1923 йылда Башҡортостан Хөкүмәте, революцияны “Ҡыҙыл байраҡ” шиғыры менән ҡаршылаған талантлы ҡәләм оҫтаһы Мәжит Ғафуриҙың ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итә. Унда “Мәжит Ғафуриға Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының халыҡ шағиры исемен бирергә, персональ пенсия тәғәйенләргә, китаптарын нәшер итергә” тигән пункттар ҙа була. шулай уҡ әҙипкә Гоголь урамында урынлашҡан йорт бүләк ителә. XIX быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән был өй Петр Филиппович Гиневский тигән дворян ғаиләһенең шәхси мөлкәте иҫәпләнгән була. Революциянан һуң йорт хөкүмәт ҡарамағына күсә һәм унда 1917—1923 йылдарҙа балалар туберкулез диспансеры урынлаша. Мәжит Ғафури был йортта 1923 йылдан алып һуңғы көндәренәсә — 1934 йылға тиклем йәшәй. Шағир вафат булғас, уның улы Әнүәр Ғафуриҙың ғаиләһенән тыш, 1935—1948 йылдарҙа бында ҡатыны, ике ҡыҙы менән Сәйфи Ҡудаш та йәшәй. Мәшһүр йырсыбыҙ — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Фәриҙә Ҡудашева ла ҡыҙы Ренара менән бер нисә йыл ошо йортта йәшәп китә.
1940 йылда республика йәмәғәтселеге халыҡ шағирының 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Хөкүмәте һүҙ барған йортта Мәжит Ғафуриҙың музейын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә был изге ниәтте тиҙ генә тормошҡа ашырырға насип булмай. Шағирҙың улы үҙенең шарттарын, талаптарын ҡуя, башҡа сәбәптәр ҙә килеп тыуа. Ул арала Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Шулай ҙа 1942 йылда музей ойошторолоп, ул бөтөнләй икенсе урында — БАССР Мәғариф министрлығына ҡараған Өфө революция музейының береһендә урынлаша, директоры итеп Тимский тигән урыҫ кешеһе тәғәйенләнә. Һуғыш тамамланғас, бер төркөм зыялылар Гоголь урамындағы йортта шағирҙың мемориаль йорт-музейын асыу мәсьәләһен тағы ла күтәреп сыға. Был юлы ла мәсьәлә тиҙ генә хәл ителмәй әле. Инициатив төркөмгә, ярҙам һорап, “Крокодил” журналына (ә ул ваҡытта бөтә матбуғат баҫмалары ла бер ойошмаға — партияның Үҙәк Комитетына ҡарағаны билдәле) мөрәжәғәт итергә тура килә. Бары шунан һуң ғына боҙ урынынан ҡуҙғала һәм, ниһайәт, 1948 йылдың 10 ғинуарында шағир йәшәгән йортта мемориаль йорт-музей асыла.
Музейҙың тәүге директоры Әҡлимә Әхмәтдин ҡыҙы Мостафина була. Мәжит Ғафури ижадына мөкиббән киткән Әҡлимә апай 1893 йылда хәҙерге Ҡариҙел районы Подлуб ауылында тыуған. Һамар педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, байтаҡ йылдар Өфө китапхана техникумында рус, татар, башҡорт телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Халыҡ мәғарифы өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә.
1950—1973 йылдарҙа музейҙы Вафина Ҡорбанбикә Мөхәмәтвафа ҡыҙы етәкләй, унан һуң Риф Шәфғәт улы Ташбулатов (1973—1983), Әлмира Вафир ҡыҙы Шәрипова (1983—2004), журналист, БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Фәнис Фәтих улы Янышевтар (2006—2011) эшләй. 2011 йылда мөдир итеп Светлана Сабирйән ҡыҙы Низаметдинова тәғәйенләнә.
Ошо 70 йыл дәүерендә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Өфө ҡалаһының ғына түгел, тотош республикабыҙҙың билдәле әҙәби-мәҙәни үҙәктәренең береһенә әйләнде. Бында дөйөм күҙәтеү һәм тематик характерҙағы экскурсиялар үткәрелеүҙән тыш, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының тормошо һәм ижады, шулай уҡ республикалағы мәҙәни тормош, милли әҙәбиәтебеҙ тарихы, теге йәки был ҡәләм оҫтаһының ижадына арналған лекциялар, осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, юбилей кисәләре үткәрелә.
Әлбиттә, музей традицияларына нигеҙ бер бөгөн йә кисә һалынмаған, уның да үҙ тарихы — тәжрибә туплау, эҙләнеүҙәр осоро булған. Әйтәйек, үткән быуаттың 50—60-сы йылдарында М.Ғафуриҙың ижадын һәм тормош юлын халыҡҡа еткереү, пропагандалау эшендә музей хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт белгестәре менән бер рәттән шағирҙың улы — яҙыусы, оҙаҡ йылдар Башҡортостан радиоһында эшләгән журналист, лектор-пропагандист Әнүәр Ғафури ҙа (1910—1977) бик әүҙем ҡатнаша. Ул ваҡытлы матбуғат баҫмаларында атаһы тураһында мәҡәләләр менән сығыш яһай, радиотапшырыуҙар ойоштора, М.Ғафуриҙың йорт-музейында һәм райондарҙа даими рәүештә лекциялар уҡый, әңгәмәләр үткәрә. Әнүәр Мәжит улының “Атайым” тигән китабын баҫмаға әҙерләүсе филология фәндәре докторы М.Х.Нәҙерғолов “Ҡәҙерле хәтирәләр” тигән инеш һүҙендә лә әйтеп китә был хаҡта: “Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа бындай эштәрен тағы ла йәнлерәк, киңерәк алып бара ул. Бөтә күңелен, көс-ғәйрәтен һала. Хатта ғүмеренең һуңғы көнөн дә шуларға арнай: иртәнән кискә тиклем шағирҙың йорт-музейында Өфөгә курсҡа килгән уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, атаһының шәхси тормошо, ҡайһы бер әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы тураһында һөйләй. Аҙаҡ, арып-талып өйгә ҡайтҡас, ҡапыл йөрәге ауыртып түшәккә йығыла һәм бер нисә сәғәттән донъя ҡуя”.
Үрҙә яҙылғандарҙан күренеүенсә, үткән быуаттың 60—80-се йылдарында, йәғни совет власының “сәскә атҡан” осоронда, халыҡ шағирының мемориаль йорт-музейында мәҙәни-мәғрифәтселек эштәренә өҫтөнлөк бирелә. Заман идеологияһына ярашлы үткәрелгән сараларҙың саманан тыш күп булыуы ла тап ошоно раҫлай. Мәҫәлән, 1950—1973 йылдарҙа музей директоры вазифаһында эшләгән Ҡ.М.Вафинаның 1970 йыл йомғаҡтары буйынса яҙған отчетында “бөйөк юлбашсыбыҙ В.И.Лениндың 100 йыллығына һәм М.Ғафуриҙың 90 йыллығына арнап, бик күп мәҙәни-мәғрифәтселек эштәре башҡарылыуы, саралар үткәрелеүе һәм, ошоноң менән бәйле рәүештә, БАССР Юғары Советының 1970 йылдың 26 авгусындағы ҡарары нигеҙендә мемориаль йорт-музейға — Юғары Советтың Почет грамотаһы, ә айырым хеҙмәткәрҙәргә маҡтаулы исемдәр, маҡтау ҡағыҙҙары бирелеүе” тураһында ла телгә алына. Был факт үҙе генә лә музей эшмәкәрлегенә етәкселек тарафынан ҙур иғтибар булыуы тураһында һөйләй.
Тулыһынса материалды "Ватандаш" журналының 4-се (2018) һанында уҡығыҙ.