Все новости

Бәлеш - табын күрке

"Бәлеше ҡайнап бешкән, һурпалы, тишелмәгән дә, ҡамыры йоҡа ғына, үҙе йомшаҡ, ауыҙҙа иреп тора..."

Тана итенән бәлеш
Тана итенән бәлеш

Бөгөн мин тана итенән бәлеш бешерҙем. Йылымыс һыуға бер йомортҡа, тоҙ, өс аш ҡалағы көнбағыш майы, бер ҡалаҡ майонез һалып ҡамыр баҫтым.

Шунан эслек әҙерләнем. 700 грамм самаһы ит, 6-7 картуф, 3-4 һуған, борос, тоҙ һалып болғатып ҡуйҙым.

Ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйҙем. Өҫкө ҡатының уртаһына тишек яһайбыҙ. Ҡапҡасын ике ҡат итеп, биҙәкләп тә яһайым байрам табынына. Уртаһына бөкө эшләп ҡуям, бешкәнен белеү өсөн ҡабып ҡарарға уңайлы.

Унан инде духовкаға тығып ҡуйҙым. Минең газ плитәмдә 1,5 сәғәттә бик тәмле итеп бешеп етә. Әҙер булғас, мейестән алып 10 минут тирәһе ҡаплап торһаң, ҡамыры ла йомшара, тәмле лә була.

Миләүшә Гәрәева.

Автор:
Читайте нас: