Кәрәк буласаҡ:
500 г эремсек (творог)
1 банка ҡуйыртылған һөт
250 г ҡомло печенье
100 г аҡ май
Желатин 10 г
150 мл һөт
Әҙерләү:
Блендер ярҙамында эремсекте һәм ҡуйыртылған һөттө бутайбыҙ. Желатинды һөттә эретергә һәм 10 минута ҡалдырырға, артабан һыулы "мунса"ла тулыһынса эретергә. Эремсек һәм һөт янына ҡойорға, ныҡлап туҡырға.
Печенье валсыҡтарын май менән бутайбыҙ һәм формаға видеолағы кеүек һалып сығабыҙ. Ҡатнашманы өҫтөнә ҡойғандан һуң, аҙыҡ пленкаһы менән ҡаплап, өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!