+4 °С
Облачно
Бер йомортка бөтәүләй һәм өс йомортҡаның һарыһын ғына алабыҙ, сәй ҡалағы осонан ғына саҡ ҡына шәкәр ҡомо, сәй ҡалағы осонан ғына сода, семтем тоҙ. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа көтөп тә тормай шунда уҡ йоҡаҡ ҡына итеп һалма йәйеп, ромбиктар ҡырҡып ҡыҙыу майҙа тиҙ генә бешереп алабыҙ, мин бер нисә урама ла эшләнем һәм, сәскәләр ҙә киҫеп, матурлыҡ өсөн уларын да бешереп алдым. Бешкән бер ҡош телен ҡағыҙ салфеткаларға һалып барҙым, артыҡ майын һеңдерһен өсөн. Шәкәр пудраһын өҫтөнә һибеп сыҡтым.
Гөлгөнә Байегетова.