Йомортҡа, сәй содаһы, әҙ генә тоҙ, он һалып, туҡмас ҡамыры кеүек ҡамыр баҫабыҙ. Ярты сәғәт самаһы ял иткәндән һуң йәйеп, таҫмалар киҫәбеҙ. Алдан әҙерләнгән таяҡҡа урап, көнбағыш майында әйләндерә-әйләндерә бешерәбеҙ. Май бик ҡыҙыу ҙа, һүрән дә булмаһын. Ҡыҙыу булһа, ҡыҙарып китэ, һүрән булһа, май һеңдерә.
Сироп: 0.5 кг шәкәр ҡомо, 1 бокал һыу, 3-4 аш ҡалағы балды ҡушып ҡайнатабыҙ (15 минут самаһы). Әҙер булғас, баллап табынға ҡуябыҙ.
Автор: sirina63