Все новости

Иҫ киткес тәмле бәлеш

Гөлназ Ишемғолова. 

Иҫ киткес тәмле бәлеш
Иҫ киткес тәмле бәлеш

#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр 

#Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр

 

Иң яратҡаным - ямғырҙан һуң баҫылған саң, яңы ғына аҡланған өй, көҙ көнө урамда йыйып яндырылған япраҡ еҫе.

Күңелемә ятҡан һәм ятмаған кешеләремде лә еҫ ярҙамында айырам. Ҡыҙыҡ... Был донъяны мин еҫтәр аша ҡабул итәм. Кемдер төҫтәр аша, ә мин бына еҫтәр аша.

Бына әле лә, бешергән бәлешемдең өйгә таралған хуш еҫенә кинәнеп ултырам. Әхирәттәр, хәтәр тәмле алма бәлеше бешерҙем әле. Ул тәмлелеге, ул матурлығы...Һоҡланып бер булдым, әйтәгүр.

Бер ҡап аҡ майҙы алдан һыуытҡыстан алып ҡуйҙым, йомшай торһон. 3 йомортҡаның һарыһына (ағын ситкә алып тороғоҙ) 1 стакан шәкәр ҡушып ныҡ ҡына итеп туғыным да (шәкәр әҙ мәл булһа, ярты стакан да һалам), йомшарған аҡ майҙы, аш һеркәһендә һүндерелгән ярты балғалаҡ сода, самалап он ҡушып ҡамыр баҫтым. 

Бындай татлы ҡамырҙы таҡтала йәйеүе ауыр, шуға ҡамырҙың әҙерәк өлөшөн туңдырғысҡа тыҡтым, аҙаҡ кәрәк буласаҡ. Ҡалғанын табаға ҡул менән йәйҙем. Ситтәрен бейек кенә итеп күтәрттем. 

Эсенә 3-4 алманы тышынан әрсеп ҡырып һалдым да, өҫтөнә баяғы йомортҡаның ағын ярты ст.шәкәр менән туғып ҡойҙом. Беләһегеҙ бит инде, суфленың әҙерме икәнен һауытты баштүбән әйләндереп ҡарап белеп була. Әгәр ҙә аҡмаһа, тимәк әҙер.

Бына инде сират туңдырғыста ял итеп ятҡан ҡамырға ла етте. Бәлештең иң өҫтөнә ошо ҡамырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ һәм 35 минут тирәһенә духовкаға оҙатабыҙ. Мин эл. духовканы алдан 200-гә тоҡандырҙым, табаны ҡуйғас 180 менән бешерҙем.

Мин әйтте тиерһегеҙ, иҫ киткес тәмле бәлеш бөтәгеҙгә лә оҡшаясаҡ!!! Эҫе килеш ҡырҡмағыҙ түлке, һыуынғанын көтөгөҙ. Был бәлеште бешереү барышында иң ауыры шул һыуынғанын көтөү (тиҙерәк тәмләп ҡарағы килә бит!), ә ҡалғаны тиҙ эшләнелә.

 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!! 

(Гөлназ Ишемғолова)

Иҫ киткес тәмле бәлеш
Иҫ киткес тәмле бәлеш
Иҫ киткес тәмле бәлеш
Автор:
Читайте нас: