Все новости

"Урама" печеньеһы

Кәрәк: 4 йомортҡа, 1.5 стакан шәкәр, сәй ҡалағы "Пакмай", сәй ҡалағы тоҙ, 5 ҡалаҡ һөт, 700 г май,  20 г мәк,  800-900 г он, 5 г ванилин.

"Урама" печеньеһы
"Урама" печеньеһы


Тәүҙә 5 ҡалаҡ йылы һөткә "Пакмай", 1 ҡалак шәкәрҙе һалып туғып, 10-15 минутҡа йылы урынға күпергәнсе ултыртып торабыҙ. Онға ванилин, тоҙ һалып болғатып әҙерләп ҡуябыҙ.

3 йомортҡаны һытып, 1стакан шәкәр һалып туғыйбыҙ. Мин аҡ май ҡулландым, ("Щедрое лето" тигән маргарин менән дә тәмле килеп сыға). Майҙы ҡайнатмайбыҙ, талғын утта иретәбеҙ.

Туғылған йомортҡаның өҫтөнә май, купертелгән әсетке ҡоябыҙ ҙа ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Шул ҡамырҙы йылы урынға ҡалҡытырға бер сәғәтка ултыртабыҙ. Төргән ваҡытта йәйелгән ҡамыр өҫтөнә һибергә ҡамыр әҙерләйбеҙ: 200 г маргаринды ҡырғыс аша ҡырып, онға бутайбыҙ  ярты стакан шәкәр һалып ыуабыҙ. Ҡамырҙы йәйгәндән һуң өҫтөнә  ыуылған ҡамырҙы һибеп сығабыҙ. Шунан төрәбеҙ, таралып китмәһен өсөн тирә-яғын йәбештереп сығабыҙ. Ныҡ баҫмай ғына туҡмас таяғы менән йөрөтөп алабыҙ. Өс мөйөш формаһында ҡырҡабыҙ (бешкән ваҡытта ысҡынып таралып китмәһен өсөн ҡырҡҡан ваҡытта бер сантиметр тирәһе ҡалдырабыҙ), шунан табаға теҙеп сығабыҙ, өҫтөнә бер йомортҡаны туғып һөртәбеҙ ҙә өҫтөнә мәк һибәбеҙ. 10-15 минутҡа ултыртып торабыҙ. Духовканы 180 градусҡа ҡуйып, 30 минут бешерергә. 

Әлиә Йәғәфәрова.

Автор:
Читайте нас: