Ҡамыр өсөн: 400 г он, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 0,5 сәй ҡалағы сода, 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 180 г магазин ҡаймағы, 180 г аҡ май.
Эчлек: 1 ҙур лимон (бәләкәй булсһа, 2 лимон алығыҙ), 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 а ҡалағы он.
Эш барышы: майҙы он менән бергә ыуабыҙ, сода, тоҙ һалабыҙ. Ҡаймаҡҡа йомортҡа, шәкәр ҡомо һалып бутап, ыуалған онға ҡушабыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек әҙер булғансы ҡамырҙы һыуыҡҡа ҡуйып тороғоҙ. Ҡамырҙы башта ике киҫәккә бүләбеҙ, шунан бер киҫәкте өс өлөшкә тигеҙләп бүлергә. Иң оло киҫәкте йәйеп табаға урынлаштырабыҙ. Эслекте өс йәйемгә етәрлек итеп бүлегеҙ, ҡатлы пирог килеп сыға. Ҡамырҙы ҡалын йәймәгеҙ.
200 градуслы мейестә 30 минут бешерәбеҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Автор: Тәскиә Вәғизова.