Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулыу айҡанлы Халыҡ- ара вәкилдәр ҡатнашлығында уҙған «Мәжит Ғафури — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры. Күренекле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә музейҙар эшмәкәрлеге» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Күркәм сара шағирҙың барельефына сәскә һалыуҙан башланды.
Конференцияла филология фәндәре докторҙары Ғ.Ҡунафин, М.Иҙелбаев, М.Нәҙерғолов, философия фәндәре докторы Г.Вилданова, филология фәндәре кандидаттары Ғ.Бүләкова, Г.Галина, Ижевск ҡалаһы вәкиле М.Ившина, Ҡазандан Д.Абдуллина, Стәрлетамаҡтан Р.Илешева, Бөрө ҡалаһынан Г.Ҡасҡынова, сәнғәт фәндәре кандидаты М.Иҙрисова, тарих фәндәре кандидаты Альбина Ярмуллина һәм башҡалар ҡатнашты. “Рәсәй Почта”һының Башҡортостан филиалы етәкселәре почта әйләнешенә Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейына арналған яңыртылған махсус штемпель индерелеүе тураһында хәбәр итте һәм иҫтәлекле тамғалау процедураһын башҡарҙы. 50-нән артыҡ докладты эсенә алған мәҡәләләр йыйынтығы сығарылыуы ла сараның юғары кимәлдә әҙерләнеүе һәм уңышлы үтеүе хаҡында һөйләй.