Төрлө геометрик фигуралар менән биҙәп, йөндән һуғылған балаҫтарҙы мин тәү башлап Дәүләкән районы Буранғол ауылында бынан ҡырҡ йыл әүәл — 1977 йылда күрҙем. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта бергә уҡыған дуҫ ҡыҙым Рәмилә Ҡорбанғәлиева мине үҙҙәренә 1 Май байрамына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Дим туғайҙары, Асылыкүл, Шарламалы Буранғол тауҙары менән бергә мине был төбәккә ғүмерлеккә мөкиббән ғашиҡ иткән ғәжәйеп асышым — аҫалы балаҫтар булды. Рәмиләнең ҡарт нәнәйе уларҙы һәр балаһына, ейәненә арнап үҙе һуҡҡан. Аллы-гөллө балаҫтар, ҡупшы итеп таҫланып, һикенән түшәмгә хәтле өйөлөп тора. Мин уларҙы күҙем менән генә, йәшереп кенә һананым. Егерме өс балаҫтан торған ҡатлы- ҡатлы был хазина миңә хандарҙың, батшаларҙың байлығынан да артыҡ күренде.
Башҡортостан телевидениеһында эшләй башлағас, 1980 йылда, Әлшәй районы Ҡармыш ауылына командировкаға барырға тура килде. Яңы 1981 йылды нисек ҡаршылау — Шыршы байрамы тураһында телевизион һүрәтләмә эшләйем. Яҡты, матур мәктәп коридоры осондағы майҙансыҡта ҡупшы ғына биҙәлгән шыршы тора. Башланғыс синыф уҡыусылары шиғыр, йыр-бейеү әҙерләгән. Шыршының алдына иҙәнгә сағыу йөн балаҫ түшәлгән. Мин уның аҫалы балаҫ тип аталғанын белмәй инем әле, ҡалай ҙа күркәм биҙәкле балаҫ, тип хайран ҡалып ҡарап торам. Балалар уның өҫтөнә баҫып сығыш яһай башлағайны, аһ иттем — шундай матурлыҡты нисек аяҡ менән тапамаҡ кәрәк, тием... «Ниндәй балаҫ был, кемдеке?» — тигән һорауыма яуап: «Беҙҙең Ҡармышта балаҫ һуғыусы апайлар күп. Беҙ быны фәлән оҫтанан алып торҙоҡ». Ҡыҫҡаһы, мин баяғы балаҫ хужаһын өйөнә барып күрҙем. Ингәс тә түрҙә торған һуғыу станогы, унан аҫылынып төшөп торған аллы-гөллө биҙәкле балаҫ күҙгә бәрелде. «Был ниндәй биҙәк?» — тигән һорауымды шундуҡ төҙәтте оҫта: «Туғаным, биҙәк түгел ул, биҙәк тимәйләр беҙҙә, аҫа, тип әйтәләр. Балаҫны аҫалап ҫуғабыҙ. Ҫарыҡ йөнөн иләйбеҙ, кәрәк төҫкә буяйбыҙ ҙа балаҫ суғабыҙ. Шуның менән балалар уҡытабыҙ, донъя бөтәйтәбеҙ. Аҫа — ул билдәле, таныулы, уны күсереп ҫуғабыҙ, үҙгәртергә ярамай. Аҫалау анҫат түгел, ҫанайһың да ҫанайһың, әммә бик күңелле эш ул. Бик яратҡан шөғөл ул беҙҙең яҡларҙа...» Бына шулай булды аҫалар менән минең тәүге осрашыу. Шунан бирле минең өсөн бөтә аҫалар ҙа Дим буйы телендә — мең ырыуы башҡорттарының ифрат моңло һәм яғымлы диалектында һөйләшә кеүек тойола.
1998 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге «Ғаилә мозаикаһы» тигән республика конкурсы үткәрҙе. Башҡортостандағы иң берҙәм, һәләтле, булдыҡлы ғаиләләр йыр-бейеү буйынса ғына түгел, эш-һөнәр оһоло, донъя көтөү дарманы, халыҡ араһында абруйлы тәрбиә биреү яғынан һайланып, ил алдына сығарылды. Бик күп милләт кешеләре бер булып Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ғәжәп бай күргәҙмә теҙҙе, сағыу һәм күңелле концерт ҡуйҙы. Халыҡ ижады үҙәгенең етәксеһе Әлфиә Ғимаҙиева, бик илһамланып: «Был мәҙәни ваҡиғаның нигеҙе — милли тәрбиә һәм үҙенсәлектәр, бөгөнгө булмышы — уңышлы һәм тәрән тамырлы ғаиләләрҙә, ә киләсәге заман талабынан ҡалышмайынса етеш донъя көткән йәштәрҙә буласаҡ», — тине. Республика конкурсында өлгөлө ғаилә тип билдәләнгән ояны юллап, Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылына барып еттек. Ғаилә башлығы Хөснулла ағай Вәлиуллин тураһында телевизион ҡисса әҙерләгәндә, «Ҡатын-ҡыҙ — донъя тотҡаһы» тигән яҙылмаған ҡанундың тормошта нисек сағылғанын мин йәнә осраттым. Ҡырҡ йыл буйы колхозда бригадир булған орденлы эшһөйәр Хөснулла ағайҙың уң ҡанаты — алты бала табып үҫтергән ҡатыны Зәйтүнә апайға һоҡландым. Иҫ киткес эшсән, хужалыҡ итеү маһиры булған ире һалған ыҡсым йортто Зәйтүнә апай аҫалы балаҫтар менән биҙәгән, өҫтәүенә, үҙе — Дим буйының эре бауырһағын бешереү оҫтаһы... Ҡыҫҡаһы, үҙе аҫалы балаҫ һуғып, өй ҡотайтҡан, донъя бөтәйткән, балаларын кейендергән уңған башҡорт ҡатындары өсөн ғорурлыҡ күңелемде ныҡ үҫтерҙе. Зәйтүнә апай миңә аҫаның ҡиммәтен — тарихи һәм рухи эстәлеген асты. Аҫа — ентекләп һанап-иҫәпләп һуғылған бер нисә геометрик фигуранан хасил булған уникаль орнамент, ул — тамға, ырыу билдәһе, йөкмәткеле хат, серле хәбәр, программа. Аҫаны һаҡлайҙар, үҙгәртмәйҙәр, бары күсереп кенә алалар. Уйлап сығарылған йәки үҙгәртелгән аҫа боҙола, йәме бөтә, йәне китә, тине ул. «Үҙгәртҫәң — аҫа булмай инде ул, ҡыйыҡ эш, алама уйын була», — тип өҙөп әйтте. Оҫтаның ошо һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡолағымда сыңлап тора.
Артабан, 2000 йылда, Миәкә районы буйлап аҫалы балаҫ һуғыусылар тураһында фильм төшөргән саҡта, аҫалар даръяһына мин инде тотош сумдым. Боғҙан ауылынан башланған телевизион сәфәрҙе ауыл ҡатындары бик тантаналы ҡаршыланы — урамдың ике яғынан буйлатып рәшәткә-ҡойма баштарына балаҫтарын элеп сыҡҡандар. Иҫ киткес күренеш! Береһенән-береһе яҡты, мөхәббәтле, илһамлы аҫалар менән тирә-яҡ балҡып тора ине. Бикҡол, Күл, Ҡаран, Илсеғол, Тамъян-Таймаҫ, Шатмантамаҡ, Елдәр, Баязит, Айыт ауылдарының оҫталары беҙҙең «Миәкә йәйғоро — аҫалы балаҫ» тигән фильмда ихлас ҡатнашты, һөнәр серҙәре менән бүлеште. Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова, оператор Эдуард Заһиҙуллин менән был ябай ҡатындарҙың ғәжәп талантлы, аҡыллы һәм булдыҡлы кешеләр икәнен күреп һоҡландыҡ. 2001 йылда яҙылған «Аҫыл йөрәк» тигән пьесамдың идеяһы ла тап Миәкә яғы аҫаларынан башланды, халҡыбыҙҙың алтын ҡулдарына бағышланған спектакль Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә бер нисә йыл барҙы.
Егәрле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бер төбәктә дебет шәл бәйләй, икенсе яҡта кейеҙ баҫа, ә ҡайһы бер урында балаҫ һуға. Балаҫ һуғыу — башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнө, кәзә мамығы һәм ҡылы, дөйә йөнө, ат ҡойроғо, шулай уҡ киндер менән кесерткән — һәр төрлө еп итеп эшкәртерлек тәбиғи материал ҡулланылған. Иләнгән ептәр ябай ғына һуғыу станогы ярҙамында аҫалы балаҫ, буй балаҫ, сепрәк балаҫ, турпыша, көйөҙ, септә, япма, сергетыш булып йорт ҡаралдыһына әйләнгән. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы — аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе.
Һарыҡ йәки кәзә йөнөн иләп, буяп, билдәле бер орнамент, геометрик фигура менән аҫалап һуғылған балаҫ «аҫалы балаҫ» тип атала. «Аҫа» һүҙенең мәғәнәһе бер яҡтан балаҫ һуғыу ысулын аңлата, аҫалап, биҙәк һалып, ептәрҙе асалап-айырып, арҡыры йөн ептәрҙе үткәреп һуғыу менән бәйле. Халыҡта «балаҫ аҫалау, аҫалап һуғыу» тип һөйләйҙәр. «Аҫа» һүҙе балаҫҡа ҡуйылған, йәғни һуғылған орнаментты, биҙәкте лә белдерә. «Биҙәк һалыу» мәғәнәһендә «аҫалау», «барсалау» тигән һүҙҙәр ҡул эше оҫталары телмәрендә йыш осрай.
Аҫалы балаҫ башҡорттар йәшәгән бөтә ерҙә лә осрай. Ҡайһы бер яҡта уны «йөн балаҫ», «келәм», «көйөҙ» тип тә йөрөтәләр. Урал аръяғында — Баймаҡ, Учалы, Бөрйәндә, көньяҡта Күгәрсен, Хәйбулла, Белоретта йәшәгән аҫалы балаҫ оҫталарының эше милли музейҙарҙы, каталогтарҙы биҙәй. Fафури, Архангел, Ауырғазы, Шишмә районы ауылдарында балаҫ һуғыусылар тағы ла күберәк. Дим, Өршәк йылғалары буйында йәшәгән мең ырыуы башҡорттарында айырыуса киң таралған. Боронғо, ҡатмарлы, зауыҡлы һәм серле күренеш булған аҫалар Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән яғында һәр бер йортта осрай, был төбәктә аҫалы балаҫтар әле лә һуғыла. Мең ырыуы башҡорттарының тарихын өйрәнеүсе ғалим, тарих фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин меңлеләрҙә балаҫты аҫалап һуғыуҙың төп халыҡ кәсебенә әйләнеүен был ырыуҙың нисек барлыҡҡа килеүенә һәм йәшәү рәүешенә бәйләп аңлата. Алтын Урҙа дәүерен оҙағыраҡ һаҡлар-яҡлар өсөн, хан ҡушыуы буйынса, Урта Азия тауҙарынан, Каспий яны сүллектәренән, Һырдаръя менән Амударъя буйынан төркөм-төркөм халыҡтар аты-малы, бала-сағаһы менән ҡуша әйҙәлеп, бер ғәскәр итеп туплана. Был ғәскәрҙең башлығын Мең һаҙаҡлы Урҙас бей тип йөрөтәләр. Урҙас бейҙең мең һаҙаҡлы яуы башта Яйыҡ буйында, Көньяҡ Урал далаларында тора. Әйткәндәй, был ҡәүемдең теле Һырдаръя яғында һәм Алтын Урҙала дөйөм дәүләт һөйләше һәм әҙәби тел ролен үтәгән сығатай теле була. Меңле, йәки мең ырыуының ун бер ырыу-тармаҡтан тороуы ла уларҙың төрлө сығышлы, әммә бер телле, бер маҡсатлы итеп тупланған халыҡ икәнен күрһәтә. Меңлеләр Башҡортостандың Асылыкүл, Дим, Өршәк, Өйәҙе, Сәрмәсән йылғалары буйында, Ағиҙелдең урта ағымы тирәһендә төпләнә. Монгол яуҙарынан имен ҡалған башҡорт ырыуҙары менән ҡатнаша, башҡорт халҡының бик ҙур ҡәбиләһе булып китә. Уларҙың көнкүреше, кейеме, аш-һыуы, бигерәк тә аҫалы балаҫ һуғыуы көньяҡтағы төрки ҡәбиләләрҙең — төркмән, үзбәк, алтай традицияларын дауам итә. Боронғо башҡорт буй балаҫтарынан тыш, аҫалап һуғыу йыш осрай меңлеләрҙә. Көньяҡ Уралда шулай уҡ киң таралған табын ырыуы ла аҫалы балаҫ һуғыу серҙәрен Урал аръяғы, Ағиҙел, Ыҡ, Кама буйҙарына күсерә.
Оҫталарҙың да оҫтаһы, «Башҡорт балаҫы» республика фестивалдәре лауреаты, башҡорт аҫалы балаҫын Бөтә Рәсәй халыҡ һөнәрҙәре күргәҙмәләренә алып сығыусы фиҙакәр йән — Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан Назыя Фазлый ҡыҙы Әхмәтвәлиева әле лә ҡаңлы һәм ҡырҡөйлө-мең ырыуына бик тә хас булған был эштең уртаһында ҡайнай. Башҡорт аҫалы балаҫын һуғыу традицияһын тергеҙеүселәрҙең береһе Рабиға апай Йәрмиева Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәй. Сәйетбабалағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә ойошторолған балаҫ һуғыу түңәрәгенә лә күп өмөттәр бағлана, әммә ысын оҫталар бик һирәк була икән шул. Кесе табын ырыуы көн иткән был ауылда элек-электән бик яҡшы балаҫсылар булған, сепрәктән, йөндән балаҫтар — турпыша менән көйөҙ һуғып донъя көткән был быуындың бер-ике ярсығы ғына ҡалған. Шундай аҫыл оҫталыҡ ярсығы — Миңнеямал апай Рәхимованың ҡыҙы Минира Харрасовала. Әсәһенән ҡалған иҫке ағас станокта — балаҫ һуғыу урынында ул ифрат сифатлы яңы көйөҙҙәр һуға. Йөн ептәр һатыуҙыҡы булһа ла, эшләнеше боронғоса таҫыллы һәм ныҡлы булғас, Минираның эштәре күҙгә бәрелә, ҡулға эләгеп, күңелгә ятып тора. Оҫталыҡты һатып алмайҙар, отоп алалар икән шул. Бала саҡтан әсәһе менән бергә өйрәнгән эште ҡул бармаҡтары ла, күңел зауҡы ла элекке кимәлдә тота ала.
Нәҫеле менән «балаҫсы» тигән дан алғандар һәр ауылда осрай. Миәкәләге Илсеғол ауылында йәшәгән Шәһәрбаныу апай Арыҫланова: «Мин балаҫ ҫуҡмай бер көн тора алмайым. Әлшәй яғында Ҡармышта йәшәгән ҫеңлем Гөлсөмбаныу минән дә арттыра, ул аҫаламайынса тороуға бер сәғәт тә түҙмәй...» — тигәйне. Ысынлап та, улар икеһе лә апалы-һеңлеле оҫта булып, Дим буйы халҡын аҫаларға байытҡан билдәле шәхестәр.
Бөтә республикаға танылған оҫталар бар — Әлшәй районынан Фатима Нурислам ҡыҙы Шөғәйепова, Минзилә Зөфәр ҡыҙы Муллағолова, Нәсимә Fәлиәхмәт ҡыҙы Зәйҙуллина, Гөлсөмбаныу Хажиәхмәт ҡыҙы Fәбдрәхимова, Миңлегөлсөм Ниғмәтулла ҡыҙы Fәлиуллина, Рәйсә Fарифулла ҡыҙы Рафиҡова, Тәслимә Fата ҡыҙы Кәлимуллина, Вәрисә Маннан ҡыҙы Имаева, Зөһрә Арғынбай ҡыҙы Әхмәтовалар, Миәкәнән Рәйлә Шәймәрҙән ҡыҙы Зәйнуллина, Бишбүләктән Сәғәҙәт Мәжит ҡыҙы Фәсхиева һәм башҡалар.
Балаҫты һуғырҙан алда йөндө тетеү, иләү, сиратыу, буяу, йомғаҡлау эше тора. Уны өмә менән башҡарыу яйһыҙ. Йөн ептең йыуанлығы, сираҡлығы балаҫтың сифатында сағыла. Шуға күрә иләү-сиратыу бер ҡулдан, йәғни бер генә кеше тарафынан эшләнһә, балаҫ тигеҙ була. Буласаҡ балаҫ һәр ваҡыт кемгәлер бағышлап һуғыла. Һатыр өсөн әҙерләнгән балаҫ та, Аллаға тапшырылып, изге теләк, матур хистәр менән һуғыла. Аҫаны — орнаментты һайлау ҙа бик мөһим һанала. Ҡыҙ балаға йәки ир балаға тәғәйен аҫалар була. Ҡайһы бер оҫта ҡулы-күҙе өйрәнгән айырым бер аҫаны ғына үҙ итә. Ләкин ысын оҫталар боронғо аҫаны ғына күсерә, үҙгәртеүҙән-боҙоуҙан тыйыла. Һәр аҫаның көсө, ырымы, мәғәнәһе булыуға улар ышана. Һуңғы осорҙа балаҫҡа сағыу роза сәскәләре һүрәтен ҡуйыуҙы балаҫ оҫталары һәм ғалимдар хупламай. Самаһыҙ сыбарлыҡ, артыҡ сағыу төҫтәр балаҫтың тылсымлы матурлығын кәметә. Шуға күрә аҫалы балаҫтағы боронғо башҡорт геометрик орнаменттарына өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт аҫалы балаҫының халыҡсанлығы, эпик мәғәнәһе, зауыҡлы төҫтәрҙә балҡышы бик юғары баһалана.
Башҡорт аҫалары — «Йондоҙ», «Баҙыян», «Айсыҡ», «Ете алма», «Батмус», «Еләк сәскәһе», «Самауыр тояғы», «Әҙрәс», «Көнбағыш сәскәһе», «Сулпы», «Ҡаҙ тәпәйе», «Бетеү»…
Балаҫ һуғыу станогы «урын», «урындыҡ» тип йөрөтөлә. Йөн епте урынлаштырыу «оҙатыу» тип атала, уны яңғыҙ эшләмәйҙәр. Ике кеше оҙата. Аҫа һалыу өсөн әҙерләнгән буяулы йөн ептәрҙе ваҡ суҡ-йомғаҡ итеп урамалап, «сыйырсыҡ» яһап ҡуялар, уларҙы арҡыры урҙаға теҙеп эләләр. «Яратып һуҡҡан — нағыш, теләмәй һуҡҡан — ялғыш» тигән әйтемдә балаҫ һуғыусының эше мөхәббәт һәм тырышлыҡ емеше икәне сағыла.
Балаҫ аҫалау төрлө ырым-йолалар, һынамыштар, мәҡәл-әйтемдәр, йыр-һамаҡлау менән тулы фольклор күренеше лә булып китә. Балаҫ урыны артында ултырған әсә балаларын тәрбиәләү өсөн дә ваҡыт табырға тейеш. Йөндө иләү, епте сиратыу, буяу, сыйырсыҡ яһау — хеҙмәт тәрбиәһе биргән эштәр. Аҫаны боҙмау, ентекләп һанап һуғыу ҙа ҡатын-ҡыҙҙан иғтибарлылыҡ талап итә, бындай диҡҡәтлелек балаларға ла үрнәк була. Мең, ҡыпсаҡ, үҫәргән ырыуы ҡыҙҙары ҡул эшенә айырыуса оҫта һаналған.
Балаҫ аҫалай башлағанда өйгә килеп ингән кешегә әйтелә торған һүҙҙәр була. «Аяғың еңел булһын, балаҫ аҫалай башланым!» йәки: «Урамда кем осраны, аяҡ-ҡулы еңелме?» — тип һорашалар. Был һорауға, һис шикһеҙ, ыңғай яуап булырға тейеш: «Еңел, бик тә еңел, балаҫыңды ла еңел эш итерһең!»
Балаҫты һуғып бөтөрөп, урындан ысҡындырып, ҡырҡып алырҙан элек тәҙрә ҡорғандарын ҡоралар, ишекте келә һалып бикләйҙәр, балаҫты киҫеп алғанда берәйһе килеп кермәһен, уның ғүмере киҫелеп ҡуймаһын, тигән теләк менән тиҙ генә киҫеп алалар. «Балаҫ киҫмәйем, фәлән ҡарт менән фәлән ҡортҡаның ғүмерен киҫәм», — тип ныҡ ҡартайған кешеләрҙең исемен әйтеп ҡуялар. Был ырымда йөн балаҫҡа күпме кеше хис-тойғолары күсеүе, балаҫтың тере әйберҙеке һымаҡ энергетикаһы булыуға ышаныу, уның ижад емеше булып тыуған мәленә кендек киҫеү кеүек ҙур әһәмиәт биреү сағыла.
Балаҫ һуғыусыларҙы кем шулай илгә күрһәтә һуң? Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» галереяһы аҫалы балаҫтарға арналған күргәҙмәләр ойоштора башлай. Тәүге республика фестивале 1998 йылда Күмертау ҡалаһында үтте, тип хәтерләй галерея етәксеһе Кәримә Шәрип ҡыҙы Кайдалова. «Башҡортостан — йондоҙ аҫалар иле» тигән телефильмдар республика күргәҙмәләрендә танылыу алған аҫалы балаҫ ояларының — Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Дәүләкән, Ғафури яҡтарының оҫталары менән таныштырҙы. Уҙған егерменсе быуаттың һикһәненсе йылдарында Бөрйән районының Иҫке Монасип, Байназар ауылдарында уҡытыусы Марат Ғизетдин улы Муллағолов мәктәптә балаҫ һуғыу урындарын ҡороп ултыртҡайны. 1993 йылдағы республика башҡорт теле уҡытыусыларының семинарында беҙ уларҙы телевидение тапшырыуына ла төшөрөп алдыҡ. Тимәк, киләсәктә төбәктә туризм йәнләнерен, халыҡтың үҙ кәсептәрен тергеҙеү юлы менән булмышын-көнкүрешен һаҡлап ҡалырын күҙаллаған һәм ҡайғыртҡан ил ағалары булған һәм бар, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу ғына шарт. Архангел районы Орловка ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Фәнисә Фәрит ҡыҙы Сәйфетдинова ла үҙе килен булып төшкән был урыҫ ауылында йорт сарҙаҡтарында, келәттәрҙә һаҡланған станоктарҙы йыйып, клуб эсендә унлап станок ҡороп ҡуйҙы. Ауыл йәштәре өлкән йәштәге оҫталарҙан таҫтамал, балаҫ һуғыу ысулдарын өйрәнеп алды. Бөгөн Фәнисә Сәйфетдинова республикала һәм Рәсәйҙә үткән халыҡ-ара һөнәрмәндәр фестивалдәрендә даими ҡатнаша, Орловканың ағас оҫталары яңы туҡыу һәм һуғыу урындары яһай, уларҙы хатта Өфөгә мәктәптәргә, балалар йорттарына һатып алалар. Өфөләге 6-сы балалар йортондағы оҫталыҡ түңәрәге лә Фәнисәнең дәрестәренән һуң дәртләнеп эшләп китте, улар аҫалап һуғып биҙәгән сумкалар, рюкзактар, урын-ер ҡаралтыһы, йәғни заманса ҡулланыу әйберҙәре республика күргәҙмәһенә ҡуйылды.
Һуңғы йылдарҙа Әлшәй районы етәкселеге, ниһайәт, аҫалы балаҫтар һуғыу хәрәкәтен үҙ ҡулына алды, республика башлығы гранты менән оҫталарҙың йыйынын да, күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Һәр йыл һайын марттың тәүге йәкшәмбеһендә беҙҙә «Аҫалы балаҫ йәрминкәһе» уҙғарыласаҡ, тип иғлан итте әлшәйҙәр. Төбәктәге оҫталарҙың ижадына ихтирам йөҙөнән бурыс ителгән был сараның маҡсаты — ауыл халҡының матди хәлен яҡшыртыу, борондан уңғанлыҡ-гүзәллек емеше булған аҫыл һөнәрҙең рухи байлыҡ, милләт хазинаһы икәнен күрһәтеү, балаҫ аҫалауҙың серҙәрен өйрәнеү һәм йәш быуынға тапшырыу.
Бөгөн Әлшәй районы етәкселеге башҡорт аҫалы балаҫтарын заманса талаптарға ярашлы сифат менән етештереү, халыҡ традицияларына нигеҙләнеү, республиканың мәҙәни һәм иҡтисади тормошон нығытыу идеяһын яҡлап сыҡты. Аҫалы балаҫ — үткән заман, тип ҡараусылар бар, ә беҙ, киреһенсә, уның киләсәктә лә башҡорт өйөнөң, мәҙәниәтенең, халыҡ сәнғәтенең үҙәгендә буласағына ышанабыҙ, ти улар.
Әммә ике йылға бер оҫталарҙы йыйыу менән генә эш бөтмәй ҙә, алға ла бармай икән. Тотош бер программа менән эҙмә-эҙлекле барлау—һайлау—өйрәтеү алып барғанда ғына аҫалы балаҫ һуғыусыларҙың яңы сифатлы эштәрен күрергә мөмкин.