Икенсе ҡатҡа ҡалын һары ҡағыҙға төрөп, еләҫ урынға тоҙланырға элеп ҡуябыҙ. Кәмендә ярты йыл эленеп тора минең. Ҡаҡлар алдынан ҡаҙҙың тоҙон һелкеп, яҡшылап һалҡын һыуҙа йыуабыҙ. Шунан тазға таҙа һалҡын һыу менән бер ус сәй содаһы һалып, ҡаҙҙы 4 сәғәткә батырып ҡуябыҙ. Ваҡыт уҙғас, ҡаҙҙы яңынан һәйбәтләп сайҡайбыҙ ҙа, ҡаҡланыр өсөн аяғына бау бәйләп элеп ҡуябыҙ. Ҡояшлы, эҫе мәлдә 2-3 көндән, йәғни ҡаҙҙың майы үтә күренмәле була башлағас, әҙер тигән һүҙ.
Ҡаҙ ҡаҡланырҙай ҡыҙыу көндәр булмаһа, мунсаны йылытып, томалап, ҡаҙҙы таш өҫтөнә элеп ҡуям. Ташҡа майы таммаһын өсөн ҡоштабаҡ ҡуям. Кистән элһәм, ҡаҡланған ҡаҙ иртәгәһе көнгә әҙер. Ҡаҙҙың майы ағып, тышы йоҡа ғына ҡала, ите тәменсә генә тоҙло һәм тығыҙ була.
Был ысулды миңә 81 йәшлек Гөлйыһан апайым өйрәткәйне".
Автор: Мөнирә Бәҙретдинова.