+4 °С
Облачно
100 грамм йомшаҡ аҡ майға 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ һалып иҙәбеҙ. Шуға 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, бер аҙ сүпрә һалып ҡамыр баҫабыҙ. 3 стакан тирәһе он китә. Йылы урынға ҡуйып, ҡамырҙы күпертәбеҙ (1 сәғәт тирәһе).
Эслек өсөн:
Тоҙло һыуҙа бүрттерелгән 1 стакан дөгө, ҡорот, сама менән йөҙөм емеше. hәр бәлешкә 1 сәй ҡалағы йомшаҡ аҡ май, өҫтөнә бер аҙ шәкәр ҡомо һибеп яһайбыҙ, теләге булғандар бпешкән йоморҡаны ыуғыстан ыуып һала ала. Аштарығыҙ, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Г.Рәхмәтуллина.