Все новости

Балан бәлеше

Танһыҡҡа бик тәмле бәлеш!

Балан бәлеше
Балан бәлеше

Ҡамыр өсөн 250 гр аҡ майҙы туңдырғыстан алдым да шул ҡаты килеш терканан ыуҙым. Онға бер сәй ҡалағы тултырып күперткес (разрыхлитель) , 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, семетем тоҙ һалып, май менән бутап ыуҙым (крошка яһаным), шуға 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, 30-40 г самаһы һалҡын һыу һалып, йомшаҡ, ләкин ҡулға йәбешмәй торған ҡамыр баҫып, ял иттерергә һалҡынға ҡуйҙым.

Эслегенә 500 г туң баланға 5 аш ҡалағы тултырып манный, 2 аш ҡалағы крахмал, 400 г шәкәр ҡомо һалып болғаттым да, ҡамыр өҫтөнә һалып, духовкаға оҙаттым.

Рәмзилә Хажиева рецебы.

Автор:
Читайте нас: