- 400 г манный ярмаһы,
- 1 стакан йылы һөт,
- 1 стакан йылы һыу,
- 10 г сүпрә (дрожжи ),
- 3 аш ҡалағы шәкәр,
- 200 г он.
Барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға, аҙырак ҡабартырға ҡуябыҙ.
Һуңынан 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып болғап, 1 стакан ҡайнар һөткә 1 балғалаҡ сода һалып, әҙ-әҙләп әҙер ҡамырға ҡушып болғап алып, тағын 15 минут самаһы ҡабартып, ҡоймаҡты ҡоя башлайбыҙ. Әҙер ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлайбыҙ!
Ҡоймаҡтар күҙләнеп, ҡабарып тәмле булып бешәләр.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Светлана Баймөхәмәтова.