Все новости

Ҡабаҡсанан тәмлекәс

Рецебы бик еңел генә, һаҡлап ҡуйығыҙ!

Алабыҙ:
-ярты ҡабаҡса (0,5 кг)

- 100 г ҡаймаҡ
- 100 г сыр
- 3 йомортҡа
- ярты сәй ҡалағы сода
- йәшел һуған, укроп (теләк буйынса)
- тоҙ, борос.

Ҡабаҡсаны ваҡы ҡына итеп турайбыҙ йәки терканан үткәрәбеҙ. Һыуын һығып алабыҙ. Ҡаймаҡҡа сода һалабыҙ һәм бер аҙ көтәбеҙ. Артабан барлыҡ ингридиенттарҙы бергә болғайбыҙ. Форманы май менән һылап, шунда һалабыҙ ҙа, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә 50 минутҡа оҙатабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Читайте нас: