Все новости

Ҡайнар ысул менән тиҙ тоҙлана торган ҠАҘ

Иң элек ҡаҙҙың итле ҡалын урындарын бысаҡ менән тишкеләп сығабыҙ (түш һәм бот тирәләрен).

Ҡаҙ һыйырлыҡ киң табаҡҡа 1 ҡап тоҙ һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ. Һыу ҡаҙҙы күмеп торорға тейеш. Утҡа ҡуябыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡансы ҡаҙҙың түше өҫкө яҡта була. Ҡайнап сыҡҡас, казны әйләндерәбез. 15 минут кайнатабыз. Утны сүндерәбез дә казны шул тоҙло ҡайнар һыуҙа ҡалдырабыҙ. Был эште кистән эшләһәң, ҡаҙ шулай иртәнгә тикле тоҙло һыуҙа тороп һыуына. Иртән ҡаҙҙы алып һарҡытаһың. ҡаҙ әҙер. Духовкала 200 градуста бер нисә минут тотоп алһаң да була.

Фәнзиә Әхмәтшина

Читайте нас: