙ картиналар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә Башҡортостан мәҙәниәтен сағылдыра. Аҡ зал тип йөрөтөлгән күркәм урында ҡоролған тирмәне художество-графика факультеты студенттары баҫҡан кейеҙ картиналар биҙәй.

Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов — кейеҙ баҫыу тарихы һәм технологияһы, өйрәнеү ысулдары тураһында махсус дәреслек-монография авторы, иң яҡшы кейеҙ өлгөләре буйынса каталогтар авторы. “Кейеҙ — ул музыка, — ти Тәлғәт Хәсән улы, — ҡумыҙ, ҡурай һәм кейеҙ — айырылғыһыҙ милли һәм мәҙәни күренеш”.


Башҡорт кейеҙенең милләт хазинаһы икәнен үҙенең бөтә эшмәкәрлеге менән раҫлаусы тағы бер күренекле шәхес — Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова. Ул “Ғаилә мозаикаһы” ҡул эше күргәҙмәләрен, Буранғол семинарҙарын, “Тамға” күргәҙмәләрен ойоштороусы, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәрендә кейеҙ күргәҙмәләрен әҙерләүсе, “Салауат йыйыны” байрамдарында тирмәләр конкурсын йыйыусы, “Ашҡаҙар таңдары” фольклор байрамында кейеҙ, балаҫ, шәл, сигеү-ҡайыу һәм милли кейем тегеү оҫталарының эшен ҡуйыусы...

Кәримә Шәрип ҡыҙының үҙ фекере бар: “Кейеҙҙе тергеҙеү буйынса эш башлағанда уҡ өс көс, өс ихлас теләк һөм өс эшлекле арҡаҙаш бергә тотондоҡ. Улар — Республика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Хазина” ижад берекмәһе һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Беҙ кейеҙҙе эшләп тә, аңлатып та, күрһәтеп тә барса халыҡты инандырҙыҡ, артыбыҙҙан әйҙәнек. Шуға күрә бөгөн республикала кейеҙ ышаныслы рәүештә художестволы яҡтан үҫешә, галереяларҙа, күргәҙмәләрҙә, йорттарҙа үҙ урынын биләй.


“Кейеҙ” тигән саҡта бөгөн “башҡорт кейеҙе” тип әйтәбеҙ, тимәк, уның этник күренеш, милли ҡаҙаныш икәнен дә онотмайбыҙ. Кейеҙ баҫыу кәсебен сәнғәт кимәлендә башҡарып, рәссамдар берекмәһенә ингән оҫталар бар. Стәрлетамаҡтан Ольга Литвиненко менән Гүзәл Мөхәмәтйәроваларҙың эштәре — кейеҙ баҫыу буйынса үрнәк. Гүзәл хатта Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булды, Нестеров музейы уның эштәрен һатып алды. Тимәк, бер төптән тырышып һәм маҡсатҡа ынтылып эшләгәндә, уңыш беҙҙе көтөп кенә тора”.

Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова республикала кейеҙҙе тергеҙеү буйынса халыҡ оҫталарынан өйрәнгән йәш рәссам-кейеҙселәрҙең ысын мәғәнәһендәге ижади хәрәкәтен йәйелдерҙе. Йәштәр кейеҙгә һоҡланыу һәм ижади ҡомар менән тотона. Өфө, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Шишмә, Бөрйән, Әбйәлил яҡтарында кейеҙ менән эшләүсе рәссамдарҙың эштәре Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының “Урал” галереяһында ҡуйыла, республика фольклор байрамдарын биҙәй. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа ла башҡорт кейеҙе түрҙә булды. 2010 йылда башҡорт кейеҙе үрнәктәре Ҡазан ҡалаһының “Хазина” күргәҙмә залына ҡуйылды. Төрки халыҡтар ҡаҙанышы булған кейеҙгә арналған экспонаттарҙың төп өлөшө башҡорт оҫталарының һуңғы ике-өс йылда ижад ителгән эштәре ине. Кейеҙ паннолар, кейеҙ тирмә, ҡатын-ҡыҙ кейеменең иң яҡшы өлгөләре Уралтау һәм далалар һулышын, башҡорт йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре илһамын туплағайны... Ә уникаль кейеҙ күлдәктәрҙе һәм мифик образдар — Аҡбуҙат, Бүре костюмдарын Стәрлетамаҡ педагогия колледжы уҡыусылары һәм уҡытыусылары Вера Николаевна Мөхәмәтдинова, Нонна Михайловна Абдрахманова ижад иткән.

“Тамға” — башҡорт кейеҙе фестивале

Өфө ҡалаһында үткән беренсе асыҡ “Тамға” республика кейеҙ фестивалендә ҡатнашыусылар 2014 йылда йәнә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы Кейеҙ үҙәгендә йыйылды. “Түңәрәк өҫтәл” сығыштары, оҫталыҡ дәрестәре һәм фестиваль кейеҙен баҫыу ойошторолдо.

Төрки халыҡтар донъяһында кейеҙҙең тотҡан урыны һәм әһәмиәте, бөгөнгө һәм киләсәктәге үҫеш-ҡулланылыш юлы хаҡында ифрат ҡыҙыҡлы һәм төплө фекерҙәр менән ғалим-этнографтар Әлмира Янбухтина, Зәкиә Дәүләтшина, профессорҙар Тәлғәт Мәсәлимов, Алмаз Мостаев, Эльза Пурик, Ольга Суткевич, М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы белгесе Светлана Игнатенко, Сибайҙан Гөлнара Тажетдинова сығыш яһаны. “Тамға” фестивале Башҡорт атлы дивизияһы хөрмәтенә һоҡланғыс кейеҙ картинаны күмәкләп эшләү менән тамамланды.

“Урал” галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова кейеҙсе рәссамдар менән ижади семинарҙарҙы Бөрйән ерендә (2010), “Содружество–Берҙәмлек” халыҡ-ара фольклор фестивале уңайынан тағы ла Әбйәлилдә (2012), Мең ырыуы биләмәһе Иглин районында (2012) үткәрҙе.


Бөрйәндә “Урал батыр” ҡобайыры буйынса иҫ киткес кейеҙ картиналар ижад ителде, Эҫем йылғаһы буйында мең ырыуы легендалары кейеҙҙә сағылды. ижади офоҡтар киңәйә бара.

Рәссамдар баш ҡаланың Кейеҙ үҙәгендә Тәлғәт Мәсәлимов менән Ольга Суткевич етәкселегендә “Урал батыр” ҡобайырының геройҙары өсөн кейеҙ кейемдәр ижад итә башланы. Әҙерлек йылдан ашыу барҙы, сөнки иҫ китмәле ҡыҙыҡлы яңы эш көтә ине. Һәр персонаж характерын, яҙмышын сағылдырған ғәжәйеп костюмдар өр-яңы сәнғәти күренеш булды, иң күркәм сәхнә тамашаларын биҙәрлек образдар тыуҙы. Урал батыр, Һомай, йәнбирҙе менән Йәнбикә, Самрау, Ҡояш менән Ай, Ҡәһҡәһә, Иҙел, Яйыҡ һәм Һаҡмар... Ғөмүмән, эпос геройҙары халыҡҡа яҡынайҙы...

Кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр башҡорт халыҡ мифологияһын, этнография­һын бөгөнгө көнгә ҡулайлаштырыу, заман стиленә яраҡлаштырыу яғынан бик ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәргә юл аса. Кәримә Шәрип ҡыҙы етәкселегендә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу өсөн яңы кейеҙ кейемдәр әҙерләнде, әкиәти образдар һынланыш алды: Ҡышбикә, Дерелдек, Урман эйәһе, Боҙбармаҡ... Яңы асыш, яңы кейемдәр Торатауҙағы “Ҡыш бабай ҡышлауы” проектында ҡулланылды һәм халыҡҡа бик оҡшаны.


Шулай уҡ милли кейемдәрҙе тергеҙеү яғынан кейеҙ яңы мөмкинлектәр асты: “француз яулыҡ” йәки “флүр яулыҡ” тип йөрөтөлгән яулыҡтарҙы кейеҙҙән эшләргә мөмкин икәнен дә иҫбатланы рәссамдар. Заманса кейемдә милли биҙәктәрҙе биреү өсөн дә кейеҙ аппликациялар бик танһыҡ икәнен күрһәтте улар. Тимәк, кейеҙҙең ижад киңлеге асыла бара. Бары тик эҙлән, тап һәм эшлә.

Республикала кейеҙ баҫыуҙы тергеҙеү

буйынса үткәрелгән саралар:

2001 йыл — беренсе республика “Аҡ кейеҙгә баҫһам...” байрамы.

2005 йыл — Буранғолда беренсе кейеҙ семинары.

2006 йыл — Буранғолда икенсе семинар үтә һәм Кейеҙ йорто асыла.

2007 йыл — Башҡорт дәүләт педагогия университетында Кейеҙ үҙәге асыла.

2008 йыл — Буранғолда Кейеҙ баҫыу оҫтаханаһы эшләй башлай.

2008 йыл — икенсе республика “Шәжәрә һәм башҡорт кейеҙе” байрамы, “Әбйәлил еренә рәхмәтле кейеҙҙәр бүләк итеү” тантанаһы.

2009 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә беренсе асыҡ республика художестволы кейеҙ фестивале үтте.

2009 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә икенсе асыҡ республика фестивале күргәҙмәләре һәм Ҡазанда “Төрки донъяһының кейеҙ сәнғәте” халыҡ-ара симпозиумы, “Хазина” галереяһында “Башҡорт кейеҙе” күргәҙмәһе.

2010 йыл — “Тамға” проекты — Бөрйән районында “Йәнбирҙе менән Йәнбикә ерендә” өсөнсө асыҡ республика фестивале.

2011 йыл — “Тамға” проекты — Иглин районында “Мең ырыуы башҡорттары йыр-риүәйәттәре — кейеҙ картиналарҙа” дүртенсе асыҡ республика фестивале.

2012 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә “Кейеҙ сувенирҙар һәм ҡурсаҡтар” бишенсе асыҡ республика фестивале.

2014 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә “Урал батыр” ҡобайыры геройҙары” алтынсы асыҡ республика фестивале.

2015 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә “Башҡорт милли кейемендә кейеҙ француз яулыҡ” етенсе асыҡ республика фестивале.

2016 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә “Башҡорт Ҡыш бабайы ҡышлауы” һигеҙенсе асыҡ республика фестивале.

2017 йыл — “Тамға” проекты — Өфөлә “Кейеҙ кейемдәр һәм ҡулланыу әйберҙәре” туғыҙынсы асыҡ республика фестивале.

2018 йыл — “Тамға” проекты — Бөрйәндә “Башҡорт художестволы кейеҙендә Ҡурай образы” унынсы асыҡ республика фестивале.

Күренеүенсә, “Тамға” проекты — Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге аша һөнәрмәнлек сәнғәтен өйрәнеүгә, үҫтереүгә, таратыуға бик етди иғтибар бүлгән һәм әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән проект тиергә була. Төрлө йүнәлештәге милли һөнәр-кәсепте, кейемде, мәҙәни байлыҡ өлгөләрен хуплау һәм үҫтереүҙе маҡсаттан ысҡындырмаған был үҙәктә киң ҡарашлы шәхестәр эшләй.

Ата-бабаларҙан аманат булған ҡурай, эпос, оҙон көй, сәсәнһүҙ, тирмә һәм башҡа аҫыл гәүһәрҙәребеҙ ғәзиз милли ҡаҙаныштарыбыҙ булып ҡала. Башҡорт халҡын меңәр йыллыҡ тарихында йылытҡан, илһамландырған, ҡурсыған хазиналарыбыҙ — башҡорт шәле, аҫалы балаҫы, сигеү-биҙәү һәм ювелир сәнғәте, ағастан ырылған, таштан һәм металдан сүкелгән әйберҙәр араһында “башҡорт кейеҙе” тигән мөғжизә лә йәшәй.

Әҙәбиәт

Давлетшина З.М. Изготовление войлока у юго-восточных башкир (история и современность) // Материальная культура башкир и народов Урало-Поволжья: Сборник материалов Межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 80-летию со дня рождения М.Г.Муллагулова. — Уфа: Гилем, 2007.
Читайте нас: