Все новости
Аш-һыу, файҙалы кәңәштәр
7 Сентября 2022, 10:25

"Хризантемалар" печеньеһы

Сәй янына тәмле ризыҡ!

"Хризантемалар" печеньеһы
"Хризантемалар" печеньеһы

Ингредиенттар:
- 250 г эремсек,
- 200 г маргарин,
- бысаҡ осонда тоҙ һәм сода,
- яҡынса 2 стакан он,
- 2 аш ҡалағы шәкәр.

Әҙерләү:
1. Эремсек, май, тоҙ, соданы бергә болғарға.Он өҫтәргә, ҡамыр ҡаты ғына булырға тейеш.
2. Ҡамырҙы ит тартҡыс аша сығарабыҙ, 5-10 см тирәһе сыҡҡандан һуң ҡамырҙы бысаҡ менән ҡырҡабыҙ.
3. 160 градуслыҡ мейестә 20-25 минут тирәһе бешерергә.
4. Бешеп сығырға 5 минут ҡала печенье өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ һәм тағы духовкала тотоп алабыҙ.

Автор:
Читайте нас: