+8 °С
Облачно
200 г ҡаймаҡ (20 процентлы);
200 г аҡ май;
ярты стакан шәкәр ҡомо;
400-500 г он;
2 сәй ҡалағы көпшәкләндергес (разрыхлитель).
Крем өсөн кәрәк була:
1 банка ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка);
200 г аҡ май.
Эш барышы:
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахииим.
Башта ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май, шәкәр ҡомон бергә ҡушабыҙ. Шунан он менән көпшәкләндергес hалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 12 сәғәткә туңдырғысҡа оҙатабыҙ. Ит тартҡыс аша сығарып, алдан йылытылған 180 градуслы газ мейесендә ҡыҙарғансы бешерергә.
Ҡуйыртылған һөт менән өй температураһында йомшарған аҡ майҙы бер массаға китерергә. Ваҡланған ҡамырҙы крем менән бутайбыҙ ҙа тәрилкәгә өйәбеҙ, өҫтөнә мәк һибәбеҙ.
Тәмле булһын!
Эльмира Ниғмәтйәнова рецебы.