Ҡамыр өсөн: дүрт-биш аш ҡалағы үҫемлек майы, бер аш ҡалағы шәкәр, бер йомортҡа, тоҙ, бер балғалаҡ ҡоро сүпрә, ярты стакан һөт, ярты стакан һыу, аҡ май, он.
Эслек өсөн: өс йомортҡа, стакан ярым бүрттерелгән дөге (ныҡ тулы булмаһын), ҡыҙыл эремсек- 300 грамм, йөҙөм - 300 грамм, өс бешкән йомортҡа, сама менән шәкәр.
Дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттерәбез. Иҙелгәнсе бешермәйҙәр. Йомшара башлағас, тишекле сүмескә алып һалабыҙ. Ҡараймаһын өсөн эҫе һыу менән сайҡатырға кәрәк. Артабан аҡ майҙы (һыйыр майы булһа тағы ла яҡшыраҡ) иретәбеҙ. Гөбәҙиәне бешерер алдынан иң беренсе йөҙөмде бүрттерергә эҫе һыуға һалып ҡуйырға кәрәк. Ҡыҙыл эремсек һыулы булһа, уны ҡоро сепрәккә һалып һарҡытабыҙ.
Тәүҙә һөт менән һыуға сүпрә, йомортҡа, шәкәр ҡомо, тоҙ, үҫемлек майы һалып ирегәнсе ултыртып торабыҙ. Ун биш минуттан һуң, сүпрә, тоҙ, шәкәр иреп бөтөүгә, гөбәҙиәнең ҡамыры баҫыла. Йомшаҡ ҡына булһын. Әҙер ҡамырҙы өҫтөн ҡаплап, ике-өс сәғәт ултыртып торабыҙ.
Аҫтағы өлөшө ҙурыраҡ итеп йәйелә, өҫтө бәләкәйерәк була. Шунан түбәндәге тәртип буйынса ингредиенттар һалына: башта ҡыҙыл эремсек һәм шәкәр ҡомо, өҫтөнә дөгө, унан - ваҡ ҡырғыстан ҡырылған йомортҡа һәм һуңынан – йөҙөм. Шуларҙың өҫтөнә иретелгән аҡ май һибәбеҙ. Өҫтөн ҡаплап, гөбәҙиәнең ситтәрен бөрөп сыҡҡас, өҫтөнә ондо ыуып һибәбеҙ һәм 30-40 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-12-15/tabyn-a-g-b-i-3074130