+8 °С
Облачно
Ҡамыр: 500г магазин ҡаймағына ярты сәй ҡалағы сода һалып болғайбыҙ, шул рәүешле ул һүнә. 1 аш ҡалағы өймәләм итмәй генә тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, 7 аш ҡалағы шыйыҡ май, 50-60 г маргарин һалып, барыһын да матур итеп болғатабыҙ. Берәр стаканлап 3 стакан он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ (минең стаканым "300 г" тип яҙылған магазин ҡаймағының пластик стаканы). Ҡамырҙы ярты сәғәт ябып һалып торабыҙ.
Эслек: шаҡмаҡлап туралған картуф, һыйыр һәм йылҡы ите, тәмләткестәр, самалап тоҙ. Һыу урынына һурпа һәм тоҙлоҡ ҡойҙом. Бәлеште эшләгәс, 180 градуста 2-2,5 сәғәт бешерҙем. Бер сәғәт ҡалғас, 100 мл тирәһе һурпа (һыу) ҡойҙом, өҫтөн фольга менән ҡапланым. Ысынлап та, ҙуур бәлеш килеп сыҡты, таба 30 см, тәмле булды!)))
Л. Шаһиғәлина.