Все новости

ШЫЙЫҠ ҠАМЫРҘАН ҠЫҪТЫБЫЙ

"Был ҡоймаҡ йә белен түгел, улар менән бутамағыҙ, бешереп ҡараһағыҙ, үҙегеҙ аңларһығыҙ", - ти рецепт авторы Гөлбәҙәр Вәлиева.

ШЫЙЫҠ ҠАМЫРҘАН ҠЫҪТЫБЫЙ
ШЫЙЫҠ ҠАМЫРҘАН ҠЫҪТЫБЫЙ

- Ғаиләбеҙ ишле, ризыҡтар күләме лә шуға ярашлы алына, ә һеҙ үҙегеҙгә самалағыҙ. 1 литр һөткә 7 йомортҡа, 2 ҡалаҡ шыйыҡ май, он һалып блендер йәки ҡалаҡ менән һәйбәт итеп болғатаһың. Ул ҡоймаҡ ҡамырыннан аҙ ғына шыйығыраҡ булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер аҙ тотоғоҙ. Ул арала үҙегеҙ эслек әҙерләй тороғоҙ. Мин ҡыҫтыбыйҙы картуф менән яһайым. Уға һуғанды аҡ май менән ҡыҙҙырып һалһаң, тәмле була. Һөттө лә йылытып һалығыҙ, юғиһә картуф ҡарая. Бер-ике йомортҡа ла һытығыҙ. Бешерә башлар алдынан бер сынаяҡ һөттө ҡайнатып сығарып, яңынан ҡамыр өҫтөнә һалып болғатабыҙ.

Таба ҡыҙыу булһын. Мин ике ҙур табаны йәнәшә ҡуйып, йәймәләрҙе сиратлап бешерәм. Шыйыҡ ҡамырҙы йоҡа итеп табаға һалабыҙ. Бешергәндә ипләп кенә ситтәрен ҡуптарабыҙ. Шулай эшләгәндә, ул янмай. Мин иң элек ҡамырҙы бешереп бөтөрәм, унан һуң эслекте һылап сығам.

Аштарығыҙ тәмле булһын. Яратып бешерһәң, ризыҡ һәр ваҡыт уңа.

Автор:
Читайте нас: