Сәғәт 8.00. Бөтәһе лә әҙер. Тынлыҡ. Уны йомрандар һыҙғырыуы, сиңерткәләр сырылдауы ғына боҙа. Һалдаттар приказ көтә. 9.30. Яҡынлашып килгән самолеттарҙың тауыштары ишетелә. «Ышыҡланырға!» тигән команда яңғырай. Һалдаттар окоп һәм траншеялар эсенә ташлана. Ике көн элек егерме икеһен тултырған Байраҡ Өмөтбаев приказға буйһонмай: тиҫтә ярым килограмдан ашыу пулеметын эргәлә үҫеп ултырған имән төбөнә һөйәй ҙә ағас башына менеп китә. Атом бомбаһы шартлағанын тағы ҡасан күрәһең әле?!
Аҙаҡтан, һыҙлана-һыҙлана дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмер иткәс, үҙе ҡатнашҡан мәхшәр тураһында сер асылып, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр, иҫтәлектәр донъя күрә башлағас, Байраҡ Ҡорбанғәле улы 1954 йылдың 17 сентябрендәге ТАСС белдереүен уҡып шаҡ ҡатыр. «Ғилми-тикшеренеү эштәре планына ярашлы, һуңғы көндәрҙә Советтар Союзында атом ҡоралының бер төрөнә һынау үткәрелде, – тип әйтелә ташҡа баҫылған ҡыҫҡа ғына белдереүҙә. – Һынауҙың маҡсаты – атом бомбаһының йоғонтоһон өйрәнеү. Һынау ваҡытында ҡиммәтле һөҙөмтәләр алынды, улар совет ғалимдарына һәм инженерҙарына атом һөжүменән һаҡланыу бурысын уңышлы хәл итергә ярҙам итәсәк».
Һынау... Атом бомбаһын һынау – һынау ғына түгел шул: кешеләрҙең йөрәк әрнеүе, йән һәм тән йәрәхәте лә. Ҡот осҡос ваҡиғала ҡатнашыусылар ҡырҡ йылдан ашыу яфа сигә. Әжәлдәре етмәй үлгәндәре лә, саҡ йөрөгәндәре лә, ни үлә алмай, ни әҙәм була алмай ятҡандары ла була. Тереләр, санаторийҙарға путевка бирһәләр, дауаланып торһаҡ, бәлки, тағы бер аҙ йәшәр инек, тип хыяллана.
– Ошо «гонаһһыҙ» шартлау арҡаһында ғәрип булып ҡаласағыбыҙҙы, ғүмер буйы билдәһеҙ, серле сирҙән яфа сигеребеҙҙе белдекме ни беҙ? – ти әсенеп Байраҡ Өмөтбаев.
Белмәй шул Байраҡ, белмәй. Хәйер ул көндө ни булырын кисә генә Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итергә ант иткән егерме йәшлек малай һалдаттар ғына түгел, оҙон һуғыш юлдарын үтеп, ҙур тәжрибә туплаған тәжрибәле офицерҙар белдеме икән әле?
Байраҡ Өмөтбаевты армияға 1953 йылдың 12 октябрендә алалар. Уларҙы поезға тейәп, Чкалов (хәҙерге Ырымбур) ҡалаһына алып киләләр. Шулай итеп, бер ай элек кенә 21 йәше тулған егет Көньяҡ Урал хәрби округына ҡараған 29416-сы частың мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә башлай. Ҡышты имен-аман сығалар. 1954 йылдың 1 майында хәрби парадта ҡатнашалар. Икенсе көнөнә үк уларҙы ҡабалан-ҡабалан «оҙайлы командировка»ға әҙерләй башлайҙар һәм, поезға тейәп, Тоцкиға алып киләләр (Туҡ йылғаһы буйы). «Тоцк лагеры бик матур ерҙә урынлашҡан. Эргәнән генә Һамар исемле йылға аға. Алыҫ түгел Сорочинск исемле ҙур ауыл. Шул ерҙә ултыртылған сағандар араһында палаткалар ҡорҙоҡ», – тип хәтерләй Байраҡ Ҡорбанғәле улы ул май башын. Өмөтбаевтарҙың мотоуҡсылар батальоны ғына килмәй Тоцк-2 хәрби лагерына. Икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең бөтә мөйөшөнән – Бресттан, Үҙәк Рәсәйҙән, Алыҫ Көнсығыштан – хәрбиҙәр ағыла. Бер аҙ ваҡыттан далала тиҫтәләрсә мең кешелек палаткалар ҡаласығы үҫеп сыға.
Күнекмәләр башлана. Һөжүмгә күсеү өсөн позициялар әҙерләйҙәр. Көндәр шул тиклем эҫе тора – температура 40 градустан төшмәй. Шул арҡала хатта занятиелар расписаниеһын үҙгәртергә мәжбүр булалар – төнгө 3-4-тән иртәнге 10-11-гә тиклем шөғөлләнәләр. Хәлдән тайҙырғыс күнекмәләр тотош июнь – август буйы дауам итә. Сентябрҙең тәүге көндәрендә генераль репетиция үткәрелә. Ғәскәрҙәрҙең әҙерлеген генерал-полковник Полубояров һәм уның офицерҙары тикшерә. Частәр дошман тарафынан атом ҡоралы ҡулланылған хәлдә хәрәкәт итеүгә әҙер, тигән ҡарарға киләләр. Дәүләт һәм хәрби серҙе сисмәү тураһында инструкция менән танышҡандан һуң палаткалар ҡаласығының бөтә шәхси составы полктың КГБ начальнигына расписка бирә: күргән-кисергәндәрем тураһында, үлһәм дә, бер кемгә лә һөйләмәйәсәкмен!
Бөтәһе лә әҙер, тик нимәлер көтәләр. Һуңынан көндөң яҡшырыуын, йәғни ел йүнәлешенең ауылдар һирәгерәк булған төньяҡ-көнсығышҡа табан үҙгәреүен көтөүҙәре тураһында белдерәләр.
Бына ул көн – 1954 йылдың 14 сентябре етә.
Ошо урында һүҙҙе «Тоцк маневрҙары»нда ҡатнашҡан, бөтәһен дә үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән геройыма биреү дөрөҫ булыр.
– Атом бомбаһын һынар көндө беҙ иртә менән һөжүм итеү рубежына сыҡтыҡ һәм сәғәт 7-ләрҙә үҙ позицияларыбыҙға яттыҡ. Иртәнге 9-10-дарҙа атом бомбаһы ташлаясаҡтарын, эпицентрҙың беҙ ятҡан ерҙән 10 километр самаһы көньяҡтараҡ буласағын да беләбеҙ. Ваҡыт үтмәй. Тынлыҡ. 10-сы яртыларҙа яҡынлашып килгән самолеттарҙың тауыштары ишетелде. Бөтәһе лә окоп һәм траншеялар эсенә һибелде. Бер үҙем тороп ҡалдым. Миндә берәүҙең дә эше юҡ. Пулеметымды эргәлә үҫеп ултырған ялбыр имән төбөнә һөйәнем дә ағас башына менеп киттем. Ҡапыл һауала күк дөһөрләп йәшен атҡандағы кеүек көслө шартлау яңғыраны. Шунда уҡ бөтә донъя яҡтырып китте. Был яҡтылыҡ шул тиклем көслө ине, хатта ҡояш яҡтылығы юғалып ҡалғандай булды. Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомдом. Ер һелкенә, сайҡала башланы. Олоған кеүек геүләү ҡолаҡтарҙы тондора. Шунан һуң үҙ юлындағы бөтә нәмәне емереп, окоптарҙағы һалдаттарҙы тупраҡ менән күмеп, ҡот осҡос тулҡын үтте. Күҙҙәремде асам. Яртылаш иҫәңгерәгән һалдаттар окоп төбөнән күтәрелеп, өҫ-башын ҡаға һәм, ҡоттары осоп, ҡыҙыл-һары-ҡара болоттоң ялт-йолт итеп тороуон һәм уның артынса шартлау үҙәгенән икенсе болоттоң күтәрелә башлауын күҙәтә. Был туҙан шартлауҙан барлыҡҡа килгән болотҡа аҡрынлап яҡынлаша, уның менән ҡушылып, бәшмәк рәүешенә инә. Болот әкренләп ҡарая һәм, радиоактив туҙан сәсеп, көньяҡ көнсығышҡа (Чкалов яғына) табан яй ғына хәрәкәт итә башлай.
Шартлауҙан һуң 10-15 минут та үтмәй, артиллерия канонадаһы башлана. Тиҫтәләрсә самолет бер-бер артлы «дошман» позицияларын бомбаға тота башлай. Беҙгә «Машиналарға!» тигән команда бирелде. Радиациянан һаҡлаусы кейемдәрҙе тиҙ генә кейеп (хәҙерге күҙлектән ҡараһаң, әҙәм көлкөһө инде – кизе-мамыҡ эске кейем, махсус иретмә һеңдерелгән костюм, плащ-палатка, йоҡа ғына резина итек һәм противогаз. Противогазды кейҙең ни ҙә, кеймәнең ни: барыбер радиациянан һаҡламай), БТР-ҙарға ултырып, шартлау үҙәгенә табан йүнәлдек. Күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ мәхшәр: алдыбыҙҙа йыуанлығы 3-4, бейеклеге 7-8 километрға еткән ҡот осҡос гигант бәшмәк аҫылынып тора; тирә-яҡтан бөтә төр артиллериянан аталар; тиҫтәләрсә самолеттан бомбалар яуа, шартлау, гөрһөлдәү, ут... – быны хәҙерге иң ҡурҡыныс фильмдарҙа ла таба алмаҫһың. Бара торғас, янған ағастары арҡыс-торҡос йығылып ятҡан урманға барып төкәлдек. Үтерлек түгел. Урап үтәбеҙ.
Әҙерәк бара биргәс, йәйәү һөжүмгә күсәбеҙ. Шул тиклем эҫе. Шыбыр тирбеҙ. Етмәһә противогаз кейеп алғанбыҙ, тын етмәй.
Отбой бирҙеләр. Йылға буйына төшөрөп, үҙебеҙгә лә, машиналарға ла дезактивация эшләнеләр. Кейемдәрҙе алмаштыртманылар. Сисенеп, ел ыңғайына ҡаҡтыҡ.
Ишетеүебеҙсә һәм һуңынан белеүебеҙсә, бомба шартлауын Чкалов ҡалаһында йәшәүселәр – ҡыйыҡ башына менеп, ә эпицентрҙан ни бары ун саҡырымда ятҡан Тоцкиҙа йәшәүселәр урамға сығып ҡарап торған. Егерме саҡырым радиусындағы ауылдарҙан ситкә күсерелгән кешеләр икенсе көнөндә үк өйҙәренә кире әйләнеп ҡайтҡан.
Ике-өс аҙна үткәс, беҙҙе лә эпицентрҙы күрһәтергә алып киттеләр. Шартлау үҙәгенә ҡарап ултырған танктың көбәге, бөгөлөп төшөп, ергә ҡаҙалған, арҡыры ултырғаны йығылып ята. Һынау өсөн ултыртылған хәрби техника – БТР, орудие, самолет, автомашиналар – йығылған, баш түбән әйләнгән. Ике самолеттың береһенә, чехол кейҙерелгәненә, бер ни ҙә булмаған, икенсеһе, ҡапланмағаны, яҙғы боҙ шикелле иреп ағып ултыра. Аҡҡа буялған өйҙәр имен ҡалған, башҡа төҫтәгеләре янған. Йөҙйәшәр имәндәр күмергә әйләнгән, бер генә ботағы ла ҡалмаған, янған ҡәләмгә оҡшап ултыра. Ер өҫтөндә көл дә ҡалмаған, ел өрһә, осорлоҡ туҙан да юҡ. Тупраҡ ваҡ он хәленә ингән, шығырҙап ята, ямғыр яуып үткән ҡар өҫтөндәге кеүек эҙ ҡала. Траншеялар, блиндаждар ҡыҫылған, уларҙың эсендә бәйләп ҡалдырылған хайуандар – кәзә, һарыҡтар үлеп ята...
Маневрҙар тамамланғас, ай ярым самаһы янып юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙа яңы өйҙәр төҙөп йөрөнөк. Баҡтиһәң, эвакуация осоронда хәрбиҙәр халыҡҡа бер нәмә лә алырға ҡушмаған, бер әйберһеҙ ҡыуып сығарған икән. Ҡайтыуығыҙға өр-яңы өйҙәр төҙөп ҡуябыҙ тип вәғәҙә биргәндәр. Шартлау үҙәгенән 2-3 саҡырымда булған ауылдарҙа тиреҫ, тиҙәк бик оҙаҡ янып ятты.
Чкаловҡа, ҡышҡы фатирҙарға, октябрь аҙаҡтарында ғына ҡайтып төштөк. Мин бик ныҡ йүткерә башланым. Санчасҡа һалдылар, укол ҡаҙайҙар, бер аҙнанан хәрби госпиталгә күсерҙеләр. Бер аймы, ай ярыммы яттым. Дауалаусы табип, теләһәң – ҡайтарам, ти. Мин: «Нимә, эшкинмәйемме ни? Мин бит бары бер йыл ғына хеҙмәт иттем!» – тип ҡаршылашам. Ҡалдырҙылар.
1956 йылда армия хеҙмәтен теүәлләп ҡайттым. Күп тә үтмәй, ауырыу үҙен һиҙҙерә башланы. Хәтерем хөртәйҙе. Ашҡаҙан, шунан – йөрәк, холецистит, нефрит... Дөрөҫөн әйткәндә, ауыртмаған ерем юҡ. Ә үҙем... йәшәйем! Минең менән бергә булған тиҫтерҙәремә ҡарағанда үҙемде яҡшыраҡ та тоям әле... Иптәштәремдең хәле хөрт – саҡ-саҡ йөрөйҙәр...
Тоцк ваҡиғаларынан һуң дүрт тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙа. Ошо йылдар эсендә атом шартлауында «һынау үткән» кешеләр ләм-мим өндәшмәй. Хәрби сер, ярамай. Билдәһеҙ сирҙәр менән ауырыйҙар, ыҙа сигәләр, «дөйөм ауырыу»ҙан ғәрип булып ҡалалар, күптәре вафат була.
«Труд» гәзитендә (1990 йылдың 6 ғинуары) «1954 йылдың ҡыҙыу сентябре» мәҡәләһе һәм «Мин дә тамуҡта булдым» тигән хат (1990 йылдың 13 ноябре) донъя күргәндән һуң тере ҡалған «Урал Хиросимаһы» ҡорбандары, үҙҙәренә медицина, мораль һәм матди ярҙам күрһәтеүҙе талап итеп, үҙәк баҫмаларға, СССР Оборона министрлығына, СССР Министрҙар Советына яҙа башлай. Мәғлүм булыуынса, Тоцкиҙағы тәүге атом бомбаһын һынауҙа ҡатнашыусыларҙың береһе – В.Я.Бенциановтың инициативаһы менән айырыуса хәүефкә дусар булған подразделение ветерандарының Бөтә Союз комитеты ойошторола. Был аҙымдар атом шартлауҙары, радиация арҡаһында зыян күргән кешеләрҙе яҡлау тураһында байтаҡ ҡына закон һәм ҡарарҙар сығарыуға этәргес була. СССР-РСФСР инстанцияларына ике йыл хаттар яҙғандан һуң Байраҡ Ҡорбанғәле улы ла 1994 йылда танытма алыуға өлгәшә. 45 йыл үткәс, 1998 йылдың октябрендә «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә.
Тоцк һынауҙарында, һуңыраҡ Семипалатинск полигонында үткәрелгән шартлауҙарҙа Сибай ҡалаһынан 10 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе бөгөн юҡ инде. «Билдәһеҙ» сирҙәрҙән яфалана торғас, 1995 йылда Әхәт Игебаев, 1998 йылда Сәхиулла Ғәлимов, 2001 йылда Александр Павлов мәрхүм булып ҡала. 1954 йылда Баймаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған ете һалдат араһынан Иҫке Сибайҙан Йомағужа Буранғолов, Икенсе Этҡолдан Хашим Хисаметдинов, Кәрешкәнән Рәхимйән Ишбаев армиянан ҡайтҡандан һуң оҙаҡ ауырып, түшәктән тора алмай, үлеп китә. Өндәшмәҫкә һүҙ биреп улар үҙҙәрен ғүмерлек яфаға дусар итә. Күптәр, ауырыу сәбәпле, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙән мәхрүм була. Тән һыҙлауҙарына яңғыҙлыҡ өҫтәлә. Шул ыҙаланыуҙарҙан һуң да атом фажиғәләре шаһиттары ҡайһы бер етәкселәрҙең, имеш, ғәскәрҙәрҙең һөжүме ваҡытында шартлау үҙәгендә радиация аҙ булды, тигән раҫлауҙарын уҡырға мәжбүр. Был ялған. Уның артынса икенсеһе, өсөнсөһө, ... унынсыһы булыуы мөмкин. Быларҙың барыһы ла Семипалатинск полигонында, Яңы Ер утрауында, Силәбе өлкәһендә, Чернобылдә булған шартлауҙарҙың «зарарһыҙлығы» тураһында яңы ялған тыуҙыра.
Байраҡ Ҡорбанғәле улы ла күптән яҡты донъяла юҡ инде. Ғүмеренең һуңғы осоронда ул ниндәй сирҙән дауаланырға ла белмәй, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан сыҡманы. «Башым шаулай, йөрәгем ауырта», – тине. Бер нисә йыл буйы эсендәге бер шеш ҡаҡшатты. Һуңғараҡ уныһы ҡапыл үҫә башланы. Уколдар, дефицит дарыуҙар менән ауыртыу-һыҙланыуҙарын еңеләйтергә тырышып, ҡатыны уның янында төндәрен йоҡоһоҙ үткәрҙе.
«Беҙ барыбыҙ ҙа 1932–1934 йылғылар – һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа аслы-туҡлы үҫкән ир-егеттәр инек. Беҙҙең менән хайуандар өҫтөнән тәжрибә үткәргән кеүек ҡыланыуҙары үтә үкенесле. Атом бомбаһы һымаҡ ҡот осҡос ҡорал булмаһын донъяла, башҡа бер ҡасан да һынамаһындар, ҡулланмаһындар ине...» – тине Байраҡ ағай Өмөтбаев һуңғы бер осрашыуыбыҙҙа.
Атом бомбаһын, йәҙрә ҡоралын кешеләр өҫтөндә һынау – ғәфү итмәҫлек рәхимһеҙлек. Быйыл илебеҙ ошондай күңелһеҙ юбилейҙы – илдә тәүге йәҙрә ҡоралын һынауға 70 йыл тулыуҙы билдәләй.